«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БЕР КӨН УҠЫУ 70 ЙЫЛ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУҘАН ЯҠШЫРАҠ"
+  - 


Дворян нәҫеленән булған Валерия Порохова Ҡөрьән-Кәримде 12 йыл тәржемә итә. Быға тиклем Ҡөрьәндең бер нисә тәржемәһе була, тәүгеһе Петр Беренсе заманынан уҡ билдәле. Ләкин улар сит ил тәржемәһенә ҡарап эшләнгән була. Ҡөрьәнде ғәрәп теленән тура тәржемәләүселәр - улар Саблуков, Крачковский һәм Порохова. Сығышы менән дворян ҡатыны Валерия Пороховаға үҙенең тәржемәһен ҡанунлаштырыуҙы 10 йыллап көтөргә, бик күп инстанциялар үтергә тура килә. Түбәндәге мәҡәләне интернетҡа һалған кеше шулай тип яҙған: "Мин был Валерия Порохова менән әңгәмәне 1998 йылдың 7 июнендә баҫылған ниндәйҙер бер гәзиттән киҫеп алып, хәҙерге көнгә тиклем һаҡлағанмын. Бында яҙылғандар хәҙер ҙә ҡыҙыҡлы тип уйланым". Беҙ ҙә шулай тип уйлап, уны уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итергә булдыҡ.

Валерия Михайловна, һеҙ динле кешеме?

- Эйе, мин Аллаһының барлығына һәм берлегенә бөтә йөрәгем менән инаныуҙамын. "Мин Аллаһтың берлегенә ышанам" тигән һөйләм ғәрәпсә нисек була, беләһегеҙме? "Мин - мосолман", тигәнде аңлата ул. Мосолман, тимәк, Аллаһҡа бирелгәнлек. Ошо мәғәнәлә мин мосолманмын.

Аллаһ әйткәндәрҙе беҙгә еткереүсе Мөхәммәт кем ул?

- Мөхәммәт 570-се йылда ата-әсәһе юғары ҡатламдан булған ғаиләлә донъяға килә, ләкин бик иртә етем ҡала һәм уны ағаһы тәрбиәләп үҫтерә. 25 йәшендә ул үҙенән 15 йәшкә өлкән, бик сибәр һәм юғары кимәлдәге белеме менән билдәле ҡатын Мәккәгә өйләнә. Оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәйҙәр, балалары була. Аҙаҡ ҡатыны вафат була.

Ни өсөн Аллаһ тап Мөхәммәт менән һөйләшә?

- Ни өсөн Аллаһ теге йәки был кешене һайлай - был сер. Мөхәммәт яңғыҙ ҡалырға яратҡан, йыш ҡына гел бер үк тау янына барып, уйҙарға бирелер булған. Шулай бер саҡ ул: "Уҡы!" - тигән бойороҡ ишетә. Ул бик ҡурҡа һәм өйөнә йүгереп ҡайта, үҙе биҙгәк тотҡандағы кеүек ҡалтырана. Билдәле булыуынса, Мәккәлә йәшәүселәр телмәр оҫталыҡтары менән айырылып торған, ә Мөхәммәт уҡый белмәү генә түгел, ике һүҙҙе ҡушып аңлайышлы һөйләй ҙә алмаған. Шундай кеше ауыҙынан шул саҡ ғәҙәттән тыш матур телмәр ағыла башлай.

Һәм шундуҡ уны яҙып алыусылар пәйҙә буламы?

- Мөхәммәт һөйләй ҙә һөйләй һәм шул ыңғайҙа бик күп кеше, шул иҫәптән белемле ҡатыны ла ул һөйләгәндәрҙе яҙып ала бара. Шуны әйтеп китеү кәрәк: башҡа бөтөн Изге Яҙмалар һуңынан ғына яҙып алына: Матфейҙан Инжил йөҙөнсө йыл - аңға һеңдерелеп, 70 йыллап ваҡыт үткәс, яҙыла! Ә Ҡөрьәндең яҙма варианты Мөхәммәт иҫән саҡта уҡ барлыҡҡа килә һәм уның вафаты осоронда төрлө кешеләр тарафынан яҙып алынған дүрт данаһы була.

Һеҙ Аллаһтың барлығына ышанаһығыҙмы?

- Аллаһ - программа инженеры. Ул Йыһандың бына тигән эшләүсе механизмын тыуҙырған. Ике икең - дүрт икәнде кешеләр уйлап сығарған, сөнки уларға шулай оҡшай. Ә бына һеҙҙе ике күҙәнәктең ҡушылыуынан шәхес тыуыуы, мейе эшмәкәрлеге, телепатия, биополе кеүек иҫ киткес ғәмәлдәр тәртибе ғәжәпләндермәйме ни?

Һеҙ Дарвин тәғлимәтен инҡар итәһегеҙме?

- Тамырынан инҡар итәм. Инструкция буйынса компьютер өйрәнгәндә һеҙ уның инженерына төптө ят түгелһегеҙ, ә нишләп һеҙ тотош Йыһан киңлеген булдырыусы Инженерҙы ҡабул итә алмайһығыҙ? Тәүлегенә 24 сәғәт, йылда 12 ай, йыл миҙгелдәре, теп-теүәл ғәмәлдәр ҡылыусы планеталар системаһы! Бындай гигант механизмды фәҡәт гений Инженер ғына тыуҙыра алған.

Инжилдың Ҡөрьәндән төп айырмаһы ниҙә?

- Изге китаптарҙа дөйөм кешелек ҡиммәттәре нисек бар, шулай бирелә, ләкин Ҡөрьән беҙҙе даими уҡырға саҡыра: бер көн уҡыу 70 йыл ғибәҙәт ҡылыуҙан яҡшыраҡ.

Ҡөрьәндә фәнни фараздар күпме?

- Бик күп, һәм улар һәр йөҙ йыл һайын раҫланып тора. Ҡөрьән бөгөн раҫланыу табыусы мәғлүмәттәр бирә. "Ҡөрьәндә фәнни билдәләр" темаһына арналған конференцияла Америка ғалимы: "Әгәр Ҡөрьәнде 20 йыл элегерәк уҡыған булһам, Нобель премияһын әле түгел, ә шул ваҡыттарҙа уҡ алған булыр инем", - тине. Торонто университетынан Канада ғалимы Кейт Мур донъя медицина учреждениеларында файҙаланылыусы "Ислам ҡатышмалы кеше эмбриологияһы" тигән уҡыу әсбабы өсөн Нобель премияһы яуланы. Был ғалим раҫлауынса, Аллаһ VII быуатта уҡ әле, микроскоп та, ультратауыш та булмаған саҡта, кеше эмбриологияһы тураһындағы хәҡиҡәтте Сәғүд Ғәрәбстанындағы уҡый-яҙа белмәгән Мөхәммәткә һеңдерә. Ҡөрьәндә әйтелә: баланы өс ҡараңғылыҡта үҫтер. Өс ҡараңғылыҡ - ул өс ҡатлы аналыҡ. Бының шулай икәнлеге микроскоп менән рентген барлыҡҡа килгәс кенә, Ҡөрьән яҙылғандан һуң мең ярым йылдан һуң ғына асыҡланды. Ҡөрьәндә, яралғы ҡатышма тамсыһынан барлыҡҡа килә, тип әйтелә. Сперматозоидтың алты биҙ шыйыҡсаһынан хасил булыуы беҙҙең замандарҙа ғына мәғлүм булды. Ҡөрьәндә шулай уҡ яралғының иң тәүҙә һөлдә массаһы барлыҡҡа килә, шунан һүң ғына һум ите туҡымаһы менән ҡаплана, тиелә һәм был да заман ғалимдары тарафынан раҫлана. Юғиһә, элек был хаҡта, киреһенсә, тәүҙә - ит туҡымаһы, аҙаҡ һөлдә тип фаразлана. Туфан, Инжилда фаразланыуынса, бөтөн донъя күләмендә түгел, ә Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Арарат итәге биләмәһендә генә ҡалҡҡан һәм Нух халҡына һынау килтергән. Был да бөгөн иҫбат ителгән.

Ҡөрьән киләсәк хаҡында ниҙәр әйтә?

- Яуап көнө етәсәк. Әйткәндәй, шуныһы ҡыҙыҡ: Аллаһы Тәғәлә тамуҡта яныусыларҙың тиреһен алыштырып торасаҡ, ти Ҡөрьән, ләкин бының ни өсөн икәнлеген берәү ҙә аңлай алмаған. Ә бит утты "ҡабул итеүсе" тире шул уҡ ваҡытта ауыртыуҙы "үткәреүсе" лә, ул янып бөтһә, тән яныуы һиҙелмәй башлаясаҡ, юғиһә...

Ҡөрьән нисә телгә тәржемә ителгән?

- 102 телгә.

Ер йөҙөндә күпме мосолман йәшәй?

- 1,6 млрд, ә Рәсәйҙә 26 млн.

Изге китапты тәржемә иткәндә ғәҙәти булмаған нәмәләргә осраманығыҙмы?

- Мин һис бер сәбәпһеҙҙән дә үҙемде бәхетле тойҙом. Ниндәйҙер көйһөҙлөктәр килеп сыға икән, ул саҡта ла миңә барыбер рәхәт ине...


"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru