«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛМА, ЙӨҘӨМ ҮҪТЕРӘМ...
+  - 


Алмағас - баҡсасыларҙың иң яратып үҫтергән ағасының береһелер, моғайын. Селекция менән шөғөлләнеүселәр ҙә был культураның әллә күпме яңы сортын сығарған, шуға ла бөгөн ул республиканың һәр төбәгендә үҫә. Башҡортостандың климаты һалҡын, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы булған төньяҡ-көнсығыш яғында, Салауат районында йәшәүсе, Лағыр урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Зәбир Рәүеф улы СИТДЫҠОВ та баҡсаһында алмағастың төрлөһөн үҫтерә. Уның менән баҡса үҫтереү серҙәре тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Зәбир Рәүеф улы, баҡса яратыу башлыса һөнәрегеҙ менән бәйлелер?

- Киреһенсә, атай менән әсәйҙән күреп үҫкәнгә, бәлки, биология йүнәлешендә һөнәр алғанмындыр ҙа. Әсәйем әле 1990 йылдарҙа уҡ почта аша йөҙөм (виноград) үҫентеһе яҙҙырып алып, шуны беҙҙең ҡаты тәбиғәт шарттарында ҡороторға бирмәй, үҫтереп алды. Йөҙөмдөң дә Кавказда ғына үҫкән, йылы яратҡан "Изабелла" сорты! Уның йөҙөмдө нисек тәрбиәләгәнен ҡарап, өйрәнеп йөрөнөм. Хәҙер әсәй менән атай юҡ инде, йөҙөмдәре һаман үҫә. Районда беренселәрҙән, бәлки, берҙән-берҙер, беҙҙең баҡсала булды йөҙөм ҡыуағы. Ҡатын менән һөйләштек тә, башҡа сорттарын да ултыртып ҡарарға булдыҡ. Бөрөгә махсус барып, питомниктан алып ҡайтҡан йөҙөмдән "Башкирский ранний" менән "Башкирский изумруд" яҡшы үҫеп китте.
Баҡсалағы һәр үҫемлеккә тәрбиә кәрәк, үҫмәй ул тиҙәр икән, тимәк, ҡарамайҙар. Йөҙөм дә шулай. Йән-яҡҡа ялбырап үҫергә генә тора ул, ваҡытында ҡырҡып тороғоҙ. Ҡышҡылыҡҡа ҡырҡып, полиэтилен менән ябабыҙ, ямғыр яуып, еүешләп, туңып ҡуймаһын, серемәһен өсөн эшләйбеҙ быны. Полиэтиленды осормаһын өсөн бесән яба инем өҫтөнән, бер йылды сысҡандар эйәләп, йөҙөм ҡыуағын ашап бөтөрә яҙҙы. Шуға ла хәҙер ҡарағай, шыршы ботаҡтары менән ябам. Өйрәнеп китһәң, ҡарауы артыҡ мәшәҡәт тә тойолмай. Һыуҙы самаһын белеп һибергә кәрәк, ашламаны ла артыҡ һалмаҫҡа, сөнки буйға үҫә, япраҡтары күбәйә, был иһә уңышҡа йоғонто яһай. Шулай ҙа көн ныҡ эҫе булһа, лейка менән ямғыр яуған һымаҡ итеп, өҫтән һыу һибәм йөҙөмгә, уларға шулай рәхәт һымаҡ, томра эҫенән һуң һыуынып, хәл инеп ҡала үҙҙәренә.

Баҡсаға ултыртыу өсөн алмағасты нисек һайларға?

- Беҙ алманың төрлө сортын үҫтерәбеҙ. Баҡса эшендә рәт белгән кеше бер нисә сорт ултырта: иртә, уртаса һәм һуң өлгөргәнен. Шулай аралаштырып ултыртһаң, август айында алма ашай башлайбыҙ һәм октябргә тиклем үҙеңдең алмаң була. Һуң өлгөргәндәре өйҙә Яңы йыл байрамына тиклем һаҡлана. Баҡсаңда алмағас булып та, алма ашамайһың икән, уны ниңә үҫтерәһең һуң?
Сорттарына килгәндә, һәр кем үҙенең ниндәй алма яратыуына ҡарап һайлай. Шулай ҙа иң һәйбәте лә, иң билдәлеһе лә - "Башҡорт сибәре" ("Башкирская красавица"), республикала ғына түгел, ситтә лә күп таралған. Алмаһы матур ҙа, емешенең сифаты ла яҡшы, тәмле, йыл һайын уңа.

Алмағастың кәрлә сорттары менән дә таныштырһағыҙ ине? Республиканың бар төбәгендә лә үҫтермәйҙәр уны...

- Баҡсасылар араһында ла "модалы" үҫентеләр бар инде. Бер мәл ошо кәрлә алмағастар ултырта башланылар бит. Һыуыҡҡа бирешеп бармай, уңышты оҙаҡ, йылдар буйына көтөргә кәрәкмәй. Минеңсә, уны тәрбиәләүе еңелерәк, бик бейек үҫмәгәс (бейеклеге 2 м тирәһе), ҡырҡыуға, ҡоротҡостарға ҡаршы ағыу менән эшкәртеүе лә уңайлы. Улар алманы ла күберәк бирә.
Бына яңы "мода" хәҙер, олонло (колоновидная) алмағас, грушалар барлыҡҡа килде. Уларҙың ғәҙәти алмағастыҡы кеүек ботаҡтары юҡ, бары тик бер олон ғына. Беҙ ҙә ултырттыҡ, бер төп 2 биҙрә алма бирә, тиҙәр. Алмағастарҙы бер-береһенә яҡын ултыртырға ярамай, тамыры киң тарала, кәмендә 3-әр метр радиус булырға тейеш. Олонло алмағасты иһә ярты метр һайын ултыртырға була, урынды аҙ ала. Уларҙы Кушнаренко районындағы питомниктан барып алдыҡ. Ғөмүмән, нимә алһағыҙ ҙа, махсуслашҡан, үҙебеҙҙә урынлашҡан питомниктарҙан алығыҙ. Бөгөн ағастарҙың хаҡы осһоҙ түгел, кәмендә бер төбө 700 һум тора, зинһар, алданмағыҙ. Урамдан белмәгән кешенән алһағыҙ, йә өшөй, сөнки беҙҙең ерлеккә ярамай, йә емеше булмай.

Күптәр ағасты ултырта ла, онота. Йылы тура килеп, яуындар булһа, уңыш бирә, бирмәһә, бирмәй. Бындай баҡсасыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

- Тәрбиә мотлаҡ кәрәк. Ағастарға дым мотлаҡ, уның үҙенең нормативы бар, эҙләп, таба алаһығыҙ. Мәҫәлән, дым етмәһә, емеше ҡойолоп бөтөүе бар, сөнки ағастың ҡороғоһо килмәй, ә һыу үҙенә лә етмәгәс, емешен ҡойоп, үҙен һаҡлап ҡала. Яҙғы ҡояштан һаҡлау өсөн олонон эзбиз менән барыһы ла аҡлай инде. Бына хәҙер баҡыр купоросы һибә торған ваҡыт, уны олонға һибәһең, бәшмәк сирҙәрен булдырмай. Көҙөн ағастың үҙегеҙ кәрәкмәй тип иҫәпләгән ботаҡтарын, әйтәйек, ҡояш яҡтылығын ышыҡлап, ел үткәрмәй торғандарын да киҫергә кәрәк. Улар ағастың көсөн ала.
Бөжәктәрҙән дә һаҡларға кәрәк. Кеблә (тля) ағастарға ныҡ зыян килтерә. Беләһегеҙ инде, уны ағасҡа ҡырмыҫҡалар ташый, сөнки улар симбиотик бәйләнештә, ҡырмыҫҡалар уларҙан бүленеп сыҡҡан шыйыҡса менән дә туҡлана. Шуға ла йәй буйына тиерлек һыйыр көткән һымаҡ көтөп, яңынан-яңы урынға күсереп йөрөтә. Йәй эҫе булған йылдарҙа айырыуса кеблә күп була. Уларға ҡуңыҙҙарға ҡаршы ҡулланылған универсаль ағыуҙар ҡулланам. Ҡырмыҫҡа менән көрәшеүе ауыр, борос, ҡайнар һыу, һеркә һибеп тә ҡарайым, шулай ҙа ныҡ үрсеп китергә ирек бирмәҫкә кәрәк.

Башҡа баҡсасыларҙы аптыратыр тағы бер шөғөлөгөҙ - таш баҡса ла булдырғанһығыҙ, быға нимә сәбәпсе булды?

- Мин Көнсығыш көрәше менән дә шөғөлләнәм. Киноларҙа ла бындай Япон стилендәге баҡсаларҙы күргәнегеҙ барҙыр. Минең дә ошондай баҡса эшләү теләгем булды. Йылдар буйына төрлө таштар йыям, бонсай һымаҡ үҫкән ҡарағайҙарҙы тамыры менән ҡаҙып алып ҡайтып ултырттым. Баймаҡтан ташта үҫкән кейәү үләнен алып килдем. Йылдан-йыл ул шулай ҙурая, матурлана бара. Аңламаған кешеләр көлә лә ҡуя, әммә минең өсөн ул бер матурлыҡ мөйөшө, ошо уҡ стилдә беседка яһап ҡуйғанмын. Ауыл кешеһенең ваҡыты гел тығыҙ, шулай ҙа мунсаға барғанда, унан ҡайтҡанда һоҡланып үтеп китһәм дә, күңелем була. Ғөмүмән, баҡса бит ул күңел эше, унан кеше ял ала, тәбиғәткә яҡын булыу тынысландыра, матурлыҡты күрергә өйрәнә.

Шулай итеп...
Алма айырыуса тыуған йорт, бала саҡ менән бәйле емеш кеүек, алма тип әйткәндән генә лә алма еҫтәре аңҡып киткән кеүек булды. Баҡса ғына тиһәк тә, баҡса үҫтереүҙе лә бына ошондай фәлсәфә кимәленә күтәргән, ошо шөғөлдән матурлыҡ, йәм тапҡан геройҙар табылып тора гәзит уҡыусылар араһында. Бәлки, һеҙҙең дә башҡалар менән уртаҡлашыр тәжрибәгеҙ барҙыр, беҙгә хаттар яҙығыҙ, яңы темалар тәҡдим итегеҙ, дуҫтар! Күңелдәребеҙ ҙә, ишектәребеҙ ҙә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 185

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru