«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠАЛАРҒА ӨЛГӨ УЛАР
+  - 

Оҙаҡламай уҡыу йылы тамамлана. Мәктәп коллективтарының күптәре үҙҙәренең быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай башланы ла инде. Белем алыу барышында, спорт һәм ижад, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан "шайморатовсылар" менән, мәҫәлән, күп белем усаҡтары ғорурлана. Бөгөн улар - башҡалар өсөн өлгө.

2022 йылда, мәҫәлән, Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 6-сы класы, Башҡортостандың 500 мәктәп уҡыусыһы менән бергә, тантаналы рәүештә Ватаныбыҙға тоғро булырға ант итте, махсус кластың гимны - "Шайморатов генерал"ды башҡарҙы. Легендар генералдың исемен йөрөтөүселәр бөгөн дә үҙ һүҙенә тоғро. Уларҙың икәүһе менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп алдыҡ:
- Бик тулҡынландырғыс ул мәлдә һәр ҡайһыбыҙ ғорурлыҡ хисе кисергәндер, - тип иҫкә алды был кластың командиры Арыҫлан Баязитов. - Ант биреү икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне. Рәсәй Геройы исемен йөрөткәс, беҙ тиңдәштәр өсөн өлгө, атай-әсәй, уҡытыусылар өсөн ғорурлыҡ булырға тейеш, тигән фекер нығынды күңелдәрҙә. Беҙҙең өсөн генерал Шайморатов Ватаныбыҙҙы һөйөүҙә һәм уны һаҡлауҙа ысын өлгө булып тора. Гимназиябыҙҙа балалар өсөн үткәрелгән илһөйәрлек дәрестәре, тарих тураһында һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр артыуын бик ҡыуанып ҡаршы алдыҡ...

Илһөйәрлек тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

- Атай-әсәйеңде, өләсәй-олатайыңды яратыу, туған телең, халҡыңдың тарихы менән ҡыҙыҡһыныу, Ватаның өсөн ҡалҡан булып торорға әҙер булыу ул, - тип яуап ҡайтарҙы командир.

Йәшегеҙ еткәс, тыуған ил алдындағы бурысты үтәргә әҙерһегеҙме?

- Әлбиттә. Хәрби хеҙмәт - үҙен ирмен тип һанаған һәр ир-егеттең төп бурысы. Етди батырлыҡ һәм тормош мәктәбе, заманса ҡорал менән эш итә белеү - быларҙың барыһы ла мөһим. Тыныслыҡ һәм Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ намыҫын һәм азатлығын һаҡлап ҡалған олатайҙар данына лайыҡлы булырға тейешбеҙ, - тип ҡушылып китте Дамир Сарбалеев. - Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барыу әлегә минең өсөн билдәһеҙ, әммә әрмелә хеҙмәт итергә хыялым бар. Ир-егеттең ғүмерендәге иң мөһим этап - хәрби хеҙмәт.

Бөгөн Махсус хәрби операцияла үҙ хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәр тураһында һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй?

- Луганск Халыҡ Республикаһында атайым хеҙмәт итә, ул хеҙмәттәштәре араһында ихтирам һәм абруй яуланы. Атайым менән ғорурланам, - ти Дамир. - Мобилизация иғлан ителгәс, ул ситтә ҡалманы, бөгөн еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Атай менән элемтәгә инә алмаған саҡтар ҙа була. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ, ти ул шылтыратҡан сағында. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бөтә яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Уларҙың иңенә тыныслыҡ өсөн яуаплы һәм ҙур миссия һалынғанын беләм...

Гөлназ САЛАУАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru