«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫНЙЫ КЕҮЕК ТЕШТӘРЕ!
+  - 


Теш боҙолоп, соҡор (кариес) барлыҡҡа килһә, ул шешеп китеүе һәм уның хәүефле инфекция сығанағына әйләнеүе ихтимал. Кариесты, билдәле булыуынса, стоматолог-терапевт дауалай, ә инде оҙаҡ табипҡа күренмәй йөрөү арҡаһында теш сире аҙып, дауаларлыҡ булмаған осраҡта хирург уны һурып ырғытырға ла күп һорамай. Теш поликлиникаһына барған саҡта беҙ ишегенә "Стоматолог-ортодонт" тип яҙылған кабинетты ла күрәбеҙ, ләкин ундағы табиптарҙың шөғөлө менән артыҡ ҡыҙыҡһынмайбыҙ, сөнки теш һыҙлай һәм беҙгә тиҙерәк унан ҡотолорға кәрәк. Ә был кабинетҡа йомошо төшкәндәр араһында күпселеге бәләкәй балалар, йәш һәм үҫмер ҡыҙҙар. Кем һуң ул ортодонт һәм ни менән шөғөлләнә ул? Был хаҡта беҙгә Стәрлетамаҡ ҡала балалар стоматология поликлиникаһының теш табибы-ортодонты, ошо өлкәлә 42 йыл эшләүсе Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙы ИСХАҠОВА һөйләй.

- Стоматолог-ортодонт - ул төрлө сәбәптәр арҡаһында дөрөҫ үҫешмәгән, кәкре тештәрҙе төҙәйтеүсе (коррекция тип атала), теш-яңаҡ системаһындағы үҙгәрештәрҙе дауалаусы белгес. Беҙгә, ғәҙәттә, ошо йәһәттән проблемалары булған кешеләр мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, берәйһенең яңағы ныҡ алға сығып тора, икенсеһенең эйәге бик бәләкәй, эскә инеберәк киткән, өсөнсөһө кәкре тештәренән ояла һәм башҡалар. Бындай бит-йөҙ төҙөлөштәре тыумыштан йә нәҫелдән дә булырға мөмкин, ҡайһы берәүҙәрҙә ундай етешһеҙлектәр бала саҡ йылдарынан башланып китеүсән, сөнки иртә йәштән тештәр дөрөҫ үҫеш алмай. Ортодонтҡа тағы ла бит-йөҙ төҙөлөшөндә ассиметрия булғанда, аҙыҡты дөрөҫ сәйнәү һәләте һәм телмәр боҙолғанда, тештәр ғәҙәти булмағанса арҡыс-торҡос үҫкән осраҡтарҙа мөрәжәғәт итәләр. Ҡайһы берәүҙәр ортодонт белгестәр фәҡәт балаларҙы ғына дауалай, тип уйлап яңылыша һәм беҙгә килмәй.
Ундайҙарға шуны әйтергә теләйем: бындай етешһеҙлектәр төрлө сәбәптәр менән өлкән йәштә лә башланып китергә мөмкин, шуға күрә, уңайһыҙланып торорға кәрәкмәй, һуң булмаҫ борон белгескә мөрәжәғәт итеү хәйерле булыр. Әлбиттә, ортодонт йәрәхәтләнеүҙәр арҡаһында зыян күргән яңаҡ һөйәктәрен төҙәтеү менән шөғөлләнмәй, был яңаҡ хирургияһы белгестәренең эше. Ә беҙҙең өлкәгә ҡараған мәсьәләләр буйынса килеүселәрҙең тәүҙә хәлен баһалағас, зыянланыу сәбәптәрен асыҡлайбыҙ һәм дауалау ысулдарын билдәләйбеҙ. Балалар был йәһәттән дауалауға еңелерәк бирелә, шуға күрә балаларын беҙгә йөрөтөүсе ата-әсәләр быны яҡшы аңлай һәм бик дөрөҫ эшләй. Юғиһә, ҡайһы бер өлкәндәрҙең бик иҫе китеп бармай һәм бала өсөн был киләсәктә бик күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе бар: улар үҫә килә үҙҙәренең йәмһеҙ булып үҫкән тештәренән, бит төҙөлөшөнән ояла һәм яфалана. Уларҙа камил булмағанлыҡ комплексы үҫешә, шул арҡала улар тиңдәштәре менән аралаша алмай, был психологик проблемаларға килтереүе бик ихтимал. Унан һуң бит тештәрҙең һәм теш рәтенең тигеҙһеҙ, ҡыйыш булып үҫеүе һаулыҡҡа ла зыян килтерә: уларға ашарға, аҙыҡты тейешенсә сәйнәп эшкәртеүгә ҡамасаулай, ашҡаҙан эшмәкәрлеге, телмәр боҙола. Тағы бер етешһеҙлек - тешләү, йәки аҫҡы теш рәте менән өҫкөһөнөң тап килмәүе (дөрөҫ булмаған прикус) бик күп пациенттарға, бигерәк тә бәләкәй балалар өсөн хас нәмә. Был осраҡта тештең эмале, унан ҡала тештәрҙең һөйәк туҡымаһы, яҡ тештәр ашала башлай.
Тешләнеш рәтенең (прикустың) боҙолоуын төҙәтеүгә оҙаҡ ваҡыт, ә пациенттарҙан түҙемлек талап ителә, ләкин, әйтеүемсә, өлкән йәштәгеләргә ҡарағанда, балаларҙа тешләнеш рәтенең тигеҙһеҙлеген тиҙерәк урынына ултыртырға була. Бының өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ, пластинка конструкциялар, брекет-системалар эшләйбеҙ, шуларҙы кейеп йөрөргә кәрәк була. Был турала ентекләп һөйләп тороуға ҡарағанда бәләкәстәрҙең ата-әсәләренә кәңәштәр биреү файҙалыраҡ булыр, минеңсә. Бөгөнгө балаларҙы ҡаты аҙыҡ ашатмай ғына үҫтерәбеҙ бит: имеҙеү осоро үткәс, бутҡа, еләк-емеш пюреһы, эремсек... Былар, һис һүҙһеҙ, файҙалы, әлбиттә, ләкин ваҡыт-ваҡыты менән кескәйҙәргә алма, кишер кеүек ҡаты аҙыҡ та биреп алырға кәрәк. Ҡарылмаһын өсөн ул ашағанда мотлаҡ күҙ яҙҙырмау кәрәк. Мин үҙемдең балаларға тештәре сыҡҡан осорҙа махсус резина уйынсыҡ тоттороп ҡуя инем. Ҡаты әйберҙән тештәре нығына, өҫкө яңаҡ менән аҫҡыһы тап килеп үҫешә.
Имеҙеү осоро, тигәйнем бая. Хәҙер шулай уҡ балаларҙың күбеһе әсәнең күкрәк һөтөн имеп түгел, ә имеҙлекле шешә менән үҫә. Яһалма туҡландырыуҙың тештәр һәм теш рәттәре торошона йоғонтоһо ҙур. Унан һуң балаға, илаймы ул, юҡмы, кәрәкме был, әллә юҡмы - ауыҙына имеҙлек ҡаптырып өйрәтәләр. Һөҙөмтәлә өҫкө яңаҡ тештәре алға килеп сыға һәм артабан шулай үҫешә башлай. Бармағын имергә ғәҙәтләнгән балаларҙа ла шул уҡ дөрөҫ булмаған прикус була. Һуттарҙы һалам-көпшә менән һурыу ҙа теш-яңаҡ өсөн зыянлы. Был осраҡта урт һәм сәйнәү мускулдары яңаҡ һөйәген баҫа, тын алыш тәртибе боҙола. Ҡайһы бер балаларҙың тел керешен ҡырҡырға тура килә, сөнки ул аңҡауға тейеп тормағанлыҡтан, дөрөҫ йотоу рәүеше боҙола, ә телдең дөрөҫ ятышында ул аңҡауҙы күтәреп торорға тейеш. Телдең керешен дөрөҫ рәүешкә килтереү һәм "л", "р" хәрефтәрен дөрөҫ әйтеп өйрәнеү өсөн һәр төрлө күнекмәләр ҙә күп. Мәҫәлән, "тәрилкә ялау" - тәрилкәгә тәмле йогурт, ҡатыҡ йә ҡаймаҡ яғылтып бирергә лә шуны яларға ҡушаһың. Телде шартлатыу ҙа керештең һуҙылыуына килтерә.

Шулай итеп...
Кемдеңдер матурлығына һоҡланғанда, күҙ-ҡаш, оҙон керпектәр, сейә ирендәргә генә түгел, тештәргә лә иғтибар итәләр: "Ынйы кеүек тештәре" тип маҡтағанды беҙ йыш ишетәбеҙ. Ләкин тигеҙ, ап-аҡ тештәр матурлыҡ билдәһе генә түгел, ә һаулыҡ күрһәткесе лә ул. Әгәр кеше 50 йәшкә еткәндә бөтөн тештәре лә имен, һөйәктәре һынмаған, быуындары шешмәй - ғөмүмән, һөйәк системаһы кире үҙгәрештәргә дусар булмаған икән, был кешенең һаулыҡ торошо, тимәк, көнләшерлек, тигән һүҙ, сөнки кеше организмындағы бик күп сирҙәр туранан-тура уның тештәре торошона бәйле.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 132

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru