«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТАП БАЙРАМЫНА КИЛЕГЕҘ!
+  - 

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара "Китап-байрам" китап йәрминкәһе уҙасаҡ, артабан ул йыл һайын үткәреләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Арт-Ҡоролтай" III мәҙәни форумы барышында иғлан иткәйне. Йәрминкәне ойоштороу тәҡдиме менән Башҡортостан Яҙыусылар берлеге сығыш яһаған һәм уны бай йөкмәткеле итеүҙе һораған.

Француз яҙыусыһы Фелиция Жанлистың "Киләсәктә китап уҡыусылар телевизор ҡараусылар менән идара итәсәк", тигән ҡанатлы һүҙҙәрен иҫкә төшөргәндә, күпкә һуңлап булһа ла, китапты иҫкә төшөрөүебеҙ һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ. "Һуңлап булһа ла" тигән һүҙбәйләнеште юҡҡа ғына килтермәйем. Сөнки күптән инде кешенең иғтибары китаптан айырылып, телевизор экранына, компьютер мониторына, смартфон дисплейына йүнәлеп өлгөрҙө инде. Улай ғына ла түгел, кеше иғтибары һуңғы йылдарҙа китаптан ғына түгел, телевизор экранынан да айырыла бара. Тикшеренеүҙәр буйынса, хәҙер телевизорҙы күберәген "һыйпафон" менән эш итә белмәгән оло йәштәгеләр ҡарай.
Шулай итеп, үткән быуаттың аҙағында китапҡа иғтибарҙы ситкәрәк этәргән телевизор хәҙер килеп үҙе үк иғтибарҙан ситтәге китап хәленә тороп ҡала бара. Артабан компьютерҙар менән смартфондар ҙа китап һәм телевизор хәленә ҡалмаҫ тип кем әйтә ала! Аҡыллы баштар артабанғы аҙым ИИ-гә (яһалма интеллектҡа) табан яһаласаҡ, тип белдерә. Ярар, кешелек быға ла өлгәште икән ти, тик барыбер кеше зиһенен, тойғоһон, зауығын тәрбиәләүсе иң ябай ҡағыҙ китапты юҡһынмаҫ тип кем гарантия бирә ала?
Ошо урында шағир, яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновтың "Бөйрәкәй" тигән фантастик хикәйәһе иҫкә төшә. Әҫәр "Шоңҡар" журналында донъя күргәйне. Бер заман ғалимдар һөт биреүсе робот һыйыр уйлап таба. Роботҡа бесән, ем, төрлөсә эшкәртелгән йәшел масса, һыу биреп торалар, уның яһалма ашҡаҙаны ризыҡты эшкәртеп, һөткә әйләндерә. Әммә йәмле яҙҙар еткәс, Бөйрәкәй үгеҙ эҙләп, ҡоролмаларҙы емереп, далаға сығып сапмаһынмы! Тәбиғәткә ҡаршы килеп булмай шул. "Атом заманында ла ат кәрәк" ти халыҡ мәҡәле. Кешелек ниндәй генә ИИ-ләргә өлгәшмәһен, һәр ваҡытта ла китап кәрәк буласаҡ!
Шул уҡ ваҡытта баланың, үҫмерҙең ҡулынан "һыйпафон"ын тартып алып, урынына китап тоттороу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирмәйәсәк. Был осраҡта, киреһенсә, баланың, үҫмерҙең күңелендә китапҡа ҡарата кире тойғолар ғына уянасаҡ. Бында берҙән-бер генә юл ҡалалыр: китаптың йөкмәткеһен "һыйпафон" эсенә индереү. Нимә тиҙәр әле: "Әгәр ҙә Мөхәммәт тауға килмәһә, тау Мөхәммәткә бара".
Һуңғы йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡортса әҙәби китаптарҙың аҙ баҫылыуы хаҡында йыш һөйләйбеҙ. Баҫылып сыҡҡан китаптарҙы һатыу мәсьәләһен дә нигеҙҙә хәл итеү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әгәр ҙә Халыҡ-ара "Китап-байрам" йәрминкәһе беҙҙә йыл һайын үткәрелә башлаһа, юғарыла атап киткән көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителер тигән өмөт уяна.
26-28 майҙа уҙасаҡ сара баш ҡаланың бер нисә майҙансығында - Совет майҙанында, республика Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты биналарында, шулай уҡ нәшриәттең һәм уның магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында уҙасаҡ. Өс көн дауамында йәрминкә сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса китап сауҙа-күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусылар конкурстары, моноспектаклдәр, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе экранлаштырыу буласаҡ. Майҙансыҡтар 12.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә ҡәҙәре эшләйәсәк. Китап байрамына рәхим итегеҙ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 175

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru