2025
әйт, тиһәгеҙ...
Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Ошо арала Учалы районы Рысай ауылы ағинәйе Вәзимә Зәйнәғәбдинова өй шарттарында кәзә ҡымыҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Был оҫталыҡ дәресендә ауыл ағинәйҙәре, уҡыусы ҡыҙ балалар ҙа ҡатнашты. Вәзимә Зәйнәғәбдинова шәхси хужалығындағы кәзәне һауғандан һуң нисек ҡымыҙ бешергә икәнен күрһәтте. Кәзә ҡымыҙының организм өсөн файҙаһы тураһында һөйләне. "Бөгөн һәр кем шәхси хужалығында бейә тота алмай, ә бына кәзәне һәр кем аҫрай һәм һәр кем кәзә ҡымыҙы менән туҡлана ала", - тип, йыйылыусыларҙы дәртләндереп тә ебәрҙе ағинәй. Иң мөһиме, уның һабаҡтарын балалар ишетте. Илсе мәктәбе уҡыусыһы Динә Мортазина ағинәйҙең артынса кәзә һауыу, уның һөтөн ҡымыҙ итеп бешеү кеүек ғәмәлдәрҙе ҡабатлап, яңы кәсеп үҙләштереп ҡыуанды.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).