«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Иң боронғо төркиҙәрҙең этномәҙәни берлегенең тәү формалашҡан территорияһын асыҡлау һәм хәҙерге төрки халыҡтары ата-бабаларының бынан ер шары буйлап таралып китеү выҡытын билдәләү өсөн башланғыс ориентирҙар ошолар: а) төрки телдәренең бер-береһе менән һүҙлек запасы һәм грамматик төҙөлөшө яғынан ныҡ оҡшаш булыуы, ә был берҙәмлек бары тик иң боронғо ата-бабаларҙың бер уртаҡ территорияла оҙайлы ваҡыт дауамында бергә йәшәүе шартарында барлыҡҡа килгән; б) боронғо төркиҙәрҙең теле тураһындағы иң иртә яҙма сығанаҡтар. Һуңғылары Шумер һәм Ҡытай документтарынан тора. Шумер яҙмаһы - ер шарында иң боронғоларҙан һанала, Яҡын Көнсығышта (Месопотамияла) б.э. тиклем IV - III мең йыллыҡтарҙа барлыҡҡа килгән һәм ул эш документтары, уҡыусыларҙың көндәлектәре, тарихи сюжеттар һ.б. нәмәләр яҙылған балсыҡ таҡтасыҡтарҙа (табличкаларҙа) сағылыш тапҡан. Ошо документтарҙы ҡалдырған Месопотамия халҡының теле ғалимдар араһында киҫкен бәхәстәр тыуҙырҙы. Ошондай фекер айырымлыҡтарының асылына ҡағылып тормайынса, бына нимәне билдәләп үтәйек: күп кенә хәҙерге заман лингвистары шумер телендәге 100-гә яҡын һүҙҙең мәғәнәһен боронғо һәм хәҙерге төрки телдәре аша аңлап булыуына иғтибар иткән. Ҡайһы бер миҫалдарға туҡталайыҡ: ада - атай, ата - әсә, ту - тыуҙырыу, ере - ир, рядовой, угу - уҡ, таг - тағып ал, заг - яҡ, ме - мин, зе - һин, ане - ана, гаш - ҡош, кир - ер, кер, уш - өс, у - ун, уд - ут, удун - ағас, утын һ.б. Шумер телендә типик төрки һүҙҙәре булып, уларҙың мәғәнәһе төрки халыҡтары вәкилдәренең һәр ҡайһыһына аңлашылып тора. Ошо темаға беренселәрҙән булып Ҡаҙағстандың арҙаҡлы ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре Олжас Сөләймәнов иғтибар итә, ул шумер һәм боронғо төрки телдәренең оҙаҡ йылдар дауамында параллель рәүештә үҫешә барып, бер-береһенә йоғонто яһауы хаҡында белдерә. Уның ошо фекере менән байтаҡ ҡына төркиәтселәр ҙә килешә. Тимәк, Яҡын Көнсығыш халыҡтарының ниндәйҙер бер өлөшө боронғо замандарҙан бирле бороғо төрки телендә һөйләшкән һәм дәүләт халҡының телендә һәм яҙма документтарында сағыу эҙ ҡалдырған. Ошо боронғо төрки теленең ҡайһы бер һүҙҙәре урындағы географик атамаларҙа (топонимикала), этнонимияла (халыҡ атамалары) һаҡланып ҡалған
Тикшеренеүселәр бер һүҙҙән документтарҙа субар (субар - һыу, йылға кешеләре) халҡы иҫкә алыныуын таный, ә был атама сыуаш халҡы үҙатамаһының иң боронғо варианты икән. Хәҙерге осорҙоң ҡайһы бер Рәсәй ғалимдары ошо фактҡа мөһим этногенетик мәғәнә һалып, сыуаш халҡының иң боронғо ата-бабаларының килеп сығышын Яҡын Көнсығыш территорияһы менән бәйләй. Уларҙың фекеренә ярашлы, субар ҡәбиләләре Урта Волга буйына Урта Азия биләмәләре аша күсеп килгән, унда ла боронораҡ шул уҡ этноним таралған була. Шулай итеп, килтерелгән миҫалдар Алғы һәм Урта Көнсығыштың төрки халыҡтары телдәренең нигеҙе - боронғо төрки телендә аралашҡан иң боронғо ҡәүем таралып йәшәгән өлкә булыуы хаҡындағы фекерҙе раҫлай.
Иң беренселәрҙән булып ошондай уҡ фекерҙе Ә.-З. Вәлиди белдерә, ул ошо төбәктең иң боронғо төркиҙәрен энеолит эпохаһының Анау мәҙәниәте ҡәбиләләре менән бәйләй, уларҙың төньяҡтағы биләмәләренең сиктәре Урта Азияның бөтөн көньяҡ өлөшөн эсенә алған була. Шумер цивилизацияһы тарҡалғандан һуң Алғы Азия төркиҙәренең бер өлөшөнөң Урта Европаға күсеп китеп, унда Европаның төньяғында Этрурия дәүләтен барлыҡҡа килтереүҙә һәм үҫтереүҙә ҡатнашыуы хаҡындағы ҡараш бар (б.э. тиклем VIII - II бб.). Этрусктарҙан шулай уҡ яҙма ҡомартҡылар ҡалған, уларҙың теленә лә боронғо төрки теленең йоғонтоһо булғанлығы күҙәтелә.
Ғалимдарҙың Яҡын һәм Урта Көнсығыштың, Урта Азияның һәм Үҙәк Европаның боронғо төркиҙәре хаҡында белдерелгән ҡараштары сактарҙың, массагеттарҙың, дайҙарҙың (дахтар, дактар) - Урта Азияның, Ҡаҙағстандың күсмә ҡәбиләләренең һәм Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең төрки телле булыуын еңел генә аңларға мөмкинлек бирә. Әйтелгәндәргә бәйләп, Ф.Р. Латыповтың боронғо сактарҙың тәүҙә Яҡын Көнсығышта йәшәүе, һуңынан килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәр арҡаһында Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Себер аша көнсығышҡа табан хәрәкәт итеүе, Яҡут ерҙәренә барып сығып, яҡуттар халыҡ булып ойошҡан дәүерҙә уларҙың этник төшөн хасил итеп, уларға үҙҙәренең боронғо үҙатамаһын - сак, йәғни саха исемен биреүе хаҡындағы фекерҙәре тарихи ҡыҙыҡһыныу уята. Яҡут халҡының боронғо ата-бабаларының сактар менән туранан-тура генетик бәйләнеше хаҡындағы ҡараш иғтибарға лайыҡ.
Юл ыңғайы скифтарҙың һәм улар менән союздаш халыҡтарҙың теле мәсьәләһен ҡарауҙы зарури тип иҫәпләйбеҙ. С.Е. Маловтың тикшеренеүҙәренән һуң был мәсьәлә Ф. Ғ. Ғарипова һәм бигерәк тә М.З. Зәкиевтың хеҙмәттәрендә яңы сифатлы кимәлгә күтәрелде. Айырым алғанда, М.З. Зәкиев билдәле булған скиф һүҙҙәренең этимологияһын яңынан тикшерә һәм уларҙың күптәренең төрки тамырлы икәнен, ә мәғәнәләрен хәҙерге төрки халыҡтары телдәре аша еңел аңлатып булыуын иҫбатлай. Ошо тәү сығанаҡ материалдары иҫәбенә б.э. тиклем IV быуатта йәшәгән скиф батшаһы Атейҙың исемен дә индерергә була, ул "атай" тигәнде аңлата.
М.З. Зәкиев скифтарҙың сак сығышлы булыуы хаҡындағы мәсьәләне яңынан ҡуя һәм боронғо Ҡытай сығанаҡтарында скифтарҙың саи (сак һүҙенең варианты) тип аталыуы хаҡында мәғлүмәт килтерә. Ул иирк, аргиппей этнонимдары этимологияһына иғтибар итеп, уларҙың төрки сығышлы булыуын раҫлай. Унан башҡа, ғалим аргиппейҙарҙың башҡорттарҙың ата-бабалары булғанлығы хаҡындағы фекер менән килешә.
Боронғо төркиҙәрҙең теле тураһындағы яҙма сығанаҡтарҙың икенсе төркөмө Боронғо Ҡытай, антик һәм Рим-Византия авторҙары хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан гун (һун) һүҙҙәренән тора. Иң тәүгеләрҙән булған, б.э. тиклем III быуатта йәшәгән авторҙың хеҙмәтендә өс гун һүҙе яҙып ҡалдырылған: "tang-li-ku-tu-san-jui", уның мәғәнәһен хәҙерге төркиәтселәр бер ауыҙҙан "күк тыуҙырған... шань-юй", тип уҡыйҙар. Был гун императоры титулының бер өлөшө. Мәҫәлән, ошо титулдың тулы варианттарының береһе - "сюннуның күктән ҡуйылған бөйөк шань-юйы" тигәне менән - император Маодунь нарыҡланған (б.э. тиклем II быуат). Хәҙер фәндә б.э. тиклем IV - III быуаттарҙа гундарҙың һәм Үҙәк Азяның башҡа халыҡтарының үҙҙәренең яҙмаһы булыуы хаҡында мәғлүмәт бар, һәм күптәр уны тағы ла иртәрәк быуаттарҙа хасил булған, тип иҫәпләй. Тимәк, ул замандарҙа уҡ үҙ яҙмаһы булған төрки-гун теле булған. Н.А. Баскаков гун теленең төркиҙәр теленә ҡарағанлығы хаҡында мөһим аргументтар тапҡан, ул төрлө сығанаҡтарҙан гун исемдәрен йыйнап алып, уларҙың этимологияһын аңлата алған. Ул шулай уҡ гундар теленең болгар теленә яҡын булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Төркиҙәрҙең тәү Ватанының Үҙәк Азияла булыуы хаҡындағы ҡараштың формалашыуына VI быуатта баҙыҡ руник яҙмаһы булған Бөйөк төрки ҡағанатының барлыҡҡа килеүе факты хәл иткес йоғонто яһаған. Үрҙә бәйән ителгәндәрҙән боронғо төрки ҡәбиләләре йәшәгән территорияларҙы тарайтып күрһәтеүҙең Ҡаҙағстан, Алғы Азия, Көнсығыш һәм Үҙәк Европа биләмәләре менән бәйле факттарға тура килмәүе беленә.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 149

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru