«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҠЫР ЗАКОНДАР ҘА БУЛА…
+  - 


Күҙҙәре бәйләнгән, бер ҡулына бизмән, икенсеһенә ҡылыс тотҡан ҡатын-ҡыҙ статуяһын кемдең күргәне юҡ? Суд органдарының ғәҙел хөкөм символы итеп яһағандар уны. Боронғо грек мифологияһына таянып төшөрөлгән ана шул һүрәтте күрһәм, һәр саҡ бынан күп йылдар элек ҡараған бер һинд фильмын хәтерләйем.

"Слепой закон" тип атала ине ул. Күҙ йәшһеҙ ҡарау мөмкин булмаған был фильмда бер ҡыҙ бала үҫтергән йәш ғаиләнең тормошо һүрәтләнә. Ҡатыны ғәйәт һылыу булған шул ғаилә башлығына көнсөллөгө килеп, үс тотоп йөрөгән бер яуыз әҙәм һәр саҡ уға ниндәйҙер этлек ҡылырға тырыша, хатта берәй законлы юл менән уны төрмәгә лә ултыртмаҡ була. Бер мәл был кеше һис кемдең башына килмәҫтәй мәкерле план ҡора. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән ғәйепһеҙ бер крәҫтиәнде тотоп үлтерә лә, уның йөҙөн таш менән иҙгеләп, танымаҫлыҡ хәлгә килтерә. Кеҫәһендә документтары ятҡан үҙенең кейемдәрен һалып, шул мәйеткә кейҙерә, ғөмүмән, үҙен үлгән итеп күрһәтә. "Үҙен үлтереүҙә" әлеге йәш кешене ғәйепләһендәр өсөн ваҡиғаны йәнәһе лә "күреп торған" ялған шаһиттар яллай һәм икенсе бер ҡалаға ҡаса. Исемен, йөҙөн үҙгәртеп, һаҡал-мыйыҡ үҫтереп, "рухани" кеше булып китә. Полиция һис бер ғәйебе булмаған әлеге йәш ирҙе ҡулға ала. Шаһиттарҙың күрһәтмәһенә судья ла ышана, "үлтереүсе" тип ғәйепләнеп, ир ун йылға төрмәгә ябыла. Был кеше төрмәлә саҡта уның бағыусыһыҙ ҡалған ҡәҙерле ҡатыны, ҡыҙы үлә…
Хөкөм язаһын тулыһынса алып, ир, ахырҙа, иреккә сыға. Ғаиләһе өсөн ныҡ ҡайғыра. Күпмелер ваҡыттан яҡындарының үлеменә сәбәпсе булған, үҙен нахаҡҡа хөкөм иттергән әлеге "руханиҙы" танып ҡала һәм уға ташлана. Ә теге бәндә, ҡурҡыныс янағанын күреп, ҡаса башлай һәм суд залына барып инә. Унда сираттағы суд ултырышы бара. Яуыз әҙәм ярҙам һорап, судьяның аяҡ аҫтына йығыла. Әммә шул мәл ҡыуып еткән үс алыусы уны аямай, залдағы бөтә кеше алдында сәнсеп үлтерә. "Судья әфәнде, иҫләйһеңме, ҡасандыр ошо кешене "үлтергәнем" өсөн һин мине хөкөм иткәйнең, - ти ул закон вәкиленә. - Мин ун йыл төрмәлә ултырып сыҡтым. Шул арҡала иң ҡәҙерле кешеләремде юғалттым. Ә бына бөгөн был әҙәм аҡтығын мин ысынлап та дөмөктөрҙөм. Мине тағы ла төрмәгә ябырға ҡулың барырмы? "Әллә ҡасан үлгән кешене икенсе тапҡыр үлтергән өсөн…" тигән закон бармы һеҙҙә? Һәм шул законығыҙ минең ҡатынымды, ҡыҙымды ҡабаттан терелтә аламы?.." Фильм нисек тамамланды, тип уйлайһығыҙ? Был кешене тағы ла хөкөм итәләр. Эйе, "кеше үлтергән" өсөн. Ошо хаҡта бер закон белгесенә: "Әгәр ҙә тормошта шундай хәл ысынлап та була ҡалһа, кешене икенсе мәртәбә хөкөм итеүҙәре мөмкинме?" - тигән һорау биҙем. "Эйе, - тине белгес, - суд ҡарары, ғәҙәттә, аныҡ үлтереү осрағы буйынса сығарыла. Ә "самосуд" бер ерҙә лә рөхсәт ителмәгән. Әлеге егет законға мөрәжәғәт итергә тейеш булған…"
…Икенсе бер ваҡиға мин хеҙмәт итеп йөрөгән осорҙа булды. Был хәл хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә әллә ни ҡағылмай, ә уларға урынһыҙға мөрәжәғәт итергә яратыусы бәғзе бер кешеләр хаҡында. Гарнизонға юғарынан финанстар хеҙмәтен тикшереүсе сираттағы комиссия килеп төшә. Майор званиеһындағы беҙҙең часть финансисы был кешеләрҙе "ризалаштырыр" өсөн уларҙы мөмкин тиклем йылы ҡаршыларға тырыша. Тикшереүселәрҙе хөрмәт итә торған шундай йоланың бөтә ерҙә лә булыуын барыбыҙ ҙә белә бит инде. Ревизорҙарға өлкәләге райондарҙың береһендәге тарихи ҡомартҡыны (Силәбе өлкәһендәге "Арҡайым"ды) күрһәтергә була был. Ул саҡ шәхси автомобиль һирәктәрҙә генә бар ине, әммә комиссия ағзаларын ултыртып йөрөтөргә транспорт бик кәрәк булып киткәс, әлеге майор "Жигули"һы булған бер прапорщикка мөрәжәғәт итә. Автомобиль хужаһы уларҙы күрше районға алып барырға риза була. Комиссия ағзаларының күңелен күреп, уларҙы һыйлап, ҡабаттан хәрби ҡаласыҡҡа алып ҡайтып килгән мәлдә ҡараңғыла юл трассаһына кинәт килеп сыҡҡан бер йылҡы малына төкөйҙәр. Машина бөтөнләйгә тиерлек емерелә. Бәхеткә, уның хужаһы, ревизорҙар барыһы ла иҫән ҡала. Тик беҙҙең майорыбыҙ, баш мейеһе һелкенеп, госпиталгә эләгә (хәрби табип булараҡ, уны дауалауҙа мин дә ҡатнашҡайным). Оҙаҡ ҡына дауаланып сыҡҡас, һаулығына килтергән зыян өсөн матди компенсация (күпмелер аҡса) юллап, был офицер үҙенең йомошон үтәүсе әлеге водителде судҡа бирергә була. Судтың ниндәй ҡарар сығарғанын белмәйем. Һәр хәлдә, өлкән офицерҙың һүҙен тыңлаған, шул арҡала үҙенең шәхси автомобилен емерттергән меҫкен прапорщикты йәлләнем. Моғайын, уны суд яҡлағандыр, тип кенә өмөт иттем. Ә аҡсанан башҡа нәмәне танымаған, үҙенә нисек матди яҡтан файҙа эшләүҙе генә ҡайғырта белгән әлеге финансист майорҙың "тапҡырлығына" ошо көнгәсә аптырайым…
Хөкүмәтебеҙ ҡанундарын ғәмәлгә ашырып, шулар менән эш итеүселәр, әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә саф йөрәкле, таҙа намыҫлы булырға, закондың һәр статьяһын тик ғәҙеллек, кеше мәнфәғәтен ҡайғыртыуға ғына йүнәлтеү яғын ҡарарға тейеш тип һанайым. Әҙәм балаларының һәр төрлө шундай проблемаларын хәл иткәндә аныҡ вазифа биләгән хеҙмәткәрҙең фәҡәт шаблон буйынса ғына ғәмәл ҡылыуы кешеләрҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмауы ла бар бит әле.
Законға бәйле сетерекле хәлдәр хаҡында һөйләшә башлаһалар, һәр саҡ ҡәләмдәштәремдең береһе иҫемә төшә. "Киске Өфө" гәзитенең әүҙем авторы, этнограф, тарихсы, отставкалағы прокурор Закирйән Әминев ул. Башҡаларға һәр саҡ яғымлы, асыҡ йөҙлө был кешене ҡасандыр ана шул яуаплы, ауыр эштә эшләгән тип күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Уның менән булған бер ваҡиға элегерәк гәзитебеҙҙә лә баҫылып сыҡҡайны. "Айыумы? Ул Госстрах инструкцияһын белмәгән бит" тип аталған шаян мәҡәләне кинәнеп уҡығаным хәтеремдә. Бер яҡтан ҡарағанда, "мәҙәк" тип кенә һанарға ла булған был хәлде мин ифрат етди ҡабул иттем. Үҙен һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән страховкалатҡан бер кеше ниндәйҙер эш менән урманда йөрөгән сағында айыуға тап була. Әллә балаларын ҡыҙғанып, әллә ни, йыртҡыс был әҙәмде ныҡ ҡына яралап ташлай. Бәхеткә, ир тере ҡала. Дауаханала йүнәлеп сыҡҡас, зыян күреүсе үҙенең страховкаланған булыуын иҫләп, Госстрахҡа мөрәжәғәт итә. Әммә был ойошманың инструкцияһындағы "страховой случай" булырлыҡ һәр төрлө бәхетһеҙлек осраҡтары теҙмәһендә "йыртҡыс хайуандарҙан күргән зыян" тигән өлөшө юҡ икән. Клиент Госстрахтан "Бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ" тигән һымағыраҡ яуап ала. Улар менән ризалашырға теләмәгән был ир прокуратураға мөрәжәғәт итергә була. Бәлә-ҡазаға тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һәр саҡ үҙенең иң беренсе бурысы итеп һанаған Закирйән Ғәлимйән улы был эш менән ентекләп таныша. Тәжрибәле прокурор булараҡ, бар зиһенен егеп, әлеге кешегә ярҙам итеү ысулын таба. Ә Госстрах ойошмаһы зыян күреүсе клиентына "страховка" аҡсаһын түләргә мәжбүр була…
Бөгөнгө көндә хоҡуҡ һағында торған закон вәкилдәренең барыһы ла Закирйән ҡорҙаш һымаҡ киң күңелле, иғтибарлы, башҡаларҙың хәленә инә ала торған кешеләрҙер, моғайын, тигән ышанысым бар. Халыҡ тап ана шундай ғәҙел прокурор, судья, адвокаттар булыуына өмөт итә бит. Башта иҫкә алған һинд фильмындағы хәл ысынбарлыҡта бер ҡасан да булмағандыр тип тә уйлайым, ә шулай ҙа… был донъяла ниҙәр генә булмай. Бөтә буласаҡ нәмәне "инструкция"ларға индереп бөтөү ҙә мөмкин түгел, әммә һәр кемебеҙ "кеше" булып ҡалырға, бер-беребеҙгә кешеләрсә мөғәмәлә итергә бурыслыбыҙ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru