«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕ ҠОЙМАҠ ТӘМЛЕ БУЛДЫ!
+  - 


Ләйсән Сәлимова-Исҡужинаны студент саҡтарҙан беләм, беҙ Башҡорт филологияһы факультетының инглиз теле бүлегендә бергә уҡыныҡ. Ғафури ҡыҙы ижад менән әүҙем шөғөлләнә, төртмә телле шиғырҙар, кинәйәле әкиәттәр яҙа, журналдарҙа һәм онлайн йыш баҫыла. Уның әҫәрҙәре үҙенсәлекле, мажаралы булыуы, еңел уҡылыуы менән айырылып тора. Быйыл иһә "Китап" нәшриәтендә "Йәштәр тауышы" серияһында уның тәүге китабы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан уны шылтыратып ҡотланым да, китабын уҡымаҫ элек уға ҡайһы бер һорауҙарымды яуҙырҙым. Уны "Киске Өфө" уҡыусыларына ла тәҡдим итәм:

Ләйсән, һине тәүге китабың менән ҡотлайым. Ниндәй хис-тойғолар кисерәһең?

- Хыялым ысынбарлыҡҡа әйләнде бит. Бына ул китап минең ҡулда. Әҫәр инде хәҙер үҙ яҙмышы менән йәшәйәсәк. Минең геройҙарым да. Ҡайһы саҡ уларҙан: "Мин яҙған яҙмыш менән ризаһығыҙмы?" - тип һорағы килә...

Ә ҡасан һиндә яҙыусы булыу теләге тыуҙы әле ул?

- Бала саҡтан шундай уй менән яндым. Китап уҡырға яратҡанданмы икән, үҙемдең дә сюжеттар ҡорғом килде.

Ә тәүге әҫәреңде иҫләйһеңме?

- Бер класташ малайҙың шиғырҙар (хатта поэмалар) яҙа белеүенә көнләшә торғайным. Мин дә ойоҡбаштар бәйләгән ҡыҙҙар хаҡында яҙҙым, берҡатлы тойолдо. Тәүге ижад емешем "Аманат" журналында баҫылып сыҡты, етмәһә, исем-фамилиямда хата киткәйне... Шул хәтлем йәнем көйгәне иҫемдә ҡалған....

Китабың "Өмөтдар" тип атала. Әҫәреңдең идеяһы ҡалай барлыҡҡа килде? Ҡыҫҡаса һөйләп кит әле.

- Беренсе өлөшө тәүҙә хикәйә булараҡ яҙылды, "Бәйләнештә" селтәренә һалдым, уҡыусыларға оҡшаны һәм дауамын һоранылар. Идеяны бер танышым бирҙе. Ул килен булып төшкәс, ҡәйнә йортонда бер китап та булмауына, берҙән-бер китаптың өҫтәлде терәтеп торғанына аптыраған. Ошо ваҡиға тирәһендә ҡоролдо ла инде әҫәрем.

Ҡалай ҡыҙыҡ. Ә бына геройҙарыңдың береһе Италияла төрлө мажараларға эләгә. Бик ышандырырлыҡ итеп яҙғанһың, Италияла булғаның бармы?

- Эйе, ҡәйнәм Италияла йәшәй.

Ниндәй яҙыусы булырға теләйһең? Яҙыусылыҡ эшендә иң мөһиме нимә һинең өсөн? Һәм иң ҡыйыны нимә?

- Әлбиттә, әүҙем уҡылған ижадсы булғым килә. Уҡыусыларым минең китапты алһындар ҙа, бар донъяһын онотоп, минең геройҙарым яҙмыштары менән йәшәһендәр. Ә иң ҡыйыны - уйлап сығарыу түгел, ә ултырып яҙыу. Шунан уны баҫтырып сығарыу.

Тағы ниндәй әҫәр яҙғың килә?

- Туве Янссон, Стругацкийҙар, Волков йә Джордж Мартин һымаҡ үҙ Йыһанымды тыуҙыраһым килә...

Фантаст?

- Эйе, фэнтези, фантастика мине бик ылыҡтыра.

Ижадыңа яҡындарың ниндәй мөнәсәбәттә? Тормош иптәшең, ата-әсәйең, дуҫтарың...

- Барыһы ла ыңғай ҡарашта. Төп таянысым - ул ирем. Ул миңә кәңәштәр бирә, деталдәрҙе эшкәртергә ярҙам итә, сюжет линияларын төҙөшә.

Ҡалай шәп! Ижади кешегә шундай тыл булыуы бик мөһим бит!

- Эйе, мин дә шулай уйлайым.

***

Артабан "Өмөтдар" менән танышам. Был тарихты бер һөйләм менән ни рәүешле атарға мөмкин? Нисек бер әхирәт яҡын әхирәтенең ирен үҙенә ҡаратҡанмы, йә һәр кемдең бәхеткә хаҡы бар, тип әйтергәме... "Өмөтдар" - ул өмөт менән йәшәүсене аңлата. Ысынында, беҙ бит һәр беребеҙ был донъяла өмөтдар. Тап өмөт йәшәүгә көс бирә, ауырлыҡтарҙы кисерергә ярҙам итә.
Ләйсәндең геройҙары идеаль түгел. Һәм был тәбиғи. Сөнки заманыбыҙ бөтөнләй камил булмаған осор. Идеаль булмаған ысынбарлыҡ идеаль булмаған геройҙар талап итә. Донъяны тик аҡҡа һәм ҡараға бүлеп булмай.
"Унда тәрән уйҙар юҡ ул...Һин бит тәрәнлек яратаһың..." - тине Ләйсән үҙе лә. Ләкин, ышанаһығыҙмы, юҡмы, был әҫәрҙе шул хәтлем йотлоғоп, бар эшемде ташлап, бер тынала уҡып сыҡтым. Үҙем филолог булараҡ (тамамланмаған юғары белемле булһам да), әҫәрҙең сюжеты ғына түгел, авторҙың яҙыу стиле, тел камиллығы, деталдәргә иғтибарлы булыуы, персонаждарҙы ҡылыҡһырлауы, эмоцияларҙы тасуирлауы - барыһы ла һоҡландырҙы. Ни өсөндөр мин китап уҡығанда иң беренсе шуларға иғтибар итәм...
"Өмөтдар" ғибрәтле повесть. Тормош төрлө көтөлмәгән боролоштары менән кешене һәр ваҡыт һайлау алдына ҡуйыуы, әммә һәр ваҡытта ла дөрөҫ юлға сығып та булмауы, ләкин ынтылыш булғанда, мөмкинлектәр табылыуы хаҡында. Бына, мәҫәлән, Алма. Һәләтле тәржемәсе, мәл шауҡымына бирелеп, хужаһының һөйәркәһенә әйләнә. Әммә ирҙең ҡатынынан һис тә китергә уйы юҡ икәнлеген белгәс, ғәрлек кисерә, һәм ауыр хистәрҙән ҡотолорға теләгәндәй, осраҡлы осратҡан Наил исемле ауыл егетенә тәҡдим яһай. Егет албырғаһа ла, ҡыҙҙы кире ҡаҡмай. Әммә ауылда уларҙың мөнәсәбәттәре һынауға дусар ителә, аралары һыуына, ире эскегә бирелә, Алма хатта сит илгә сығып китергә мәжбүр.
Сит илдә лә уны күп күңелһеҙлектәр көтә. Ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, фәхишәләр менән притонға ла эләгә, төрлө ауыр эш менән шөғөлләнә, аҡсаһыҙ йонсой... Ахырҙа, Ариф тигән Пакистан егете менән йәшәй башлай.
Ә был ваҡытта уның әхирәте Гөлйемеш Наилды осратып, уға ғашиҡ була. Наил инде яңы тормош башлаған, эскеһен ташлаған, юғары уҡыу йортона уҡырға ингән, хатта мәктәптә инглиз телен уҡыта. Наил да Гөлйемеште үҙ итә, бергә йәшәй башлайҙар. Әммә һуңынан асыҡланыуынса, ул Гөлйемештә Алманы күргән, һағыныуын шулай баҫҡан. Гөлйемеш быны аңлағас, Наилдың уны яратмағанлығын белгәс, бик ҡаршылыҡлы уйҙар биләүендә ҡала. Һәм, ахырҙа, әхирәтенә илгә ҡайтырға ярҙам итә, Наил менән осрашыуын ойоштора.
Ә бит тағы өсөнсө ҡатын-ҡыҙ персонажы бар - ул Әмилә. Бала саҡтан Наилгә ғашиҡ ҡыҙ. Тап ул араларҙы бутаусы, төрлө низағтар тыуҙырыусы. Һөйгәне алдында ғәйепһеҙ һәм бер ҡатлы ҡылана, әммә аҫтыртын ғына Алмаға ла, Гөлйемешкә лә ташлана - бик ҡурҡыныс ҡатын. Наилдың уныҡы булмаҫын белһә лә, кеше мөхәббәтен юҡ итергә әҙер.
Гөлйемеш тә ике ғашиҡтың ҡауышыуҙарына юл ҡуйһа ла, хистәренән баш тартырға уйламай. Сөнки уның ҡарынында яңы йән яралған.
Күрәһәгеҙ, алдан әйткәнсә, повесть геройҙары бер ҡалыпҡа һалырлыҡ түгел. Әммә улар ҡыйыу, дыуамал, хаталарын аңларға әҙер - мин яратам шундайҙарҙы. Әлбиттә, теге йәки был ҡылыҡтарын ҡабул итеп булмай. Әммә аңларға мөмкин тип уйлайым. Сюжет динамикалы, хатта көсөргәнешле лә, Ләйсән уҡыусы иғтибарын ныҡлы контролдә тота.

Шулай итеп...
Әҙәбиәтебеҙ торғонлоҡ кисергән осорҙа шундай авторҙар барлығы күңелде күтәрә. Бөтәгеҙгә лә Ғафури һылыуы Ләйсән Сәлимова-Исҡужинаның "Өмөтдар" исемле тәүге китабын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Ә курсташым ғына түгел, яҡын әхирәтемә тағы ла яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуын теләйем. Беренсе ҡоймағың бик тәмле булды!

Гөлшат ХАЖИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 189

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru