«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫУҒА ТАРЫМА. ТАРЫҺАҢ, УРЫНЫҢДА ҠАТ ТА ҠАЛ
+  - 

Быйыл йәй республика район һәм ҡалаларында кеше араһына сыҡҡан айыуҙар шул тиклем күп булды, уларҙың хатта Өфө урамдарында йөрөп ятыуына ла хәҙер бер кем дә аптырамай, буғай. Социаль селтәрҙәрҙә урман хужаһын видеоға төшөргән роликтарҙың да ниндәйе генә юҡ. Һәм был хәл Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй буйлап күҙәтелә.

Ни өсөн айыуҙар кеше йәшәгән урындарға күпләп сыға? Ни өсөн уларҙың тәбиғи ҡурҡыу хисе юғала? Айыу менән осрашырға тура килгән осраҡта, нимә эшләргә һәм, киреһенсә, ниндәй аҙымға бармаҫҡа кәрәклеге тураһында Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Байымбәтовтың кәңәше.
- Июлдең беренсе декадаһында инспекторҙар үләндә ҡалған эҙҙәр буйынса айыуҙарҙың һанын асыҡлай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һуңғы ике йылда Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында һоро айыуҙарҙың һаны артҡан. Был күрһәткескә айыуҙарҙың ҡурсаулыҡҡа икенсе биләмәнән килеүҙәре лә йоғонто яһарға мөмкин. Ғөмүмән, бөтә Рәсәй буйынса ҡарағанда ла урмандарҙа айыуҙар күбәйгән һәм был күренеште фәнни яҡтан аңлатҡан дәлилдәр юҡ.
Айыу йыртҡыс хайуан һаналһа ла, уның аҙыҡ рационының 70 процентын үҫемлектәр тәшкил итә. Ул һутлы үлән, тамыр һәм еләк-емеш ашай. Шулай уҡ ваҡ кимереүселәр, төрлө һөйрәлеүселәр, балыҡ менән туҡлана. Бик сараһыҙҙан ғына ул ҙур хайуандарға һөжүм итә. Быйыл һауа торошоноң үтә лә эҫе булыуы, ҡоролоҡ хайуандар өсөн ауыр мәл булды, айыуҙар йоҡоға талыу алдынан үҙҙәренә етерлек май йыя алманы. Шуға күрә улар аҙыҡ эҙләп, кеше йәшәгән урындарға ла йыш сыға башланы.
Айыуҙар, ғәҙәттә, кешегә һөжүм итмәй. Яҡын-тирәлә кеше барлығын һиҙһәләр йәки уны күрһәләр, шым ғына китеү яйын ҡарайҙар. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренең барлығын белдереп шаулай, ағасты йыға, төрлө тауыш сығара.
Кеше өсөн балалары менән булған айыуға осрау иң ҡурҡынысы. Инә айыу кешене балаларына хәүеф сығанағы итеп ҡабул итергә мөмкин. Шулай уҡ кеше айыуҙың табышы янына барып сыҡҡан осраҡта ла йыртҡыс аҙығын ҡурсалап ташланыуы ихтимал. Урманға барғанда шаулап, үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы белдереп йөрөргә кәрәк. Шулай ҙа әгәр айыу менән осрашыу ҡотолғоһоҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр эшләмәҫкә, йүгермәҫкә кәрәк, сөнки был осраҡта хайуандың һунарсы инстинкты уянырға һәм ул ташланырға мөмкин. Ә ҡыбырламайынса тик торғанда ул, ғәҙәттә, ситкә китә. Айыу менән осрашырға тура килгәндә үҙегеҙҙе дөрөҫ һәм тыныс тотһағыҙ, бәләгә тарымаҫһығыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 185

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru