«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАУАЛАУҒА ҠАРАҒАНДА СИРҘЕ ИҪКӘРТЕҮ ЯҠШЫРАҠ
+  - 

Өйәнәк (эпилепсия), көнсөллөк һәм сихыр кеүек сирҙәр Иблис аша килә, ул бит фәхешлек, боҙоҡлоҡ, яманлыҡ сығанағы. Тән сирҙәренә фалиж һуғыу, махау ауырыуы (проказа), түләмә (язва), аҡылдан яҙыу һәм башҡа шундай сирҙәр инә. Микробтар, ауырыу бактериялары, вирустар - былар бары тик сирҙең тышҡы сәбәбе генә. Бөтә сырхауҙың сығанағы - кеше тәненә ағыу өрөп индерә торған Иблис.
Сирҙәрҙән һаҡланғыһы килгәндәргә үҙҙәренең тәндәрен һәм йәндәрен шайтандан һаҡларға кәрәк. Бының өсөн "Аятүл-Көрси" уҡыу ләзем. Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Йоҡларға ятҡанда, "Аятүл-Көрси" уҡығыҙ, һеҙгә шул саҡта Аллаһы Тәғәлә тарафынан һаҡсы-фәрештә бирелер, шайтан иртәнгә хәтле һеҙгә яҡыная алмаҫ".
Шулай уҡ һәр ваҡыт "Бисмилләһи" ("Аллаһ исеме менән") тиергә кәрәк. Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Аллаһ исеме менән кеше өйгә ингәндә һәм Аллаһ исеме менән ашай башлағанда, шайтан әйтә: "Бында миңә ҡуныр урын, ашар ризыҡ юҡ икән". Әгәр ҙә кеше "Бисмилләһ"те әйтмәйенсә өйгә керһә, шайтан әйтә: "Бында миңә ҡуныр урын бар". Әгәр ҙә кеше "Бисмилләһ"һеҙ ашай башлаһа, шайтан: "Миңә бында ҡуныр урын да һәм киске аш та бар", - ти.
Шулай итеп, кеше "Бисмилләһ" рәхмәте менән үҙен, ғаиләһен, йортон һәр бер сирҙең яманлығынан һәм бәлә-ҡазанан һаҡлай. Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһтың китабы тап бына ошо һүҙҙәрҙән башлана.
Әбү Һүрайра (радыйаллаһу ғәнһү) тарафынан һөйләнгән бер хәҙистә Аллаһының Илсеһе (с.ғ.с.) әйткән: "Үҙ йорттарығыҙҙан ҡәбер яһамағыҙ. Ысынлап та, шайтан "Бәҡара" сүрәһе уҡылған йорттарҙан ҡаса".
Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ғабдулла бин Хәбибкә (радыйаллаһу ғәнһү) әйткән: "Әйт". "Нимә әйтергә?", тип һораным мин. Ул әйтте: "Аллаһтың берлеге тураһында әйт, "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс" сүрәләрен иртәнсәк һәм кисен өсәр мәртәбә уҡы. Был һине барса яманлыҡтарҙан һаҡлар". Икенсе бер хәҙистә Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә төбәлеп әйткән: "Йә, Ғуҡбә, һиңә ике изге сүрәне өйрәтергәме? Ул "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләре. Йә, Ғуҡбә, йоҡларға ятыр алдынан һәм уянғандан һуң һәр ваҡыт шуларҙы уҡы. Ошо сүрәләр һаҡлаған кеүек, шайтандан һаҡлар нәмә юҡ".
Ошо сүрәләр шайтанды ҡыуалар, Аллаһтың рәхимлелеген үҙенә тарталар, бөтә тәнде тыныслыҡ, именлек менән тултыралар. Быны раҫлап, Аллаһы Тәғәлә "Нәхел" ("Бал ҡорто") сүрәһенең 98-99-сы аяттарында әйткән: "Эй, мөьмин бәндәм, әгәр Ҡөрьән уҡырға теләһәң, башта "Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим" тип әйт. Әлбиттә, иман килтереп, шәриғәт хөкөмдәрен тулыһынса үтәү өсөн, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылған хаҡ мөьминдәргә ул шайтандың ихтыяры юҡтыр, йәғни үҙенә эйәртергә көсө етмәҫ".
Әлбиттә, Иблис кешегә йәшерен генә бәлә-ҡазалар килтерергә һәм уның сирҙәренең сәбәпсеһе булырға тырышыр. Әгәр ҙә кеше, Аллаһы Тәғәләнән был яуыз дошмандан һаҡлауҙы һораһа, ысын күңелдән, ныҡлы иман менән Аллаһҡа ышанһа, шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә Үҙ рәхимлеге менән уны һаҡлар, һәм ул еңеллектәр менән сирҙәрҙән ҡотолор.
Аллаһтың һөйөклөһө - Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ҡөрьән рәхмәте аша үҙ йөрәгенең терелеүен, күңеленең нурланыуын, бәләләрҙән, ҡайғыларҙан ҡотҡарыуын һораған. Шулай булғас, нисек инде Ҡөрьән шифа бирмәһен!
Сирҙәрҙән ҡотолоуҙың төп ысулы - Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһҡа зикер әйтеү (йәғни Аллаһты йыш иҫкә алыу). Аллаһы Тәғәлә "Рәғд" ("Күк күкрәү") сүрәһенең 28-се аятында әйткән: "Әлбиттә, Аллаһ зикере һәм Ҡөрьән вәғәзе менән генә күңелдәр ҡарар табыр", һәм шул ваҡытта йөрәктәр тынысланыр, күңелдәр асылыр, тәндәр нығыр, һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешегә һаҡсы бирелер, сөнки Аллаһы Тәғәләне иҫкә алған кешене Аллаһы Тәғәлә иҫкә алыр һәм һәр ваҡыт уның менән булыр. Аллаһ кешене һаҡлағанда, нисек инде сир уны еңергә баҙнат ҡылһын? Ә Аллаһты иҫкә алмаған, Уға буйһонмаған, үҙ шәһүәттәренә батҡан һәм гел был донъя артынан ҡыуған кешеләр тураһында Аллаһы Тәғәлә "Зухруф" ("Алтын хазина") сүрәһенең 36-сы аятында былай әйтә: "Берәү Ҡөрьәнгә ышаныуҙан йәки уның менән ғәмәл ҡылыуҙан баш тартһа, Ҡөрьән юлына керергә теләмәһә, Беҙ ул кешене шайтанға тапшырырбыҙ, ул шайтан уға яҡын булыр, һис тә айырылмаҫ". Гонаһтан пак булған изгеләр һәм гонаһҡа батып бөткән яуыз йәндәр илаһи ғәҙеллек арҡаһында бер тигеҙ түгел. Шуға күрә изгеләрҙең тәндәре лә таҙараҡ, йөҙҙәре лә нурлыраҡ, сафыраҡ. Шуларҙың береһенән бының сере тураһында һорағас, ул әйткән: "Изгеләр Рәхимле менән намаҙҙа, ураҙала тәҡүәлектә бергә ҡалалар һәм Ул уларға Үҙенең нурын бирә".

"Ҡөрьән Кәрим менән үҙеңде дауала" китабынан.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru