«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНЙӘ РУХЫ ЙӘШӘЙ ҺАМАН ДА...
+  - 


Быйыл Ырымбур өлкәһе Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улысы башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм уны Башҡортостанда ойоштороусыларҙың береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тула. Ул әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районына ҡараған Кинйә-Абыҙ ауылына нигеҙ һалыусы. Билдәле шәхестең юбилейына ҡарата һәм уның исемен мәңгеләштереү буйынса районда ниндәй эштәр башҡарыла, Кинйә абыҙ нигеҙ һалған ауыл бөгөнгө көндә нисек йәшәй? Ошондай һәм башҡа һорауҙар менән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы ИЛЬЯСОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Юлай Талха улы, һүҙҙе Кинйә Арыҫланов шәхесенең үҙе нигеҙ һалған ауылы, районы һәм республика өсөн әһәмиәтенән башлайыҡ.

- Көйөргәҙеләр үҙҙәренең данлыҡлы яҡташтары иҫтәлеген хөрмәт итә һәм уның тураһындағы хәтирәләрҙе һәр саҡ күңелендә һаҡлай. Кинйә Арыҫланов Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫкән, ошонда ул рух ныҡлығы алған, ырыуҙаштарының аҡыллы кәңәшсеһе һәм уҡытыусыһы булған, үҙ халҡының азатлығы һәм үҙаллылығын даулап көрәшкән яугирға әйләнгән.
Кинйә Арыҫланов - башҡорт халҡының геройы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Көйөргәҙе районының бренды һәм, һис шикһеҙ, үҫеп килеүсе быуынға илһөйәрлек өлгөһө булған шәхес. Нәҡ ошо ерҙә, ул нигеҙ һалған ауылда, бер юлы өс Советтар Союзы Геройы - Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров һәм Хәсән Ғайсин - тыуған. Улар Кинйә батыр рухы йәшәгән ерҙән көс-ғәйрәт алып, дошманды тар-мар иткән, үҙҙәренең исемен Кинйә абыҙ кеүек үк ил тарихында мәңгеләштергән. Кинйәнең рухы, исеме бөгөнгө көндә лә уның ауылын йәшәтә.

Әйткәндәй, уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында Кинйә-Абыҙ ауылына бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янаған бит. Шулай ҙа урындағы халыҡ "перспективаһыҙ", тигән мөһөр тағылған ауылдарын һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкән. Бөгөн ауыл нисек йәшәй?

- Эйе, ундай мәлдәрҙе лә кисергән был ауыл. Ул ваҡыттарҙа Кинйә-Абыҙ бөтөнләй юҡҡа сыға яҙған булған, ауылда мәктәп тә, магазин да, етештереү биналары ла ҡалмаған, эш урындары бөткән, йәштәр ауылдан ситкә күсеп киткән. Ләкин ауылдың Ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына юл ҡуймаған арҙаҡлы уҙамандарға рәхмәт, уларҙың тырышлығы менән Кинйә-Абыҙ бөгөн дә йәшәй, үҫә, төрлө уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, ошондай кешеләрҙең береһе - Кинйә-Абыҙ ауылында тыуып үҫкән Хәлилов Ғәзиз Ислам улы был тарихи ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп көс һала. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул башланғысын аҙағына тиклем алып барып еткерә алмай, ләкин уның фиҙаҡәр эшен тыуған яҡҡа ҡарата битараф булмағандар дауам итә. Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улының башланғысы менән Республиканың Министрҙар Советы 1980 йылда Кинйә-Абыҙ-2 ауылын тергеҙеү буйынса махсус ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы, ауылда 28 торлаҡ йорт күтәрелеп, мәктәп, магазин, малсылыҡ биналары төҙөлә, юл һалына. Тыуған яҡтарына ҡайтыусылар ҙа табыла. 1992 йылда ауылды комплекслы төҙөү һәм 150 урынлыҡ клуб менән бергә Кинйә Арыҫлановтың музейын төҙөү тураһында Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарары ҡабул ителгәс, ауыл тағы ла нығыраҡ йәнләнә.
Бөгөнгө көндә ауылда 20-нән ашыу ихата иҫәпләнә, 138 кеше йәшәй, ағымдағы йыл башынан 2 бала донъяға килде. Кинйә-Абыҙҙа 3 крәҫтиән-фермер хужалығы эшмәкәрлек алып бара, башланғыс мәктәп, музей, ауыл клубы, медпункт эшләй. Ауылға газ үткән, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин ителгән, бөтә урамдарға ла асфальт түшәлгән. Ветерандар советы, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ирекле халыҡ дружинаһы эшләй.
Кинйә-Абыҙҙа дуҫ, татыу, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Уларҙың һәр береһе ауылдың үҫеше, ғаилә ҡиммәттәре, балаларҙың матур, етеш йәшәүҙәре тураһында уйлай һәм быға тик айыҡ тормош алып барғанда, матур итеп йәшәргә ынтылғанда ғына өлгәшеп була икәнен яҡшы төшөнә. Мәҫәлән, ошондай ғаиләләрҙең береһен - "Өлгөлө ғаилә" республика конкурсында "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре" номинацияһында икенсе урын яулаған Рахманғоловтарҙы миҫал итеп әйтергә була. Шуныһы ҡыуаныслы, бындай күркәм ғаиләләр күп Кинйә-Абыҙҙа.
Күптән түгел йомғаҡ яһалған "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсында Кинйә-Абыҙҙарҙың бәләкәй ауылдар араһында беренсе урын яулауҙары ла ошо хаҡта асыҡ һөйләй. Алдағы пландарҙа ауылды "Башҡорт оҙон ғүмерлеге" республика туристик маршрутына индереү күҙаллана, йәғни ауыл артабан да әүҙем үҫәсәк, тип ышаныслы әйтергә була.
Ауылды һаҡлап ҡалыуға һәм уның үҫешенә Кинйә-Абыҙҙа тыуып үҫкән кешеләр ҙур өлөш индерә. Улар араһында "Южуралойл" ЯСЙ етәксеһе Зиннур Исхаҡовты, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовты билдәләп үтергә була. "Атайсал" проекты сиктәрендә улар ауылдаштары иҫтәлегенә мәрмәр обелиск ҡуйҙы, Кинйә-Абыҙ-1 ауылына тиклем юлды төҙөкләндерҙе, Көйөргәҙе йылғаһы аша күперҙе яңыртты, иҫке зыяратты кәртәләне. Бөгөнгө көндә улар шулай уҡ Кинйә Арыҫланов музейын тулыландырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Ауылдың матур бөгөнгөһө тураһында ишетеү бик ҡыуаныслы. Киләсәге лә яҡты булһын, тип теләйбеҙ. Ә ошо ауылға нигеҙ һалыусы Кинйә Арыҫлановтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла төбәктә?

- Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановтың яҡты иҫтәлеген һаҡлау өсөн байтаҡ саралар үткәрелә. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, районда Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән урамдар бар, ауылынан йыраҡ түгел Кинйә мәмерйәһе урынлашҡан, шәхестең музейы эшләй, районда бер нисә урында уның бюстары ҡуйылған. Районда Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы булдырылған, биш йыл һайын уның юбилейы төрлө саралар менән киң билдәләнә, шулай уҡ башҡорт батырының 300 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә Көйөргәҙе районы Советы тарафынан Кинйә Арыҫланов миҙалы булдырылды.

Быйыл үтәсәк юбилей сараларына ла күҙ һалайыҡ.

- Кинйә абыҙҙың 300 йыллығына ҡарата ҙур күләмле саралар үткәреләсәк, тип күҙаллана. Мәҫәлән, 10 июндә Кинйә-Абыҙ-1 ауылында "Беҙ бөйөк Кинйә вариҫтары" исемле ҙур һабантуй үтте. Августа "Кинйә йыйыны"н уҙғарыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Йыйын сиктәрендә "Һөнәрҙәр йәйғоро" исемле Һөнәр һәм кәсеп фестивале, "Мәргән уҡсы" турниры, ҡурайсыларҙың төбәк фестивале һәм башҡа күп төрлө саралар уҙасаҡ. Шулай уҡ "Аҡбуҙатта ҡунаҡта" исемле VI Асыҡ балалар һәм йәштәр ижади республика фольклор фестивале үткәреү ҙә планлаштырылған.

Крәҫтиәндәр һуғышы башланғанға тиклем Кинйә Арыҫланов 10 йыл дауамында улыс старшинаһы вазифаһын башҡарған. Һеҙ, район башлығы булараҡ, уның ниндәй һыҙаттарын үҙегеҙ өсөн үрнәк итеп алырға теләр инегеҙ?

- Кинйә Арыҫланов белемле, оҫта, һиҙгер, алдан күрә белгән етәксе булған, төрки, урыҫ телдәрен яҡшы белгән. Ғәҙел, намыҫлы кеше икәнлеген күреп тә Емельян Пугачев уны үҙенең көрәштәше иткән. Халҡының мәнфәғәте, уның ирке өсөн яуға күтәрелгән. Минеңсә, әгәр ҙә ул беҙҙең замандаш булһа, күп нәмәгә өйрәтеүсе, заманса ҡарашлы, шәп етәксе булыр ине. Тыуған ереңә тоғролоҡ, ошо төбәктә йәшәгән күп милләтле халыҡтың мәнфәғәтен алға ҡуйып йәшәү - уның ошо сифаттарын үрнәк итеп алырға мөмкин булыр ине.
Кинйә абыҙ башҡорт халҡының милли геройы. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Ул үҫеп килеүсе быуынға өлгө булырҙай, үҙ халҡына һәм тыуған еренә бөтә булмышы менән хеҙмәт иткән шәхес булараҡ быуаттар дауамында йәшәйәсәк, уның тураһындағы яҡты хәтирәләр быуындан- быуынға күсеп барасаҡ.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.07.23 | Ҡаралған: 276

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru