«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИНЕ ӨЙҘӘ КӨТӘЛӘР, ЙӘКИ БУЛАСАҠ ҺАЛДАТТАРҒА ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ
+  - 


Хәрби комиссариаттарыбыҙҙа көҙгө саҡырылыштың ҡыҙған мәле. Йөҙҙәренән балалыҡ төҫө лә китеп бөтмәгән йәш егеттәребеҙҙе ата-әсәһе, туғандары, һөйгән ҡыҙҙары әрме сафына оҙата. Уларҙың илаша-илаша хушлашҡандарын күргән һәр кемдең күңеле тулалыр. Саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙе махсус операцияға ҡатнаштырмауҙары хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әммә, хәрби хәрәкәттә ҡатнашмауына ҡарамаҫтан, ғүмерҙәре әле генә башланған был малайҙарҙың һаҡһыҙлығы, йә иһә тыңлауһыҙлығы арҡаһында ла бәлә-ҡазаға юлығыу осраҡтары элек-электән була килеүе хаҡында беләм. Үҙем шундай ваҡиғаларҙың эсендә сирек быуатҡа яҡын хәрби табип вазифаһын атҡарып йөрөгән кеше булараҡ, әрмегә барыусы егеттәребеҙҙе иҫкәртеү ниәте менән сираттағы мәртәбә ошо мәҡәләмә тотондом. Үҙем шаһит булған бер нисә миҫал гәзит уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайым.

"Холостой патрон" ғына, тимә...

Рядовой Плеханов учение ваҡытында кеҫәһенә йәшереп алып ҡалған бер "холостой патрон"ды казармаға алып килә. Кис, "оружейка"ла автомат таҙартҡан мәлдә ана шул патронды "һынап" ҡарарға уйлай. Автоматының магазинына ҡуя ла, икенсе бер һалдатты шаяртып алмаҡсы була...
- "Холостой" булғас, бер ни ҙә булмаҫ, тип уйланым, - ти ул һуңынан илай-илай хәрби трибунал судында. Асылда, көбәген терәп атһаң, холостой патрондың удар тулҡыны менән дә кеше үлтереп була икән!.. Әммә, оло бәхеткә, эсәге ике урындан өҙөлгән, талағы ярылған һәм байтаҡ ҡан юғалтҡан әлеге һалдатты ҡатмарлы операция ярҙамында ҡотҡарып алып ҡалырға Аллаһы Тәғәлә насип итте. Шуның өсөн госпиталь командованиеһе миңә һәм тағы бер хирургка сираттағы офицер званиеһын ваҡытынан бер аҙ алдараҡ бирергә Мәскәүгә юллау ебәрҙе...

Осҡон менән...

Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә хәрби госпиталдең дежур хирург бүлмәһендә сираттағы тапҡыр шылтыраған телефон трубкаһын алдым.
- Доктор, фәлән казармала һалдатты ток һуҡҡан, - тине тулҡынланыуынан тотлоға биреп часть буйынса дежурҙағы майор. - Ашығыс рәүештә "скорый" ебәрегеҙ!..
Дежурҙағы фельдшер прапорщик Карауловты ашығыс ярҙам машинаһы менән шунда уҡ әйтелгән казармаға ебәрҙем. Күпмелер ваҡыттан һалдатты госпиталгә алып та килделәр.
- Ҡотҡара алманыҡ, иптәш подполковник, - тип доклад яһаны фельдшер, - күрәһең, шул уҡ секундта йән биргән булған...
Оҙаҡламай ҡабул итеү бүлмәһенә, ғәҙәттәгесә, часть командиры, замполит һәм башҡалар йыйылды. Сөнки һалдат ғүмере өсөн иң беренсе нәүбәттә улар яуаплы...
Ә эш былай булған. Төн уртаһында тәмәке тартҡыһы килеп уянған кесе сержант Р. "тумбочка"ла торған йәш һалдатҡа (рота буйынса дневальный булып тороу һалдат лексиконында шулай тип атала) үҙенең "текә"леген күрһәтергә уйлапмы, өҙөлгән үтек шнурын розеткаға тығып, сымдың ике осон тоташтырыу ысулы менән электр осҡоно (короткое замыкание) яһап, тәмәке ҡабыҙмаҡ була. Бәлки, элегерәк тә шулай итеп йөрөгән булғандыр ул, әммә был юлы... Ҡыҫка ғына итеп әйткәндә, дембелгә ҡайтырға бер нисә ай ғына ҡалған һалдаттың ғүмере шулай аңһыҙ рәүештә өҙөлдө. Ата-әсәләре улдарын килеп алып ҡайттылар. Ә уның һәр кимәлдәге командирҙары, замполит, әлбиттә, үҙ язаһын алды. Кемеһелер дәрәжәһенән төшөрөлдө, икенселәренә ҡәтғи шелтә бирелде. "За слабую политико-воспитательную работу среди личного состава..." Командирҙы язаға тарттырыу менән, әлбиттә, һалдатҡа ла, уның ата-әсәләренә лә бер ниндәй файҙа юҡлығы барыбыҙ өсөн дә асыҡ. Кемдер әйтмешләй, "поезд киткәйне инде"...

Әсәкәйем нишләр?..

"Ҡарағыҙ, егеттәр, минең "водовозка" нисек тормоз тотҡанын. Смертельный тормоз!.." - мискәһендә яртылаш һыуы булған ауыр "ЗИЛ" ҙур тиҙлектә таш ҡойма буйындағы эскәмйәлә тәмәке тартып ултырған өс "дембел"гә яҡынлаша. Иптәштәренә етергә бер нисә метр ҡалғас, маҡтансыҡ водитель кинәт тормозға баҫа. Машинаның тормозы, ысынлап та "смертельный", йәғни, тәгәрмәстәр шундуҡ һыҙғыра башлай. Әммә... водовозкалағы бер нисә тонна һыу сайпылып, машинаны кинәт алға этәрә... Бампер өс егетте лә шытырҙатып таш стенаға ҡуша ҡыҫа. Һалдаттарҙың икәүһе шунда уҡ йән бирә. Ә береһен госпиталгә алып килеп еткерәләр. "Был хәлгә тарығанымды белһә, әсәкәйем аҡылдан шашыр инде...", - тигән егеттең һуңғы һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлай. Эйе, ысынлап та, тап шул һүҙҙәрен генә әйтеп өлгөрҙө һалдат наркоз алдынан. Ҡатмарлы операция барышында уны ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин түгеллеге асыҡланды. Арҡа мейеһе, талағы, бауыры бөтөнләйгә иҙелгән, эсәктәре бер нисә урындан өҙөлгән, бик күп ҡан юғалтҡан, ғөмүмән, хирургия теле менән әйткәндә, "травма несовместимая с жизнью", һалдат башҡаса уянманы... "Бер-нисә көндән улым әрменән ҡайта", тип көткән ата-әсәләренең хәлен кем генә аңламаҫ?.. Шулай уҡ, шаянлыҡ менән, аңһыҙ рәүештә өс кешенең ғүмерен өҙгән водитель һалдат һәм уның туғандары хаҡында ла кем генә борсолмаҫ...
"Тәрбиә эшен етешһеҙ алып барған" командирҙар, әлбиттә, язаһын алды. Әммә, миндә һәм башҡа күптәрҙә ошо фажиғә өсөн ғәйеплеләрҙе егеттәрҙең үҙҙәре араһынан ғына эҙләү кәрәктер, тигән уй ҡалды...

"Ышаныслы урын тапҡан..."

Стратегик ракета пастарында АСО (Автоматизированная система охраны) тип аталған нәмә бар. Ябай ғына итеп әйткәндә, ракетаның тирә-яғы юғары вольтлы тимер сым селтәре менән әйләндереп алынған. Йыш ҡына унда мышы, төлкө, йә иһә ниндәйҙер берәҙәк эттәр эләгеп үлгеләй ине. Был хаҡта һәр бер һалдат бик яҡшы белә. Ниҙер килеп эләгеү менән, электр тогы автоматик рәүештә һүнеп тора һәм, эләккән нәмәне алып ташлағандан һуң, ҡабаттан ток ебәрәләр. Бына шуны файҙаланып, рядовой Сидоров, дембелгә алып ҡайтырға әҙерләгән әйберҙәрен тимер сым артына "ышаныслы урынға" йәшерә. Токлы сым өҫтөнә ниндәйҙер берәй бүрәнә-маҙар ташлау юлы менән токты һүндертеп, шул арала әйберҙәрен йәшереп өлгөрөп йөрөгән "тапҡыр" һалдат, өйөнә ҡайтып китер алдынан сетка (токлы сымдарҙан яһалған ҡоролма тап ана шулай тип атала) артынан "дембельсий чемодан"ын алырға була. Әммә... был юлы ниндәйҙер сәбәп менән автоматика эшләүҙән "баш тарта"...
Был хаҡта һөйләү ҙә ҡурҡыныс, ысынында, күмергә әйләнгән улдарын ата-әсәһе килеп илай-илай тыуған яғына алып ҡайтып киттеләр. Автоматика ғәйеплеме был хәлгә, командирмы, әллә һалдат үҙеме икәнлеген уҡыусының хөкөмөнә ҡалдырам. Ә әрмеләге йола буйынса, һәр хәлдә, командир ғәйепле...

"Поздно пить "Боржоми"

Әлеге "дембел"гә йыйыныу мәле. Оборона министрының яҙғы саҡырылыш һалдаттарын ҡайтарыу тураһындағы сираттағы бойороғо март аҙаҡтарында сыға. Ике егет шул шатлыҡлы датаны автопаркта ҡаршылай. Илебеҙҙең "изге" йолаһына ярашлы, бындай көндө билдәләп тә алмаҡсы булалар. Антифриз менән... (Антифриз - автомобилдең двигателен һыуытырға тәғәйенләнгән, спирт еҫе сығып торған шыйыҡса. ТОСОЛдың аналогы. Ифрат та ныҡ ағыулы. Кеше өсөн үлемесле доза - 30-50 грамм). Был шыйыҡсаның үлемесле икәнлеген һәр бер һалдат белә. Уларға хәрби табиптар, командирҙар һәр саҡ был хаҡта занятиелар үткәреп тора. Тик, кемдер быға әллә ышанмай, әллә ни... Инде бөйөрҙәре бөтөнләй эшләүҙән туҡтаған был ике егетте Екатеринбургтағы Округ госпиталенә алып килеп еткерәләр. Әммә интенсив терапия, хатта ваҡытлыса уларға тоташтырылған яһалма бөйөр ҙә ярҙам итмәй һәм, һөҙөмтәлә, егеттәрҙе барыбер ҡотҡарыу мөмкин булмай. Хәрби табиптар әйтмешләй: поздно пить "Боржоми", когда уже почки отказали...

"Давай, поспорим!.."

Полк котельныйында 200 литрлыҡ мискә төбөндә бер аҙ ғына дизель яғыулығы (солярка) тора. Рядовой Мулин, Солодов, Якунин бәхәсләшә-бәхәсләшә шул мискә тирәһендә тәмәке көйрәтә. "Ошо мискәгә шырпы яндырып ташлаһам да ут тоҡанмаясаҡ, сөнки был бензин түгел, ә - солярка", - ти егеттәрҙең береһе. Икенсеһе уның менән риза булмай. Ә өсөнсөһө, ике иптәшенең бәхәсенә шаһитлыҡ ҡылып, шулай ҙа дөрөҫлөктө иҫбатларға ҡарар итәләр... Янған шырпы мискә төбөнә хатта төшөп тә етмәй, сөнки, мискәлә йыйылып торған солярка пары ялҡынланып, ғәйәт көслө шартлау барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә егеттәр бик ауыр яныу йәрәхәте ала. Уларҙың икәүһе госпиталгә алып килеп тә еткермәҫ элек шоктан (ожоговый шок) һәләк була. Ә берәүһе бер нисә ай дауаланғандан һуң, тәнендәге һәм битендәге яра йөйҙәре менән өйөнә ҡайтарыла. Был да командирҙың етерлек тәрбиәләмәүе арҡаһында микән? Һәр хәлдә, дивизия командованиеһы шулай тип ҡарар ҡылды.

Уйындан - уймаҡ...

Йәш лейтенант Василий Хрящев полк буйынса дежурға баҫа. Ә уның ярҙамсыһы булып сержант Соловьев тора. Лейтенантҡа ни бары егерме бер генә йәш була. Дембелгә йыйынып йөрөгән сержант та уның тиҫтере. Төн. Башҡа һалдаттар йоҡлай, ә офицерҙар өйҙәренә ҡайтып киткән. Дежурҙа китап уҡыу, йә иһә, алмашлап ял итеп алыу урынына, дежурный менән ярҙамсыһы үҙҙәренсә "көн үткәрә" башлай. Әрмелә "панибратство" тигән нәмә рөхсәт ителмәй. Әммә инде икенсе йыл хеҙмәт иткән "старик" һалдаттарҙың әрһеҙерәктәре үҙҙәрен кисә генә курсант погондарын лейтенанттыҡына алыштырған бәғзе егеттәр менән тиң күрә. Шул уҡ ваҡытта, йыуашыраҡ (хатта мәшәүерәк) булған ҡайһы бер лейтенанттар, үкенескә, быға юл ҡуйып, ысынында иһә үҙҙәренең абруйҙарын төшөргән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Был юлы ла лейтенантҡа "Вася" тип өндәшергә тартынмаған "ҡарт" һалдат Соловьев йәш начальниктың пистолеты менән уйнап алырға була. Вася, һис һүҙһеҙ, магазины патрондар менән тулы пистолетын кобураһынан сығарып, сержантҡа бирә. Пистолет менән уйнай торғас, сержанттың бер патронды патронникка ебәреүен дә абайламай ҡала офицер. Хәҙер инде пистолет предохранителдән дә алынған, йәғни, атыуға әҙер... Бер ни тиклем ваҡыттан "күп нәмә белгән" йәш офицер сержантҡа нисек дөрөҫ итеп төҙләргә өйрәтә башлай һәм яңылыш курокка баҫа... Әле генә шат, шаян булған Соловьев ергә ауа. Пуля тап маңлайына барып тейгән... Офицерҙы хәрби трибунал суды күпмелер йылға төрмәгә ебәрҙе. Соловьев цинк табутында өйөнә ҡайтып китте... Бына шундай хәлдәрҙе иҫләп, йәш һалдаттарыбыҙҙы һәр төрлө аңһыҙ бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап алғы килә. Аллаһы Тәғәлә уларға һау-сәләмәт хеҙмәт итеп, өйҙәренә ҡайтырға насип итһен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы подполковник.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru