Иршат менән Зәлиә Садикҡа бер яҡтан һоҡланып, икенсе яҡтан көнләшеп ҡараны. Бына һиңә йәйләүҙә йәшәүсе Садиҡ тигән малай. "Глонас", "ЖПС" тигән программаларҙы яп-ябай һәм дөрөҫ итеп аңлатты ла бирҙе. Бына һиңә йәйләү малайы, хатта иң һуңғы Интернет программалар хаҡында ла белә, белә генә түгел, улар менән һин дә мин эш итә. Ябай рогатка кеүек. Нисек инде уға көнләшмәҫһең.
Садиҡ күҙҙән юғалғас ҡына егет менән ҡыҙ үҙҙәренең эшһеҙ тороуын аңланы. Уңайһыҙланып киттеләр. Зәлиә егетен ҡулынан тартып ялан кәртә яғына ыңғайланы. "Әйҙә, барайыҡ, ярҙамлашайыҡ" тигән ишараһы ла ошо ине. Улар тәүҙә ҡолоҡастар торған кәртә янына килеп барыһы ла тиерлек ҡола төҫтәге кескәй заттарға һоҡланып ҡарап торҙо. Барыһы ла бер атанан, бер әсәнән кеүектәр. Ара-тирә һикерәндәп, уйнап та алалар. Ҡайһылары ҡойроҡ сәнсеп сәнскәкләп, ауан-теүән ырғаңлап та ҡуя. Мәҙәк кенәләр. Шунан Зәлиә Сәлимә янына ярҙамлашырға тип китте.
Иршат Насибулла мулла янына килде. Ҡарт иһә башҡаларҙан айырып бикләп ҡуйылған ҡолоҡастар янындағы бүлемдә торған өс баш йылҡы араһындағы кәртәнең һайғауҙарын тимер сымдар менән нығытып бәйләй ине. Унда ҙур ҡола бейә, ике йәшлек ҡола тай һәм ерән төҫтәге ҡолон тора. Иршат бер ни булмағандай, ҡарт янына килеп һайғауҙарҙы тотошоп ярҙамлаша башланы. Үҙе эйәге менән аттарға ишаралап.
- Олатай, ә нишләп уларҙы айырып бикләп ҡуйҙығыҙ ул? - тип һорап ҡуйҙы.
Ҡартҡа уның һорауы көтөлмәгәндәй булып тойолдо. Ул эшенән туҡтап, һорау биреүсене күҙ һынауы аша үткәрҙе лә:
- Шулай кәрәк булды, улым, ә нишләп был һорауҙы бирергә булдың әле миңә? - тине.
- Әллә, минеңсә, бейә менән тай оло өйөр араһында йөрөһә, ҡолоҡас үҙенең тиҫтерҙәре араһына ҡушылһа, яҡшыраҡ булыр ине тигәйнем дә...
- Мәйелең, кискә тиклем ошонда торһондар ҙа, шунан ҡушырбыҙ... - Насибулла мулла егеткә ниндәйҙер серле мәғәнә менән ҡарап ҡуйҙы. Йылмайҙы.
* * *
Киске һауындан һуң Насибулла ҡарттың тәҡдиме буйынса улы Әнүәр, килене Сәлимә һәм ейәне Садиҡ Ҡаҙыршаға ҡайтып китте. Йәйләүҙә ике екке ат, ике арба, ике пар ҡамыт-ыңғырсаҡ. Ҡайтыусылар туры атты екте. Ҡунаҡтар килгәндән алып аласығында шымып ятҡан Етебал да уларға эйәрҙе. Алып ҡалырға теләгәйнеләр, тотторманы.
Ҡайтыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, тәүҙә был өсәү риза түгелдәр ине, әммә мулланың: "Әсәң мунса яғып ҡуйырмын, ҡайтып төшөп китһендәр", - тигән һүҙенән һуң шатланып риза булдылар. Ҡайтыр саҡта Садиҡ "электрон көтөүсе" сыбыртҡыһын - кеҫә телефонын ҡартатаһына тапшырҙы. Ҡарт иһә хикмәтле ҡоралды Иршатҡа тотторҙо.
Шулай итеп, егет менән ҡыҙ күҙ менән ҡаш араһында бер илегә үҫеп киткәндәй булды. Сөнки улар хәҙер йәйләүҙә үҙ кеше. Хикмәтле "көтөүсе сыбыртҡыһы" уларҙың ҡулында. Зәлиә үҙенә ҙурыраҡ булһа ла, йәйләү хужабикәһе Сәлимәнең аҡ халатын кейеп алып, башына килешле итеп яулыҡ ябынды. Уның урыны билдәле инде ҡашығаяҡ тирәһендә.
Әнүәрҙәр ҡайтып киткәс күп тә үтмәне, улар өйөрҙө асып көтөүгә сығарып ебәрҙе. Иршат Насибулла ҡарттың айырым кәртәгә бикләнгән теге өс баш йылҡының икәүһен өйөргә ҡушып сығарғанын көттө. Ҡарт иһә был хаҡта уйламаны ла шикелле. Әллә оноттомо икән? Иҫенә төшөрөргә кәрәк.
- Насибулла олатай, һин кис был өс башты өйөргә ҡушырбыҙ, тигәйнең, әйҙә, уларҙы ла асып сығарайыҡ... - Иршат мөһим эш башҡарған кешеләй, кәртәнең ҡапҡаһын асырға кереште. Насибулла мулла уның ҡулынан тотто.
- Ҡабаланма, улым, өлгөрөрбөҙ. Өйөр ике-өс сәғәт утлағас, кире кәртәгә ҡыуырбыҙ. Шунда быларын да ҡушырбыҙ...
Күп тә үтмәне уларҙы яңы хужабикә самауыр сәйенә саҡырҙы. Өҫтәл артына ултырыуҙары булды, йәйләү янына бортлы "Газель" машинаһы килеп туҡтаны.
- Сибайҙағы супермаркеттан ҡымыҙ алырға килделәр, - тине лә Насибулла ҡарт, машинанан төшөүсе ике ир менән һаулыҡ һорашҡандан һуң йорт артындағы ҡымыҙ бешеү аласығына инеп китте. Өлкән кеше өҫтәл артынан тороп киткәндә ултырып ҡалыуҙы хуп күрмәне Иршат. Ҡартҡа эйәрҙе. Гел тышта барған ваҡиғаларға иғтибар итеп, Иршат менән Зәлиә аласыҡ эсендәге ҡоролмаға күҙ һалырға ла онотҡан икән. Унда ҡымыҙ бешә торған һәм литр ярымлыҡ пластик һауыттарға эсемлек тултырып этикетҡа йәбештерә торған махсус ҡоролма ла ҡуйылған. Шешәләргә йәбештерелгән ҡағыҙҙарға "Насибулла йәйләүе" тип яҙылған. Ике көн эсендә байтаҡ ҡына ҡымыҙ әҙерләнгән. Килеүселәр уларҙы тейәгән арала Насибулла ҡарт йөҙ ҙә егерме һауыт һананы. Тейәргә Иршат та ярҙамлашты. Һауыттар тейәлеп бөткәс, килеүселәрҙең береһе, ҡара мыйыҡлыһы:
- Ярар, олатай, иҫәпләшеү һәр ваҡыттағыса. Аҡсаны һеҙҙең иҫәпкә иртәгә үк күсерербеҙ, - тип ҡарттың ҡулындағы тауар алыуы хаҡындағы накладнойҙы күлдәк кеҫәһенә тыҡты ла, машина нисек килеп туҡтаған булһа, шундай уҡ тиҙлектә китеп тә барҙы.
Эңер төшөр алдынан ир-аттар ҡолоҡастарға бесән сабып алып килергә булды. Насибулла мулла ағас араһындағы әүрәүҙе сапты, Иршат арбаға бесән тейәне. Эш араһында бындай бесәндең ни өсөн "әүрәү" тип аталғанын да белде егет. Баҡтиһәң, ағастар араһында кешене "әүрәтеп" саптырғаны өсөн дә бесән шулай атала икән. "Яланда үҫкән ҡауланға, ҡылғанға бер ни етмәй. Әүрәү бесән кипһә, онталып юҡҡа сыға ла ҡуя. Әүәле ҡарттар "ҡауландан ҡалма, әүрәүгә әүрәмә" тип әйтә торғайны..." тип әүрәү бесән хаҡындағы һүҙен тамамлап ҡуйҙы Насибулла ҡарт. Үҙе ыңғайы бер Иршатҡа күҙ ҡыҫып та ҡуйҙы. Белеп ҡуй, йәнәһе.
Насибулла мулланың һәр һүҙе, һәр ғәмәле хикмәт менән тулы ине. Тик аңлай ғына бел. Иршатмы инде ундай ярым ым-ишараларға иғтибар итерлек егет. Етмәһә, кеҫәһендә шундайын хикмәтле ҡорал барҙа. Ул ҡарт биргән кеҫә телефонына ураған һайын ҡараш ташлап ҡына йөрөнө. Йәнәһе, смс-хәбәр килеп тә, ул күрмәй ҡалмағанмы, өйөр биләмәнән ситкә китмәгәнме. Уның шулай йыш-йыш телефонға күҙ һалғанын һынап-күҙәтеп йөрөгөн мулла, әүрәү сабыуынан туҡтап салғыһына таянды ла:
- Ул тиклем борсолма, улым. Турайғыр шәп беҙҙең. Эңерҙә өйөрҙө әллә ни ситкә алып китмәй, яҡын арала ғына йөрөтә. Эт-ҡоштан аралай, - тип тағы ла һелтәнеүен дауам итте.
Сабып килтергән бесәнде бушатып торманылар. Арбаһын ҡолоҡастар янында ғына туғарғас, уларға һәм айырым торған аттарға бер аҙ бесән ырғыттылар. Шул арала ҡараңғы ла төштө. Насибулла ҡарт йорт янында аш-һыу әҙерләй торған тағанлыҡта янған усаҡҡа утын өҫтәне лә, бүкәнгә сүкәйеп ултырып тын ҡалды. Ҡараштары ут ялҡынында. Ул йәштәргә ҡарап бер нәмә лә өндәшмәне. Был хәләте булмышына тағы ла серлерәк мәғәнә өҫтәй. Бына-бына, хәҙер-хәҙер ул ҡунаҡтарына боролоп, ниҙер әйтер ҙә, тағы ла ниндәйҙер хикмәте менән таң ҡалдырыр һымаҡ.
Иршат менән Зәлиә иһә усаҡтан төшкән яҡтылыҡ еткән ерҙә йәйләү тирәһен ҡыҙырҙы. Иршатҡа йорт янынан алыҫ китергә ярамай, сөнки теге электрон көтөүсенең хикмәтле сыбыртҡыһы - кәрәҙле телефон уның кеҫәһендә. Шул ғына тотто уны, юғиһә бер-береһе өсөн йән атҡан ғашиҡтар йәй башында ғына була торған йылы төн ҡуйынына әллә ҡасан олағырҙар ине. Олағырҙар ҙа, үҙҙәре күптән ашҡынып йөрөгән мәлде яҡынайтырҙар ине. Тик әлегә саҡ-саҡ иртәрәк...
Бөгөн уларҙың айырыуса бәхетле көнө. Берҙән, ата-әсәләренең ҡаҡшамаҫ булып тойолған ҡаршылығы емерелде, икенсенән, фәҡәт ошо йәйләүгә килгәндән һуң уларға донъя бөтөнләй икенсе яғы менән асылған кеүек. Насибулла ҡарттың ғына өндәшмәйерәк йөрөүе аңлашылып етмәй. Егет менән ҡыҙ етәкләшеп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Баҡтиһәң, йәйләү йортонан алыҫлашып та өлгөргәндәр. Ай ҡалҡты. Төн ҡояшы сыҡты. Донъя яҡтырып китте. Тап шуның өсөн дә йәштәр йорт янынан алыҫлашып өлгөргән икән.
Туҡта, Насибулла ҡарт уларҙы саҡыра түгелме? Тап үҙе.
- Балалар, ҡайтығыҙ, ҡайтығыҙ, тим. Ҡайҙа киттегеҙ ул?...
Йүгереп барҙылар. Бәй, мулла атҡа менеп тә алған. Өйөрҙө алып килергә бармаҡсы.
- Олатай, мин дә барышырмын тигәйнем. Мөмкинме? - Иршат ҡарт юлланырға ниәтләнгән тарафҡа ыңғайлай ҙа башланы.
- Ярар, Иршат улым, өйөр мынауында яҡында ғына йөрөй. Үҙем апҡайтам. Һеҙ ана ҡыҙым менән оло кәртәнең ҡапҡаһын асып, мине бында көтөгөҙ. Өйөрҙө ҡайырышып индерешерһегеҙ...
Ысынлап та, ун минут самаһы ваҡыт та үтмәне, олаталары өйөрҙө дыһырлатып ҡыуып алып килеп ялан кәртәгә индереп бикләп тә ҡуйҙы. Теге айырым бикле торған өс башты ла өйөргә ҡушырға онотманы. Тик ҡолоҡасты ғына ниңәлер башҡа ҡолондар янына индермәне. Һәр хәлдә, Иршат шуға иғтибар итеп өлгөрҙө.
- Олатай, ҡолоҡасты үҙенең тиҫтерҙәре янына индермәйекме ни? - тине егет кәртә эсендәге башҡа ҙур аттар араһына инеп юғалған ҡолондо күҙҙән ысҡындырып.
- Эй, әттәгенәһе, ярар, иртәнсәк айырырбыҙ. Ярай, балалар, хәҙер әҙерәк серем итеп алайыҡ, булмаһа. Ҡыҙым, һин йорттоң төпкө бүлмәһенә инеп ят. Беҙ Иршат улым менән алғы яҡта баш терәрбеҙ. Таңдан тороп Сәлимә килен тәүге һауынды башлағансы өйөрҙө берәр сәғәткә сығып утлатып та индерергә кәрәк.
Баҡтиһәң, Зәлиә барыһын да алдан хәстәрләп, төпкө һәм алғы яҡҡа урындар йәйеп тә өлгөргән булған. Насибулла мулла тәһәрәтләнеп намаҙын уҡып алды.
- Һай, Зәлиә ҡыҙым, ҡайһылай уңғанһың. Инәйеңдең аҡ һөтөн эскәнһең икән, балам... - Утты һүндереп ятҡас та, шуны ла әйтеп ҡуйҙы Насибулла мулла. - Йоҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Мин һеҙҙе таң һарыһында уятырмын.
* * *
Йәштәрҙең икеһен ике бүлмәлә ҡалдырып, уларҙың ниәтенә ҡаршы төшөргә тырышҡан Насибулла мулла яңылышты буғай. Хистәрҙе был ысул менән генә тыйып, нурҙы төн ҡараңғылығына бикләп ҡуйып буламы икән? Уның тыш алышынан йоҡлап киткәнен аңлаған Иршат һурылып ҡына тышҡа сыҡты. Һөйгәне ҡалған бүлмәнең асылмалы тәҙрәһе барлығын көндөҙ үк абайлап ҡуйғайны. Тырнаҡ осо менән генә сиртеүе булды, уның килерен тын алырға онотоп көтөп ятҡан ҡыҙ тәҙрәне асып һөйгәненең ҡосағына ташланды...
Төнгө һауаның йылылығы... Балҡыған йондоҙҙарҙың күплеге... Өнһөҙ серлелек... Телһеҙ илаһилыҡ... Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алдылар ҙа, тиҙерәк төндөң ҡараңғылығында юғалырға теләгәндәй, болон буйлап ағастар араһына йүгерҙеләр. Тәүге ағаслыҡ, тәүге ауҡанлыҡ, тәүге йәшел түшәк уларҙыҡы. Хәҙер... хәҙер тап шундай урынға барып етеп тәгәрәйәсәктәр ҙә, онотоласаҡтар. Тап унда уларға бер кем дә ҡамасауламаясаҡ...
Бына улар тәғәйен урынға барып та етте. Тәгәрәнеләр. Тәүҙә йыш-йыш тын алып, күктәге йондоҙҙарға ҡарап, төндөң өнһөҙлөгөн тыңлап яттылар. Иршат һаҡ ҡына һөйгәненең йылы усын ҡыҫып, ҡабырғаһына ятты һәм утлы ирендәрен Зәлиәнең наҙға сарсаған ирендәренә терәне... Шул саҡ ҡапыл Турайғырҙың ер тетрәтеп кешнәгән тауышы барыһын да селпәрәмә килтерҙе. Илаһи серлелекте юҡҡа сығарҙы. Уңарсы булмай гөпөлдәгән тояҡ тауышы, бейәләрҙең сыңғырлағаны ҡолаҡты ярҙы. Мәхшәр ҡупты. Яңы ғына наҙҙа ойоған егет менән ҡыҙ йәшен тиҙлегендә һикереп баҫты. Йәйләү яғынан Насибулла мулланың ҡысҡырған тауышы ишетелде:
- Балалар, тороғоҙ, тиҙерәк. Турайғыр болара...
Иршат менән Зәлиә йән-фарманға йәйләү яғына ҡарай сапты. Улар кәртә янына килеп етте. Ай яҡтыһында кәртә эсендәге хәлде күреп ҡоттары алынды. Өйөр ялан кәртәнең бер яҡ мөйөшөнә һерлеккән. Урталыҡта ҡанһыраған ерән ҡолон ята. Унан саҡ ҡына һулдараҡ ҡола тай өйгәҙәгән. Әллә алғы ҡулы, әллә аяғы һынған, торорға ынтылып-ынтылып ҡарай ҙа, кире ята. Кәртәнең икенсе яғында ярһыған турайғыр ҡола бейәне талай, тешләй, тибә, уныһы арты менән боролоп ике аяҡлап айғырҙың түшен тызый. Был хәл айғырҙы оторо ярһыта ғына. Насибулла ҡарт уларҙы айырырға итә, әммә күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Турайғыр хатта хужаһына ҡарап ажғырырға ла тартынмай. Яҡын да ебәрмәй.
- Иршат, Иршат улым. Ҡапҡаны, ҡапҡаны ас... - Ҡарт өҫтөнә менеп килгән айғырҙан тайшанып кәртә һайғауына уҡ һикереп ултырҙы. - Зәлиә ҡыҙым, йорт солансаһында элеүле сыбыртҡыны алып кил...
Ҡыҙ менән егет ике тарафҡа уҡтай атылды.
Ҡапҡалар шар асылды. Сыбыртҡы шартлауға тәүҙә башын юғары сөйгән Турайғыр, артынан өйөрө эйәреп сыҡты. Турайғыр кәртәнән ситкәрәк китеп бара бирҙе лә, ҡапыл ер тетрәтеп кешнәп ебәрҙе. Шунан урман яғына табан еңел генә юртып китте. Өйөр уның артынан эркелде.
Ялан кәртәлә тороп ҡалған ҡола бейә тәүҙә йәнһеҙ ятҡан ҡолонон еҫкәп ҡараны ла, шунан өйгәҙеп ятҡан тай янына килде. Уны аяғына баҫырға ярҙам итә алмағас, ҡалайтһын, берсә ҡолоно, берсә тайы янында юртып сабауылланы. Насибулла ҡарт ерҙә аунаған малҡайҙар янына барҙы. Йөҙө һыҙланыулы ине ҡарттың. Ҡарт берсә ҡолоҡасты, берсә тайҙы тотоп ҡараны ла, кәртә ситендә ҡото алынып ҡатҡан йәштәр янына килде. Ҡола бейә уның артынан эйәрә биреберәк килде лә, ҡолоҡас менән тай яғына тағы боролдо. Балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеүен үтенгәндер меҫкен әсәй.
- Ай, әттәгенәһе, ҡолоҡас үлгән, тайҙың алғы ҡулын Турайғыр һындыра типкән. Мандымаясаҡ, салып алырға тура киләсәк. Ай, әттәгенәһе, - ҡарт тағы ла ауыҙы эсенән доғамы-ниҙер мығырҙап уҡыны ла, - Иршат улым, теге нәмәне, телефонды бир әле...
Бына ул телефондың үҙенә кәрәкле төймәһенә баҫты ла:
- Алло, Әнүәр балам, ҡола бейәнең ҡыҙы ҡазаланып ҡуйҙы. Турайғыр ҡолоҡасты тәки талап үлтерҙе. Килеп етмәһәгеҙ булмаҫ, - тине.
Насибулла ҡарттың телефон аша улына әйткән һүҙен ишеткәндән һуң ғына Иршат менән Зәлиә әле генә булған ваҡиғаның фажиғәле асылын аңлай алды. Үҙ күҙҙәре менән күргәндәре сәстәре үрә торорлоҡ булһа, һуңынан, усаҡ янында Насибулла мулланың дауам иткән әңгәмәһе уларҙы тетрәндерҙе:
- Бында айғырҙың һис кенә лә ғәйебе юҡ, балалар. Уның тәбиғәте шундай. Тоҡомоноң таҙа ҡанлылығын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша ул. Һәләк булған ерән ҡолоҡасты ҡола бейә икенсе бер айғырҙан тапты. Шуны Турайғыр еҫкәй торғас тәки үҙенән түгеллеген белеп талай башланы. Башҡорт тоҡомло аттар өйөрөндә тыумаларға урын юҡ. Шуға өйөрҙән айырып ҡуйғайныҡ...
Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, ҡарт ҡапыл туҡтап ҡалды. Күҙҙәре йәшкәҙәне. Йәштәр уның артабанғы һүҙҙәрен түҙемһеҙләнеп көттө. Паузаны Иршат боҙҙо:
- Олатай, ә нишләп Турайғыр үҙенең ҡыҙын талай һуң, атаһы була тороп...
- Бына был һорауың дөрөҫ, Иршат улым. Сөнки ҡыҙы ҡонажын йәшенә сығып бара. Тиҙҙән ул айғырға ятырға тейеш. Өйөрҙәге башҡа бейәләргә эйәреп кешнәй башлаһа, өйөр башы булған атаһы уға һикерергә тейеш була бит инде. Шуның өсөн дә Турайғыр тороғоу мәленән күпкә алда үҙенең ҡыҙын өйөрҙән ҡыуып ебәрә. Китмәһә, талай, хатта үлтерә...
- Үлтерә? - Был һүҙҙәрҙе күҙҙәренә йәш эркелгән Зәлиә әйтте. - Ҡыҙы була тороп үлтерәме ни, олатай?
- Эйе, ҡыҙым...
- Нишләп, олатай? - Зәлиә хәҙер инде һулҡылдауға күсте.
- Тәбиғәте шулай ҡуша. Бер үк төрлө ҡанды йөрөткән туғандар никахлашыуынан зәғиф балалар тыуа. Әүәле беҙҙең атай-олатайҙар дүнәжендең тап ошо миҙгелендә уны атаһы-айғырҙан талатмаҫ өсөн икенсе бер өйөрҙәге шундай уҡ йәштәге атҡа алыштырып алып һаҡлап ҡалған. Беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға айырып ҡуябыҙ инде...
Шул саҡ һыҙылып ҡына таң беленә башланы. Насибулла мулланың әңгәмәһе тамам булыуын ғына көткәндәй йорт янына еңел машина килеп туҡтаны. Әнүәр, Сәлимә һәм Садиҡ икән. Тиҙ килергә кәрәк булғас, ат егеп тормағандар. Ирҙәр ҡолоҡасты арбаға тейәп күмеп килгәндән һуң ҡазаланған дүнәженде бисмиллалап салып тиреһен дә һыҙыра башланы. Садиҡ өйөрҙө иртәнге һауынға алып килергә китте. Сәлимә эсәк йыуырға, ҡаҙылыҡ тултырырға һауыт-һаба әҙерләне. Ара-тирә мал һуйыу менән булышҡан ирҙәрҙең ҡулдарына йылы һыу ҡойоп китте.
Улар бар эште лә үҙҙәре өйрәнгән ритмда, тиҙ, аныҡ һәм сифатлы итеп башҡара. Ҡолоҡастың һәләк булыуына ла, дүнәжендең ҡазаланыуына ла өйрәнеп бөткән улар. Улар өсөн хатта төнгө мәхшәр ҙә булмаған төҫлө. Һин дә мин йөрөйҙәр. Хатта бер-береһенә шаярышып һүҙ ҡушып, көлөшөп тә алалар.
Улар хатта Иршат менән Зәлиәгә лә иғтибар итмәйҙәр кеүек. Бындай урында Иршат менән Зәлиә бер генә минут та ҡала алмай. Егет менән ҡыҙ йәйләү хужаларының эш менән мәшғүл булыуынан файҙаланып ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Турайғыр биргән һабаҡтан һуң ер тишегенә инерҙәй булып оялғайны улар. Ни өсөн уларҙы мулла фәҡәт йәйләүгә саҡырғанын, ни өсөн төнгөлөккә айырып ҡуйған өс баш йылҡының өйөргә ҡушылғанын да бер юлы аңлауҙан тетрәнгәйне улар. Үҙ тормоштарында башҡа төрлө тетрәнеүҙәрҙән азат булыр өсөн улар тәүҙә ошо яһай яҙған хаталы аҙымынан тәүбәгә килергә бурыслы. Турайғыр биргән һабаҡ уларҙы ғүмер буйы һиҫкәндереп торасаҡ әле.
Йәштәрҙең юҡҡа сыҡҡанын бер сәғәт үткәс кенә аңғарҙы йәйләү хужалары. Насибулла мулла иркен һулыш алды. Әмәле барып сыҡты. Малға килгәндә, ул ҡазаланмай тормай, тик әҙәм балаһы ғына бындай ҡазаларҙан алыҫыраҡ йәшәһен. Ҡаза тигәндән, мулла таңғы мәхшәр менән онотолоп торған иртәнге намаҙын ҡаза килтереп булһа ла уҡып ҡуйҙы. Ниәт-теләктәр әйткәндә Иршат менән Зәлиәгә лә зиһен яҡтылығы, аҡыл камиллығы теләне.
* * *
Был ваҡытта инде Иршат менән Зәлиә бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла тартынып, ауылға табан баралар ине. Ҡыҙ алдан атланы, егет уға эйәрҙе. Ҡайтыу юлының һәр үре, һәр ҡыуағы, һәр йылғаһы таныш уларға. Шулай булмай ни, тап ошо юл менән йәйләүгә барған саҡта Насибулла олаталары уларҙы һағышҡа һалып йырлап барғайны бит. Көҙгә Иршат әрме сафына алынғас, олатаһының "Әрме" йырындағы һағышты тағы ла тәрәнерәк аңлар, ағас араһында үҫкән әүрәү бесәндең дә ни өсөн һутһыҙ икәнлеген төшөнөр, ә Зәлиә иһә ҡалалағы институтта уҡый башлағас, үҫмер саҡтағы аңһыҙ һөйөүенән оялып, ауылдағы туғандарына ла күренергә тартынып, йырҙағы "Зөлхизә" һағышына тарыр. Бер төн эсендә тотош быуатҡа олоғайғайны улар.
(Аҙағы. Башы 26-27-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА