Баш ҡалабыҙ Өфөлә һигеҙ башҡорт милли белем усағы бар. Әммә улар бер-береһенә һис оҡшамаған: һәр береһенең үҙенсәлеге, үҙ традицияһы, үҙенең мөхите, үҙенә генә хас булған айырмалығы бар. Милли мәктәптәрҙең эшмәкәрлеге, уларға йөкмәтелгән бурыс күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ. Улар милли йәш быуынды тәрбиәләй, милли кадрҙар үҫтерә. Шуға ла милли мәктәптәрҙә белем кимәле лә, шул уҡ ваҡытта тәрбиә эше лә юғары булырға тейеш, сөнки республиканың киләсәге тап ошонда тәрбиәләнә. Башҡорт мәктәптәре күпләп үҙгәртеп ҡороу йылдарында асылһа, үҙенең алтын юбилейын билдәләүсе белем усағы - әлегә берҙән-бер. Редакциябыҙ ҡунағы - Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат ЗИНУРОВ менән бергәләп баш ҡалалағы иң беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асылған уҡыу йортона экскурсия ҡылабыҙ.
Һеҙ етәкләгән Башҡорт гимназияһы бынан ярты быуаттан ашыу йыл элек асылып, ошо ваҡыт эсендә үҙенең асылына тоғро ҡалып, башлаған юлын лайыҡлы дауам итә. Башҡа милли белем усаҡтарына өлгө булып торған ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ, уңыштарығыҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ?
- Ғөмүмән, баш ҡаланың беренсе Башҡорт гимназияһы булараҡ, беҙҙең белем усағына иң юғары талаптар, иң юғары маҡсаттар ҡуйыла, сөнки беренселәр һәр ваҡыт беренсе булып ҡалырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа башланған проекттар гимназияның үҫешен, алға ынтылышын тағы бер тапҡыр раҫлап тора.
Гимназия, башҡа белем усаҡтары менән сағыштырғанда, тәү сиратта, үҙенең составы - 100 процент башҡорт балалары уҡыуы менән айырылып тора. Башҡорт телле мөхит тупһанан башлана, тиһәк тә хата булмаҫ, сөнки ишектән ингәс тә нисәмә йылдар буйына үҙенә генә хас булған милли мөхит һаҡланып килә, "Һаумыһығыҙ!" тип һаулыҡ һорашыу ғәҙәти күренеш бында.
Тормошҡа ашырылған проекттарҙың күбеһе заман талаптарына ярашлы эшләнә һәм, милли мәктәптәр башҡа мәктәптәрҙән һис ҡалышмаҫҡа тейеш, тигән ҡараштан сығып, инженер, IT белеме биреү, республиканың эре предприятиелары, юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, бынан ике йыл элек "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән моделдәр мәктәбе астыҡ. Был, ысынлап та, беҙҙең гимназияға ғына хас булған проект, сөнки башҡа мәктәптәрҙә модель мәктәптәре булһа ла, тик үҙ көстәре менән асылған, ә беҙ предприятие, уның директоры Гүзәл Кәримова менән берлектә проектты башлап ебәргәйнек һәм әлеге ваҡытта артабан да үҫтереп, ҡыҙҙарыбыҙҙы милли орнаментлы кейемдәрҙә дефилегә өйрәтәбеҙ, киләсәктә "Бәләкәй леди" мәктәбен дә асырға ниәтләйбеҙ. Был проектта гендер сикләүҙәре юҡ.
Шулай уҡ ҙур проектыбыҙҙың береһе - ул АСТ яуаплылығы сикләнгән ширҡәт (территориаль электр селтәрҙәре компанияһы) менән электроэнергетика класын асыу булды. Компания беҙгә ике миллион һумдан ашыу бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, уларҙың ярҙамы менән физика, инженерия буйынса белем биреүҙе нығытырға ниәтләйбеҙ. Ниңәлер башҡорттарҙың менталитетына милли мәҙәниәт ныҡ һеңдерелгән, уны беҙ гендарыбыҙҙа һаҡлап алып киләбеҙ, ә бына теүәл фәндәргә, сит телдәргә бик иғтибар итмәйенсә, һаман да ижад, мәҙәниәт яғын ғына үҫтерергә тырышабыҙ. Был, минеңсә, дөрөҫ түгел, башҡорт балаһы инженер ҙа, табип та булырға, фән өлкәһендә ниндәйҙер асыштар эшләргә лә тейеш. Программист булһа - тағы ла шәп. Эшҡыуар булһа - бик яҡшы. Һәм был йүнәлеште күҙ уңында тотоп, быйылғы уҡыу йылында бизнес мәктәбе астыҡ. Йыл әйләнәһендә бизнес өлкәһе белгестәре, үҙҙәренең шәхси эштәре булған кешеләр балаларға бизнес серҙәрен асты. Хатта үҙем дә яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым -11-се класс уҡыусыһының үҙенең бизнесы бар икән. Ләкин ул фәнгә нығыраҡ ынтыла, "математиканы яратам, мин уҡытыусы булырға теләйем", тиеүе мине берсә аптыратты, икенсе яҡтан, ҡыуандырҙы.
Ни өсөн бизнес түгел, ә уҡытыусылыҡ уны нығыраҡ ылыҡтыра - сәбәбен әйтмәнеме?
- Һөйләштек. "Бизнес бик күп ваҡыт талап итә, мин юғары уҡыу йортона инһәм, Алла бойорһа, йәштәргә математика өлкәһендә репетитор булараҡ ярҙам итергә теләйем, бәлки, һуңынан бизнесҡа кире ҡайтырмын, әммә әлеге ваҡытта күберәк уҡытыу эше менән мауығып киттем, сөнки туғандарым дәрес әҙерләү буйынса ярҙам һорай, улар теге йәки был теманы аңламаһа, эргәләрендә ултырып, төбөнә төшөп аңлатыу оҡшап ҡалды", тине. Бында мәктәптең балаларға үҙ юлын табыу мөмкинлеге асыуы ла сағыла, сөнки мәктәп йылдарында уҡыусылар үҙен төрлө тармаҡта һынап ҡарарға тейеш. Юғары уҡыу йортона ингәс, улар билдәле бер юл менән генә бара, йәиһә ғаилә ҡора, йә башкөлләй эшкә сума. Ә бына мәктәптә ижад яғынан да, төрлө олимпиадаларҙа-конференцияларҙа ҡатнашып, фән яғынан да, спорт яғынан да, ирекмәнлектә лә үҙҙәрен һынай ала. Улар үҙҙәре ниндәйҙер проекттар яҙып, гранттар ота. Шуға ла мәктәп тик белем биреү усағы ғына түгел, ә белем, тәрбиә, үҫеш үҙәге булып торорға тейеш.
Был йәһәттән беҙ ошо йүнәлештә эштәрҙе әүҙемләштерҙек. Түңәрәктәр һанына килгәндә, улар хәҙер 20-нән ашты. Хатта робот техникаһы түңәрәге лә бар. Инглиз теле түңәрәге асып, унда 100-гә яҡын бала йөрөүе лә ҡыуаныслы. Сит телдәргә иғтибар артыуы ата-әсәләр яғынан да юғары баһалана. Беҙҙең сит телдәрҙе өйрәтеү, уҡытыу буйынса ҙур тәжрибәбеҙ, инглиз теленән олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, сит илдәрҙә эшләп йөрөгән сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҙа бар, шуға күрә был йүнәлеште түңәрәк форматында асып, киләсәктә уны сит телдәр мәктәбе проектынаса үҫтереп, унда инглиз, немец, ҡытай һәм төрөк телен уҡытырға ниәтләйбеҙ. Әйткәндәй, гимназиябыҙҙың инглиз теле уҡытыусыларының методик берекмәһе был йәһәттән әүҙем һәм тәжрибәле кадрҙарҙан тупланған.
Мәктәптәрҙең дуҫтары күберәк булған һайын, уның мөмкинлектәре лә арта. Мәҫәлән, Республика балалар технопаркы юл аша ғына булғас, егеттәр технология дәрестәрен шунда үтә. Унда 3D-принтерҙа эшләү, коворкинг-центр, картинг, моделләштереү, ҡул аҫтындағы материалдарҙан прототип эшләү (прототипирование) кеүек заман талаптарына ярашлы һөнәрҙәр буйынса белем алалар, сөнки егеттәр үҙенең тәбиғәте буйынса техникаға тартыла һәм беҙ уларҙың ынтылышын тағы ла үҫтерәбеҙ. Былтыр бер уҡыусыбыҙ Ташкент ҡалаһында уҙған Бөтә донъя уйлап табыусылар олимпиадаһында ҡатнашты һәм үҙенең проекты менән Башҡортостанды, беҙҙең гимназияны күрһәтте.
Шулай уҡ "Өфө" футбол клубы менән берлектә футбол мәктәбе астыҡ, футбол майҙансығы төҙөнөк, газон сәстек. Башҡа мәктәптәрҙә футбол майҙанында яһалма газон булһа, беҙҙә ысын үлән. Әле, Алла бойорһа, футбол буйынса турнир ҙа ойошторорға планлаштырабыҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә йәш журналистар-ораторҙар мәктәбе астыҡ. Әлеге ваҡытта унда шөғөлләнгән балалар матур һөйләргә, төрлө репортаждар эшләргә, бөгөн көнүҙәк булған подкастар эшләргә өйрәнә. Был проектты майҙа гимназия радиоҡоролмаһы аша үҙ көсөбөҙ менән генә башлап ҡарарға ниәтләйбеҙ. Һуңынан, бәлки, был проект грантҡа ла әүерелер тип ышанам, сөнки гранттарға килгәндә, былтыр 2 600 000 һумдан ашыу федераль грант оттоҡ. Грант аҡсаһына уҡыусылар менән ата-әсәләре мөнәсәбәтендә ниндәйҙер ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар, аңлашмаусылыҡтар килеп тыуһа, уларға ярҙам итеү маҡсатында консультация үҙәге асырға ниәтләйбеҙ.
Гранттар отабыҙ, тинегеҙ, был барлыҡ ойошмалар өсөн дә мөмкин булған ысул. Әммә балалар баҡсаларынан алып һәр ерҙә ата-әсәләрҙән ремонт өсөнмө, башҡа кәрәк-яраҡ өсөнмө аҡса йыйыу күҙәтелә. Һеҙҙең мәктәптә бындай күренеш бармы, сөнки ҡануниәт буйынса белем усаҡтарында аҡса йыйыу тыйыла түгелме?
- Тулыһынса килешәм. Мин директор вазифаһында икенсе йыл эшләйем һәм икенсе йыл ата-әсәләрҙән ниндәйҙер фонд тулыландырыу тигән нәмә юҡ. Класс фондына аҡса йыйыуҙы уҡыусылар үҙҙәре хәл итә һәм ул театрға, музейға, башҡа сараларға барыу, экскурсиялар өсөн тотонола. Бының йәшерен-батырыны юҡ - класс фондтары элек-электән бар һәм уны булдырыу-булдырмауҙы атай-әсәйҙәр үҙҙәре хәл итә. Ә бына мәктәп фонды, йәиһә мәктәпкә уныһын, быныһын алайыҡ, тип, ремонт йә башҡа эштәргә аҡса йыйыу юҡ. Беҙ ата-әсәләр менән саҡ ҡына икенсерәк форматта эшләйбеҙ: балаларға кәрәкле бер проект алабыҙ ҙа, шул проектҡа смета эшләп, краудфандинг форматында аҡса йыябыҙ. Унда уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ҡушыла ала. Кәрәкле сумма йыйылғас, ул проектты тормошҡа ашырабыҙ. Был алым отошлораҡ һәм атай-әсәйҙәр аныҡ нимәгәлер ярҙам итергә теләй икән - ундайҙар күп - ярҙам итә алалар.
Икенсе яҡтан, белем усаҡтарының төрлө түләүле түңәрәктәр ойоштороу мөмкинлектәре, быға рөхсәт биргән лицензиялары бар. Беҙ ҙә, атай-әсәйҙәрҙең һорауы буйынса түләүле түңәрәктәр асып, аҡса эшләйбеҙ һәм уны гимназияны матурлауға, матди-техник базаны нығытыуға тотонабыҙ. Һәм, әлбиттә, гранттарға өмөтләнәбеҙ. Әле тағы бер грантҡа яҙҙыҡ, көтәбеҙ. Шулай уҡ бағыусыларҙы йәлеп итәбеҙ. "Әлеге ваҡытта спонсорҙар табыуы ауыр, аҡса биреп бармайҙар, мәктәптәргә ярҙам итмәйҙәр",- тиеүҙәре менән килешмәйем. Һорарға һәм ни өсөн аҡса кәрәк икәнен дөрөҫ аңлата белергә кәрәк. Әгәр аныҡ проектың, сметаң бар икән, ошо сумманы нисек тотонаһың, ниндәй һөҙөмтә килеп сығырға тейеш икәнен бағыусыларға аңлата алһаң, улар ярҙам итергә әҙер.
АСТ компанияһы менән хеҙмәттәшлегегеҙгә ентекләберәк туҡталайыҡ әле...
- АСТ компанияһы Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларын хеҙмәтләндерһә лә, Өфөлә беҙҙең проектты тормошҡа ашырырға риза булдылар. Был, ысынлап та, ҡыҙыҡлы проект һәм беҙ быны беренселәрҙән булып башланыҡ. Йәғни дәрестән һуң уҡыусыларға электр-энергетика комплексы буйынса электив курстар уҡыласаҡ. Ошо өлкәлә эшләгән белгестәр балаларға үҙҙәренең һөнәр үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡлы мәлдәре тураһында һөйләй, был тармаҡта эшләр өсөн нимә эшләргә, ҡайҙа уҡырға, нимә белергә кәрәк икәнлеген, ғөмүмән, ыңғай һәм кире яҡтары менән таныштыра. Шулай уҡ ошо өлкәләге предприятиеларға экскурсиялар ҙа буласаҡ. Һәм дә, Аллаһ бойорһа, АСТ беҙгә физика өлкәһендә цифрлы лаборатория бүләк итергә әҙер һәм беҙ киләсәктә физика буйынса 7-11-се кластар араһында олимпиада ойошторорға ниәтләйбеҙ. Олимпиаданың айырым бер өлөшө электроэнергетика буйынса һорауҙарҙан торасаҡ. Ҡатнашыусы балаларға АСТ компанияһынан бүләктәр тапшырыласаҡ, һәм, әлбиттә, улар ошо йүнәлеш буйынса уҡырға инһә, ярҙам буласаҡ, практиканы компания үҙендә үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.
Был хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килеүҙең сәбәбе шул: әлеге ваҡытта предприятиеларҙа, мәҫәлән, инженерҙар, IT белгестәре етешмәй, шуға ла улар кадрҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, мәктәптәргә килергә ризалаша.
Башҡортостандың, Рәсәйҙең ниндәй вуздары менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
- Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә эшләргә тигән пландар бар. Әле предуниверсарий булдырыуға заявка биреп йөрөйбөҙ. Еңһәк, тағы ла бер проектыбыҙ тормошҡа ашыр тип өмөтләнәбеҙ.
Башҡорт дәүләт медицина университеты менән медицина класын йәки медицина өлкәһендә ниндәйҙер бәйләнеш булдырырға уйлайбыҙ, сөнки уҙған уҡыу йылын тамамлаусыларҙан 6 уҡыусы БДМУ-ға уҡырға инде. Элек-электән, әгәр гимназия тарихына күҙ һалһаҡ, беҙҙең белем усағын тамамлаусыларҙың араһында күренекле табиптар, медицина фәне докторҙары ла, фән кандидаттары ла бар. Һәм был өлкәлә эшләгән белгестәрҙең балалары беҙҙә уҡый һәм, әлбиттә, улар династияларын дауам итер өсөн балаларының ошо йүнәлештә белем алыуын теләй.
Әлбиттә, республика юғары уҡыу йорттарының күбеһе менән яйлап дуҫлыҡты нығытабыҙ. Иң яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһе - ул Мәскәү финанс университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты. Әлегә ниңәлер аграр университеттың перспективаһын күреп бөтмәйҙәр, нишләптер нигеҙҙә унда ауылда эшләүсе белгестәр әҙерләйҙәр, тип хаталаналар. Ғәмәлдә, аграр университеттың мөмкинлектәрен, ундағы матди-техник базаны ҡулланып, мәктәптәр менән берлектә ҡыҙыҡлы проекттар ойошторорға мөмкин.
Ғөмүмән, республикалағы барлыҡ вуздар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ, сөнки беҙҙең республика Башлығының да төп маҡсаты - йәштәрҙе республикала уҡытып, республикала йәшәргә-эшләргә ҡалдырыуға күберәк көс һалыу, һәм, әгәр ситкә уҡырға китә икән, кире республикаға ҡайтарыу. Үҙемдән алып әйтәм - сит төбәктәргә эшкә сығып китеү мөмкинлеге лә бар ине, әммә үҙемде Өфөнән, ғөмүмән, Башҡортостандан ситтә күрмәйем һәм нишләптер икенсе төбәктә үҙ урынымды табырмын тип уйламайым, сөнки беҙ бында тыуып үҫкәнбеҙ, бында кәрәк буласаҡбыҙ.
Мәктәптәрҙең кимәлен белем сифаты менән баһалайҙар. Һеҙҙең гимназияла белем сифаты ниндәй кимәлдә?
- Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙең тәрбиә, мөхит, ижади йәһәттән үҫешеү кимәлен, мөмкинлектәрен күрмәҫкә тырышалар. Белем сифатын Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән бәйләү, БДИ һөҙөмтәләре юғары икән, тимәк, мәктәп яҡшы, тимәк, ул мәктәпкә уҡырға барырға кәрәк, тип ҡарау, минеңсә, дөрөҫ түгел. Эйе, беҙҙең дә сифат яғынан эшләйһе эштәребеҙ байтаҡ, шул уҡ олимпиадаларҙа еңеүселәребеҙ әлегә бик күп түгел. Шулай уҡ БДИ буйынса ла ҡайһы бер предметтарҙан ҡалышабыҙҙыр, шулай ҙа был йүнәлештә эште башланыҡ.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн белем усаҡтары ир уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисергәндә һеҙҙең гимназияла 9 ир-егет уҡытыусы эшләй. Уларҙы нисек ылыҡтырҙығыҙ, нисек йәлеп иттегеҙ?
- Шуны ла әйтеп китергә кәрәк - ул егеттәрҙең күбеһенә 35 йәш тә юҡ. Бында, бәлки, белем усағының абруйы ла ҙур роль уйнайҙыр. Улар үҙҙәре килеп, һеҙҙә шундай эштәр башҡарыла, мине эшкә алмаҫһығыҙмы икән, тип мөрәжәғәт итә. Ысынлап та, янып торған, рухлы егеттәр икән, уларҙы нисек тә булһа алып ҡалырға тырышам. Әйткәндәй, егеттәргә мөмкинлек, шарттар тыуҙыра, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итә, уның идеяларын тормошҡа ашыра алһаң, улар мәктәптә эшләүҙән баш тартмай. Бер генә миҫал: беҙҙең физкультура уҡытыусыһы Заһир Рәмил улын ("бегущий башкир") республикала ла яҡшы беләләр. Ул супер-ниндзя ярышында, йүгереү буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Үҙе генә ҡатнашып ҡалмай, уның артынан балалар ҙа эйәрә. Әгәр физкультура дәрестәрен ситтән генә ҡарап күҙәтеп торһағыҙ, алдан уҡытыусы йүгерә - уның артынан балалар. Ул үҙенең ғәмәле аша балаларға өлгө күрһәтә. Беҙ гимназияла үҙебеҙгә шундай девиз ҡуйҙыҡ: беҙ йондоҙҙар тоҡандырабыҙ. Ә йондоҙҙар тоҡандырыр өсөн һин улар менән тиң булырға, уларҙың күңелендә осҡон ҡабыҙырға, үҙең янырға тейешһең.
Балалар менән тиң булыр өсөн үҙең дә күңелеңдә бала булып ҡал, тигән күҙлектән ҡарағанда, был дөрөҫтөр ҙә, шулай ҙа субординация, тигән төшөнсә лә бар бит әле...
- 1-се класс уҡыусыһымы, 11-се класс уҡыусыһымы - мин улар менән тиң күреп һөйләшәм. Кабинетым һәр ваҡыт асыҡ, уҡыусылар директорҙан ҡурҡмай, директор кабинетын урап үтмәй - инеп ниндәйҙер проблема буйынса һөйләшеп, кәңәшләшеп сыға ала. Ғөмүмән, беҙҙә ике йыл "Директор сәғәте" проекты эшләй, унда уҡытыусыларһыҙ, класс етәкселәрһеҙ уҡыусылар менән осрашам. Проблемаларҙы, һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, хәл итәбеҙ. Темалар ниндәй музыка тыңлауҙан алып нимә ашарға яратаһың - төрлө булырға мөмкин. Шулай уҡ сәйәсәткә лә иғтибар бирәбеҙ. Йәшерен-батырын түгел, ярамай, тип тыйһаң, ул бала күңелендә кире һөҙөмтә тыуҙыра. Әгәр ҙә ярамай һәм ни өсөн ярамай икәнен аңлатһаң, миҫалдар аша күрһәтһәң, улар, ысынлап та, ышана. Уҡыусылар аҡыллы, барыһын да аңлай, бары меңәрләгән юлдан дөрөҫ юлды күрһәтә белергә һәм ошо юлды һайлаһа, ҡайҙа барып етеүҙәрен аңлатырға кәрәк. Шуғыраҡ егеттәр менән ҡара-ҡаршы ултырып, егеттәрсә һөйләшеп, уларҙың энергияһын кәрәкле проекттарға йүнәлтеү осраҡтары булып тора. Уҡыусыларҙы ишетә белһәң, улар ҙа һине ишетәсәк.
"Директор сәғәте" тинегеҙ, йәғни директорҙың уҡыусылар менән серләшкән сәғәттәре. Хәҙерге балалар шул тиклем аҡыллы, уңайһыҙ һорауҙар биреп, һеҙ яуап бирә алмаған ваҡыттар булғаны бармы һәм шундай хәл-тороштан нисек сығаһығыҙ?
- Уңдай һорауҙар була. Әгәр ҙә юридик яҡтан закондарҙы белеү талап ителгән һорау икән, йәшермәйем, "Ғәфү итегеҙ, мин әле генә был һорауға яуап бирә алмайым, өйрәнеп, ҡарап, һуңынан яуап бирәсәкмен", тием. Барыһын да беләм, минән дә аҡыллыраҡ кеше юҡ, тигән образ тыуҙырмайым. Уңайһыҙ һорауҙарға килгәндә, уларҙың күбеһе сәйәсәт буйынса. Тик шулай ҙа уларҙы бик уңайһыҙ тип тә әйтмәҫ инем. Мин уҡыусыларға гел әйтә киләм: "Был минең шәхси фекерем һәм уның өсөн мин үҙем яуап бирәм. Минең ҡараш һеҙгә оҡшаймы-оҡшамаймы - белмәйем, шулай уҡ ҡабул итеүегеҙ-итмәүегеҙ ҙә мөмкин. Әгәр ҡаршы икәнһегеҙ, үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе матур итеп әйтеп, позицияғыҙҙы аңлата белергә тейешһегеҙ". Һуңғы ике йылда уҡыусылар менән, ысынлап та, матур ғына диалог килеп сыҡты. Уҡыусылар теге йәки был мәлгә ҡарата үҙенең фекерен еткерергә өйрәнде, һәм мин уларҙы ишетеп, ҡабул итәм дә, эшебеҙҙе үҙгәртәбеҙ. Ябай ғына миҫал: эшкә килгәс, уҡыусылар менән беренсе осрашыу ваҡытында уҡ: "Ҡыңғырау тауышын ишетмәйбеҙ, берәй нәмә уйлағыҙ әле", - тигән үтенес белдерҙеләр. Шунан беҙ милли колоритлы музыкаль ҡыңғырау яҙҙырҙыҡ. Башҡорт милли ҡурай көйҙәре яңғырағандан һуң, "Дәрес тамам, һеҙ - атай-әсәйҙең ғорурлығы", тип әйтеп ҡуйыла. Йәки дәрес башланыуын белдереп, башҡортса көй яңғырай һәм: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!", - тигән саҡырыу менән тамамлана. Был уҡыусыларға ла, атай-әсәйҙәргә лә оҡшаны. Әлеге ваҡытта килгән ҡунаҡтарыбыҙ беҙҙең ҡыңғырау тауышын ишетеп, хайран ҡала.
Уҡыусылар менән һөйләшеү эштә ныҡ ҡына ярҙам итә. Уларҙан сыҡҡан инициативаны шунда уҡ эләктереп алабыҙ ҙа футбол, волейбол, ҡышын хоккей ҙа уйнайбыҙ. Уларҙа директор ҡайҙалыр бейектә ултыра, тигән төшөнсә юҡ. Хоккей - контактлы уйын бит инде, шуға этешеп-төртөшәбеҙ, мине лә этеп-төртөп алалар. Беҙҙең гимназистар өсөн директор - уға барып проблемаларыңды һөйләргә, сереңде сисергә, кәңәш һорарға, тәҡдимең менән инергә, ҡайһы ваҡыт бергә уйнап та алырға мөмкин булған ошо гимназия кешеһе.
Һеҙ гимназияға яңы килгән етәксе. Ә унда оҙаҡ йылдар эшләгән абруйлы уҡытыусылар бар. Уҡыусыларҙы тиң күреп, уларҙың фекерҙәрен иҫәпкә алып индергән үҙгәрештәрҙе уҡытыусылар нисек ҡабул итте?
- Төрлө урындарҙа эшләргә тура килде һәм минең өсөн вазифа - ул ҡағыҙҙа ғына. Тәү сиратта мин - Булат Зинуров, Өфө егете һәм эшләргә, ошо абруйлы мәктәпте тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә сығарырға килдем. Ғөмүмән, һәр уҡытыусыға ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайым. Кешелеклелек тигәнде, остаздарымдың береһе Сынтимер Баязитовтың "Ҡайҙа ғына ултырһаң да, ҡайҙа ғына эшләһәң дә - кеше булып ҡал" тигәнен онотмайым. Ошо принципты һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм. Уҡытыусылар уҡыусылар менән шулай аралашыуымды ҡабул итте, тип уйлайым һәм шуға ышанғым килә, сөнки коллегаларым менән дә бер тигеҙ аралашабыҙ. Ғөмүмән, уҡыусылар, уҡытыусылар, администрация, ата-әсәләр берҙәм команда, белем биреү процесының тиң хоҡуҡлы ағзалары булып эш иткәндә генә эштәрең дә еңел һәм ыңғай бара, эшләүе лә еңелерәк. Бәлки, элек иерархия булғандыр, әммә әлеге ваҡытта ундай ҡараш менән ҙур еңеүҙәргә өлгәшеп булмай. "Беҙ егерменселәр - һәр ваҡыт беренселәр!" - был девизды ниндәйҙер бер сарала әйткәйнем, шул тиклем һеңеп ҡалды, ә беренсе булыу өсөн һин яңғыҙың түгел, ә берҙәм команда, берҙәм идея менән эш итергә тейешһең.
Гимназия Фатима Мостафина исемен йөрөтә. Уҡыу йорто уның исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә ниндәй эштәр алып бара?
- Үҙебеҙҙе егерменселәр тиһәк тә, 1999 йылдан алып Фатима Мостафина исемен йөрөтәбеҙ һәм һуңғы йылдарҙа күп кенә эштәрҙе уның иҫтәлегенә бағышланыҡ. Сөнки беренсе йылдарҙа уҡыусылар Фатима Мостафинаның кем икәнлеген белмәй торғайны. Хәҙер барлыҡ гимназистарҙы иртән дәрескә килгәндә фойела Фатима Мостафинаның бюсы, уның кем икәнлеге яҙылған мәғлүмәт ҡаршылай. Шулай уҡ беҙ уға арналған музей-кабинет ойошторҙоҡ. Унда шәхескә бағышланған шәхси экспонаттар, фотоархив һ.б. ҡуйылған. Шуға һәр класс уның ҡайҙа тыуғанын, кем икәнлеге һәм республика өсөн нимә эшләгәнен белә. Икенсе проектыбыҙ - ул Ф. Мостафина исемендәге фәнни-ғәмәли конференция. Быйыл уны шәхестең 110 йыллығына арнаясаҡбыҙ.
БР Мәғариф министрлығы ярҙамында Ф. Мостафина исемендәге премия булдырҙыҡ. Ул әүҙем уҡыусылар, уҡытыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә бирелә. Еңеүселәрҙе комиссия һайлай. Был, бер яҡтан, Ф. Мостафинаның исемен мәңгеләштереү булһа, икенсенән, ошо премияға дәғүә иткән шәхестәрҙең бер ни тиклем эштәрен баһалау ҙа. Ә иң мөһиме - уҡыусыларҙың ошо премияға лайыҡ булған гимназистарҙы күреп, "Мин дә гимназия өсөн, телем, халҡым өсөн нимәлер эшләргә тейешмен, мин дә бит лайыҡмын", тип сәмләнеүе. Былтыр премияны беренсе тапҡыр тапшырғас, бер уҡыусының әсәһенә: "Мин ошо премияны алыр өсөн тырышасаҡмын, яҡшы уҡыясаҡмын!" - тигәнен ишетеү ҙә ҡыуаныс булды.
Һәм беҙ Һамар өлкәһенә белем һуҡмағы һалдыҡ. Фатима Мостафинаның тыуған ауылындағы Диңгеҙбай мәктәбенә өс йыл элек тәүге эш сәфәре менән барҙыҡ. 2021 йылда дуҫлыҡты рәсми рәүештә өс яҡлы: беҙҙең гимназия, Стәрлетамаҡ гимназияһы һәм Диңгеҙбай мәктәбе араһында килешеү менән нығыттыҡ. Әлеге ваҡытта онлайн форматта бәйләнештә торабыҙ. Гимназияла башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм тарихын өйрәнеү үҙәге ойошторҙоҡ, шундай уҡ стендтар менән Һамар өлкәһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары булдырылды. Быйыл Һамар өлкәһенән делегация: Диңгеҙбай ауылы мәктәбе директоры һәм бер нисә вәкил килеп, гимназия менән танышып ҡайттылар. Был хеҙмәттәшлек артабан да оҙаҡ йылдар дауам итер тип уйлайым.
Хәҙер мәктәптәр балаларҙы территориаль тәртиптә, йәки территориаль беркетеү буйынса уҡырға ала. Һеҙ беренсе ҡала Башҡорт гимназияһы булараҡ, шул принципҡа буйһонаһығыҙмы, әллә бөтә ҡала буйынса уҡыусылар ҡабул итәһегеҙме?
- Беҙҙә территориаль беркетеү юҡ, шуға ла Өфө ҡалаһы һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан туған телендә белем алырға теләүсе уҡыусыларҙы һәм туған телдә уҡытырға теләгән ата-әсәйҙәрҙең балаларын ҡабул итәбеҙ. Был үҙенсәлекте һаҡлап киләбеҙ һәм бының өсөн ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, был ҙур ҡаҙаныш, ҙур еңеү, сөнки гимназияла, ысынлап та, башҡорт балалары уҡый. Йәшерен-батырыны юҡ, йыш ҡына территориаль беркетеү булған мәктәптәрҙә, ундайҙар менән дә эшләргә тура килде - төрлө милләт балалары килә һәм тел мөхитен һаҡлап ҡалыу, йәғни тел мөхитен булдырыу бик ҡатмарлы, сөнки башҡа милләт балаларының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, уларҙың да талаптарына тура килтереп, тел мөхитен боҙорға, йәғни рус һәм башҡорт телдәрендә аралашыу нисбәтен һаҡларға тейешһең. Шундай мөхиттә башҡорт балалары русса һөйләшеп ала ла китә. Әгәр 10 башҡорт араһына 1 рус килһә, барыһы ла русса һөйләшә башлай. Был йәһәттән беҙ гимназияла тел мөхитен һаҡлайбәҙ. Әлбиттә, уҙған уҡыу йылы башында рус телле уҡытыусыларҙы эшкә алған өсөн мине тәнҡитләүселәр ҙә булды, әммә бер йыл үтте - рус телле уҡытыусылар әҙ-мәҙ булһа ла башҡортса һупалай башланы. Беҙ икенсе процесты күрһәттек: икенсе милләт вәкиле, башҡорт теле мөхитендә йөрөп, телде өйрәнә башлай.
Шулай итеп...
Һөйләшеү айырым бер гимназия тураһында башланһа ла, ул үҙенән-үҙе уртаҡ, дөйөм проблемаларға барып төштө. Әммә Булат Илшад улының һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. "Һәр милли белем усағы үҙенең микрорайонына ярашлы, алдына маҡсат ҡуйырға, йәғни ул башҡорт балаларына төрлө өлкәләрҙә үҫергә ярҙам иткән үҙәк булырға тейеш. Мәҫәлән, 122-се гимназия - Шакша биҫтәһендә милли үҙәк. Ҙур булмаһалар ҙа, улар үҙҙәренә генә хас үҙенсәлекле мөхиттә башҡорт балаларын тәрбиәләй. Милли белем усаҡтарын икенсе мәктәп-гимназия-лицейҙар менән сағыштырырға ярамай. Милли белем усаҡтары - улар рухиәт, милли кадрҙар әҙерләү үҙәктәре, мәғариф системаһының айырым йөҙөк ҡаштары. Улар бер системаға ҡарай, әммә бурыстары, маҡсаттары менән айырылып тора. Әгәр ситтән ҡунаҡтар килһә, уларҙы ҡайҙа алып баралар? Ошо милли мәктәптәргә түгелме ни? Сөнки республикаға хас этномәҙәни үҙенсәлек ошо милли белем усаҡтарында сағыла", - ти ул.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА