«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФЕТНӘ СЫҒАРА ЯҘҘЫЛАР
+  - 

Президент Владимир Путин мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда ул уҙған ял көндәрендәге ваҡиғаларға аңлатма бирҙе.

Дәүләт башлығы фетнә күтәрергә йәки конституцион тәртипте боҙорға маташыу уңышһыҙлыҡҡа тарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Вагнер" шәхси хәрби компанияһы баш күтәреүселәренең был ҡылығын ул енәйәт тип атаны. Шул уҡ ваҡытта ул башта барлыҡҡа килгән хәүефте нейтралләштереү, граждандарҙың конституцион тәртибен, ғүмерен һәм хәүефһеҙлеген һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнеүен билдәләне.
"Фетнәне ойоштороусылар үҙ иленә, халҡына, шулай уҡ енәйәткә ылыҡтырылыусыларға ла хыянат итте. Ялған һөйләп, уларҙы үлемгә этәрҙеләр. Рәсәй дошмандары, йәғни Киевтағы нео-нацистар, уларҙың көнбайыштағы ҡурсалаусылары, төрлө милли хыянатсылар Рәсәй һалдаттарының бер-береһен, хәрбиҙәрҙе һәм тыныс халыҡты үлтереүен, ахыр сиктә, беҙҙең илдең еңелеүен, йәмғиәтебеҙ тарҡалыуын теләй. Фронттағы һәм контрһөжүм барышындағы уңышһыҙлыҡтары өсөн реванш алырға хыялландылар, әммә барып сыҡманы", - тине Президент.
Дәүләт башлығы хәрбиҙәргә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм махсус хеҙмәттәргә рәхмәт белдерҙе, "Һәләк булған летчиктарҙың фиҙаҡәрлеге Рәсәйҙе фажиғәле эҙемтәләрҙән ҡотҡарҙы" тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта "Вагнер" төркөмө яугирҙарының һәм командирҙарының күпселеген Донбасс һәм Новороссияны азат иткәндә яу яланында батырлыҡтарын иҫбатлаған, үҙ халҡына һәм дәүләтенә тоғро Рәсәй патриоттары ла тәшкил итә, тип билдәләне. Тап шуның өсөн дә фетнәлә ҡатнашҡандар аңына килһен өсөн барлыҡ саралар күрелде. "Барлыҡ килешеүҙәр үҙ көсөндә ҡала, - тине Президент. - Дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән һәм "экстремаль һыҙатта туҡтаған" "Вагнер" шәхси хәрби компанияһы яугирҙары Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, хеҙмәтен дауам итә, яҡындары янына ҡайта йәки Беларусь Республикаһына бара ала".
"Ҡабатлайым, һайлау һәр берегеҙҙән тора, әммә фажиғәле хатаһын аңлаған Рәсәй һалдаттарын һайлау булыр тип ышанам. Беларусь Президенты Александр Лукашенкоға тыныс хәл итеүгә индергән тырышлығы һәм өлөшө өсөн рәхмәтлемен. Әммә ҡабатлайым, тап граждандарҙың патриотик мөнәсәбәте һәм бөтә Рәсәй йәмғиәтенең нығыныуы бөгөнгө көндә хәл иткес роль уйнаны. Был ярҙам Ватаныбыҙ өсөн иң ауыр һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығырға мөмкинлек бирҙе. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт", - тип йомғаҡ яһаны дәүләт башлығы.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 156

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru