«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕЛӘК ТӘРБИӘ ЯРАТА
+  - 

"Баҡса еләге уңышы мул булһын өсөн уны иртә яҙҙан көҙгә тиклем тәрбиәләргә кәрәк", - ти һәүәҫкәр баҡсасы Гүзәл Кәримова. Түбәндә уның кәңәштәрен уҡығыҙ.

- Йәй буйы даими рәүештә баҡса еләгенең мыйыҡтарын киҫеп тороғоҙ. Күптәр уны өҙә, әммә өҙөү түгел, киҫеү мөһим. Мыйыҡтар еләктең туҡлыҡлы матдәләрен ала һәм уңышты 2-3 тапҡырға кәметә. Үрсетеү өсөн яңы үҫенте кәрәк булһа, мыйыҡтарҙы ситтәрәк урынлашҡан үҫемлектәрҙә ҡалдырырға мөмкин.
4-5 йыл һайын еләк түтәлен яңы урынға күсерегеҙ. Мөмкинлек булмаһа, уның үҫентеһен тулыһынса "йәшәртегеҙ". Бының өсөн иң көслө, мул уңыш биргән йәки тәме буйынса үҙегеҙгә нығыраҡ оҡшаған төптәрҙе билдәләп ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә төймәләнгән еләктәрен дә өҙөп ташлаһағыҙ, үҫемлек бар көсөн мыйыҡ ебәреүгә һаласаҡ, ә һеҙ күсереп ултыртыу өсөн бынамын тигән материал аласаҡһығыҙ.
Яңы еләкте күсереп ултыртҡанда тупрағы менән ҡаҙып алырға тырышығыҙ. Шулай иткәндә, еләк тамыры артыҡ зыян күрмәй һәм ул икенсе йылына уҡ яҡшы уңыш бирәсәк. Мыйыҡтарҙы мотлаҡ ҡырҡып ташлағыҙ, юғиһә, плантация ҡуйыра, еләк вағая. Еләк емешен алып бөткәс, августа уҡ ултыртырға мөмкин. Ултыртыр алдынан тупраҡты яҡшылап ашларға: 1 квадрат метрға 8 килограмм тиреҫ индерергә, 80 грамм ашлама, 100-150 грамм көл һибергә, тупраҡты яҡшылап ҡаҙырға кәрәк. Июнь аҙағында-август башында мыйыҡтарында барлыҡҡа килгән үҫентене 70*30 см схемаһы буйынса күсереп ултыртырға кәрәк.
Еләк тигеҙ урын ярата. Рәттәр араһын 60-70 см, ә үҫенте араһын 15-20 см ҡалдырығыҙ. Тупраҡ өҫтөнә торф йәки янған тиҙәк, ҡара полиэтилен пленка, һалам түшәгеҙ - үҫемлектәр яҡшы ҡышлаясаҡ, яҙын дым оҙағыраҡ һаҡланасаҡ. Бер нисә сорт еләк ултыртырға тырышығыҙ. Һеҙҙең баҡсала ҡайһыныһы яҡшыраҡ үҫеүен белер өсөн кәрәк был. Аҙаҡ үҙегеҙгә оҡшағанын ҡалдырырһығыҙ. Еләкте ямғыр яуып торған мәлдә ултыртһағыҙ, булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ябай баҡса еләге уңышты июнь-июлдә, ремонтант сорт йылына ике тапҡыр бирә. Еләк һыу ярата.

Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 194

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru