«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТЫУЛЫҠҠА НИ ЕТӘ?
+  - 


Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә күҙәтелгән теге йә был ваҡиғаны билдәләү маҡсатында сит тел һүҙҙәрен ҡулланыу йыш осрай. Мәҡәләлә һүҙ барасаҡ "моббинг" төшөнсәһен аңлау, уның асылына төшөнөү өсөн тормоштан бер хәлгә күҙ һалып китәйек.

Байтак ваҡыт элек урамда осраҡлы ғына бер таныш ҡатынды осраттым. Ул ҡыуанып, тормошонда булған ыңғай ваҡиғалар тураһында бәйән итте: берҙән-бер улын өйләндергән, килене бер-бер артлы ғына ике бәпәй табып һөйөндөргән. Хәҙер балалары янында күберәк булыу, йәштәргә бәпестәр үҫтерергә ярҙам итеү маҡсатында элекке эшенән китеп, аҙыраҡ аҡсалы, әммә өйөнөң эргәһендә һәм эш графигы уңайлы булған яңы урында эш башлауы тураһында һөйләп китте.
Ярты йыл самаһы үткәс, теге танышымды тағын тап иттем. Аптырауға ҡалып, йәне үртәлеп, яңылыҡтары менән бүлешеп китте: яңы эш урынында оҙаҡ эшләй алмай, китергә мәжбүр булған икән. Эштән китеүенең сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынғас, шуларҙы һөйләне:
"Эш хаҡы түбән булыуына ҡарамаҫтан, был урынға бик теләп килгәйнем. Әммә мин хеҙмәт иткән бүлек етәксеһе менән беренсе көндән үк борсаҡ бешмәне. Һытыҡ йөҙ менән минең был өлкәлә тәжрибәм бармы-юҡмы икәнлеген һорашты (эш тәжрибәм 25 йылдан ашыу), "Бында эшләй алырмын тип уйлайһығыҙмы?" - тип һорап ҡуйҙы.
Ауыр холоҡло булып сыҡты был етәксем. Иртәнсәк кабинетҡа килеп инеп, биргән һаулығымды ла алмай, кискеһен һаубуллашмай ҙа ултырып ҡала, һөйләшеп тә бармай. Уныһына ғына күҙ йомор инем дә, берәй эш ҡуша ла: "Эшләй алырмын тиһегеҙме? Ҡулығыҙҙан килмәйәсәк, һеҙгә әйткәнсе, аңлатып ваҡыт әрәм иткәнсе, үҙем генә эшләйем", - тигән һүҙҙәр менән алдыма алып килеп һалған документтарҙы демонстратив рәүештә кире алып китә. Мин уларға тотоноп та өлгөрмәйем. Эшләгән эшемдән кәмселек эҙләп бәйләнә, бәләкәй генә хата тапһа ла: "Шуны ла белмәйһегеҙ, наҙандарҙы эшкә алғастар - шул инде", - тип кәмһетергә лә тартынмай. Нисек эшләргә кәрәклеген аңлатмай, һораһаң: "Һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш! Ошо аңралар башымды ҡатыра!" - тип ҡысҡыра башлай. Директор, уның урынбаҫары алдында ике-өс тапҡыр мине оятҡа ҡалдырып, барлыҡ ғәйепте минең өҫкә япһарҙы, ә бит бүлек етәксеһе булараҡ, документтарҙы мин эшләгәндән тыш, ул да тикшерергә тейеш ине.
Кабинетта икебеҙ генә ултырҙыҡ, шул тиклем ауыр атмосфера хөкөм һөрә торғайны, көндәр буйына бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмаған саҡтар булды. Минән күпкә йәш, улым ҡатар кешенең мине шулай кәмһетеүе, тауыш күтәрергә лә тартынмауы тамам үҙәккә үтте. Эшкә барғым килмәй башланы, иртәнсәк үҙемде көсләп, ауыр уйҙар менән теләкһеҙ генә хеҙмәт иткән еремә йүнәләм. Минең бындай хәл-торошомдо күргән ирем һәм улым: "Ыҙалама, үҙеңде ирекһеҙләп йөрөмә шул эшеңә. Һинең генә аҡсаңа ҡарап ултырған көнөбөҙ юҡ. Аллаға шөкөр, беҙ яҡшы эш хаҡы алабыҙ бит", - тигәстәр, эштән киттем инде. Күпме эшләп бындай хәлгә беренсегә тарыуым. Быға тиклем эшләгән ерҙәремдә татыулыҡ, бер-береңә ярҙамға килеүҙәр бар ине". Хәҙер мәҡәләбеҙҙең башында телгә алынған "моббинг" һүҙенә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Моббинг - коллективтың бер ағзаһын йәберләү, ситкә ҡағыу һәм ошо юл менән уның эштән китеүенә өлгәшергә тырышыу. Һүҙҙең тамырында "mob" тигән инглиз һүҙе ята, ул "төркөм", "өйөр" тигәнде аңлата.
Моббинг - кешенең физик һәм психик һаулығы өсөн бик зыянлы күренеш, сөнки тирә-яғың күрә алмаусанлыҡ менән һуғарылған агрессив мөхиттә эшләү үҙе үк кешенең хәл-торошона кире тәьҫир итә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, моббинг ойошма, компанияларға ла зыян килтерә: хеҙмәткәрҙәр эш менән булыу, дөйөм бурысты үтәү урынына төрлө интригалар ҡороп, бер-береһе менән булышалар, эштең һөҙөмтәлелеге аҫҡа тәгәрәй.
Был күренеште тыуҙырған сәбәптәргә күҙ һалып китәйек:
- моббингҡа эләккән кешенең берәй сифатына (талантына, уңышына, аҡылына, белеменә, йәшлегенә, һылыулығына һ.б.) көнләшеү;
- тәжрибәле, белемле һәм уңған коллега фонында өмөтһөҙ һәм отошһоҙ күренеүҙән ҡурҡыу;
- башҡаларҙы кәмһетеп, үҙеңде өҫкәрәк күтәрергә маташыу, шул рәүешле үҙ баһаңды арттырыу теләге;
- үҙеңдең власыңды, көсөңдө күрһәтергә тырышыу;
- коллективта юғары көнәркәшлек кимәле, шуға күрә яҡшыраҡтарҙан ҡотолорға ынтылыу;
- түбән профессионализм, коллективта әхлаҡи кимәлдең түбән булыуы;
- хеҙмәткәрҙәрҙең буш ваҡыты күп булыуы, шуның арҡылы уларҙың ошо мәлде кире маҡсатта ҡулланыуы;
- моббингҡа эләккән кешенең үҙенең объектив етешһеҙлектәре: эште насар һәм яй башҡарыуы, илке-һалҡы ҡараш, эшкә һуңлауы, башҡаларға ярҙамға килә белмәүе, эгоизм һәм башҡалар.
Белгестәр моббингтың ике төрөн билдәләп китә:
- Вертикаль моббинг - кемгәлер ҡарата баҫым яһау, агрессия ҡулланыу етәкселектән йә иһә уның урынбаҫарынан килә;
- Горизонталь моббинг - террорҙы хеҙмәт баҫҡысында бер кимәлдә торған кешеләр бер-береһенә ойоштора.
Ҡайһы берҙә был ике төр моббинг бергә күҙәтелеүе лә бар: етәксе кемделер күрә алмай, агрессив алымдар ҡуллана башлай, ә "төркөм" уны хуплап, күтәреп ала. Йә иһә, коллектив башлай, ә етәкселек "төркөм" менән килешеп, моббингҡа ҡушыла. Нисек кенә булмаһын, күп нәмә етәкселектән һәм уға ышанып тапшырылған коллективтағы микроклиматтан тора. Аҡыллы хужа бындай күренешкә ҡырҡа ҡаршы булып, алдан уҡ уны булдырмау яғын күрә. Ә тупаҫ, алдан күрә белмәүсе, аҡылһыҙ етәксе моббингты ҡеүәтләп, уны үҙ файҙаһына ҡулланырға маташа, был күренештең кире һөҙөмтәләре, дөйөм эшкә ҡамасау итеүе тураһында уйлап та бирмәй.
Күпселек осраҡта моббинг тоҙағына коллективҡа яңы килгән кеше эләгә. Әммә электән эшләгән, хөрмәт ҡаҙанған, тәжрибәле белгестең дә бындай хәлгә төшөүе бик ихтимал.
Нимә эшләргә? Моббинг етәкселектең яуаплылығы булһа ла, ошо хәлгә тарыған кеше зыян күреп, һаулығын ҡаҡшата. Шуға күрә моббингҡа эләккән хеҙмәткәрҙәргә ошо һорауҙарға яуап биреп китеү ҡамасау итмәҫ: "Ни өсөн мин был хәлгә тарыным?", "Был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мин нимә эшләй алам?", "Миңә үҙемдең тәртибемде, үҙ-үҙемде тотошомдо үҙгәртергә кәрәкме, әллә эш урынын алмаштырырғамы?"
Әлбиттә, был һорауҙарға яуапты айыҡ аҡыл, һалҡын баш менән уйлар кәрәк, хәл-ваҡиғаға ситтән, бер ни тиклем тәнҡит күҙлегенән дә ҡарап китеү зарур. Моббингты еңеп сығыуҙың бер-нисә юлына ла туҡталып китәйек:
- әгәр ҙә моббингтың сәбәбе булып, кешенең үҙенең объектив етешһеҙлеге ятһа, ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тырышыу, профессиональ үҫеш;
- агрессияға иғтибар итмәү, шундай уҡ юҫыҡта яуап бирмәҫкә тырышыу. Йәберләргә, ҡыҫырыҡларға маташҡан кешеләр коллегалары тарафынан бер ниндәй ҙә яуап билдәһе булмау сәбәпле, тиҙҙән был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуын юғалтасаҡ. Бер ни тиклем сабырлыҡ һәм итәғәтлелек менән был хәлде еңеп сығып була;
- нейтраль мөнәсәбәттә торған коллегалар менән аралашыу, кәрәк саҡтарҙа уларҙан ярҙам һорау;
- хәл түҙерлек булмай башлаһа, эштән китеү. Бәлки, кемдер өсөн был еңелеү һымаҡ ҡабул ителер. Әммә был осраҡта һаулыҡ бөтөрөп, кемгәлер нимәлер иҫбат итергә тырышыу шул тиклем мөһимме? Үлсәмгә һалынған "кемделер еңеү" һәм "һаулыҡ" төшөнсәләренең ҡайһыһы ҡиммәтерәк?
Моббинг менән аҡыллы хужа етәкләгән татыу коллектив - бер-береһенә ҡаршы торған нәмәләр ул. Һүҙемде бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән тамамлап ҡуйғым килә:
"Таланттарға донъя тар түгел ул,
Улар татыу, күркәм тамаша.
Киң донъяға һыя алмайынса,
Талантһыҙҙар ғына талаша".
Коллективтарға татыулыҡ, хеҙмәткәрҙәргә һаулыҡ, бер-береһенә ихтирамлы ҡараш насип булһын!

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru