«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУТЛАШЫУСЫ ТОҘАҒЫНА ҠАПМА!
+  - 


Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре кибермутлашыусыларҙың аҡса урлау маҡсатында нисек эш итеүе хаҡында таныштыра. Мутлашыусы тоҙағына ҡапмаҫ өсөн, быны белеп ҡуйыу кәрәк.

QR-код һорайҙар - банк хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыраталар һәм иҫәптән рөхсәтһеҙ аҡса алырға запрос килеүе тураһында хәбәр итәләр. Операцияны кире ҡағыу өсөн QR-код ебәреүегеҙҙе һорайҙар. Кодты белгәндән һуң, алданған клиенттың аҡсаһын банкоматтан алалар. Шуға күрә, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бер кемгә лә QR-кодты әйтергә ярамай.
Эш биреүсе исеменән шылтыраталар - ылыҡтырғыс эш шарттары: юғары эш хаҡы, тулы булмаған эш көнө тәҡдим итеп, электрон почтаға хат ебәрәләр. Банк картаһы мәғлүмәттәрен, телефон номерын һорауҙары ихтимал. Һуңынан, йәнәһе лә, аккаунтты теркәү һәм әүҙемләштереү өсөн иғәнә индереүҙе һорайҙар. Алдан түләү индерергә мәжбүр итеп, эш тәҡдим иткән хаттарға ышанмағыҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итәләр. Ялған полиция банкы мәғлүмәттәренең күпләп ситкә китеүе тураһындағы эште тикшереүен хәбәр итә һәм ундағы мәғлүмәттәрҙе урланғандары менән сағыштырырға тәҡдим итә. Белеп ҡуйығыҙ: банк хеҙмәткәрҙәре лә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә бер ваҡытта ла банк картаһы мәғлүмәттәрен һорай алмай. Был мәғлүмәттәр мутлашыусыларға кәрәк.
Рәсәй банкыһы йәки Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре исеменән эш итәләр - тәүҙә иҫәп йәки карта буйынса шикле операциялар алып барыуҙары тураһында хәбәр итәләр, артабан үҙ ғәмәлдәренең дөрөҫлөгөнә ышандырыу һәм иҫәптән аҡса алыу йәки кредит юллау өсөн ялған таныҡлыҡ ебәрәләр. Ошондай шылтыратыу булған икән, артабан нимә эшләргә? Һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөгөҙ. Рәсәй банкыһы клиенттар менән эшләгән кеүек физик берәмектәр менән эш итмәй, уларҙың иҫәбен ҡарамай, уларға шылтыратмай, ә хеҙмәткәрҙәре бер кемгә лә документтарының фотоһын ебәрмәй.
Кәрәҙле элемтә операторы исеменән шылтыратып, тиҙҙән абонент номерының эшләүҙән туҡтаясағы тураһында хәбәр итәләр. Һүндермәһендәр өсөн мобиль телефонда һандар комбинацияһын йыйырға ҡушалар. Һөҙөмтәлә абонент шылтыратыуҙарҙың һәм текст хәбәрҙәренең, шул иҫәптән банктан килгән СМС-кодтарҙың адресын мутлашыусыларҙың номерына күсерә. Был уларға банк иҫәбе менән дистанцион идара итеүгә юл аса һәм аҡса урларға мөмкинлек бирә. Нимә эшләргә? Әңгәмәне шунда уҡ туҡтатығыҙ. Әгәр һеҙ аралашыуҙы дауам итһәгеҙ һәм шәхси кабинеттан СМС-код килһә, уны бер кемгә лә әйтмәгеҙ.
Мутлашыусылар, йәнәһе лә, урланған аҡсаны зыян күреүсегә кире ҡайтарыу маҡсатында махсус сайттар булдыра. Уларҙың һылтанмаларын мессенджерҙар, СМС аша йәки электрон почта аша ебәрәләр. Ҡайһы берҙә урланған аҡса өсөн компенсация юллау тәҡдиме менән шылтыратып, йәнәһе, кире ҡайтарыласаҡ сумманы тикшереү һәм уны рәсмиләштереү өсөн шәхси һәм финанс мәғлүмәттәрен индереп форма тултырыуҙы һорайҙар. Мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөргәс, кешенең аҡсаһын урлайҙар.
Аҡсаны үҙаллы мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсермәгән һәм енәйәтселәргә үҙенең шәхси һәм финанс мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгән осраҡта ғына банк клиенты урланған сумманы кире ҡайтарыуға иҫәп тоторға хоҡуҡлы. Әгәр аҡсаны һеҙҙең рөхсәтһеҙ алһалар, уны кире ҡайтарыуҙың берҙән-бер законлы механизмы шундай: картаны тиҙ арала блокировкалау һәм ваҡиғанан һуң бер тәүлек эсендә банк бүлексәһендә операция менән килешмәү тураһында ғариза яҙыу. Аҡса урлау тураһында ғариза менән полицияның ниндәй ҙә булһа бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү.
Банк хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, йыйылған кешбэкты һәм башҡа бонустарҙы аҡсаға алмаштырырға мөмкин булыуын хәбәр итәләр. Бының өсөн, йәнәһе лә, операцияны раҫлау һәм комиссия түләү өсөн банк мәғлүмәттәрен һәм банктан килгән СМС-кодты һорайҙар. Ысынында иһә, был мәғлүмәттәр мутлашыусыларға аҡса урлау өсөн кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша финанс мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән картаның икенсе яғындағы өс һанлы кодты йәки СМС-кодты һорамай.
Мәғлүмәттәрҙең ситкә китеү осрағын тикшерергә тәҡдим итәләр - бының өсөн сайтҡа һылтанма ебәрәләр. Кеше был сайтта үҙенең банк мәғлүмәттәрен индереү менән ул мутлашыусыларға эләгә. Банк мәғлүмәттәренең юғалыу фактын тикшерерҙәй сайттар юҡ! Бер ҡасан да шикле сайттарҙа үҙегеҙҙең иҫәп йәки карта мәғлүмәттәрен индермәгеҙ, шикле электрон хаттарҙағы йәки СМС-хәбәрҙәге һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ.
Үҙәк банктың махсус иҫәбенә аҡса күсерергә тәҡдим итәләр - йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр һеҙҙең иҫәптән аҡса урларға маташа һәм сумманы һаҡлап ҡалыу өсөн уны Үҙәк банктағы "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә кәрәк. Ысынында иһә, "хәүефһеҙ" иҫәп реквизиттары енәйәтселәрҙеке. Потенциаль ҡорбанды ышандырыу өсөн мутлашыусылар Рәсәй банкыһын телгә ала.
Кредит алырға өгөтләйҙәр - йәнәһе лә, кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәре шылтырата, мутлашыусыларҙың һеҙҙең йәки туғанығыҙҙың исеменә кредит алырға маташыуын хәбәр итә. Бер аҙҙан һеҙгә банктың, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәки Рәсәй банкыһының хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, шул мәғлүмәтте раҫлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙ аллы онлайн йәки банк офисында мөмкин тиклем тиҙерәк "ҡаршы" кредит юлларға кәрәк. Кредиттың суммаһы билдәһеҙ кешеләр юллаған аҡса менән тап килергә тейеш. Кешене ышандырыр өсөн енәйәтселәр тиҙ арала эш итеүҙе һәм кредит тураһында бер кемгә лә һөйләмәүегеҙҙе һорай, сөнки банк хеҙмәткәрҙәре араһында мутлашыусыны табыу буйынса йәшерен операция үткәрелә. Бындай шылтыратыу булғанда шунда уҡ әңгәмәне туҡтатығыҙ.
Рәсәй банкыһының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (800) 300 3000 йәки кәрәҙле телефондан шылтыратыу өсөн - 300.


"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru