«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәйҙә уҡыусының мәктәптәге тәртибенә баһа ҡуйыуҙары мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Валерий Фадеев шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ тәртибе насар булған уҡыусыларҙы сығарылыш имтихандарына индермәҫкә саҡырҙы. Ә һеҙ был турала ниндәй фекерҙә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫНА УРАЛ ТАУҘАРЫНАН ҠАРАШ
+  - 


Быйыл "Башҡортостан энциклопедияһы" дәүләт автономиялы фән учреждениеһы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулды. Был датаны республика энциклопедистары түңәрәк ҡор менән билдәләне. Сарала БР Фәндәр академияһы президенты, техник фәндәр кандидаты Камил Рамаҙанов, "Башҡортостан энциклопедияһы" директоры, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов, фән эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Татарстан һәм Саха Республикалары энциклопедистары коллегаларына видеоҡотлауҙарын еткерҙе.

БР Фәндәр академияһы президенты Камил Нурулла улы бөгөнгө фейктар мәғлүмәт һуғышы алып барған ваҡытта дөрөҫ мәғлүмәткә ихтыяж ҙур булыуын һәм бында иң дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булып энциклопедия тороуын, шулай уҡ быйыл дәүләт заданиеһының тамырынан үҙгәреп, заман талаптарына яуап биреүгә өлгәшеүен тәүбурыс итеп ҡуйыу зарурлығын билдәләне. Ил Президенты тарафынан алдағы 10 йылдың фәнгә бағышланыуын белдереп, тәрбиә, белемде популярлаштырыуҙың төп урында булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йәһәттән "Башҡортостан энциклопедияһы" штатын арттырыу һәм көсәйтеү буйынса эш алып барыласағына өмөт уятты, сөнки бығаса ойошма Башҡортостан Фәндәр академияһының махсуслаштырылған учреждениеһы булып торһа, 1 марттан уның айырымланған бүлексәһе булып ҡушылды. Был ҡушылыуға Камил Рамаҙанов ҙур өмөттәр бағлаһа ла, эш хаҡтарын арттырыу, матди-техник базаны нығытыу буйынса вәғәҙәләр бирһә лә, энциклопедия хеҙмәткәрҙәре хафаланып ҡарай, сөнки ошо үҙгәртеп ҡороу ваҡытында "Башҡортостан энциклопедияһы" учреждениеһы бик ҙур зыян күрә - штаттағы 50 хеҙмәткәр урынына хәҙер 17 кеше ҡалдырыла. Әле штат берәмеген 39 кешегәсә арттырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла (Татарстан энциклопедияһында - 70 кеше).
Ә ошо өс тиҫтә йыл арауығында "Башҡортостан энциклопедияһы" дәүләт автономиялы фән учреждениеһы энциклопедистика буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора һәм юбилейын 38 томдан торған 26 атамалы баҫма энциклопедия, 8-е - электрон вариантта, 22 һүҙлек-белешмә баҫма сығарып, ҙур багаж менән ҡаршылай. Башҡортостанға, Рәсәй Федерацияһына ғына түгел, хатта халыҡ-ара аудиторияға дөрөҫ мәғлүмәт таратыу маҡсатында уға республиканың ике телдә сыҡҡан ете томлыҡ энциклопедияһы һәм башҡа энциклопедиялар индерелгән "Башҡортостан" төбәк интерактив энциклопедик порталы эшләй, мәғлүмәттең бер өлөшө инглиз телендә сыға. Уны ҡулланыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Порталда, баҫма киң мәғлүмәт сараларынан айырмалы, мәғлүмәт яңыртылып тора һәм уны заман талаптарына ярашлы камиллаштырыу ҙа мөһим бурыстарҙың береһе.
Йыйылыусылар проблема күтәреп кенә ҡалманы, үткәндәргә байҡау яһап, киләсәккә бурыстар ҙа билдәләне. Һүҙ - түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусыларға.

Илгиз Солтанморатов, "Башҡортостан энциклопедияһы" дәүләт автономиялы фән учреждениеһы директоры: "Башҡортостан энциклопедияһы" учреждениеһы, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, һәр саҡ алдынғы булды. Рәсәйҙә энциклопедистика критерийҙары буйынса төҙөлгән шәхес тураһында М. Лермонтовҡа бағышланған бер генә энциклопедия булһа, беҙ тап ошо критерийҙар буйынса эшләнгән "Салауат Юлаев" энциклопедияһы менән маҡтана алабыҙ. Шулай уҡ Мостай Кәрим энциклопедияһы әҙер, кәрәк булғанда, ай-ай ярым ваҡыт эсендә баҫтырып сығарыу мөмкинлегебеҙ бар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан яугирҙар - шайморатовсылар буйынса икенсе баҫма донъя күрҙе, база даими тулыланып тора һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән икенсе вариантты ла яңыртыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Тағы бер матур инициативабыҙ - интерактив порталдағы "Башҡортостандың билдәле кешеләре" сайты. Проект киләсәкте күҙаллап эшләнгән һәм тейешле күләм тупланһа, уны баҫтырып сығарырға ла мөмкин буласаҡ. Элек беҙҙең энциклопедистарҙың конференцияһын уҙғарыу йолаһы була торғайны. Ғалимдар өсөн бындай форумдарҙың зарурилығын аңлатып торорға түгел. Улар башҡорт энциклопедистикаһын популярлаштырырға ярҙам итә. Киләһе йылға ла уны үткәреүҙе планға индерергә кәрәк, тип уйлайым. Шулай уҡ төбәк энциклопедистикаһы буйынса журнал, унан тыш, 7 йыйынтыҡ сыға ине. Был журнал Бөтә Рәсәй аудиторияһына иҫәпләнһә, "Вопросы энциклопедистики" журналы үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғилми тикшеренеүҙәрен, уй-фекерҙәрен баҫтырыу урыны булды. Шуға уны ла тергеҙергә кәрәк. Беҙгә шулай уҡ энциклопедистика өлкәһе буйынса махсуслашҡан фән кандидаттарын, фәнни публицистиканы энциклопедистикаға еткереп әҙерләгән белгестәр сығарырға кәрәк. Был йәһәттән методик ҡулланмалар бар, улар менән Рәсәй төбәктәре һәм күрше дәүләттәрҙән коллегалар киң ҡуллана.
Эшмәкәрлегебеҙҙең тағы бер йүнәлеше - барлыҡ темалар буйынса ла китаптар сығарыу. Был эстафетаны заманында популяр булған "Ғилем" нәшриәтенән ҡабул иттек. Заманында, "Ғилем" нәшриәте булғанда, йәш ғалимдарға үҙ эштәрен баҫтырып сығарыу мөмкинлеге бар ине. Был эште лә тергеҙергә, күләмде йылдан-йыл арттырырға кәрәк. Быйылға 16 монография баҫылыуҙы көтә лә инде.
Пландарға килгәндә, башҡорттар тураһында тупланған мәғлүмәттәр энциклопедия сығарыуға етерлек, һүҙлек эшләнгән. БР Мәғариф министрлығы Бәшир Рәмиев тураһында китап сығарыу менән ҡыҙыҡһына, БР Хөкүмәте тарафынан Кәрим Хәкимов энциклопедияһын эшләү тураһында һүҙ күтәрелде. Театраль энциклопедия буйынса әҙерлектең беренсе этабы үтелгән, һүҙлек, концепция - барыһы ла әҙер.

Уйылдан Сәйетов, ғилми консультант, философия фәндәре кандидаты: Күп томлы "Башҡортостан энциклопедияһы"н сығарыу тураһында 1991 йылдың 19 мартында ҡабул ителгән Хөкүмәт ҡарары хәл иткес роль уйнаны. Ул ваҡытта был ҡарарҙы үтәү мөмкин түгел икәнен белһәк тә, барыһы ла эйфория кисерә ине һәм күпте өмөт итте, күп эшләне. Ҡарарҙа яҙылғанса, "Башҡортостан энциклопедияһы" 8 томдан торорға һәм башҡорт, рус телдәрендә булырға, 16 томы 1994 - 2000 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ойошторолған төркөм (төркөм етәксеһе - Рәшит Шәкүр) көсө менән донъя күрергә тейеш, тип күҙалланды. Финанслау бағыусылар иҫәбенән тип фаразлана һәм 1991 йылға ғына 5 миллион 200 мең һум аҡса йыйыу билдәләнә. Әммә бер йылда ни бары 868 мең һум ғына йыйыла.
Мин 1992 йылдың февралендә энциклопедистар төркөмөнә ҡушылдым һәм әҙерлек барышында шул мәғлүм булды - был ғына көс менән шундай ҙур эште атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға тәҡдим менән Хөкүмәткә сыҡтыҡ. Улар беҙҙе тәнҡитләй, бүлекте тарҡата ала ине, әммә был аҙымға барманы, киреһенсә, 1993 йылда айырым дәүләт учреждениеһы төҙөү мөмкинлеге бирҙе (беренсе мөхәррир - З. Ураҡсин, беренсе урынбаҫар - У. Сәйетов).
Был дөрөҫ юл булды, әммә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә уны бик аҙҙар һайланы. 1994 йылда Татарстан Республикаһы айырым ойошма - Татар энциклопедияһы институтын булдырҙы. Нигеҙҙә, милли республикаларҙа эш яҡшы ойошторолдо, әммә улар 3-5 энциклопедия (Башҡортостан энциклопедияһы күрһәткестәренән 10 тапҡырға әҙ) сығарыу менән генә сикләнде.
Рәсәйҙә Башҡортостан алға сыҡты һәм һәр саҡ лидер булды. Ә лидер булыу - ул маҡтаулы ғына түгел, яуаплы ла бурыс, кимәлде тотоуы бик ауыр. Энциклопедистика үҫеште. Күп томлы энциклопедияны башҡортса сығарырға булғас, проблемалар башланды ла инде. Республиканың ул ваҡыттағы етәксеһе уны электрон рәүештә генә сығарырға ҡушты. Ул заманда ауылдарҙа интернет юҡ, "Башҡортостан энциклопедияһы" электрон вариантта төпкөл ауылдарға барып етә алмай ине. Беҙ ярҙам һорап, Мортаза Рәхимовҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдыҡ. Уның ярҙамы менән финанс проблемаларын хәл иттек, ете томлыҡ "Башҡортостан энциклопедияһы"н башҡортса сығарып ҡына ҡалманыҡ, өҫтәмә рәүештә "Народы Башкортостана", "Военная история башкир" баҫмаларын да сығарҙыҡ.
Республикаға яңы власть килгәнсе беҙгә теймәнеләр ҙә, әммә өҫтәмә аҡса ла бирмәнеләр, бары тик эш хаҡына һәм бинаны тотоуға ғына аҡса бүленде. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә, энциклопедияны тота алмаһағыҙ - ябылығыҙ, тип кенә ҡуйҙылар. Власть алмашынғас, бер ни тиклем өмөт барлыҡҡа килде. Хөкүмәттә беҙҙе тыңланылар, эш ҡуша башланылар. Мәҫәлән, Оло-Тәләк фажиғәһенә бағышланған китап сығарҙыҡ, халыҡ иҫәбен алыу алдынан 20 район энциклопедияһын сығарырға ҡушылды, әммә төньяҡ-көнбайыш төбәк буйынса 5 китап сығарырға ғына өлгөрҙөк, йыл ярым ваҡыт эсендә 7 китап сыҡты.
Хәҙер, Фәндәр академияһына ҡушылғас, яҡын киләсәктә донъя күрәсәк энциклопедик баҫмаларҙы сығарыу планын раҫлатыуға һәм финансланыуына өлгәшергә кәрәк. Әлегәсә баҫмаларҙы планлаштырыу һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү мәсәьәләһе юлға һалынмаған. Беҙҙең төрлө йүнәлештәр буйынса 30 һәм унан да күберәк йылға иҫәпләнгән энциклопедик баҫмалар сығарыу планы бар, ул Фәндәр академияһында ла, Хөкүмәттә лә раҫланған, әммә финанс яғынан тәьмин ителмәгән. Шулай уҡ ғалимдарҙың ярҙамына өмөт итәбеҙ. Ғилми консультанттар советын һуңғы ваҡытта йыйғаныбыҙ юҡ. Улар яңы энциклопедик баҫмалар өҫтөндә генә түгел, интерактив портал материалдарын актуалләштереү буйынса ла эшләргә тейеш.

Рәшит Шәкүр, филология фәндәре докторы: 1997 йылдың 2 декабрендә Фән буйынса дәүләт комитеты коллегияһының ҡарары сыҡты, унда күп томлы "Башҡортостан энциклопедияһы"н әҙерләү тураһында яҙылған. Ошо ҡарарҙы тормошҡа ашырып, баҫманың концепцияһы әҙерләнде, барлыҡ белем тармаҡтары буйынса һүҙлектәр төҙөлдө, ғилми-редакция советына тапшырылып, раҫланды. Был ниндәй һүҙлек ине: әлегә тиклем сығарылған энциклопедиянан айырмалы, уға Башҡортостан һәм бөтә донъя тураһында мәғлүмәт инергә тейеш ине, йәғни донъя энциклопедияһы. Ҡаҙағстанда, Украинала, Беларуста һ.б. шундай энциклопедиялар сығарып өлгөрҙөләр.
Шуға бәйле, миңә Башҡортостандың донъя энциклопедияһы нимәне күҙаллай, тигән һорау бирҙеләр. Мин: "Ул Урал тауҙары күҙлегенән донъяға ҡараш", - тинем. Йәғни ҡайҙалыр Мәскәүҙә, Лондонда йәки Парижда түгел, ә Өфөлә сығарылған энциклопедия. Уның концепцияһын, принциптарын "Истоки духовности" тигән китабымда яҙғанмын. Бөгөн беҙҙең алда энциклопедистиканы үҫтереү бурысы тора һәм әгәр Башҡортостан үҙен донъя энциклопедияһы менән танытһа, башҡа мөстәҡил дәүләттәр араһында урынын тағы бер ҡат раҫлар ине.

Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы: Халыҡты уның идеологияһы билдәләй, идеологияһы буйынса уның хаҡында фекер йөрөтәләр. Ә халыҡ идеологияһы эпоста тупланған.
Үҙенең эпосы булған халыҡтар күп түгел, элек-электән үҙ ерҙәрендә йәшәгән сахалар, алтайҙар, башҡорттар, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар. Шуға күрә беҙгә, башҡорттарға, "Урал батыр" эпосы буйынса энциклопедия эшләргә кәрәк. Уға бер генә эпосты түгел, ә эпостар циклын индерергә мөмкин. Был эште бөгөн атҡарып сығыу бик мөһим, сөнки хәүефле хәл килеп тыуҙы - бер ниндәй нигеҙһеҙ, дәлилһеҙ башҡорт эпостарын үҙҙәренеке тип белдереп, уға хужа булыу, беҙҙең милли мираҫыбыҙҙы урлау күҙәтелә.
Тарихта эпос буйынса энциклопедия эшләү миҫалы булып "Калевала" энциклопедияһы тора. Әгәр эпостың энциклопедияһы булһа, ул халыҡ мәңге йәшәй, ул халыҡтың, тәү сиратта, аҫаба халыҡтың абруйын күтәрә.
Шулай уҡ "Башҡорт халыҡ ижады" серияһына ингән һәр райондың фольклорын ошо энциклопедияға индергәндә ул халыҡтың рухи статусын һәм башҡорт мәҙәниәте кодының абруйын күтәрер ине. "Башҡортостан халыҡтары фольклоры" бар тиерҙәр, әммә унда мәғлүмәт дөйөмләштереп бирелгән, иғтибар ян-яҡҡа тарала. Энциклопедияның тейелгеһеҙлеге мәсьәләһенә килгәндә, бер генә халыҡ та уға ингән мәғлүмәтте үҙгәртә, үҙенеке итеп күрһәтә алмаһын. Бының буйынса юристар төркөмө эшләргә тейеш.

Фәнил Фәйзуллин, философия фәндәре докторы: Беҙгә һәр даим "Башҡортостан энциклопедияһы"ның башҡорт халҡының һәм республиканың төп, фундаменталь китабы икәнен ҡабатлап торорға кәрәк. Шулай уҡ башҡорттарҙың Рәсәйҙә федератив ҡоролошҡа, шул иҫәптән илдә мөстәҡил берәмектәрҙең мөмкинлеген киңәйтеү проблемаларына яңыса ҡараш зарурлығы инициативаһы менән сығыш яһаусы халыҡ булғанын да оноторға ярамай. Бына ошо ике мәлде һәр саҡ билдәләргә кәрәк.
Республикала энциклопедияларҙың күп булыуы яҡшы, әммә тағы ла етди аҙым яһарға һәм башҡорт халҡы тарихына арналған энциклопедия эшләргә кәрәк, сөнки бөгөн республикала ғына түгел, башҡа субъекттарҙа ла тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәтергә тырышыусылар бик күп.
Беҙҙең бай тарихыбыҙ, энциклопедия булдырыу өсөн етди ғилми нигеҙебеҙ - 8 томлы "Башҡорт халыҡ тарихы" китабы бар.

Клара Әғлиуллина, "Энциклопедистика һәм территорияларҙы комплекслы өйрәнеү үҙәге" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры: Информатизация буйынса дәүләт комитетына "Башҡортостан" төбәк энциклопедик интерактив порталын һәм БР Фәндәр академияһы порталын БР мәғлүмәт системалары исемлегенә индереү тәҡдиме менән сығырға кәрәк. Энциклопедик портал, республика буйынса фәнни мәғлүмәт агрегаторы булараҡ, унда булырға хоҡуҡлы. Һәм оло коллегаларыма, йәштәрҙе алып килегеҙ, уларға үҙ тәжрибәгеҙҙе өйрәтегеҙ, тип мөрәжәғәт итер инем. Был донъяла бар нәмә лә һатылмай һәм һатып алынмай, остаздарҙың тәжрибәһен туплау, үҙләштереү ҙә шундай ҡиммәт-тәргә инә.

Шулай итеп...
"Түңәрәк ҡор"ҙа төплө һәм етди һөйләшеү булды. Сығыш яһаусылар шулай уҡ республиканың ҡаҙылма байлыҡтары тураһында мәғлүмәт туплаған "Тау энциклопедияһы"н, Мифтахетдин Аҡмулла менән Шәйехзада Бабич, Рәсәй дәүләтенең федератив ҡоролошона нигеҙ һалыусы Ҡәнзәфәр-бей, уның артабанғы үҫешен тәьмин иткән Әхмәтзәки Вәлиди, федераль ҡоролошто камиллаштырған Мортаза Рәхимовҡа арналған энциклопедиялар булдырыуҙы тәҡдим итте. Үҫеп килеүсе быуынды күҙ уңында тотоп, "Балалар энциклопедияһы", "Башҡортостан спорты энциклопедияһы" зарурлығы тураһында ла фекерҙәр яңғыраны. Башҡортостанда Апимондия үтергә тейеш булғас, "Башҡорт балы" энциклопедияһын сығарыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны, әммә ул да ваҡыт саңы аҫтында күмелеп ҡалды. Шулай уҡ "Башҡорт аты" энциклопедияһы булғанда ла зыян булмаҫ ине... "Түңәрәк ҡор" асыҡлауынса, кәрәк нәмәләр бик күп, әммә бәләкәй генә коллектив менән һәм финанс ярҙамы булмай тороп, уларҙы хәл итеп булырмы? Киләсәк быуындарға беҙгә тиклем һаҡланып килеп еткән атай-олатайҙар мираҫын түкмәй-сәсмәй, урлатмай тапшыра алырбыҙмы?

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 

Ирмен тигән ир ҡулында ир ҡорамалы булыр, бейек ҡәлғәләр ҡорор. Ул машина заманына һылтанып ултырмаҫ - ат туғарып, егә белер.

(Аҡһаҡал һүҙе).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru