«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАЙЫҠ" ТЕЛЕВИЗИОН БӘЙГЕҺЕ БӨТӨН РЕСПУБЛИКАНЫ БАШҠОРТСА БЕЙЕТӘ
+  - 


"Байыҡ-2023" республика башҡорт бейеүе телевизион бәйгеһенең Гала-концерты үтте. 2008 йылдан алып үткәрелгән был сара бейеү ижады өлкәһендә әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып тора, башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Телеконкурста йыл һайын 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһай. Ошо ваҡыт эсендә унда ун меңгә яҡын бейеүсе ҡатнашҡан, ике йөҙҙән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Ғәҙәттәгесә, "Байыҡ" Яңы йыл байрамдарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан күрһәтеләсәк, әлегә быйылғы "Байыҡ"тан алған тәьҫораттары менән бейеүселәр һәм баһалама ағзалары үҙҙәре уртаҡлаша.

Илгиз НИҒӘМӘТУЛЛИН, бейеүсе, хореограф, Күгәрсен районы:
Бейеү - ул беҙҙең ғаиләнең йәшәү рәүеше һәм беҙҙең бейеүсе һәм хореограф булараҡ бөтөн ижади ғүмеребеҙ "Байыҡ" менән үрелеп бара. Үҙем профессиональ артист булараҡ 2009 йылда беренсе тапҡыр ҡатнашҡайным, ҡатыным Илүзә Ниғәмәтйәнова менән дуэт булараҡ та, аҙаҡтан инде балалар менән бергә бейеп, ғаилә ансамбле булараҡ та Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Күгәрсен, Мәләүез ансамблдәре менән өлкәндәр араһында ла, балалар араһында ла еңеүсе булдыҡ.
Әле беҙ тағын Күгәрсендә эшләп йөрөйбөҙ һәм әлеге мәлдә мин балалар ансамбле менән эш башлап торам. Яңыраҡ ҡына йәштәре 50-не үткән апайҙар килде, бейергә, "Байыҡ"та ҡатнашырға теләйбеҙ, тиҙәр. Бына халыҡтың шулай үҙе үк дәртләнеп йөрөүендә "Байыҡ"тың өлөшө ҙур бит. Ошолай 3 йәшлек баланан алып 80-де уҙған өлкәндәр ҡатнашырлыҡ ниндәй бәйге тураһында ишеткәнегеҙ бар һеҙҙең? Был бит уникаль күренеш.
Шунан һәр бәйгенең кешене йәлеп итә торған яғы ла була - унда ғәҙел баһа бирелһен, еңеүсе исем өсөн билдәләнмәһен, ә ысынлап тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән яуланһын. "Байыҡ"ты ойоштороусыларҙың ҡуйған талаптары башҡорт бейеүен үҫтереүгә эшләй, унда башҡортса еренә еткереп бейей белмәгән кеше үтеп китә алмай. Хатта кемдең нисек бейегәнен телевизор ҡараусы үҙе үк күреп, ул үҙе был бейеүсегә "ҡуйған" баһаның жюри баһаларына тап килеүен күреп, ғәҙеллекте тоя. Бәләкәй генә ауылдан килгән коллективтың матур бүләктәр менән бүләкләнеүе, мәҫәлән, шулай уҡ яңы үрҙәргә этәргес. Беренсе турға бик үк килешле булмаған сәхнә костюмдарында килһәләр, икенсе турға район үҙе кейем тегергә ярҙам итә. Сөнки улар ҙа аңлай, Өфө сәхнәләрендә улар районын да данлап тора ла инде. Ошо яҡтан да ҙур эш эшләй "Байыҡ". Шуға ла Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаеваға һәм уның командаһына ныҡ рәхмәтлебеҙ. Етәкселәр бәйге аша беҙҙең эшебеҙҙе күрә, ярҙам да итә башлай.
Ни генә тиһәк тә, беҙ "Байыҡ" менән йәшәп өйрәндек, ул беҙҙе рухландыра, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә. Талантлы хореографтар килә, улар ҙа ойоштороусыларҙың талаптарына яуап бирерлек бейеүҙәр ҡуйырға тырыша - былар барыһы ла башҡорт бейеүен киләсәк быуынға бар асылында һәм төп нөсхәһендә тапшырырға ярҙам итәсәк.

Фәнил ӘСӘҘУЛЛИН, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Байыҡ-2023" бәйгеһе режиссеры: "Байыҡ" телевизион бәйгеһе бөгөнгө көндә бөтөн республиканы башҡортса бейетә. 16 йыл буйына рейтингы төшмәй, яңы бейеүҙәр тыуа, бейеүселәр араһында ла йылдан-йыл яңы исемдәр асыла. Бының сәбәбе шунда - беҙ сал тарихлы халыҡ, тарихы бай боронғо халыҡтың бейеүе лә оҙон ғүмерле, сөнки беҙҙең күрһәтер нәмәбеҙ бар.
Башҡорт бейеүендә дәрт тә, һағыш та, һөйөү ҙә, шаярыу ҙа, яугирлыҡ та, матурлыҡ та һ.б. бар. Мәҫәлән, Кавказ халыҡтарының барыһы ла яратҡан бейеүҙәрендә яугирлыҡ та, һөйөү ҙә сағыла. Ә беҙҙә улай түгел. Тематик йәһәттән дә хореографтарға йөҙөп йөрөп эшләрлек киңлек бар. Шулай ҙа һәр төбәктең, һәр райондың, хатта ауылдың бейеүе үҙенә хас. Бер ерҙә өҫтөнлөк иткән элементтар икенсе ерҙә булмауы мөмкин. Бейеү һалғанда ошо ерлеккә бәйле ошо үҙенсәлектәрҙе аңлап эш итеү ҙә - ярты уңыш. "Байыҡ"тың төп үҙенсәлектәренең береһе лә тап ошо халыҡсанлыҡ бит. Юғары профессональ кимәлгә еткереп башҡарылған халыҡсан бейеүҙәр уның юғарылығын билдәләй. Улай ғына ла түгел, тамашасының күңелен байыта, мәҙәниәтебеҙҙе күтәрә, бейеү сәнғәтен үҫтерә.
"Байыҡ"тың уңыштарын йыйыр мәле алда әле. Элек учалылар, әбйәлилдәр, баймаҡтар шәп бейей ти инек, хәҙер башҡа райондар ҙа әүҙем ҡуҙғала башланы. Был бигерәк тә балалар араһындағы "Байыҡ" бәйгеһендә асыҡ күренә. Шарандан балалар коллективы башҡорт бейеүе менән килһен әле! Башҡорт бейеүен бер бейегән бала унан айырыла алмай ул, ошо балалар үҫеп етһә, берәй 20 йылдан "Байыҡ" сәхнәһендә әллә ниндәй сәмле ярыштар барыр әле, бына күрерһегеҙ!

b Радик БАКИРОВ, "Саптар" өлгөлө хореографик ансамбле етәксеһе, "Байыҡ" бәйгеһе жюрийы: "Байыҡ" бәйгеһе, тәү сиратта, һәүәҫкәр бейеүселәр өсөн әһәмиәтле. Профессиональ бейеүсе былай ҙа гел камиллашыу өҫтөндә. Ә бейергә яратып, башҡа һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, ошо шөғөлөн дә ташламаған һәм бәйгегә сыҡҡан кеше иһә айырыуса маҡтауға лайыҡ. Улар хатта профессиональ бейеүселәрҙән бер ере менән дә ҡалышмай, тиеүселәр ҙә хаҡлы, сөнки бәйге уларҙы бер сәхнәлә ярыштырып, үҫтерә. Был бәйгегә килеүселәр һис кәмемәй. Мин үҙем бейеүсе һәм ололарға, балаларға бейеү һалыусы булараҡ, был халҡыбыҙҙың дәртле булыуы менән аңлатам. Сөнки йылдан-йыл бейеүселәр ҙә, бейеү ҡуйыусылар ҙа, бейеүҙәр ҙә күбәйгәндән-күбәйә.
Быйылғы "Байыҡ" яңы жюри составы менән айырылыбыраҡ торҙо. Яңы баһалаусылар менән бергә бәйгегә яңы һулыш ингәндер, тигән өмөттәмен. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, уларға беҙҙең менән эшләүе еңел булған. Бар кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, икенсе турға тағы ла оҫтарып, камиллашып килеүҙәре өсөн рәхмәт уларға. Кем үтмәгән, уларҙы киләһе йылдарҙа күрербеҙ әле, сөнки бейеү сәнғәтенең матурлығы артында иҫ киткес ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һәм физик көс ята. Балалар менән эшләгәндә лә ҡайһылар ауырлыҡты күтәрә алмай, китә, кемдәр ҡала, уларҙан инде шәп бейеүсе сығасаҡ.
Кемдәр Гала-концертта булған, күргәндер, быйыл шулай уҡ хореографтарҙы күрһәтеүгә лә ҙур урын бирелде. "Еҙ үксә"һе менән башҡорт бейеүенә лә, үҙенең ижадына ла һәйкәл ҡуйған Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовҡа "Йылдың иң яҡшы ҡуйыусы-хореографы" номинацияһында төп бүләк тапшырылды. Ир-егеттәр бейеүенең күркәм өлгөһө булған "Еҙ үксә"не беренсе булып бейеүселәрҙең сығышын, "Байыҡ"ҡа тоғро ҡалып, йыл һайын бейеүҙәр һалған, район-ҡалаларҙа ансамблдәр менән эшләгән бейеүсе-ҡуйыусыларҙың "Гөлнәзирә"не бейеүен халыҡ һаман һөйләй. Кемдәр быны күрмәгән, уларҙың телевизорҙан ҡарау мөмкинлеге бар.
Ғөмүмән, "Байыҡ"тың беҙҙең халыҡты үҙе тирәләй ойоштора алыу һәләтенә һоҡланырға ғына ҡала. Республиканың бөтөн коллективтарын йыйып, йыл һөҙөмтәләрен барлау - ул ҙур эш.

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 203

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru