«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШНӘП ЙӘШӘР САҠТАРЫНДА...
+  - 

Йәйҙең үҙенә ылыҡтырып торған хозурлығы менән бергә кеше ғүмерҙәренә янаған хәүеф-хәтәрҙәре лә күп шул: кемдәрҙер еләк-емеш, бәшмәк йыйырға сығып, аҙаша; кемгәлер талпан ҡаҙала, йылан саға; эҫе һуға, йәшен ата - әҙме ни моңһоҙлоҡ йә һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүселәрҙе аҙым һайын һағалап тороусы бәлә-ҡазалар. Ләкин был һанап кителгән осраҡтар буйынса статистика бөтөнләй әҙ һәм кешенең иҫән ҡалыу ихтималлығы ла күберәк булһа, йәй осоронда һыуға батыусыларҙың хәле башҡасараҡ. Ҙур һыу менән ут моңһоҙлоҡто ғәфү итмәй. Ут менән һыуҙың ялы-ҡойроғо юҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит.

Ҡыҫҡаһы, йәмле йәй осороноң фажиғәгә сәбәп булыусы иң күп осрағы - кешеләрҙең һыуға батып үлеүе. Шуныһы, берҙән, ғәжәп тә, аңлашылмай ҙа: йыл һайын күпләп ҡабатланып торған был ҡазанан һабаҡ алыусылар һаны кәмемәй. Ә бит һыу янында һаҡ булырға, таныш түгел урындарҙы урап үтергә саҡырып торған өндәмәләрҙе лә, киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә яҙылып, иҫкәртелеп тороуға ҡарамаҫтан, кеше быларҙы һанға һуҡмай, кемгәлер бәлә ҡағылған икән, минең менән ундай хәл булмаясаҡ, тип уйлай, үҙ мөмкинлектәрен самалап еткермәй. Икенсе төркөм "диңгеҙ һыуы тубыҡтан" тип уйлаусылар - нигеҙҙә, һуҡмыш килеш һыуға ырғырға яратыусылар.
Әйткәндәй, батып үлеүселәр буйынса йыл һайын бирелеп килгән статистикала ҡабатлана килеүенсә, фажиғәгә тарығандарҙың яртыһынан күберәге - эскән кешеләр. Әле ни бары йәй уртаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре күңелһеҙ хәбәрҙәр килтерә башланы ла инде. Мәҫәлән, быйылғы йыл башынан республикала 34 кеше батҡан, шуларҙың өстән бере - балалар. Былтыр иһә ошо уҡ осорға 18 кеше батһа, быйылғы һандың артыуы, күрәһең, көндәрҙең ифрат та эҫе тороуына бәйлелер. Үткән ял көндәре генә лә (8-9 июль) 9 кешенең батып үлеүе тап шул турала һөйләй булыр. Бәхеттәренә күрә, ике кешене ҡотҡарып ҡалалар. Мәҫәлән, шәмбе, 8 июлдә теркәлгән фажиғәләрҙе генә ҡарайыҡ: Дүртөйлөлә 2015 йылғы бала батып үлгән; Өфөлә - ике ир; Тәтешлелә быуала бер ир; Стәрлетамаҡта бер ир Ашҡаҙарҙа батҡан; Октябрьскийҙағы карьерҙа һыу ингәндә 1988 йылғы бер ҡатынды батҡан ерҙән ҡотҡаралар, ләкин ул дауаханала иҫенә килә алмай ята; Бишбүләк районында ауыл быуаһында 2004 йылғы йәш кеше батҡан; Кушнаренкола 1970 йылғы ир эскән килеш Ағиҙел йылғаһында һыу ингәнендә бата һәм ул 7-8 км һыу ағымы түбәненән табыла. 9 июлдә: Салауат районы Әй йылғаһында 1984 йылғы ир эскән килеш рөхсәт ителмәгән ерҙә һыуға төшөп бата; Көйөргәҙе районының ауыл быуаһында бер кешене батҡан еренән ҡотҡарып ҡалалар; Иглин районының ауыл быуаһында 1987 йылғы ир батып үлә, шулай уҡ эскелек арҡаһында.
Күренеүенсә, бәхетһеҙлек осраҡтарының күпселегендә "төп ролде башҡарыусы"лар - көслө һәм төптән уйлау һәләтенә эйә һымаҡ күренгән ирҙәр, әммә уларҙың тәбиғи көсөнән дә көслөрәк һәм аяуһыҙыраҡ стихия бар икәнен улар уйлап та бирмәгән йә булмаһа, эскелек арҡаһында аҡылдары юйылған, хәүеф-хәтәрҙе баһалау кимәле юҡҡа сыҡҡан, йәл. Ә бит гөрләтеп, айыҡ аҡыл менән яҡындары, туғандары, дуҫтары араһында йәшнәп йәшәр саҡтары ине...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru