«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНДЫ БОҘМАЙ, ӘММӘ АЛДАЙ
+  - 

Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә дәүләт тарафынан ҡуйылған стандарттарға (ГОСТ) төҙәтмәләр индерелергә мөмкин. 1 литр урынына 930 мл һөт, 1 кг урынына 800 г билмән, 1 тиҫтә урынына 9 йомортҡа - һатып алыусыны бөгөн етештереүсе үҙенсә ошолай отоп маташа. Хәҙер бына был хәлгә Генпрокуратура ла иғтибар иткән һәм етештереүсе хаҡын шул килеш ҡалдырып, тауарҙың ауырлығын кәметмәһен өсөн аҙыҡ-түлек ҡабына берҙәм талап билдәләргә уйлай.

"Руспродсоюз" билдәләүенсә, ҡайһы бер ризыҡ ҡаптарының шулай ҡапыл бәләкәйләнеп китеүендә сеймалдың, тауар етештереүҙең, тауар ташыуҙың ҡиммәтләнеүе, ә халыҡтың йылдан-йыл һатып алыу мөмкинлегенең кәмеүе "ғәйепле" икән. Улар төп сәбәп тип ошоно атай. Халыҡ бер аҙ алданһа ла, һөт, йомортҡа кеүек рационында көн һайын булырға тейешле әйберҙе һатып ала алыуы менән етештереүсегә рәхмәттәр уҡып йәшәргә тейеш, тигән ҡарашта улар. Икенсе сәбәп - ҡала халҡының холоҡ-ҡылыҡтарындағы үҙгәрештәр. Улар элекке кеүек өйөнә тоҡлап-тоҡлап ризыҡ ташымай. Магазинға йышыраҡ йөрөһә лә, бөгөн ашай торғанын ғына һатып ала. Етештереүсе бында ла һатып алыусының файҙаһын күҙ уңында тотоп эш итә, имеш: 1 л һөттө ҡасан эсеп бөтәһең әле, ә былай иһә көн һайын һатып алғас, сифаты ла юғары була.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм иҡтисад институты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2008-2009 йылдарҙағы көрсөктән һуң етештереүселәрҙең ҡайһы берҙәре аҙыҡ-түлек ҡаптарын - 7, бәғзеләре иһә 20, 30 процентҡа тиклем бәләкәйләткән. Уның ҡарауы, тауарҙың хаҡы элеккесә ҡалған. Ғилми телдә был күренеш шринкфляция тип атала. Етештереүсе законды боҙмай, сөнки ҡапҡа, әйтәйек, шул уҡ һөттөң күләме 930 мл тип яҙа. Институт ғалимдары әйтеүенсә, һатып алыусы өсөн һөттөң 30-50 мл-ға әҙерәк булыуы ҡурҡыныс түгел, ул уны һиҙмәй ҙә. Ә бына хаҡ артһа, шунда уҡ күреп ҡала һәм, етмәһә, тауыш ҡуптарыуы ла бар. Беҙҙең ошолай һиҙмәй-белмәй генә аҙыраҡ һөткә күберәк хаҡ түләп йөрөүебеҙ яҡшыраҡ булған икән. Институт етәксеһе Наталья Назарова әйтеүенсә, хәҙер етештереүсе был мөмкинлектең иң һуңғы сигенә еткән, кәметкән тиклемдән дә күберәк бәләкәсәйтә алмай ҡаптарҙы. "Тимәк, хаҡтарҙы күтәреүҙән башҡа сара ҡалмай", - ти ул.
Халыҡ һиҙмәй ул, тиһәләр ҙә, осҡор күҙҙәр табылған шул. Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) асыҡлауынса, 2019 йылда уҡ рәсәйҙәрҙең 60 проценты был хәлгә кире ҡарашын белдергән. Рәсәй ҡулланыусылар берлеге рәйесе Петр Шелищ та был хәлде һатып алыусыларҙы алдау тип атай. Магазин кәштәһенән һөт алғанда кеше уның ҡабын ҡарап та тормай. Сөнки 1 л урынына 930 мл һөт алып, алданыуы тураһында уйламай ҙа. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Борис Чернышев та шундай уҡ фекерҙә. "Халыҡ күрәләтә алданыуҙан арыған. Июнь башында Дәүләт Думаһына "Ғәҙел хаҡ тураһында" закон проекты тәҡдим иттек. Ул магазиндарға хаҡты кеше аңларлыҡ итеп - 1 л йәки 1 кг өсөн яҙып ҡуйыуҙы талап итә. "Проект халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде, 10 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иттек, былар барыһы ла мәсьәләнең актуаллеге тураһында һөйләй", - ти ул "Известия" гәзитенә биргән аңлатмаһында.
Генпрокуратураның ҡаптарға берҙәм талаптар ҡуйырға һәм уларға 1 кг йәки 1 л тип кенә яҙырға рөхсәт бирергә тигән ниәте депутаттарҙың был проектын тулыландырып, һатып алыусыны алдауҙарҙан һаҡлар ине, бәлки. Әммә стандарт ҡабул ителгәнсе, етештереүселәрҙең эшен ошо нормалар сиктәрендә яйға һалғансы ярайһы ваҡыт үтер әле. Етештереүсе яғынан ярайһы сығымдар ҙа буласаҡ. Һөҙөмтәлә, аҙыҡ-түлеккә сираттағы тапҡыр хаҡтар күтәрелеп, был сығымдар һеҙҙең менән беҙҙең елкәгә ятмаҫ тигән ышаныс ҡына юҡ. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм иҡтисад институты әле үк был инициативаның халыҡ файҙаһына булырына шик белдерә. Был осраҡта НДС-ты кәметергә, етештереүселәргә льготалы кредиттар бирергә, хатта йәшәү өсөн мөһим тип иҫәпләнгән аҙыҡ-түлекте лә һатып алырға мөмкинлеге сикле булғандарға сертификаттар программаһын уйлап табырға була тип иҫәпләй улар. Һәр хәлдә, тәгәрмәс тәгәрәгән инде, уның нимәгә алып килеүен киләсәк күрһәтер. 930 мл һөт, 185 г аҡ май, 450 гр макаронды магазин кәштәләренә кире ҡайтарығыҙ тип әйтерлек булмаһын инде, тәүбә...

Ләйсән ВӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 123

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru