«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨ ЯРАТАМ ХИСЛЕ ҺӘМ ИХЛАС БУЛҒАНЫ ӨСӨН
+  - 


Һаулыҡҡа бәйле ниндәй осраҡта ла аҡ халатлы белгестәргә күҙ төбәп торабыҙ. Уларҙың һөнәри кимәле, сир менән көрәшеү әмәлдәрен яҡшы белеүҙәре, пациенттарына ҡарата булған иғтибар - барыһы ла дауалауҙың һөҙөмтәле булыуына туранан-тура йоғонто яһай. Кешенең эске ағзаларын махсус аппараттар ярҙамында тикшереүсе табип-эндоскопистарҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. 22-се Өфө тиҙ ярҙам күрһәтеү клиник дауаханаһы табип-эндоскописы Эльза Нәжип ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА менән бөгөнгө әңгәмәлә был өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарға асыҡлыҡ индерәбеҙ.

Эльза Нәжип ҡыҙы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе - тыуып үҫкән ерегеҙ ҡайһы төбәктәрҙә икән?

- Өфө ҡыҙы мин. Табиптар ғаиләһендә тыуып, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен күреп үҫеп, үҙем дә ошо юлды һайланым. Тормош иптәшем Артур менән ике бала тәрбиәләйбеҙ. Улар әлегә бәләкәй, улыбыҙ Эмир башланғыс мәктәпте тамамланы, Морат иһә көҙөн 1 класҡа уҡырға барасаҡ.
Һәр кемгә мәғлүм, табип булып эш башлау өсөн оҙон юл үтергә кәрәк. Мин дә иҫтәлекле, күңелгә мәңге яҡты хәтирәләре менән һеңеп ҡалған студент йылдарында уҡ баш ҡаланың 18-се дауаханаһы кардиология бүлегендә һәм 21-се дауахананың операциялар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләнем, унан һуң "Хирургия" буйынса интернатура тамамланым һәм ординатурала "Колопроктология" һөнәре буйынса уҡыным. Шулай уҡ "Эндоскопия" буйынса һөнәри әҙерлек үттем. Табип булараҡ һөнәри эшмәкәрлегемде табип-колопроктолог булып шәхси клиникала башланым, декрет ялынан һуң дәүләт поликлинкаһында эшләнем. Дөрөҫөн әйткәндә, амбулатор практика минең күңелемә ятманы. Хәҙерге көндә, әйтеп үтеүемсә, 22-се дауаханала эшләйем һәм эшем үҙемә бик оҡшай.

Атай-әсәйегеҙ тураһында ла тулыраҡ белергә ине...

- Атайым Аҡбулатов Нәжип Әдип улы алтын ҡуллы хирург, нәҡ уның кеүектәр тураһында "Хоҙайҙан бирелгән ысын табип", тип әйткәндәрҙер. Әллә күпме кеше уның үткер күҙе, ышаныслы ҡулы аша үтеп, тейешле дауалау алып, операциялар эшләтеп сыҡҡанын һанап та бөтөп булмайҙыр. Әсәйем Аҡбулатова Хәлиҙә Нәжметдин ҡыҙы юғары категориялы шәфҡәт туташы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, оҙаҡ йылдар 21-се дауахананың эренле хирургия бүлексәһендә (гнойная хирургия) эшләй. Шәфҡәт туташының эше табиптыҡы һымаҡ уҡ мөһим һәм кәрәкле. Табип әйткәнде, яҙғанды теүәл үтәп, операция була ҡалһа, ауырыуҙың ваҡытында яраларын тәрбиәләп тороу дауалауҙа яҡшы һөҙөмтәгә алып килә. Шәфҡәт туташтары барлыҡ процедураларҙың үтәлешен тәьмин итеүсе һәм шул рәүешле һауығыуға этәргес көс биреүсе медицина хеҙмәткәрҙәре.
Бала саҡтан ошондай мөхиттә булдым, йыш ҡына әсәйемдең эш урынына барып, уның менән бергә палаталар буйлап йөрөнөм. Сирлеләрҙең табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булыуҙарын күреп үҫеүем миңә һөнәр һайларға этәргес булды. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының "Дауалау эше" ("Лечебное дело") факультетына уҡырға индем.

Табип-эндоскопистың эше нимәнән ғибәрәт?

- Эндоскопист - махсус ҡоролма ярҙамында ауыҙ, танау, арт юл аша эске ағзаларҙы тикшерә. Беҙгә күбеһенсә терапевт, хирург, гастроэнтеролог һәм башҡа табиптарҙың йүнәлтмәһе буйынса киләләр. Эс ауыртҡанда, үҙәк көйгәндә, сәбәпһеҙ ҡоҫҡо килгәндә, эсәктәрҙе бушатыуҙа ауырлыҡтар тыуғанда һәм бүтән төрлө зарланыуҙар менән килгәндәрҙе эндоскопия тикшереүе үтеү өсөн ебәрәләр. Шулай уҡ үҙаллы мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Беҙҙең бүлек тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһы структураһында булғанға күрә, ҡан ҡатыш ҡоҫоу, ҡара төҫтә оло ярау итеү, дефекация ваҡытында ҡан килеү, оҙайлы ваҡыт оло ярау итә алмау, ҡурылдайға, ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларына сит предметтар эләккәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ашығыс ҡарайбыҙ. Осрағына ҡарап, ЭГДС, колоноскопия, бронхоскопия үткәрәбеҙ, лапароскопия операциялары эшләйбеҙ.
Эндоскопия тикшереүҙәре ауыртыуһыҙ, ләкин улар кешелә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, ФГДС процедураһы ваҡытында аппарат ашамлыҡ киҫәге һымаҡ үтә. Гастроскоп (эндоскоптың бер төрө - аш һеңдереү системаһын тикшереү өсөн ҡулланыла) ҡыҙыл үңәстә тороп ҡала һәм сирлелә ауыртыу тойғоһо булдыра.

Эндоскопик процедураларҙы пациенттар нисек үткәрә?

- Төрлө сирлеләр бар. Ҡайһы берәүҙәр түҙә, икенселәр йә ҡулдан тоторға тырыша, йә ауыҙын ябырға маташа, тик ятмаҫҡа мөмкиндәр һәм башҡалар. ФГДС-ты (фиброгастродуоденоскопия), ғәҙәттә, наркоз эшләмәйенсә үткәрергә тырышабыҙ, ФБС (фибробронхоскопия) кәрәк булғанда сикләнгән анестезия ҡулланабыҙ, ФКС-ты иһә (фиброколоноскопия) стационар дауаланғандарға наркоз менән үткәрәбеҙ. Төрлө осраҡта төрлө алымдар ҡулланабыҙ. Быларҙың барыһы ла сирлене борсоған сәбәпте тиҙ табыуға һәм тейешле дауалау курсын тәғәйен-ләүгә йүнәлтелгән. Шуға күрә пациент табипҡа үҙ эшен башҡарырға ҡамасауламаҫҡа, ә һәр яҡлап булышлыҡ итергә тырышырға тейеш.

Балалар ҙа үтәме бындай процедураларҙы?

- Мин эшләгән 22-се дауаханала өс балалар бүлеге бар. Кескәйҙәргә башлыса ФГДС эшләйбеҙ. Табиптар диагнозды дөрөҫләү, асыҡлау йәки уны иҫәптән сығарыу өсөн беҙгә тикшереүгә ебәрәләр. Шулай уҡ балалар уйынсыҡтарҙың бәләкәй деталдәрен, ваҡ аҡсаларҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе йотҡан осраҡта беҙ уларҙы эндоскопик юл менән сығарабыҙ. Бындай осраҡтар, ҡыҙғанысҡа күрә, йыш осрай һәм мөмкинлектән файҙланып, ата-әсәләргә һаҡ булырға һәм балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡырам.

Фәнни эшмәкәрлектән дә ситтә түгелһегеҙ, буғай?

- Беҙҙең дауаханала эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһы урынлашҡан, уны Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, Хирургтар берләшмәһе президенты, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов етәкләй. Мин ошо кафедраның аспиранты, оҙаҡламай кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаясаҡмын.
Фән менән шөғөлләнеү, яңынан-яңы белем туплау миңә ҡыҙыҡ. Фән йәшәйеште алға илтеүсе, ул, мәҫәлән, медицинала яңы тикшереү ысулдарын булдырырға, сирҙәрҙе дауалауҙың бығаса булмаған алымдарын табырға булышлыҡ итә. Бәләкәй генә миҫал. Әгәр ҙә элек ҡайһы бер сирҙәрҙе асыҡлау йәки дауалау өсөн ҙур операциялар, хирургик ҡыҫылыштар кәрәк булһа, хәҙер миниинвазив технологияларҙың үҫеше ҡайһы бер осраҡтарҙа бәләкәй генә тишек эшләргә йәки бөтөнләй консерватив ысул менән дауалау мөмкинлеге бирә. Быларҙың барыһы ла фәндең алға китешенә бәйле.

Ниндәй осраҡта мотлаҡ табип-эндоскописҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк?

- Беҙҙә күптәр үҙаллы дауаланыу менән булышырға ярата. Шулай уҡ интернетта уҡып йәки танышын тыңлап, төрлөсә дауаланып ҡарай. Һәм ошо рәүешле сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауаланыуҙың ыңғай һөҙөмтә биргән мәлен үткәреп ебәрә. Тағы ла шуныһы - халыҡ дауаһы, төрлө һут һәм витаминдар менән бөтөнләй ауыртмаған ағзаны дауалай башларға мөмкиндәр, сөнки сирҙең нәҡ ҡайһы урында булыуын тик медицина тикшереүе генә күрһәтә ала. Ғөмүмән, үҙаллы дауаланыуҙан ситләшергә кәрәк.
Әгәр ҙә үҙәк көйөү, кикереү, ҡоҫҡо килеү һәм башҡа төрлө симптомдар ыҙалата икән, оҙаҡҡа һуҙмайынса терапевҡа күренергә кәрәк. Ул, үҙ сиратында, тейешле анализдар үткәртеп, сир "тарихын" йыйғандан һуң, тейешле тип тапһа, энодскопия үтергә ебәрергә мөмкин.

Яман шеш менән ауырыусылар һаны, ҡыҙғанысҡа күрә, йылдан йыл арта. Эндоскопик тикшереүҙәрҙең был йәһәттән әһәмиәте ниндәй?

- Насар экология, стресс, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек заманында йәшәүебеҙ ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары һанының, шул иҫәптән яман шеш сиренең дә, артыуына килтерә. Бөтә осраҡта ла пациентты дауалауҙың һөҙөмтәһе уның ниндәй стадияла асыҡланыуына бәйләнгән. Айырыуса был яман шеш сиренә ҡағыла, ә ул бик мәкерле булыуы менән айырыла, йәғни күпселек осраҡта һуңғы стадияға тиклем уны кеше белмәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә яман шештең башланған ғына мәлен асыҡлау һәр табиптың тәүбурысы. Аш юлын, ашҡаҙан, бөйәндең, йыуан эсәктең торошон билдәләүҙең иң һөҙөмтәле ысулы эндоскопик тикшереүҙәр үткәреү. Биткә бетсә сыҡҡан осраҡта уны тиҙ арала дауаларға тырышабыҙ. Шундай уҡ бетсә эске ағзаларҙа ла килеп сығырға һәм ниндәйҙер осраҡта яман шешкә әйләнергә мөмкин. Табип-эндоскопист тикшереүҙәр аша ошондай үҙгәрештәрҙе асыҡлай ҙа инде.
Һаулығығыҙға ҡарата ниндәйҙер зарланыуҙар булмаған осраҡта ла профилактик медицина тикшереүҙәре үтеү мөһим. Был бигерәк тә ғаиләһендә, туғандары араһында яман шеш сире менән ауырыған кешеләр булған осраҡта кәрәк. Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә әһәмиәтлерәк икәнлеген онотмаҫҡа саҡырам.

Икенсе йыл Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Өфөлә тыуып үҫкән кеше булараҡ, баш ҡала хаҡындағы фекерҙәрегеҙҙе ишетергә ине.

- Өфөнө мин яратам. Йәшеллеге, матурлығы, бай тарихлы булғаны өсөн оҡшай ул миңә. Республиканың баш ҡалаһында тыуып үҫеүем, ошонда йәшәүем менән бәхетлемен. Өфөлә төрлө күренекле урындар күп, заманса төҙөлөш объекттары бихисап, ял итерлек матур парктары булыуы менән шулай уҡ күңелемә яҡын. Руль артында йөрөгәндә Өфөнөң күренештәрен күҙәтеү оҡшай. Беҙҙең баш ҡала төрлө булырға мөмкин. Ҡайһы саҡта ул йәш ҡыҙҙар һымаҡ уйынсаҡ, алсаҡ, күңелле, ә ниндәйҙер көндәрҙә уйсан, сабыр һәм ҡырыҫ. Өфөнө хисле һәм ихлас булғаны өсөн дә яратам.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 170

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru