«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ МУЗЕЙЫБЫҘҘА...
+  - 

Республиканың төп музейында "Китап фонды раритеттары" күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә. Күргәҙмәләге төп урынды Өфөлә "Китап-байрам" Халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Милли музейға һаҡлауға тапшырылған Усман Ҡөрьәне күсермәһе биләй.

Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙың береһе булған изге китаптың тарихы бик бай. Фараз итеүҙәренсә, Ҡөрьәндең стандарт текстарының беренсе биш ҡулъяҙмаһы өсөнсө хәлиф Усман (579-656) осоронда илдең төп ҡалаларына ебәрелә, ә алтынсы нөсхәһе хәлиф янында ҡалдырыла. XV быуатта Тамерлан үҙенең яулап алыу походтары барышында изге китапты Сәмәрҡәндкә алып ҡайта.
Урта Азия Рәсәй империяһы составына ингәндән һуң ҡулъяҙманы һаҡлап ҡалыу ниәтендә уны Санкт-Петербургка ебәрәләр. Бында китап императорҙың асыҡ китапханаһында һаҡлана. 1917 йылғы инҡилаптарҙан һуң, Петроград мосолмандарының һорауҙары буйынса, Усман Ҡөрьәне Бөтә Рәсәй мосолмандар советына тапшырыла һәм Өфөгә килтерелә. Ә 1923 йылда Төркөстан республикаһы вәкилдәре һорауы буйынса Совет хөкүмәте Ҡөрьәнде Урта Азия мосолмандарына ҡайтарыу һәм Ташкентҡа ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бөгөнгө көндә ҡулъяҙма Ташкент ҡалаһының Муйи-Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана.
Усман Ҡөрьәненең берҙән-бер күсермәһе Башҡортостан Хөкүмәте һорауы буйынса Үзбәкстан Халыҡ-ара Ислам академияһы хеҙмәткәре Хәбибулла Солиев тарафынан эшләнә.
Артабан был ҡиммәтле экспонат республикабыҙҙың төҙөлөп ятҡан Күсмә цивилизациялар музейына тапшырыласаҡ. Шуға тиклем барығыҙҙы ла изге китапты Башҡортостандың Милли музейында күреп ҡалырға саҡырабыҙ!

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 188

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru