«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫРҒА... ҠАЙҘА? СИБАЙҘА!
+  - 


Уҡырға ҡайҙа барырға? Был һорау сығарылыш класс уҡыусылары өсөн генә түгел, бәләкәйерәктәре өсөн дә йыш ҡабатланырға тейеш. Сөнки кешеләр, бигерәк тә бала кешеләр, танауҙарынан йыраҡ ҡарай һалып бармай. Ә бит яратҡан һөнәрең буйынса яратҡан эшеңә, байрамға барғандай барып, яратҡан ғаиләңә әйләнеп ҡайтыу өсөн күп кәрәкмәй - дөрөҫ йүнәлеш табып, дөрөҫ юлдан барыу етә. Тик... теләгең мөмкинлектәреңә тура киләме, хыялың зәңгәр томандар артында түгелме, тормошҡа ашҡандаймы?
Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының дүрт факультетының (тәбиғи-математика, педагогика, технология һәм иҡтисад-хоҡуҡ) дүрт студенты менән осрашҡанда әле мәктәп парталары артында ултырған буласаҡ студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғы килде.

Һеҙ ни өсөн Сибай институтын һайланығыҙ?

Айһылыу Хәйруллина, технология факультетының 3-сө курс студенты, Белорет районы Шығай ауылынан:
Институтҡа үҙ теләгем буйынса килдем, ә мәктәптә уҡығанда ниндәй һөнәр буйынса кем булып эшләремде күҙ алдына ла килтермәнем, киләсәккә юлым билдәһеҙ ине. Башта, 11-се кластан һуң, фельдшер һөнәрен һайлап, Белорет ҡалаһындағы медицина колледжына уҡырға индем. Унда ике йыл уҡығас, Сибай медколледжына күстем. Бында өсөнсө курсҡа урын булмағас, икенсе курста яңынан уҡырға тура килде. Шулай итеп, биш йыл буйы фельдшер һөнәрен үҙләштерҙем. Диплом алһам да, был һөнәр күңелемә ятманы, үҙемде медицина хеҙмәткәре итеп бер ҙә күҙ алдына килтермәй инем. Колледжда уҡыған саҡта тормош иптәшем Сибай институтының технология факультетында белем ала ине, уның уҡыуы менән ҡыҙыҡһына башланым. Институттағы уҡыу шарттары, бигерәк тә уҡытыусылар менән студенттар араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр оҡшай ине. Улар нисектер бер-береһенә яҡын, уҡытыусылары терәк булырҙай кешеләр, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙерҙәр. Икенсенән, был факультетта ҡул эштәренә ҙур иғтибар бүленә: тегеү, төрлө аштар бешереү буйынса күп нәмәгә өйрәнергә була, таштан, ағастан төрлө һындар һырлау ҙа күңелгә яҡын тойолдо. Шуға, институттың технология факультетын һайланым һәм ошонда уҡыуыма бик шатмын.
Рәзилә Ғәләүетдинова, педагогика факультетының 1-се курс студенты, Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынан: Бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым, шуға туғыҙынсы кластан һуң, икеләнмәй, Сибай педагогия колледжына уҡырға индем. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән саҡта башҡорт теленән уҡытҡан уҡытыусыбыҙ "Туған тел уҡытыусыһы булғығыҙ килһә, Сибай институтына барығыҙ", тип йыш ҡабатлай торғайны. Уҡытыусымды тыңлап, колледжды тамамлағас, бында уҡырға индем.
Данил Ғәлиуллин, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының 3-сө курс студенты, Өфө ҡалаһынан: Өфө ҡалаһының 25- се махсус мәктәбендә уҡыған саҡта уҡ үҙемә юғары квалификациялы юрист булырға тигән маҡсат ҡуйҙым һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын ошо йүнәлеш буйынса һайланым, киләсәккә маҡсатым алдан билдәле ине. Сибай институтында уҡыу бик оҡшай, бында яҡшы белем бирәләр, практик дәрестәрҙә буласаҡ һөнәр буйынса оҫталыҡты һәм күнекмәләрҙе системалаштырабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Былар киләсәктә ныҡ ярҙам итәсәк. Яҡын арала бер аҙнаға Рәсәй Дәүләт Думаһына практика үтергә барам. Унда мин пленар ултырыштарҙың эшен ҡараясаҡмын, төрлө документтар төҙөү ысулдарын өйрәнәсәкмен, юристар өсөн кәрәкле тәжрибә туплаясаҡмын. Бакалавриаттан һуң белемемде магистратурала дауам итеп, аспирантурала уҡыясаҡмын. Эш урынын диссертация яҡлағандан һуң һайлармын, тим.
Ғәҙел Булатов, тәбиғи-математика факультетының 3-сө курс студенты, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан: Бишенсе класҡа тиклем Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы мәктәбендә белем алдым, шунан Баймаҡ лицей-интернатында уҡыным. Йыл да сығарылыш класс уҡыусылары менән үткәрелгән осрашыуҙарға Сибай институтында уҡыған студенттар, элекке интернат уҡыусылары ла килә торғайны. Улар юғары уҡыу йорто тураһында һөйләп, ниндәй имтихандар бирергә, ниндәй документтар кәрәклеген аңлата инеләр. Бигерәк тә институттағы уҡыу шарттары тураһында һөйләүҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңлай торғайным. Бер туған ағайымдың ошо уҡыу йортоноң педагогика факультетын тамамлауы ла йоғонто яһағандыр. Ул да институттағы яҡшы мөнәсәбәттар тураһында йыш һөйләй торғайны. Бында, ысынлап та, студенттарға төрлө яҡлап ярҙам итәләр: матди яҡтан да, һүҙ ярҙамы менән дә. Мөмкинлектәр бик күп: уҡыу яғынан булһынмы, практика үтеүме - бөтәһе лә иҫәпкә алынған. Ағайым, мәҫәлән, Ҡырымға барып практика үтте, Мәскәүгә лә йыш баралар. Шуларҙы иҫәпкә алып, бында уҡырға килдем.

Сығарылыш класс уҡыусыларына ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Айһылыу:
Ошо йәшемдәге тәжрибәмдән сығып, әле сығарылыш класында уҡыусыларға ышаныслы әйтә алам: үҙ юлдарын үҙҙәре һайлаһындар, был мәсьәләне атай-әсәйҙәр генә хәл итергә тейеш түгел. Әлбиттә, мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, бюджет яғынан. Һайлаған бүлек оҡшамаһа, хәҙер бит уҡыу осоронда уҡ һөнәр йүнәлешен үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Йәшәү шарттары үҙгәреүҙән дә ҡурҡырға кәрәкмәй, атай-әсәйҙән ҡасан да булһа айырылаһың, шуға, киләсәкте лә уйларға кәрәк. Иң мөһиме - һәләткә ҡарап, үҙең яратҡан һөнәрҙе табыу.
Рәзилә: Айһылыуҙың һүҙҙәренә ҡушылам: балалар тормош юлын үҙҙәре тапһын, күңелдәре ниндәй һөнәргә тарта, шуны һайлаһын. Атай-әсәйҙе тыңлап, улар талап иткән өлкәне һайлаһаң, аҙаҡ ул эш оҡшамаҫҡа ла мөмкин. Һәр кем үҙе теләгән ергә уҡырға инергә, яратҡан эшен башҡарырға тейеш.
Данил: Киләсәккә ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн иң тәүҙә ниндәй предметтарҙан имтихан биреүҙе алдан билдәләп, дөрөҫ йүнәлеш буйынса барырға кәрәк. Әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтихандарына алдан уҡ ентекле әҙерләнергә, уларҙы яҡшы билдәләргә тапшырырға кәрәк. Яҡшы билдәләр өсөн хатта ярты йыл әҙерлек тә етмәүе ихтимал.
Ғәҙел: Минең уйымса, уҡыу йылдарында уҡ нимәгә һәләтле икәнеңде тойорға кәрәк: мәҫәлән, кемдер матур итеп шиғыр ятлай белә, кемдер спорт буйынса алдынғылыҡ бирмәй - һәләттәр төрлөсә була бит. Ниндәй предметтан имтихан биреүҙе ана шул һәләткә ҡарап һайлап, яҡшы билдәләргә тапшырғас, юғары уҡыу йорттарының мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу ҙа мөһим. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, уларға һөнәр һайлауы еңелерәктер, тим - әйҙә, йәнең теләгән етмеш йүнәлеште һайла.

Институтта уҡытыусылар менән студенттар, һабаҡташтар менән һабаҡташтар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр ниндәй?

Айһылыу:
Социумда йәшәгәс, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте йәшәйештең айырылғыһыҙ бер өлөшө инде. Шуға ла дөрөҫ мөғәмәлә ҡороу күп осраҡтарҙа төрлө проблемаларҙы ыңғай хәл итергә ярҙам итә. Беҙҙең факультетта, ғөмүмән, институтта ла, студенттар менән уҡытыусылар араһында, студенттар менән студенттар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт нығынған. Әлбиттә, аралыҡ һаҡлайбыҙ, уҡытыусыларҙың дәрәжәһен, абруйын хөрмәт итәбеҙ. Был сифаттарҙың күбеһе ғаиләнән, мәктәптән, тәрбиәнән киләлер. Студент тормошонда һабаҡташтарҙың бер-береһенә мөнәсәбәте асыҡ аралашыуға бәйле булырға тейеш, үҙ эсеңә йомолорға ярамай, һәр яҡлап үҙеңде матур яҡтан күрһәтергә тырышырға кәрәк. Мәҫәлән, түбән курстағы студенттар ярҙам һораһа, ярҙам итәһең, өлкән курстарға үҙең ярҙам һорап бараһың. Факультеттар араһында ла шул уҡ мөнәсәбәттәр хөкөм һөрә. Күп нәмә шәхсән үҙеңә бәйле булһа ла, башҡаларға яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, уларҙан да шуны көтөргә була.
Рәзилә: Әгәр кешеләр менән һәйбәт һөйләшә белһәң, мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡороу ҡыйын түгел. Миңә, мәҫәлән, баштан уҡ ауыр булманы, сөнки бында уҡырға ингәндә колледжда бергә уҡыған таныш ҡыҙҙарым бар ине. Килгәс тә улар менән аралаша башланым, таяныс таптым, ярҙамдарын тойҙом. Шунан яйлап башҡа ҡыҙҙар менән танышып һөйләшә башланым. Уҡытыусылар менән мөнәсәбәт бик яҡшы, улар итәғәтле, һәйбәт һөйләшәләр. Уҡыу буйынса ла, тормош хәлдәре буйынса ла ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар. Өлкән курстар менән дә мөнәсәбәттәр яҡшы, бик һәйбәт аралашабыҙ - курсовойҙар, практик семинарҙар ваҡытында ярҙам итәләр.
Данил: Беренсе курс студенты тәүге көндән яңы шарттарға, таныш булмаған мөхиткә өйрәнергә тейеш. Бының өсөн иң тәүҙә башҡалар менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Мәҫәлән, өлкән курстар күп нәмәне белә, тәжрибәләре бар - сессияларҙа имтихандар биргәндәр, практикала булғандар. Уҡытыусыларҙың таянысын тойоу ҙа ныҡ ярҙам итә.
Ғәҙел: Институтта төрлө конкурстар, ярыштар була. Команда ярыштарында башҡа курстар менән танышабыҙ, шулай аралашыу яҡынлаштыра. Мин дөйөм ятаҡта йәшәйем, унда ла мөнәсәбәттәр яҡшы, комендант та, башҡа апай-инәйҙәр ҙә һәр яҡтан ярҙам итәләр.

Яңы шарттарға нисек өйрәндегеҙ? Уҡып китеүе ҡыйын булманымы?

Айһылыу:
Уҡып китеүе бер ҙә ҡыйын булманы. Мәктәптә уҡығанда күберәк дәүләт имтихандары тураһында ҡайғырттыҡ, күп көс шуға сарыф ителә ине, ә бында программаны яйлап, ҡабаланмай, аңға һеңдереп өйрәнәбеҙ. Шуға, юғары уҡыу йортонда уҡыу оҡшай. Имтихандар, зачет, сессия, тип ҡурҡҡаным юҡ, сөнки яңылышһаң, хаталар эшләһәң, уҡытыусылар дөрөҫ юлға төшөрөп, кәрәкле йүнәлеш биреп, ярҙам итеренә ышанам. Активистар рәтендә булғас, институттың, факультеттың йөҙө булырға кәрәк - был яуаплы вазифа. Институт беҙгә төрлө яҡтан үҙебеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек бирә - уҡыу яғынан да, спорт, мәҙәни һәм башҡа яҡтан да.
Рәзилә: Институтта уҡып китергә педколледжда алған белемем ярҙам итте, күп предметтарҙы алдан белә инем. Таныш булмаған предметтарҙан, әлбиттә, ауырыраҡ булды, әммә сессияларҙы яҡшы тапшырҙым.
Данил: Институттағы семинар дәрестәрендә бер нисә тема буйынса яуап бирәһең, сессия ваҡытында инде бөтөн курс буйынса контроль һорауҙарға яуап бирә белергә кәрәк. Беренсе курстағы тәүге сессияға бик етди әҙерләндем, бөтә предметтарҙан да "бишле" билдәләре алдым. Шунда уҡ аңланым: ентекле әҙерләнһәң, бөтә сессияларҙы ла яҡшы билдәләр менән тамамларға була. Тағы бер мәл: бында мин магистратураға ингәндә кәрәк буласаҡ темалар буйынса мәҡәләләр яҙам. Улар бөтәһе лә киләсәктә үҫешер өсөн ярҙам итәсәк.
Ғәҙел: Мәктәптә үк информатиканан дәүләт имтиханы бирҙем, әле лә шул йүнәлеш буйынса барғас, күп темалар таныш. Уҡытыусыларҙың да ыңғай ҡарашта булыуы ярҙам итә. Дәрестәрен ҡалдырмай уҡыған студенттарға дәртләндереү балдары ҡуйыла һәм экзамен ваҡыттарында улар иҫәпкә алына. Дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, семинар дәрестәрендә ҡатнашһаң, имтихан биреү күпкә еңелерәк.

Мәҙәни яҡтан үҫешеү өсөн шарттар нисек?

Айһылыу:
Институтта мәҙәни яҡтан үҫешеү өсөн шарттар етерлек, хатта үҫешкән, тип әйтә алам. Бында уҡыу буйынса ғына үҫтермәйҙәр, рухи яҡтан да тәрбиәләйҙәр. Мәҫәлән, һәләтлеләр өсөн вокал түңәрәге, инструменталь, бейеү ансамблдәре бар, КВН командаһы уңышлы сығыш яһай, конферансьелар әҙерләйҙәр. Ҡаланың үҙендә лә мәҙәниәт ныҡ үҫешкән, Өфөнән ҡалышмайҙыр ул, сөнки Сибай театрҙарының, филармонияның сығыштарын сибайҙар ғына ҡарамай, уларҙы башҡа төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Мәҫәлән, үҙем театрға йөрөргә яратам. Ғөмүмән, студенттарға мәҙәни яҡтан үҫешер өсөн мөмкинлектәр киң.
Рәзилә: Институтта төрлө мәҙәни саралар йыш була. Мин үҙем шиғырҙар яҙам, вокал түңәрәгенә йөрөйөм, КВН ярыштарында ҡатнашам, институттағы концерттарҙа сығыш яһайым. "Уфтанма" исемле шаяндар клубы командаһында дүрт ҡыҙ сығыш яһайбыҙ. Әле Сибайҙа беренсе турҙы үтеп, финалға сыҡтыҡ, тиҙҙән Өфөгә барасаҡбыҙ. Сибайҙа ике театр, филармония бар. Мин дә театрға йыш йөрөйөм, премьераларҙы ҡалдырмай ҡарап барам.
Данил: Студенттарға йәмғиәткә файҙалы булып үҫешер өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, төрлө мәҙәни саралар йыш була. Миңә бигерәк тә йыл да үткәрелгән "Студент яҙы" фестивале оҡшай. Ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейы экспонаттарға бик бай. Пушкин картаһын файҙалы ҡулланыр өсөн мөмкинлектәр бик күп, теләге булған студенттар төрлө яҡлап үҫешә.
Ғәҙел: Сибай институтында уҡыған студент теләй икән бейей, йырлай, теләһә, волейбол, баскетбол уйнай. Мин үҙем - спортсы, еңел атлетика менән шөғөлләнәм, Башҡортостандың йыйылма команда составында торам, төрлө ярыштарҙа республика данын яҡлайбыҙ. Ҡаҙанда, Сочиҙа ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, Ырымбурҙа бронза миҙалға лайыҡ булдым. Институтта спортсыларҙы хөрмәт итәләр, ҡала хакимиәте лә һәр саҡ ярҙам итә.

Киләсәкте күҙ алдына килтерәһегеҙме? Диплом алғас, икенсе һөнәргә күсеп китмәҫһегеҙме?

Айһылыу:
Институтты тамамларға ике йыл бар. Тормошҡа ҡараш үҙгәрә, донъя хәлен дә белеп булмай, ҡыҫҡаһы, уйларға ваҡыт бар. Әле уҡыған һөнәрем бик оҡшай, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Институт төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинлек бирә, диплом алғас та һуңғы курста ҡайтанан квалификация үтергә була, миңә шул оҡшай. Киләсәктә үҙемде мәктәптә уҡытыусы булып та күрәм, әммә бер урында ғына туҡталып ҡалмаҫмын, тим, төрлө һөнәр үҙләштерергә тырышасаҡмын. Шулай ҙа, врачҡа ҡарағанда, уҡытыусы булараҡ үҙемде нығыраҡ күҙ алдына килтерәм, күңелемә шулай яҡыныраҡ һымаҡ, ижади мөхитте яратам. Беҙҙең факультеттың айырым музейы бар, унда институтты бөткәндәрҙең ҡул эштәре ҡуйылған, ҡарап туйғыһыҙ. Ижад шулай емешле булырға тейештер, күрәһең.
Рәзилә: Киләсәгемде күҙ алдына килтерәм, институтты бөткәс, уҡытыусы булып эшләрмен, тип уйлайым, сөнки бала саҡ хыялым тормошҡа ашасаҡ. Уҡытырға, балалар менән эшләргә яратам. Башҡорт теле буйынса, йәки башланғыс кластар уҡытыусыһы булырмын, тим.
Данил: Икенсе курста ҡаланың район судында практикала булдым, эске эштәр министрлығында ла булырға тура килде, шуға киләсәк һөнәремдең үҙенсәлеген, эш барышын яҡшы аңлайым. Һайлаған һөнәрем буйынса эшләрмен, юғары квалификациялы юрист булырмын, тим. Киләсәккә пландарым бик етди.
Ғәҙел: Киләсәктә һайлаған йүнәлешем буйынса эшләрмен, тип күҙ алдына килтерәм. Сибай гимназияһында практика үткәндә эшкә саҡырып ҡалдылар. Әле уйларға ваҡыт бар, бәлки, спорт буйынса үҫешермен, сөнки спорт мастерына кандидатмын. Буласаҡ спорт мастерҙарын тәрбиәләрмен, бәлки. Әле институтта еңел атлетика буйынса спортсылар аҙ, йүгереүселәр килһә, яҡшы булыр ине. Сибай институты Башҡортостанда киң билдәле уҡыу йорттарының береһе, ул бөтә яҡтан да алдынғы булырға тейеш.

Шулай итеп...
Юғары белемле булыу ғилем эйәһе булыуҙы ғына аңлатмай. Бөгөнгө интернет заманында мәғлүмәтле булыу менән дә хайран итеп булмай. Интеллект кимәленең юғарылығы, эрудиция, мәҙәнилек шәхесте тулыһынса формалаштырмай, рухи яҡтан байыу ғына кешене кеше итә. Рухиәт иһә һөйөү, йылы мөнәсәбәттәр аша тәрбиәләнә. Сибай институтында ана шул рухилыҡ һиҙелә.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 245

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru