«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫЙЫҠ!
+  - 

Әйҙәләргә, аҡыл-кәңәш бирергә, фекерләшергә яратабыҙ инде беҙ. Һәм һәр Яңы йыл алдынан ошо изге әйҙәләүҙәрҙе тағы, тағы ҡабатлайбыҙ. Сөнки аҡ ҡағыҙға яҙылғандар барыбер күңелгә лә, хәтергә лә, аңға ла уйыла, онотолмай, тигәнгә инанғанбыҙ.

Ысынлап та, әйҙәгеҙ, фекер йөрөтәйек әле: мәғлүмәт сығанаҡтарын ниндәй маҡсат менән файҙалана кеше? Улар, беренсенән, бөгөнгө ябай булмаған заманда баҙап ҡалған кешеләрҙең "Артабан ни эшләргә?" тигән һорауына, ғөмүмән, донъяла үҙ урынын, үҙ эшен, үҙ ашын, үҙ маҡсатын, үҙ шөғөлөн табырға ярҙам итер мең төрлө башҡа һорауҙарына - яуап, төрлө шарттарҙа үҙеңде нисек тоторға, нисек итеп юғалып ҡалмаҫҡа, эске торошоңдо нисек итеп дөрөҫ көйләргә өйрәтеүсе кәңәштәр бирә, тибеҙ. Унан һуң, теге йәки был һорауына алған яуапты, белемде эшкә екһен өсөн кешенең иң тәүҙә донъяға үҙ ҡарашы, тәүәккәллеге, фиҙаҡәрлеге, аңлауы ла булырға тейеш бит. Тимәк, мәғлүмәт сығанағының бурысы - уның аңын уятыу, аңлатыу, маҡсат ҡуйырға, һығымталар яһарға, уйланырға өйрәтеү. Шуға ла "Киске Өфө"нөң дә даими рәүештә үҙ уҡыусыларына: "Әйҙәгеҙ, гәзитебеҙҙе уҡып, бергәләп уйланайыҡ, донъяуи һорауҙарға бергәләп яуап эҙләйек, бергә-бергә фекер ҡорайыҡ, аҡыл тирәйек, кәңәш-төңәш итәйек. Рухланайыҡ, сәмләнәйек!" - тип өндәшеүендә бер ниндәй хилафлыҡ та юҡтыр, шулай бит?
Эйе, беҙ әленән-әле: "Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" - тигән саҡырыуҙар ташлайбыҙ. Шулай ҙа мөһим бурыс атҡарабыҙ һымаҡ: тормошобоҙҙан, төрлө осрашыуҙарҙан, тарих төпкөлөнән, тәрән аҡыллы кешеләрҙән иң мөһим һүҙҙәр, фекерҙәр, факттарҙы һайлап ҡына, тиреп кенә алып, һандан-һанға уҡыусыларыбыҙға еткерәбеҙ. Беҙ ташҡа баҫҡан был һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа, донъяға күҙҙәрҙе асһын, аңды уятһын, рухты күтәрһен, сәмләндереп, илһамландырып, күккә күтәреп ебәрһен халҡыбыҙҙы, тибеҙ. Тик... кәрәкле мәғлүмәттәргә ҡолаҡтар ҙа, күңел дә ябыҡ шул әле күптәрҙә. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланып, уның һөҙөмтәләрен ҡулға алған һайын аптырауҙан ултыра төшөлә лә, күңелде милләттәштәрҙең битарафлығы өсөн әсенеү тойғоһо биләп ала. Ҡайһы берәүҙәр, күрәһең, китап-гәзит уҡымағандарҙың ете юл сатында ярҙамһыҙ ҡалған әҙәм менән бер икәнен белмәйҙер ҙә...
Ә шулай ҙа гәзитебеҙҙе ҡалдырмай уҡып барыусыларға үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Гәзит уҡыған кеше - яҡшы кеше, тигән инаныу ҡанға һеңгән бит. Ошо ҡағиҙә беҙҙе алдатмаһын ине. Гәзит уҡып, китап уҡып, ундағы бар яҡшылыҡтарҙы һеңдереп, матбуғат баҫмаһынан айырыла алмай, уның һүҙенә һыуһап йәшәлһен ине.
Беҙ уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең һөйөүебеҙҙе, үҙебеҙҙең ғәмде еткерәбеҙ. "Киске Өфө" бер нәмәгә лә битараф түгел! Һеҙҙең көнитмешегеҙгә лә, йорт-ерегеҙҙәге уңайлыҡтарға ла, балаларығыҙҙың кем булып үҫеүенә, ниндәй телдә һөйләшеүенә лә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙгә лә - бер генә тема ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Һеҙҙең дә битараф булмауығыҙҙы, беҙҙең һөйләшеүҙәрҙә иң әүҙем ҡатнашыусы булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең сәмде еткерәбеҙ. Милли телдәге матбуғат баҫмаһының һаны - милләттең иҫәбе тураһында ғына түгел, ә уның рухы, аң кимәле тураһында ла аңғарта. Үәт, шулай, йәмәғәт! Аңлы булайыҡ, сәмле, ғәмле, мөхәббәтле булайыҡ! Ә беҙ һеҙгә бөтөн ошо матурҙарҙан-матур ҡиммәттәрҙе үҙләштерергә ярҙам итергә тигән ниәтебеҙҙә ҡалабыҙ. Бергә булайыҡ!
Әйткәндәй, беҙ уҡыусыларыбыҙға ғына түгел, даими авторҙарыбыҙға ла рәхмәтлебеҙ. Бигерәк тә гәзиттең үҙ кешеһенә әйләнгән, уҡыусыларҙың иң яратҡан ҡәләм оҫтаһы тигән баһаһына лайыҡ Ғәлиә Кәлимуллина, Хәлил Һөйөндөков, Әғләм Шәрипов кеүек әүҙем ҡәләмдәштәргә рәхмәтлебеҙ. Әйҙәгеҙ, ошондай авторҙар сафын тағы ишәйтәйек: "Киске Өфө" фекерле авторҙарға һәр саҡ асыҡ, рәхим итегеҙ. Яңы йыл менән ҡотлап, уҡыусыларыбыҙға иң-иң изге теләктәребеҙҙе оҙатып ҡалабыҙ.

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 124

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru