«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САБЫЙ НИҢӘ БАЙДЕНДАН ҠУРҠТЫ?
+  - 

12-13 июлдә халыҡ-ара хәлдәрҙе артабан да ҡатмарлаштырыу һәм ҡораллы ҡотҡолар таратыу йәһәтенән донъяла иң эре һәм ҡеүәтле империалистик альянс булараҡ, НАТО-ның Вильнюстағы сираттағы саммиты аҙнаның иң ҙур ваҡиғаһы булды, тип билдәләне донъя киң мәғлүмәт саралары.

Блокты артабан ҡоралландырыу, Рәсәй менән Ҡытайға мөнәсәбәт һәм, әлбиттә, шефлыҡҡа (әллә уллыҡҡа?) алынһа ла, блок ағзалығына һаман индерелмәгән Украина мәсьәләһе саммиттың көн тәртибендә төп урында торҙо. Ә был һуңғы мәсьәләгә саммит хатта ки икенсе көнөн тотошлай бағышланы, ләкин, нисек кенә көсәнмәһендәр (ә бәлки, шулай күренергә тырыштылармы), Зеленскийҙы атайҙарса арҡаһынан ҡаҡҡылап, йыуатып, ағзалыҡты тәки бирмәнеләр. Шулай булырын алдан һиҙемләгән Украина етәксеһенең саммитҡа бер ҙә генә аяғы тартмаған, тинеләр, етмәһә, ул ярһыуынан НАТО-ны икеле-микеле вәғәҙәләре өсөн тәнҡитләп тә ташлаған, ләкин баш эйеп шунда кире килергә мәжбүр булған. Ә ҡайҙа барһын ул? Дөрөҫөн генә әйткәндә, ағзалыҡҡа Украинанан "яғымлы" ғына баш тартып, Көнбайыш асылда был илгә һәм бигерәк тә уның лидеры Зеленскийға ысын мөнәсәбәтен, уның урыны әле һаман да "ишек төбөндә" икәнен күрһәтте. Әлбиттә, "ҙур ағайҙар"ҙың ҡарары икенсе төрлөрәк тә булыр ине, бәлки, тик Зеленский уларҙы яу ҡырынан бер ниндәй ҙә ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән һөйөндөрә алмай ине шул. Хәйер, хәлдәрҙең торошон "ҙур ағайҙар" үҙҙәре лә үтәнән-үтә күреп тора бит. НАТО-ның Генераль секретары Столтенберг айырым-асыҡ итеп: "Әгәр Украина еңмәй икән, уның ағзалығы хаҡында һүҙ ҙә алып барылмаясаҡ", - тип әйтеп һалды түгелме? Йыуатып, ҡорал ебәреүҙе дауам итергә вәғәҙәләнеләр, ләкин, әйтеүҙәренсә, Америка бындай ярҙамды былтырғыға ҡарағанда 10 тапҡырға әҙерәк бүлмәксе икән. Дөрөҫ, килем килтермәгән һуғыш бысағымамы һуғыш суҡмарҙарына, уларҙың "икмәге" шул бит, юғиһә. Әле килеп Балтик буйы илдәрен, Польшаны, Финляндияны хәрби көстәре һәм ҡорал менән тултырыуға ғына ла күпме ресурс кәрәк! Был, әлбиттә, Рәсәйгә лә һәр яҡлап аң һәм һиҙгерлек, өҫтәмә көсөргәнеш талап итә.
Шулай итеп, Вильнюс йыйылышы Америкаға Рәсәй менән Ҡытайға ҡаршы артабан ҡаршы тороу йәһәтенән НАТО сафтарын туплау һәм нығытыуға бер ни тиклем мөмкинлек бирҙе. Саммиттың һығымта документтарында Ҡытайға бик ҙур урын бирелгән, ти эксперттар. НАТО илдәре Ҡытайҙың ядро арсеналын үҫтереүгә йүнәлеше һәм уның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрен нығытыуы айҡанлы хәүефләнеү белдерә. Һөҙөмтәлә НАТО хәҙер Европа көрсөгөн хәл итеп тә тормаҫтан, Азия-Тымыҡ океан кризисы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Был Азия-Тымыҡ океан төбәктәренән саммитҡа килеп еткән Япония, Көньяҡ Корея, Австралия, Яңы Зеландия ҡунаҡтарынан да күренә ине инде. Бындай йүнәлеш Европаға бөтөнләй ҡулай түгел, әммә Американың үҙе өсөн бик отошло. Икенсенән, Ҡушма Штаттар, һәр ваҡыттағыса, ситтән күҙәтеүсе ролендә финдар, поляктар һәм Балтик буйы республикаларын алғы һыҙыҡҡа теҙеп ҡуйып, Рәсәйгә Балтик буйынан янауҙы көсәйтеү сараһын күрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Америка Ҡушма Штаттары донъя берлегенә планеталағы сәйәси хәл-ваҡиғалар менән үҙе уйлап сығарған ҡағиҙәләр буйынса, үҙе теләгәнсә идара итергә теләүен асыҡ белдерҙе. Өҫтәүенә, АҠШ-тың билдәле даирәләре киләһе һайлауҙа ла деменция менән яфаланыусы бәлтерәгән Байденды президент итеп, донъя лидерлығына өмөт бағлай.
Шулайын шулайҙыр ҙа, тик бына Вильнюста Байденды ҡаршылаусы халыҡ араһындағы бер әсәнең сабыйы нишләптер президентты шундуҡ оҡшатманы. Тәүҙә унан ҡурҡып, иламһыраны, ә Байден ҡарт шулай ҙа хушлашып, уны үбергә ынтылғас, башын бороп, әсәһе яурынына һыйынды. Сабый күңеле һиҙгер шул, кемдең кем икәнен әллә ҡайҙан белә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.07.23 | Ҡаралған: 177

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru