«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 3
+  - 


Әсәйемдең тәфсирләп өйрәтеүенә көлөмһөрәй биреп ҡарап торам. Һәй, эшме ни инде шул бесән әйләндереү, тип уйлайым күңелемдән. Аңламаҫлыҡ нимәһе бар?
Тирә-яғыма күҙ һалам: яланға, әйтерһең, ҡаймалап һырылған ҙур балаҫ түшәп ҡуйғандар. Хатта ошо бакуйҙарҙы йыйып алһаң, әле һырланып-тулҡынланып ятҡан сабынлыҡтың йәме китер ҙә ҡуйыр төҫлө. Күңелде ҡытыҡлап, танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә, күңелгә рәхәт булып ҡала. Мин дәртләнеп эшкә тотонам. Ләкин бакуй аҫтына тыҡҡан һәнәгемдең осо ергә ҡаҙала. Ипләберәк яңынан ҡабатлайым, һәнәк осо йәнә тупраҡҡа төртөлә. Асыуланып, һәнәгемде көс менән өҫкә күтәргәйнем, бер яҡҡа туҙышып бесән ырғыны, һәнәк осона йәбешкән тупраҡ күҙемә һирпелде.
- Өтәләнмә, улым, - ти әсәйем, - ашыҡҡан эш бөтөрмәҫ, таһыллы эш бөтөрөр, тигән боронғолар.
Тупраҡ күҙҙе өйкәй, ләкин уны ең осо менән генә тызып алам да, әсәй алдында һыр бирмәү өсөн (һәнәк йәбен һындырып көлкөгә ҡалған да еткән), тағы эшкә тотонам. Әһә, был юлы ыңғай уҡ әйләндереп һалдым бит бакуйҙы. Тик икенсе тапҡырында һәнәк тағы тупраҡҡа ҡаҙалды. Был ни иткән эш әле?
- Улым, һәнәгеңдең йәбе ҡалтайып торған яғын өҫкө әйләндереп тот, шунан төртөлмәҫ.
Эй, ошо әсәйемде, һаман тикшереп тора, имеш. Уның туҡтауһыҙ өйрәтеүе сей елкәмә тейһә лә, һәнәкте әйләндереп тотам. Бәй, эш көйләнде лә китте бит. Һәнәгемде бакуй аҫтына тығам да әйләндерәм, тығам да әйләндерәм, һәнәк осо ҡаҙалып та ҡарамай. Әсәйем:
- Вәт шулай, - тип эшемде ҡеүәтләне лә кипкән бакуйҙарҙы йыйырға тотондо. Яландағы тынлыҡты бесән шаптырҙауы боҙҙо. Мин урман ҡырындағы бакуй баштарын бил яҙмай әйләндерәм дә әйләндерәм. Бер аҙҙан артыма әйләнеп ҡарайым - апаруҡ ыратып алып барам бит. Өҫтәүенә, шул саҡ әсәйем:
- Өтөп алып бара лабаһа минең улым, - тип ебәрҙе.
Тағы ла дәртләнеберәк дауам иттем. Әллә көн эҫей төштө, битемдән субырлап тир аға, ул әсеттереп күҙгә төшә, хатта ауыҙға ла килеп инә. Лысма һыу булып арҡама йәбешкән күлдәгемде һалып ырғыттым. Ләкин күгәүендәр тешләй башлағас, уны яңынан кейергә мәжбүр булдым. Тирләп-бешеп тағы бер аҙ эшләгәс, һәнәгем баяғы кеүек йәнә ергә ҡаҙала, эшем ыңғай бармай башланы. Һәнәгемде тегеләй-былай әйләндереп ҡарайым, юҡ бит, тупраҡҡа төртөлә лә бакуйҙы әйләндереп булмай ҙа ҡуя. Бөтә бәлә һәнәктә һымаҡ күренә миңә, уны тегеләй-былай әйләндергеләп ҡарап торам.
- Улым, аҙыраҡ ял ит. Ана, анауындағы күләгәгә барып ултырып тор.
Гел минең ни эшләгәнемде ҡарап ҡына йөрөймө икән ни был әсәйем? Үҙемдән ситтә йөрөһә лә, бөтәһен дә күрәсе. Уның әйткәнен тыңламай, сәмләнеп, тағы эшкә тотондом. Ике-өс бакуй башын әйләндереүем булды, һәнәк осо йәнә ергә ҡаҙала. Ул арала эргәмә әсәйем килеп етте.
- Бөтөнләй эшкиндең бит, улым, - тип ул мине ҡосаҡлап ала ла ярҡамдан һөйә. - Һай, улым, ҡайһылай тирләгәнһең. Әйҙә, күләгәгә ултырып, бәләкәс кенә ял итәйек. Эш ҡасмаҫ ул.
Еңем менән тиремде һөртә-һөртә әсәйем артынан атланым. Ялан ситендәге төптән үк ботаҡлы ҡарағай төбөнә барып ултырҙыҡ. Ултырҙыҡ тип, әсәйем ултырҙы, мин үлән өҫтөнә һуҙылып яттым. Бер ниндәй ел-фәлән дә, шылт иткән тауыш та юҡ. Шар аяҙ күк шул тиклем бейек, ә икенсе ҡараһаң, ул шыйлан оҙон ҡарағайҙарға эләгеп торған кеүек. Шул ҡуйы зәңгәр күккә ҡарап шым ғына ятыуы ҡалай рәхәт. Тәнде мамыҡ өйөмө менән баҫтырып ҡуйғандар төҫлө, бармаҡты ла ҡыбырҙатаһы килмәй.
- Атайың һуғыштан элек бер үҙе ошо сабынды ике көндә сабып бөтә торғайны, - әсәйемдең моңһоу тауышы бик алыҫтан ишетелгән һымаҡ тойола. - Бесән саба белмәгән кешеме ни мин, сабышайым, ярҙам итешәйем, тием. Юҡ бит, үҙем иҫән саҡта һинән ауыр эш эшләтәһем килмәй, ти ҙә ҡуя. Әйтерһең, үҙенең иртә донъя ҡуйырын белгән, мәрхүмең... Эээ-й, атайың иҫән булһа... - Атайым иҫән булһа, ни эшләр ине, әсәйем һүҙен әйтеп бөтмәйенсә туҡтап ҡала, байтаҡ шым ултырғас ҡына шул уҡ моңһоу, һағышлы тауышы менән дауам итә. - Бер йылды шулай Йәноҙаҡ бабайыңдар анау Ҡыҙылташ аръяғындағы яланды саптылар, беҙ әлеге ошонда инде. Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. Сәй эсеп ултыра торғас, атайың менән Йәноҙаҡ бабайың бәхәсләште лә китте бит. Беҙҙең утыҙ өс күбә бар ине, Йәноҙаҡ бабайыңдарҙыҡы - егерме бер. Атайың әйтә, барыбер кәбәнде мин һинән алда ҡойоп бөтәм, ти. Беләһең бит, Йәноҙаҡ бабайың да үҙһүҙле. Булмаҫ, минең дә эштән сығып ҡартайып барған ер юҡ әле, ул егерме бер күбәне һин ярты кәбәнеңде ҡойғансы уҡ ырғытып бөтәм мин, тип ал бирмәҫкә тырыша. Берәр һарыҡ тәкәһенән бәхәсләште бит былар. Кем элек ҡойоп бөтә - шул кәбән үҙәгенә ҡуйылған һайғау башына ҡыҙыл сепрәк бәйләй, тип һүҙ бирештеләр. Сәмле кеше ине атайың, әйттеме, сәсәп йығылһа ла, үҙ һүҙендә торор ине. Әй шул көндө ярһып эшләүе! Мин кәбән башында торам, уның ырғытҡан бесәнен тапап өлгөрә алмайым хатта. Оҫта һала торғайны ул кәбәнде. Бесәнде күбәнән кәле-кәле менән генә алып, кәрәкле генә урындарға ырғытып тик йөрөй. Ул көндө кәбәнен ослағансы саҡ ҡына ла туҡтап торманы ул. Аҙаҡҡы һәнәк бесәнде ырғытты ла: "Яулығыңды сис тә һайғау осона бәйлә!" - тип ҡысҡыра. Яулығымды һайғауға бәйләгәс, һорай был: "Тегеләрҙе ҡара әле, бөтәләрме?" - ти. Миңә ни кәбән башынан Йәноҙаҡ бабайыңдарҙың сабыны ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Улар кәбәнен саҡ яртылаған. Атайың: "Кем менән бәхәсләшеп маташа бит әле ҡарт, бер һарыҡ тәкәһен эләктерҙек, бисәкәй", - тип рәхәтләнеп көлгән булды. Үҙе бит әле атты екте лә, Йәноҙаҡ бабайыңдар яғына сығып, кәбәндәрен ҡойоп бөтөштө. "Ен икәнһең һин, Сәлмән, - ти Йәноҙаҡ бабайың. - Тәкә - һинеке", - ти. Үҙе һаман һыр бирмәҫкә маташа. "Һинең ос һәнәгең шәп шул, Сәлмән ҡустым, шуның менән алдыраһың", - ти. "Һинең был аша атлап сығырлыҡ кәбәнеңә ос һәнәгенең кәрәге лә юҡ инде", - тип көлгәйне атайың, Йәноҙаҡ ҡайнаға үсекте лә китте. Ауылға ҡайтып еткәнсе, бер ауыҙ һүҙ ҡушманы. Атайың эште оҙаҡҡа һуҙырға яратмай ине. Тегеләрҙең тәкәһен шул көндә үк етәкләп алып ҡайтты ла, һуйып, үҙҙәрен бөтә бала-сағаһы менән ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тәкәңде йәлләп, һуймай йөрөй инең, бына йәтеш булды лабаһа, тип көлә, етмәһә. Эээ-ййй, бар ине заманалар...
Әсәйемдең һуңғы һүҙҙәре миңә ниңәлер, атайың бына шулай ине, ә һин төш тә етмәҫ борон әлһерәп, кәрһеҙләнеп ятаһың, тигән һымаҡ тойолдо. Сәмләнеп, ырғып торҙом, һәнәгемә тотондом.
- Улым, - тип, китә башлаған еремдән әсәйем туҡтатты,- ашантыны ҡалдырған ерҙән айранды килтер әле, тамағым кибеп тора.
Айран эскәс, уғата хәл инеп киткәндәй булды. Мин үҙ эшемде дауам иттем, әсәйем бесән йыя. Атайым тураһында әле генә ишеткән һүҙҙәр ныҡ тәьҫирләндергәйне мине. Уның сәмләнеп, бесәнде ҡутараһынан сәнсеп, кәбән ҡойоп йөрөгәнен күҙ алдына килтерәм дә, үҙем дә кем менәндер уҙышҡандай, тилберерәк эшләргә тырышам. Башыма, ҡасан мин дә шулай берәйһе менән ярышып кәбән ҡойормон икән, тигән уй килә. Шунан иртәнсәк Йәноҙаҡ бабай алып киткән ос һәнәге иҫемә төшө. Ул һәнәккә ниңәлер мин үҫеп етеп, кәбән һалырлыҡ булмайынса бер кемдең дә ҡулы теймәҫкә тейештер һымаҡ тойола. Их, ҡасан анау Афзал ағайҙар һымаҡ ҙурайып кителә инде. Ниңә икәнен үҙем дә белмәй, әсәйемдән ҡысҡырып һорайым:
- Әсәй, Йәноҙаҡ бабай ос һәнәген һындырып ҡуймаҫмы икән?
Әсәйем, аптырағандай, аҙыраҡ һүҙһеҙ ҡарап тора.
- Ниңә улай тиһең? Һындырырға ни, бөгөн башлап кәбән ҡоямы ни ул.
Ҡайтарып һүҙ әйтә алмайым, сөнки һорауҙы ниңә биргәнемде үҙем дә төшөнөп еткермәй инем.
Бүтәне бүтән, иллә-мәгәр төшкө сәй тәмле булды ла һуң. Ғүмерҙә лә ул хәтлем эсмәгәнде, әллә нисәмә сынаяҡ сәй һемерҙем. Әсәйем ашап бөткәнсе тип ятып торғайным, әллә ни арала йоҡлағанмын да киткәнмен. ...Имеш, ҙур бер ялан. Ул иҫәпһеҙ күп күбәләр менән сыбарланған. Малайҙар бер нисә ат менән күбә тарттыра. Мин иһә шул яландың уртаһында тирләп-бешеп кәбән ҡоям. Атайымдың ос һәнәге ҡулымда уйнап ҡына тора. Бесәнде күбәнән ҡутараһынан сәнсәм дә кәбәнгә ырғытам, сәнсәм дә ырғытам. Кәбән башында торған әсәйем мин ырғытҡан бесәнгә күмелеп-күмелеп китә. Ҡабаланма, барыбер Йәноҙаҡ бабайыңдан элек һалып бөтә алмаҫһың, ти. Уның был һүҙҙәре мине тағы ла нығыраҡ сәмләндерә, оторо ярһып китәм, һарыҡ тәкәһе барыбер беҙгә була, тип ҡысҡырам уға. Тир биттән дә, арҡанан да йылға булып аға. Ләкин туҡтау юҡ. Ҡарағайҙан да бейегерәк булып киткән кәбәнгә ос һәнәге менән ырғытып ебәрҙемме, бесән юғарыға үҙе осоп менеп ята - әкиәттәге осар балаҫмы ни! Бына бер ырғытҡанымда һәнәгемдең һабы ҡулымдан ысҡынып китте лә һәнәк бесәне-ние менән туп-тура һауаға күтәрелде. Эй осоп бара был, эй оса, тора-бара бөтөнләй күҙҙән ғәйеп булды. "Атайың да, ана шулай осоп китте лә кире әйләнеп ҡайтманы", - ти әсәйем моңһоу ғына...
Атайымдың һәнәген ҡулымдан ысҡындырырға ҡурҡып, уянып китһәм, йән тиргә төшкәнмен, ҡояш хәтәр ҡыҙҙыра. Әсәйем дә эргәлә күренмәй. Сабынлыҡ яғына ҡараһам, ул төшкә тиклем йыйған бесәнен өс күбә итеп күбәләп тә ҡуйған. Шул тиклем оҙаҡ йоҡланыммы икән ни? Әсәйем ниңә уятмаған?
- Кинйәбай, һәнәгеңде алып бында кил, - ти әсәйем. - Минең артта ҡалған ваҡ-төйәк бесәндәрҙе ҡырғыслап йыйып, күбә төбөнә өй.
Ә мин иһә йүнләп атлай ҙа алмайым, баҫҡан һайын һәр һөйәк, һәр быуын ауырта, йөрәккә үтеп иңрәй. Һылтыҡлап атлап килгәнемде абайлағандыр инде.
- Берәй ерең ауыртамы әллә, улым? - тип һорай әсәйем.
- Юҡ... - Кәүҙәмде тура тотоп, баҙыҡ баҫып атларға тырышам.
Әсәйем миңә әллә йәлләп, әллә күңелемде күтәрер өсөн:
- Бирешмә, улым, - ти, - йәш һөйәк ана шулай итеп сыныға ул.
Өндәшмәнем, ваҡ бесәнде йыйырға керештем, һәнәк тә ауырая төшкән кеүек, ҡулым да ипкенмәй тора. Бер аҙҙан һуң ғына тәнем яҙыла төшә, күңелем дә күтәрелә. Ҡояш түбәнәйеп, көн һүрәүләнгәнсе, ялан буйынса ун күбә яһап ҡуйылғайны инде.
Ҡайтырға йыйынып йөрөгәндә әсәйем:
- Бөгөн байтаҡ эш эшләп ташланыҡ бит әле, улым, - тине. - Яңғыҙым ғына булһам, ул тиклем үк ырата алмаҫ инем.
Минең баш күккә тейгәндәй булды. Хатта арығандарым онотолдо. Әсәйем һәнәктәрҙе бакуй аҫтына йәшерә башлағас:
- Алып ҡайтмайбыҙмы ни? - тип һораным.
Һәнәк күтәреп ауылға ҡайтып инге килә ине минең. Буш ҡул булғас, кешеләр бесән йыйырға барғанымды белмәҫтәр һымаҡ.
- Иртәгә тағы киләбеҙ бит, улым. Ниңә уларҙы күтәреп йөрөргә? Мә, бынау ашанты һалып килтергән тоҡсайҙы тот.
Ул арала беҙҙән арыраҡ бесән эшләүсе кешеләрҙең ҡайтып килгәне күренде. Беҙ ҙә уларға ҡушылып ауыл яғына ыңғайланыҡ.
- Бер үҙең булһаң да, байтаҡ йыйып ташлағанһың әле һин, - ти әсәйемә бер апай.
Әсәйем тамағын ҡыра, уға көлөмһөрәп ҡарай.
- Атағатаҡ, ниңә бер үҙем булайым мин. Улым менән йыйҙымсы.
Тағы ҡыуаныс тойғоһо солғап ала мине. Ҡулымдағы тоҡсайҙы нығыраҡ һелкеп, эрерәк аҙымлап атлайым.
- Сәлмән мәрхүмгә оҡшаһа, эшкә тилбер булыр, - ти әлеге апайҙың ире, миңә күҙ ташлап.
Ҡайҙа инде миңә атайыма оҡшарға. Ул бит ана ниндәй ҙур, көслө булған. Кәбәнде лә бөтә кешенән шәп һалған. Ә мин... сабынлыҡҡа барып етмәҫ элек үк һәнәгемде һындырҙым, төш ваҡытында йоҡлап ятып ҡалғанмын...
Ҡасан ҙурайырмын да, ос һәнәген бер кемгә бирмәй, үҙем кәбән һала башлармын. Ҡапыл эсем боша, күңелһеҙләнәм. Тирләгән арҡама киске һалҡын ел килеп бәрелә. Ытырғанып, яурындарымды бөрөштөрәм.

(Дауамы. Башы 15-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 175

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru