«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДӘР АТ ЯРАТА - УЛАР МИНЕҢ ЯҠЫН КЕШЕЛӘРЕМ...
+  - 


"Һәр төбәктең һәм илдең үҙ визит карточкаһы - яҡшы сифатлы оригиналь продукцияһы була. Донбасс өсөн - ул ташкүмер, Үзбәкстандыҡы - мамыҡ, Төмәндеке - нефть. Башҡортостандың визит карточкаһы - нефть, башҡорт балы һәм, әлбиттә, ҡымыҙ. Ҡымыҙҙы башҡорт тоҡомло бейәләрҙең һөтөнән яһайҙар. Башҡорт атының яҙмышы иһә, башҡорт халҡының яҙмышынан айырылғыһыҙ..." - бар тормошон башҡорт атына бағышлаған күренекле ғалимә, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Малсылыҡ буйынса Ғилми советы рәйесе, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ираида Әбүбәкер ҡыҙы ӘХӘТОВАның "Башҡорт аты һәм уны ҡулланыу технологияһы" тигән китабы ошо юлдар менән башлана. Уның менән әңгәмәбеҙ башҡорт аты тураһында барыр.

Ираида Әбүбәкер ҡыҙы, һеҙҙең башҡорт атына бәйле фәнгә килеүегеҙ нисегерәк башланды? Нимә генә тимә, беҙ элек-электән, ат - ул ир-ат шөғөлө, тип аңлап өйрәнгәнбеҙ...

- Мин Борай районының Мулла ауылында тыуып үҫтем. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуңынан колхозда эшләне. Әсәйем - уҡытыусы. Атайым аттарҙы ғына түгел, ғөмүмән, бесәйҙән башлап аттарға тиклем бар хайуандарҙы яратты. Кемдер һыйыр һатып алырға булһа, атайыма шундай һорау менән мөрәжәғәт итте: "Ошо һыйырҙы алһам, уның һөтө күп һәм сифатлы булырмы?" һ.б. Әсәйем һуңынан һөйләүенсә, мин бер йәштән алып һәр ваҡыт атайым янында йәғни аттың бауыры аҫтында уралғанмын. Бының өсөн әсәйем ныҡ борсолған, атайым уны һәр ваҡыт: "Ат аҡыллы мал, ул бер ваҡытта ла балаға зыян килтермәҫ", - тип йыуатҡан. Әсәйем мине шул сағымдан башлап "ат ене ҡағылған бала" тип белде. Миңә ҡалһа, бер тапҡыр ат менән эш иткән кеше уны яратмайынса булдыра алмайҙыр. Хайуандар араһында аттан да аҡыллыраҡ, аттан да тоғрораҡ, аттан да күркәмерәк йән эйәһен мин белмәйем. Шуға күрә урта мәктәпте бөткәндән һуң ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетында уҡып, зоотехник булып эшләүем аттарға ҡарата булған һөйөүемә туранан-тура бәйле булды. Был саҡта ҡалала йылҡысылыҡ буйынса лаборатория эшләне. Мин шунда эшкә барҙым һәм ҡалған ғүмеремде аттарға бағышланым. Тәүҙә кандидатлыҡ, аҙаҡ докторлыҡ диссертацияһы яҡланым.

Башҡорт тоҡомло атҡа ҡарата булған айырата һөйөүөгеҙ нисек барлыҡҡа килде?

- Күптәр иң матур, иң шәп ат тип ғәрәп тоҡомло аттарҙы иҫәпләй. Төркмән, ахалтекин аттарын да камиллыҡ сифатына тиңләүселәр бар. Миңә ҡалһа, иң яҡшыһы - башҡорт аты. Сөнки башҡа аттар тик бер йү-нәлештә генә үҫешә. Ә башҡорт аты бәйгегә лә шәп, йөк аты ла, һөтө лә, ите лә бынамын тигән. Өҫтәүенә, изге күңелле, шуға күрә уны иппотерапия, йәғни сирле балаларҙы һауыҡтырыу өсөн файҙаланалар. Һыбай туризм өсөн дә башҡорт атынан уңайлыһы юҡ, сөнки ул тыңлаусан. Ҡыҫҡаһы, башҡорт атының етешһеҙ яҡтары юҡ.

Башҡорт аты формалашыуҙа тәбиғәт факторы ҙур роль уйнағанмы, әллә уны тоҡомсолоҡ, селекция юлы менән барлыҡҡа килтергәндәрме? Быларҙың ҡайһыһын мөһимерәк тип иҫәпләйһегеҙ?

- Башҡорт аты әле рәсми фән булмаған саҡта уҡ формалашҡан. Селекция тип аталмаһа ла, ата-бабаларыбыҙ тоҡомсолоҡ менән һәр ваҡыт шөғөлләнгән. Бының өсөн иң беренсе нәүбәттә өйөрҙә иң шәп бейәләрҙе һәм айғырҙарҙы ҡалдырып, уларҙың тоҡомдарын үрсеткәндәр. Башҡорт атынан талап ителгән төп шарт: ул ҡыш тибендә үҙенә-үҙе ризыҡ табып, үҙ йүнен үҙе күрергә, һәр бер бейә йылына бер тапҡыр ҡолонларға ла тейеш булған. Айғырҙарға инде өйөрөн һаҡлау һәм яҡлау бурысы йөкмәтелгән. Ә инде ошо шарттарға яуап бирмәгән аттарҙы иткә тотонғандар.
Башҡорт аты йәйләүгә сыҡҡан башҡорттоң барлыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән. Ул сабыр, егәрле, үҙ-үҙен ҡарай, һөт һәм ит бирә, ҡышын-йәйен артыҡ иғтибар талап итмәй, ҡыҫҡаһы, башҡорт аты - универсаль продуктлылыҡ сифаттарына эйә. Әйтәйек, йөк аты - ул ауыр йөктәрҙе ташыу, ғәрәп һәм ахалтекин аттары бәйгелә сабыу өсөн генә шәп. Ә башҡорт атында барлыҡ сифаттар ҙа тупланған. Улар һәр төрлө шарттарҙа ла йәшәй алыусы идеаль төр.

Йыш ҡына башҡорт атын монгол тоҡомло аттар менән сағыштыралар. Уларҙың уртаҡ тамыры бармы?

- Улар тарихи яҡтан бер-береһенән бөтөнләй алыҫ тора. Тәбиғәт шарттарына ҡарап, төрлө төбәктәрҙә төрлө аттар формалашҡан. Ҡаҙаҡ, бүрәт, яҡут аттары ла шулай барлыҡҡа килгән. Яҡутияла, мәҫәлән, ҡаты һыуыҡтар өҫтөнлөк итә. Унда минус 60 градуслыҡ һыуыҡ ҡәҙимге хәл һанала. Шуға күрә яҡут аты беҙҙекенә ҡарағанда буйға тәпәшерәк, улар кәүҙәгә оҙон һәм самаһыҙ һимеҙҙәр, май тултырылған мискә кеүектәр. Башҡорт аты 40-45 градуслыҡ һалҡынға ҡулайлашҡан, ул 60 сантиметрлыҡ тәрәнлектәге көрттә лә үҙенә ризыҡ таба ала. Ҡаҙаҡ, бүрәт, яҡут, башҡорт тоҡомло аттар урындағы абориген тоҡомло аттар төркөмөнә ҡарай.

Башҡорт риүәйәттәрендә Уралда ҡырағай тарпандар йөрөүе хаҡында бәйән ителә. Башҡорт тоҡомло аттар уларҙан килеп сыҡҡанмы?

- Тарпандар башҡорт атының ғына түгел, ғөмүмән, барлыҡ аттарҙың боронғо тоҡомдары.

Йылҡы өйөрө хужалары башҡорт тоҡомло айғырҙың үҙ нәҫеле өсөн сиктән тыш яуаплы булыуы хаҡында һөйләй. Баҡтиһәң, улар үҙ өйөрөндәге берәр бейә икенсе айғырҙан ҡолонлаһа, ҡолонон еҫкәп, үҙенеке түгеллеген билдәләй ҙә, өйөрҙән ҡыуып сығара йә талап үлтерә, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

- Эйе, яҡшы өйөр айғыры бер ваҡытта ла икенсе айғырҙы өйөрөнә яҡынлатмай. Шуға күрә лә йылҡы өйөрҙәре бер-береһенә яҡынлай башлаһа, айғырҙар туҙына башлай. Был осраҡта ҡайһыһы көслө, шул еңеүсе була һәм өҫтөн сыҡҡан айғырҙың еңелгән айғырҙың бейәләрен үҙенең өйөрөнә алыуы тәбиғи. Шуға күрә лә үҙенең өйөрө хаҡында ҡайғыртыусы айғыр өйөрөн ситкә алып китә. Әгәр ҙә айғыр шәп булһа, уның өйөрөнә көтөүсе кәрәкмәй. Өфө йылҡысылыҡ заводында бер айғыр бейәләрҙе һауғандан һуң өйөрөн артабанғы һауынға тиклем үҙе көтә торғайны. Өс сәғәт үткәндән һуң һауынсы "Һауынға" тип ҡысҡырыуы була, айғыр бейәләрен тиҙ генә өйөрөп эйәртеп алып килә. Улай ғына ла түгел, килеп еткәс, бейәләрен сиратҡа теҙеп ҡуя. Әгәр ҙә теге йәки был бейә һауын аратаһына инергә теләмәһә, уны тешләп, үҙенең ихтыярына буйһондора.
Мин айғырҙарҙы һәр ваҡыт йәлләй торғайным. Бейәләр тыныс ҡына үлән утлай, туйына, ә айғыр борсолоп, өйөрөн уратып йөрөй, ғаиләһен бүренән йә сит айғырҙан ҡурсалай. Шуға күрә айғыр тыныс ҡына утлай ҙа алмай. Хәстәрлекле хужалар кистәрен бындай айғырҙы һоло менән һыйлай. Айғыр төндәрен дә өйөрөнөң хәүефһеҙлеге һағында уяу тора. Йылҡы өйөрөн ситтән күҙәткәндә хатта кешеләр араһында ла бындай дисциплинаның булмауына хайран ҡалаһың.

Башҡорт тоҡомло айғырҙарҙың үҙ өйөрөн бүреләрҙән һаҡлауы тураһында риүәйәттәр, айырым яҙыусыларҙың хикәйәләре бар. Өйөргә бүреләр һөжүм итә ҡалһа, айғыр ҡолондарын уртаға ҡалдырып, бейәләрен уларҙы уратып теҙә һәм йыртҡыстарҙың һөжүмен ҡаға...

- Әммә һәр осраҡта ла айғыр бүреләргә ҡаршы тора алмай. Бындай хәлдәрҙең уңышлы тамамланыуы бүреләрҙең һанына ла бәйле булыуы бар. Өс-дүрт бүренән айғыр өйөрөн һаҡлай ала. Әҙәбиәттә унлаған бүренең өйөргә ташланыуы бәйән ителгән тарих иҫтә ҡалған. Үҙенә йәбешкән бүреләрҙе айғыр өйөрҙән ситкә алып китә һәм улар менән бергә ҡаянан ташланып һәләк була. Әҙәби әҫәр булараҡ был ваҡиғала, бәлки, артыҡ биҙәүҙәр ҙә барҙыр, әммә үҙ өйөрө өсөн айғырҙың үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер тороуы бәхәсһеҙ. Тоғролоҡ йәһәтенән кешеләргә аттарҙан күп нәмәгә өйрәнергә ине. Башҡорт аты минең өсөн кешеләрҙән яҡшыраҡ, яҡыныраҡ.

Башҡорт атының күп кенә күркәм сифаттары тәбиғәттән тинек. Әгәр ҙә уларҙы тибендән айырып, һыйырҙар һымаҡ һарай шарттарына күсерһәң, кәртәләргә ҡыуып индерһәң, улар үҙенең күп сифаттарын юғалтыр ине, тип уйламайһығыҙмы?

- Юҡ, ул ниндәй генә шарттарҙа ла үҙ асылына тоғро ҡалыр ине. Холҡо ла, продуктлылығы ла үҙгәрмәҫ ине, тип иҫәпләйем. Хатта башҡорт атын өс-дүрт йыл бикле тотоп, тибенгә сығарһаң, ул шундуҡ үҙ йәшәү рәүешенә күсәсәк. Башҡорт тоҡомло бейәләр март айында ҡолонлай башлай. Дөрөҫөн әйткәндә, улар ҡар өҫтөндә тыуа. Ун-ун биш минуттан һуң аяҡтарына баҫа ҡолондар. Иң башта инәһенең имсәктәрен табып ала. Артабан бер-ике сәғәттән һуң ул инәһенә эйәреп, ҡар өҫтөнән бер саҡрым юл үтә. Иң ауыр шарттарҙа тыуһа ла ошондай һынауҙарға дусар ителә башҡорт аты. Уларға ҡарап тик һоҡланырға ғына ҡала!
Башҡорт аты бер йылда ғына барлыҡҡа килмәгән, ул быуаттар буйына формалашҡан. Әлбиттә, тәүге осорҙа тоҡом һынауын үтә алмаған аттар ҙа булған, улар һәләк булған. Фәҡәт иң көслөләре генә тере ҡалып, артабан тоҡом уларҙан тыуған. Ә башҡорт ошо тере ҡалғандары араһынан иң яҡшыларын һайлап алып, артабан тоҡом үрсеткәндә шуларына өҫтөнлөк биргән. Әгәр ҙә бейә бер йылда ҡыҫыр ҡалһа, артабан уны өйөрҙә ҡалдырмағандар, иткә тотонғандар. Бының өсөн тәүҙә уның ҡойроҡ сәсен ҡырғып алғандар. Ситтән ҡәҙерле ҡунаҡ килһә, уның күҙе башта шул малға төшкән.
Һеҙ бына селекция хаҡында һорау бирҙегеҙ. "Селекция" һүҙе латин теленән "һайлау, айырып алыу" тигәнде аңлата. Йәғни тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнгән кеше үҙенә кәрәклене һайлап, айырып ала. Һөҙөмтәлә айырып алынған иң яҡшы аттар үҙенә оҡшағандарҙы тыуҙыра. Һөҙөмтәлә һәр быуында тоҡом яҡшырғандан-яҡшыра бара. Башҡорт атының барлыҡҡа килеүе лә кеше тарафынан шулай ойошторолған, ә ҡалғаны - тәбиғәттән. Башҡорт атының формалашыуында мөхит, тәбиғәт ҙур роль уйнаған. Сөнки кеше атын тибенгә сығарған, ә тәбиғәттең үҙ стихияһы: бураны ла, ямғыры ла, ҡары ла, ҡоролоғо ла һ.б. Был осраҡта көсһөҙҙәр һәләк булған, көслөләре генә ишәйгән.

Бәйге өсөн генә яратылған аттарҙы шәкәр, кәнфит ашатып ғына үҫтерәләр...

- Уларҙы тыуғас та стерилле йүргәктәргә урайҙар, бәпләйҙәр. Кишерҙе лә йыуып ҡырғандан һуң батмусҡа һалып алдына ҡуялар. Һәр өс сәғәт һайын витаминдар, микроэлементтар, минераль матдәләр балансы һаҡланған ризыҡ бирәләр. Хәҙер уларҙы башҡорт аты менән сағыштырып ҡарайыҡ. Беҙҙең аттар тыуғандан алып үҙ-үҙен ҡарай, туйындыра, дауалай, тулыһынса, үҙ йүнен үҙе күрә. Ул теге йәки был сирҙән арындыра торған үләнде үҙе табып ашай. Бесәйҙәр ҙә, эттәр ҙә шулай итә. Элек бөтә Рәсәйҙән, элегерәк Советтар Союзынан ғалимдар координацион кәңәшмәгә йыйыла торғайныҡ. Улар беҙҙең аттан "башкиренок, ни вида, ни..." тип көлә инеләр. Мин уларға ныҡ асыуландым, сөнки шуны беләм: донъялағы аттар араһында башҡорт атынан матурырағы, унан яҡшырағы юҡ.

Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында барған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы ныҡ ҡыйралыш кисерҙе. Башҡорт тоҡомло аттар ҙа йылҡысылыҡ заводтарынан шәхси ҡулдарға күсеп, тәртипһеҙ рәүештә үрсей. Башҡорт атының формалашыуында тәбиғәт факторы ҙур роль уйнай тинегеҙ. Бөгөн башҡорт атын һаҡлап ҡалыу өсөн уны иреккә һыпырып ебәрергә кәрәкмәйме икән?

- Был дөрөҫ булмаған юл. Сөнки урындағы эш аттары улар тоҡом түгел, ә үҙаллы үрсегән популяция. Беҙ оҙайлы йылдар буйына башҡорт популяцияһындағы аттарҙан башҡорт тоҡомо барлыҡҡа килтерҙек. Популяциянан тоҡом сығарыр өсөн кешенең ярҙамы мотлаҡ кәрәк. Иң башта популяциянан линия яһарға кәрәк. Нимә ул линия? Линия - ул бер айғырҙан барлыҡҡа килгән нәҫел. Беҙҙең заводта "Ужғырыусы" ("Гремучий") тигән айғырҙың линияһы бар ине. Уның бүләре "Спектр" ҙа үҙ линияһын барлыҡҡа килтерҙе. Был айғырҙар хаҡында. Ә бейәләргә килгәндә, әйтәйек, бер бейәнән өс бейә тыуа, уларҙың да ҡыҙҙары тыуа. Иң башта торған бейә үҙенең ҡыҙҙарына сифатлы һөт биреү һәләтен тапшыра. Артабан эстафета ошо рәүешле дауам итә. Беҙҙең ата-бабалар меңәр йылдар һуҙымында тоҡомсолоҡ эшен алып барып, бөгөнгә килтереп еткергәндәр. Беҙ ошо ысул менән "Аҫау" ("Грозный"), "Ғорур" ("Гордый"), "Ғәйрәт" ("Гайрат"), барлығы егерме бишләгән линиялар барлыҡҡа килтерҙек. Бөтә донъянан юғары комиссия килеп, беҙҙәге тоҡомсолоҡ эшен тикшереп йөрөнөләр. Баймаҡ районының "Ирәндек" совхозында ҡырҡлаған беҙҙең тоҡом бейәләрен күреп, улар хайран ҡалды. Бейәләр бер-береһенән айырып булмаҫлыҡ ине. Был - тоҡомсолоҡ эшенең яҡшы ҡуйылыуы хаҡында һөйләй. Комиссия ағзалары беҙҙең күрһәткестәргә ышанмайынса, хатта бейәләрҙе контроль рәүештә һауып та ҡараны. Ошонан һуң улар популяцияның тоҡом икәнлеген таныны. Был хәл 1990 йылда булды. 1991 йылда инде беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙың һөт бирә торған тибын барлыҡҡа килтерҙек. "Ирәндек" тоҡомло башҡорт бейәләре бер миҙгелдә 3 мең литр һөт бирә инеләр.

Артабан тоҡомсолоҡ эше ниндәй йүнәлеш алды?

- Үткән быуаттың аҙағы тоҡомсолоҡ эшенең алтын осоро булғандыр. Туҡһанынсы йылдарҙағы үҙгәрештәр был эште юҡҡа сығарҙы. Күп көс һалынған беҙҙең элиталы өйөрҙәр еңел генә юл менән шәхси хужалыҡтарға таратылды, һатылды. Был - башҡорт тоҡомло аттар өсөн фажиғәгә тиң булды. Минең ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәтем дә ошо рәүешле юҡҡа сыҡты. Беҙ әле лә туҡталып ҡалманыҡ, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса нимәлер эшләп ҡалырға ынтылабыҙ. Барыһын да өр-яңынан, нулдән башлап эшләргә тура киләсәк. Быға белгестәрҙең етмәүе ҡамасаулай. Элек һәр бер тоҡомсолоҡ хужалығында юғары белемле зоотехник-селекционер эшләне. Хәҙер ундай белгес кенә түгел, тоҡомсолоҡ хужалыҡтары ла юҡ кимәлендә. Зоотехникҡа уҡып диплом алған йәштәр хәҙер ҡалала тороп ҡалырға, унда үҙенең эшен табырға тырыша.

Атына атланған башҡорт яугиры хаҡында тарихта бихисап яҙмалар, хроника һаҡлана. Башҡорт атлылары Парижға ла, Берлинға ла барып еткән. Беҙ белгән башҡорт тоҡомло аттар менән яу аты нимәһе менән айырыла? Ул шул уҡ атмы?

- Шайморатов яугирҙары башҡорт аттарына атланып сығып киткән. Әммә һуғышта яугирҙар һәр ваҡыт башҡорт атында йөрөгән тип әйтә лә алмайбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең 28 миллион кешеһе генә түгел, 8 миллион аттар ҙа ҡорбан булған. Йәғни аттар шул уҡ һалдаттар кеүек үҙенең ғүмерен еңеү өсөн биргән. Минеңсә, һуғыш шарттарында башҡорт аты иң ышаныслыһы булғандыр, тим. Сөнки ул сыҙам, ныҡ, һирәк ауырый, иғтибарҙы ла үҙенә күп талап итмәй. Тарихта шундай яҙмалар ҡалған: кеше Өфөнән Ырымбурға башҡорт аты менән бер көндә барып әйләнеп ҡайта алған. Почта станцяларында атсабарҙар башҡорт атына өҫтөнлөк биргән.

Кавалерия маҡсатында башҡорт аты менән башҡа тоҡомло аттарҙы тороҡтороп ҡараусылар ҙа булғандыр?

- Егерменсе быуаттың тәүге яртыһында, илле йыл һуҙымында башҡорт атынан кавалерия аты алыр өсөн тырышып ҡарағандар. Был эштәр Баймаҡ, Матрай (Йылайыр) райондарындағы йылҡысылыҡ заводтарында алып барылған. Бының өсөн башҡорт тоҡомло бейәләрҙе Дон, Буденный, Орлов, ахалтекин тоҡомло айғырҙар менән ҡушып ҡарағандар. Уларҙан бик матур, текә тояҡлы ҡолондар тыуған. Әммә улар ҡышын тибендәрҙә тулыһынса тиерлек һәләк булғандар. Улар аталарынан матур һын ғына түгел, йәшәү шартын да ҡабул итеп алған. Был эш менән шөғөлләнеүселәр һәр төр менән башҡорт бейәләрен тороҡтороп ҡарағандан һуң шундай ҡарарға килгән: бынан бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Хәрбиҙәрҙе башҡорт атының бәләкәй буйы ғына ҡәнәғәтләндермәгән, башҡа йәһәттән уға еткән яу аты табылмаған.

Тоҡомсолоҡ юлы менән башҡорт атын буйға үҫтереү мөмкинме?

- Мөмкин. Был йүнәлештә эш алып барып, беҙ башҡорт атының буйын 8 сантиметрға арттыра алдыҡ. Бының өсөн буйға башҡаларҙан бейегерәк булған бейәләрҙе шундай уҡ айғырҙар менән тороҡторҙоҡ. Әммә әлеге лә баяғы туҡһанынсы йылдар барыһын да емерҙе. Совет осоронда тоҡомсолоҡ эшен дәүләт контроленә алыусы Госплемоинспекция хеҙмәте эшләне. Уның ҡағиҙәләре буйынса теге йәки был тоҡом йәмғиәт, дәүләт байлығы һаналды һәм ул еребеҙ кеүек, закондар тарафынан һаҡланды. Ул саҡта тоҡомло малдарҙы ситкә сығарыу ғына түгел, башҡаларҙы ла ситтән индереү тыйылды. Хәҙер был закон эшләмәй.

Хәҙер иһә беҙҙең башҡорт тоҡомло аттарҙы ут күршеләребеҙ үҙҙәренеке итеп иғлан итте...

- Эйе, ут күршеләребеҙ башҡорт тоҡомло бейәләрҙе күпләп һатып алып, уларҙы "татар тоҡомло аттар" тип иғлан итте. Шуныһы ла бар: донъяла булмаған был тоҡом аттарҙы уйлап сығарыусыларҙың араһында чиновниктар ғалимдарҙан күберәк.

Әммә улар иғлан иткән "тоҡом" башҡорт тоҡомло аттарҙың күрһәткестәре бит, был мөмкинме икән?

- Был турала телевидение аша ла сығыш яһағаным булды. Сөнки башҡорт аты йәшәүемдең мәғәнәһенә әүерелгән. Тоҡомдо барлыҡҡа килтереү өсөн кәмендә 45-50 йыл ваҡыт талап ителә, биш-алты быуын формалашырға тейеш тәүҙә. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта яҙылырға тейеш. Ә бында һис юғы бер мәҡәлә лә, тәжрибәләр үткәрелеүе хаҡында яҙмалар ҙа булмаған көйө тоҡом барлыҡҡа килтергәндәр.

Баймаҡ районының бер һабантуйында Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, республикабыҙҙың башҡа райондарынан килгән эре тороҡло бәйге аттары ярышты. Баймаҡтар уларға ҡаршы башҡорт тоҡомло аттарҙы ҡуйҙы. Ҡыҫҡа дистанцияларҙа, өс, биш саҡрымлыҡ сабыштарҙа беҙҙең аттар башҡаларҙан күпкә артта ҡалып килде. Иң ҡыҙығы ун һәм унан да алыҫыраҡ дистанцияларға сабышта күҙәтелде. Тәүге әйләнештәрҙә беҙҙең аттар башҡаларҙан күпкә артта ҡалып килә лә, дистанцияның икенсе өлөшөндә беҙҙең аттар саҡ ҡыҙып алып, алға сыға, оҙон тороҡлолар арый башлай. Һуңғы әйләнештә беҙҙең аттар алға сығып, финишҡа беренсе булып килә. Ошо хәлдә һеҙҙең комментарий?

- Башҡорт атының башҡаларҙан айырылған төп сифаты бына ошонда ла инде. Улар талымһыҙ, сабыр. Совет осоронда, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем отчеттар биргәндә аттарға мөнәсәбәт үтә лә юғары булды. Ни өсөн шулай? Сөнки ат ул ваҡытта һуғыш өсөн кәрәк булған. Ул саҡта йылҡы малы хәрби резерв иҫәпләнгән һәм әрмегә саҡырыу өсөн хәрби комиссариаттарҙа хатта аттарҙың паспорты тултырылған. Әгәр ҙә ул ат кемдеңдер ғәйебе менән үлеп ҡалһа, йәки һыртына эйәр, муйынына ҡамыт һуҡһа, бының өсөн ғәйепле кеше биш йыл иркенән мәхрүм ителгән. Сөнки һәр бер ат хәрби мөлкәт һаналған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла ат шулай уҡ дәүләт милке һаналған. Ә инде механизация юғары кимәлгә күтәрелгәс, аттар дәүләт милке булыуҙан туҡтаған.

Ә хәҙерге тоҡомсолоҡ эштәре хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?

- Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарына тиклем Башҡортостанда 200 меңдән ашыу йылҡы малы иҫәпләнеп, уларҙың 56 проценты эш аты һаналған. Бөгөн беҙҙә 125 мең баш йылҡы малы иҫәптә. Хәҙер башҡорт аттары ҡымыҙ, ит өсөн тотола. Өсөнсө йүнәлеш: спорт аттары. Беҙ "Аҡбуҙат" ипподромы менән берлектә был йүнәлештәге эштәрҙе башланыҡ. Дүртенсе йүнәлеш: туризм өсөн аттар, бишенсеһе - иппотерапия аттары. ДЦП менән ауырыған баланы атҡа ултыртҡанда баланың бөтә тән мускулдары эшләй башлай. Барлыҡ тән ағзаларын хәрәкәткә килтерә торған башҡа спорт инвентары донъяла юҡ. Атҡа атланған бала уның һыртынан ҡолап ҡалмаҫ өсөн барлыҡ мускулдарын эшләтергә мәжбүр була. Бынан тыш аттар шул тиклем көслө биоялан мөхите барлыҡҡа килтерә, уның муйынына һырлығып тороу менән барлыҡ арыуың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Үҙенең фарманын үтәгән шундайын мөһабәт йән эйәһе менән аралашҡандан һуң баланың үҙ-үҙенә ышанысы арта. Әгәр ҙә баланы мәктәп йәшенән аттарға өйрәткәндә бының һөҙөмтәһе баһалап бөткөһөҙ булырына шик юҡ. Ауыл мәктәптәре янында аттар тотоу ҙа маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Балаларҙы тәрбиәләгәндә аттарға тиң йән эйәһе булмаҫ ине тип иҫәпләйем.
Ғәрип балалар менән ике сәғәт аралашҡан саҡта ат өс килоға яҡын тән ауырлығын юғалта. Ундай аттар башҡа аттарға ҡарағанда алты-ете йылға аҙыраҡ йәшәй.

Башҡорт аты ҡымыҙы, йылҡы ите менән дан тота. Был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?

- Бейә һөтө химик составы менән күкрәк һөтөн алыштыра. Ә кеше өсөн әсә һөтөнән дә файҙалыраҡ ризыҡ бармы? Юҡ. Һыйыр һөтөндә казеин 80 процент, йәғни һыйыр һөтөнөң 20 проценты ғына организм тарафынан эшкәртелә. Ә бейә һөтөнөң 50 проценты һеркәле аҡһымдан тора, ә улар ҡан составына инә, йәғни бейә һөтө шундуҡ кешенең ҡанына файҙалы матдә булараҡ үтеп инә. Һөҙөмтәлә бейә һөтө йөҙ проценты менән организм тарафынан эшкәртелә. Ә бейә һөтөндәге казеин һыуҙа эрей. Бейә һөтөндәге юғары энергетик элемент һаналған лактоза һыйыр һөтөнә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Лактозаның әсеүе һөҙөмтәһендә ҡымыҙ барлыҡҡа килә. Шуға күрә лә һыйыр һөтөнән ҡымыҙ эшләп булмай.
Йылҡы итендәге аҡһым һыйыр итенә ҡарағанда 3 процентҡа күберәк. Холестерин һыйыр итенә ҡарағанда 8 тапҡырға аҙыраҡ. Тағы ла аминокислоталарға бай һәм тиҙ генә организм тарафынан эшкәртелгән йылҡы ите диетик ризыҡ һанала.

Студенттарығыҙ менән аралашаһығыҙмы?

- Былтыр Баймаҡ районының Граф күле буйына барғанда килеүемде ишетеп ҡалған студенттарым менән осраштым. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә торам. Ғөмүмән, кемдәр ат ярата - улар минең кешеләрем. Ат яратҡан кеше бер ваҡытта ла насар кеше була алмайҙыр.

Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Ираида Әбүбәкер ҡыҙы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 244

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru