«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 7
+  - 


Беҙҙең старшина ла ошондай юлды һынап ҡарарға булды. Ул, эскадронды таратып ебәргәс, ветврачты саҡырып алды ла:
- Һин теге Яуымбаевтың атын манежға сығар әле, ипкә килтерәйек, - тине.
Ләкин һарайға инеп киткән ветврач урамда ҡалған Заровняев эргәһенә йүгереп кире сыҡты.
- Юҡ, юҡ, иптәш старшина, яҡын барырлыҡ түгел, үрәпсеп, ажғырып тора.
- Ничево, ничево, ундай сығынсыҡтарҙы өйрәтә торған саралар ҙа етерлек! - Старшина һарайға ыңғайланы, артынан ветврачты ла эйәртте. Әүхәҙи быларҙы ҡолаҡтарын шымайтып ҡаршы алды. Ләкин донъя күргән старшинаны ҡолаҡ шымайтып ҡына ҡурҡытырлыҡ түгел ине. Әммә ат та иҫәр түгел, старшинаға арты менән боролдо ла шартлатып ишеккә типте. Был урынында шып туҡтаны ла ветврачҡа ымланы. Ә теге, икенсе яҡтан ат алдына сығып, рәшәткә аша таяҡ менән төрткөләп аттың башын старшина торған ишек яғына борҙо. Шуны ғына көтөп торған Заровняев ҡапыл ишекте шар асты ла аттың моронона йәбеште. Һул ҡулы менән Әүхәҙиҙең үңәсенән һығып тотоп, уң ҡулы менән аттың морон кимерсәгенән эләк-тереп алды, аттың башын аҫҡа баҫып, сәбәләнеп йөрөгән ветврачҡа:
- Давай, давай закрутку! - тип ҡысҡырҙы. Әүхәҙи башын күтәреп старшинаны һелкеп ырғытырға тырышты. Бер нисә тапҡыр уны иҙәндән күтәреп тә алғайны, ләкин аяуһыҙ старшина бурауыҙ һымаҡ ҡыҫып тотҡан ҡулдарын ысҡындырманы. Ат бөтә көсөнә тыпырсынды, ажғырып төрлө яҡҡа әйләнгеләп туланы, ләкин уны һелкеп ырғыта алманы. Ҡылдан эшләнгән закрутка менән Әүхәҙиҙең ирендәрен ҡыҫып борҙолар ҙа бөтә кәүҙәһе ҡалтыранып иҫтән яҙа башлаған айғырҙың нуҡтаһы өҫтөнә йүгән, шунан башын өҫкә күтәрмәһен өсөн мартингал һалдылар. Бер нисә минут эсендә ҡара тиргә төшөп, еүешләнгән күҙҙәрен өҫкә текәгән атты закрутканан тартып, һөйрәп тигәндәй, манежға сығарып эйәрләнеләр. Хәҙер атҡа Заровняев хужа. Ул бесәй шикелле ат өҫтөнә һикереп менде лә:
- Закрутканы ысҡындыр, - тип ҡысҡырҙы. Әүхәҙи сайҡалып алды ла торған ерендә туп кеүек ырғырға тотондо. Артҡы аяҡтарын өҫкә ташлап, һыртында ултырған рәхимһеҙ кешене һелкеп ташларға ынтылды.
- Ә һин әле козлить итергә маташаһыңмы? Ничево, ничего, ашыҡма, уныһына ла сара табырбыҙ, - тип ауыҙ йырҙы эйәргә сайыр һымаҡ йәбешкән старшина. Аяғындағы шпорҙары менән аттың ҡабырғаһын тызыны. Бындай мөғәмәләне ғүмерендә лә күрмәгән айғыр уның һайын ҡарышты, торған урынынан бер аҙым да ҡуҙғалманы. Старшина ауыҙын йырғыслап, ҡамсы менән дә ярып ҡараны, ләкин ат тағы ла нығыраҡ ҡарышты. Шунан, артын борҡотоп, өҫтөндәге кешене ергә алып һелкте, әммә сос старшинаны йыға алманы. Теге бесәй шикелле аяғы менән төштө. Тамам сығырынан сыҡҡан старшина аттың янбашына ҡамсы менән бер нисә тапҡыр һыҙыра тартты ла, ялына йәбешеп, яңынан уның өҫтөнә атланды. Хәҙер Әүхәҙи арт аяҡтарына торҙо, алғыларын юғары күтәрҙе - старшинаны артҡа шылдырып төшөрөргә самаланы. Ләкин старшина көслө аяҡтарын нығыраҡ ҡыҫып бөтә кәүҙәһе менән алға эйелде лә бының муйынына йәбеште. Ат, өҫтөндәге кешенең көслө ҡулдарынан ысҡынырға теләп, муйынын борғоланы, һыртын бөгөп, бөтә кәүҙәһе менән һелкенде, әммә старшинаны барыбер ергә ырғыта алманы. Шулай бер урында күп кенә тапанып торғас, старшина һуңғы сараһын уйлап сығарҙы. Аттан һикереп төштө лә:
- Давай был сығынсыҡты кешәнләйек, - тип һарайҙан арҡан алып килергә ҡушты.
Тамам киреләнгән атты кешәнләп тә артыҡ эш ҡыйрата алманылар. Артҡы бер аяғы үҙ муйынына ныҡ тарттырып бәйләнгән Әүхәҙиҙең ҡымшанырға ла әмәле ҡалманы. Муйынын дуға кеүек бөгөп ҡан һауған йәшкелт күҙҙәрен маңлайына атты ла, бөтә тәнен дерелдәтеп, үҙ яҙмышын көттө. Старшина башы ла, аяғы ла ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп шаҡарып бәйләнгән аттың һыртына ултырҙы ла бөтә ғәләм алдында мәсхәрәләнгән ғорурлығы өсөн көтмәгәндә атты ҡамсыларға тотондо. Арғымаҡ, старшина һуҡҡан һайын, тыпырсынды. Ҡамсы менән һуҡҡан эҙҙәренән юлаҡ-юлаҡ булып ҡабарып сыҡҡан урынын дерелдәтте. Ахырҙа арыған старшина ҡамсыһын ергә ырғытты ла шпорҙары менән тибенә башланы. Бындай язаны көтмәгән Әүхәҙи ҡапыл ҡабырғаһына ауҙы. Итегенең йөҙлөгөн өҙәңгенән ысҡындырып өлгөргән Заровняев ат аҫтына эләкмәне. Ерҙә дырҫ-дырҫ тын алып ятҡан Әүхәҙиҙе яңынан ҡамсыланы ла кешәнен систе. Күҙ төптәренә тиклем ҡара тиргә төшкән ат аяғына баҫып бөтә көсөнән һелкенде лә, ике яғында баҫып торған ике кешегә күҙҙәренән ҡәһәрле осҡон атып, һарайына йүнәлде. Был инде, ун биш йыл атлы ғәскәрҙә хеҙмәт итеп, дошман алдында ла сигенмәгән Заровняевтың ат алдында беренсе еңелеүе ине.
- Был атты бөгөн ашатмағыҙ! Ул һыуынырға тейеш! - тип әмерен бирҙе лә каптеркаға ҡарай атланы.
Уның ҡайтыуын дүрт күҙ менән көткән Ғилмишәриф, ниҙер булғанын йыртыҡ итеген ҡаплап, һөмһөрө ҡойолоп килеп инеүенән үк һиҙенде. Ул һылтау табып шунда уҡ һарайға йүгерҙе. Күңеле һиҙгән икән шул: тәне ут кеүек янып, йөндәре ойошҡан Әүхәҙи ҡан һауған ҡабырғаһын стенаға терәгән. Ғилмишәрифте күргәс, үҙ ҡайғыһын һөйләргә теләгәндәй ыңғырашып алды, Әүхәҙи кормушкаһын кимереп тора ине.
Юлаҡ-юлаҡ ҡамсы эҙҙәрен күргәс, ат йәнле Ғилмишәрифтең күҙенә йәш эркелде, тамағына төйөр тығылды. Ҡара тиргә төшкән, ауыҙ ситтәре иҙелеп бөткән. Тимәк, атты кемдер көсләп менергә маташҡан. Был тик старшинаның ғына этлеге! Старшинаға булған ихтирамы көл булып елгә осто. Ғилмишәриф ҡулын әсе тир йылыһы бөркөп торған ат ялы араһына тығып бер аҙ торҙо ла, һалҡын һыуға мансылған сепрәкте аттың ҡабарған, ялланып сыҡҡан урындарына һалды. Хайуан муйынын бөгөп яҡташының арҡаһынан иркәләне.
Әүхәҙиҙе бер нисә көн урамға сығармай тоттолар. Заровняев камил ябығып йонсоғандан һуң аттың уға буйһоноп баш һалыуын көттө. Әммә малҡай ябығыу түгел, Ғилмишәрифтең тырышлығы менән көн дә матурайҙы, ялтыраны. Ғилмишәриф старшина ҡушҡандың киреһен эшләне. Уны ваҡытында таҙартты, ашатты, эсерҙе. Ат старшинаға мөнәсәбәтен тиҙ генә үҙгәртергә теләмәне, ҡолаҡтарын шымайтып ҡаршы алды, һалҡын ҡараш менән оҙатып ҡалды. Старшина ла тиҙ бөгөлөп төшә торғандарҙан түгел: Әүхәҙигә йәшертен генә килеп уны тәрбиәләп йөрөгән Ғилмишәрифкә ҡарата үтемлерәк сара эҙләне. Нисек кенә булмаһын, Ғилмишәрифте үҙ атынан айырырға, ситләтергә уйланы, сөнки үҙе атлана алмаған атҡа рядовой Ғилмишәрифтең менгәнен эскадрон күреп йә ишетеп ҡалһа, Заровняевҡа был часта урын ҡалмаясағын бик яҡшы һиҙә ине. Был тиклем мәсхәрәне нисек күтәрә алһын? Ошоға тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған ауыл егете рядовой Яуымбаев эскадронда ғына түгел, ә бөтә училище күләмендә дан ҡаҙанасаҡ. "Билдәле, был атты эскадрон командирына ла тәҡдим итеп була, ул да яҡшы ат күрһә йоҡоһонан яҙа. Ләкин Әүхәҙиҙең эскадронда тороп ҡалыуы килешеп етмәҫ, сөнки ул Яуымбаев бар ерҙә башҡа кешене яҡын ебәрмәйәсәк", - тип уйланы Заровняев.

VIII

Бер нисә көн үтеүгә, эскадрон командованиеһының саҡырыуы буйынса училищеның ат белгестәре, шул иҫәптән ат өйрәтеү буйынса инструктор, эскадрон старшинаһының күптәнге танышы, хеҙмәттәше Дон казагы майор Пустовой яңы аттарҙы ҡарарға килде. Уларҙы бер тапҡыр урап сыҡты ла бөтәһенән дә аша ҡарап торған бурыл айғырға сат йәбеште:
- О, бына был, исмаһам, ат! Был хайуан өсөн йәнең дә йәл түгел, - тип телен шартлатып ҡуйҙы. Артынан бер аҙым ҡалмай йөрөгән ветврачтан:
- Йә, документын күрһәтегеҙ әле был хайуандың. Ниндәй тоҡомдан, ата-инәләре кем? - тип һораны.
Ветврач, Әүхәҙиҙең паспортын алып, мәғлүмәттәрҙе уҡып сыҡҡас:
- Ғәжәп хәл. Таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомонан бындай аттарҙы ошоға тиклем осратҡаным юҡ. Улар, нигеҙҙә, ҡола төҫтә, сысҡан һыртлы була: баштары ҙур, муйындары йыуан, көслө, ләкин байтаҡ тәпәш, бәкәлдәрендәге сәсмәүҙәренә үҫкән йөнө услап алмалы, үҙҙәре сиктән тыш сыҙамлы була. Был хайуандың тик ял-ҡойроғо ғына башҡорт атыныҡы. Ә үҙе ысын альбинос1, - тип уны тыңлап тороусы кешеләргә башҡорт аты тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Промерҙарын күҙе менән самаланы ла: - Был ысын стипль-чез2, конкур3 аты. Бына исмаһам һын, бына был инде беҙҙең кавалерияның данын күтәрә, биҙәй торған спорт аты буласаҡ, - тип эске шатлығын йәшерә алмай телен тағы шартлатып алды. Ләкин үҙе ҡолаҡтарын шымайтып, нуҡта чумбурына тартылып торған ат эргәһенә килергә шикләнде. Майор үҙен уратып алған бөтә кешене һөҙөп ҡарап сыҡты ла: - Атты эшлектән сығара яҙғанһығыҙ. Ул бөтөнләй ҡарыш ҡанға оҡшай. Бына закрутканан һуң әле ирендәре лә уңалып бөтмәгән, - тип ул Әүхәҙиҙең аҫҡы-өҫкө ирендәрендә түңәрәкләнеп өтөлөп сыҡҡан, көрән ҡутырына ҡулы менән төртөп күрһәтте. - Кемегеҙ һуң менергә маташҡайны? - тип майор тирәләп торған атлыларға һорау бирҙе. Аҫҡа төбәлеп, итегенең башы менән нишләптер ер соҡоп торған Заровняев, ҡапыл йоҡоһонан уянған кеше шикелле:
- Өсөнсө көн мин атланырға маташҡайным, - тип яуап бирҙе.
- Йә, йә, шунан?..
- Шунан шул. Был ат мине мендермәне. Уның характеры минекенә ҡарағанда нығыраҡ булып сыҡты, иптәш майор.
Бөтә ат белгестәре старшинаның яуабынан ҡысҡырып көлөп алды. Тағы ла нығыраҡ йәнләнә төшкән майор күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып:
- Ай-ай, ай-ай! Бына һиңә кәрәк булһа, беҙҙең кавалерияла һин дә атлана алмаған ат килеп сыҡты бит, ә! Был мәсхәрәне нисек күтәреп йөрөмәк кәрәк, иртәгәнән башлап һиңә, шпорҙарыңды тапшырып, йәйәүле ғәскәргә күсергә тура килер, ахыры, - тип майор старшинаның былай ҙа әсенеп торған күңел йәрәхәтенә тоҙ һалды. Атлы ғәскәрҙән йәйәүлегә күсеү кавалерист өсөн иң ҙур яза икәнен белгән кешеләр бер-береһенә ҡарап йылмайҙы.
- Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул - иртәгә был дөлдөлдө беҙҙең ат һарайына күсерегеҙ. Беҙҙә, әлбиттә, иптәш старшина, һинең һымаҡ атаҡлы кавалеристар юҡ, шулай ҙа был атты мин үҙем өйрәтеп ҡарарға уйлайым, - тип әмер бирҙе. Оялышынан кишер һымаҡ ҡыҙарған старшинаға көмөш шпорҙарын зыңҡылдатып (бәлки, шпорҙарының һуңғы сылтырауылыр) үксә шаҡып:
- Тыңлайым, иптәш майор, барыһы ла һеҙ ҡушҡанса булыр, - тип әйтеүҙән башҡа әмәл ҡалманы.
Кис, ҡараңғы төшөү менән, бөтә эскадрон казармала саҡта, старшина, артына текә таҡта ҡуйылған бричкаға тағып, Әүхәҙиҙе кавалерия училищеһының ат һарайына оҙатты. Казармалағы иптәштәре төнгө йоҡоға талғас, Ғилмишәриф йәһәт кенә кейенеп үҙҙәренең ат һарайына йүгереп килде. Ләкин Әүхәҙиҙең деннигы буш ине. Аҫау айғырҙың һыу төбөнә төшөп юғалған таш кеүек ғәйеп булыуы күп кеше, шул иҫәптән Ғилмишәриф өсөн дә, сер ине.

1 Альбинос - кешеләр һәм хайуандарҙың ата-бабаларынан килгән нормаль пигментацияһының юғалыуы. Бабаларының тоҡомона оҡшамай, ғәҙәттә, аҡ төҫло булып тыуыуы.
2 Стипль-чез - 4 км-ҙан 8 км-ға тиклем (ҡаршылыҡтар ҡуйылған) ябыҡ дистанцияла аттарҙың сабышы.
3 Конкур - ун дүрт ҡаршылыҡ ҡуйылған кәртәле майҙанда атлы-спорт ярыштары үткәреү.

(Дауамы. Башы 29-33-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru