«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУЯН ҺЫМАҠ СОС БУЛАЙЫҠ!
+  - 


Тормош шулай ҡоролған, ул бер урында тормай. Үҙ ағышы менән һаман алға бара. Бына әле генә беҙ ҡуян йылына аяҡ баҫҡайныҡ. Йыл башында оҙон һымаҡ ине ул. Әммә ул, баҡтиһәң, үтеп тә бара икән. Уның һыуыҡ ҡышы, йылы яҙы, көтөп алған йылы йәйе, ямғырлы көҙө ней арала үтеп өлгөргәндер инде. Хәҙер беҙ ҡуян йылын оҙатырға тип мәж килеп йөрөйбөҙ. Мәйтәм, шуныһы һәйбәт, ҡуян йылы үтә. Әммә уның ҡуяны барыбер беҙҙең менән бергә ҡала. Шуға, әйҙәгеҙ әле, урман һәм даланың биҙәге булған ошо йомшаҡҡай менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Бына ул беҙгә оҙон ҡолаҡтарын тәненә һылаштыра биреп, ҙур түңәрәк күҙҙәрен төбәп, оҙон алғы тәпәйҙәрендә бер аҙ ҡалҡына биреп, йә сүгәләй төшөп, ипле генә үлән көйшәп ултыра. Ҡарамаҡҡа ябай ғына бер йән эйәһе ул ҡуян. Унан ниндәйҙер тыныслыҡ килгән һымаҡ. Әйткәндәй, заманында ҡуян күп ата-әсәне оло бәләнән ҡотҡарҙы ла инде. Мине Яңы йылға кейендерегеҙ, мине кем итеп кейендерәһегеҙ, мине ҡасан кейендерә башлайһығыҙ, тип маҙаға тейгән кескәй балаһын күптәр ҡуян итеп кейендереп ебәреп ҡотолор ине. Ысынлап та, ҡуян итеп кейендереүе еңел шул. Берәй аҡ күлдәкте кейҙерһәң, уныһы аҡ тун була. Ошо аҡ "тунға" бәләкәй генә "ҡойроҡ" тегеп ҡуйһаң, кейем эше тамамланып та ҡуя. Хәҙер төп эшкә, йәғни, ҡолаҡ эшләүгә тотонаһың. Уны эшләүе лә артыҡ ауыр түгел. Берәй ҡатырғаны килешле генә итеп ҡырҡаһың. Бында уның матурлығына артыҡ иғтибар итмәйһең. Ҡыйыш-мыйыш булһа ла, артыҡ зарар юҡ. Сөнки ҡуяндың ҡолағы тап шулай булыуы бик мөмкин. Иң мөһиме, оҙон булһын. Бына ошо ҡолаҡтарҙы баш кейеменә тегеп ҡуйыу бер аҙ ауырлыҡ килтерә былай. Ҡолаҡтар йә алға, йә артҡа ҡолап аптырата. Берәй нисек артҡа ҡоламалы итеп самалайһың инде. Аҙаҡ баланың битенә арҡыс-торҡос бер нисә "мыйыҡ" һыҙып ҡуяһың. Ошоноң менән ҡуян кейеме әҙер ҙә була. Шуныһы шәп, ҡуяндың кейеме генә түгел, уның шиғыры ла әҙер. Ошо ябай, әммә һәр ваҡыт ҡул аҫтында булған, шул уҡ ваҡытта күңелгә ятышлы шиғырҙы әллә нисәмә бала әллә нисәмә Ҡыш бабайға һөйләгәндер инде.
Ҡыш бабай менән ҡуян
Икеһе лә аҡ ҡына.
Ҡыш бабай ҡурҡаҡ түгел,
Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән,
Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡолағы ергә тейгән.
Беҙҙе Яңы йыл кисәһендә ҡыуандырған ҡуяндың тормошо ошолайыраҡ. Әлбиттә, тәбиғәттә көн иткәненең йәшәйеше күпкә ҡатмарлы. Сөнки унда ҡуяндың дошмандары үтә күп. Уны урман-дала буйлап та баҫтыралар, һауанан да һөжүм итәләр. Бына, әйтәйек, һеләүһен ҡуянһыҙ йәшәй алмай. Уның төп аҙығы булып ҡуян ите иҫәпләнә. Шуға ҡуянға һәр ваҡыт сос һәм уяу булырға тура килә. Ерҙәге дошмандарға ҡарағанда һауанан һөжүм итеүселәр күпкә ҡурҡынысыраҡ, буғай. Яланда уны бөркөт аулаһа, урманда өкө аптырата. Уның ҡарауы, ҡуяндың аяҡтары көслө. Ҡасып барған мәлдә өҫтәмә рәүештә күҙҙәр ярҙамға килә. Эш шунда, ҡуян алға ҡарай саба, ә шул уҡ ваҡытта алға ғына түгел, артҡа ла ҡарай ала. Был мәлдә ул башын артҡа бормай. Аллаһы Тәғәлә уға бына ошондай хикмәтле күҙҙәр биргән. Улар баштың сикә өлөшөндә урынлашҡан һәм бер аҙ алғараҡ сығып тора. Шуға күрә ул тирә-яҡты һәйбәт күрә. Әммә уның күҙҙәре ҡылый түгел. Ошо күҙҙәр арҡаһында ҡуян дошмандың хәл иткес һөжүмен ваҡытында күреп өлгөрә. Шул мәлдә ул ҡырҡа ситкә һикерә. Дошман буш ергә барып төшә, ә ҡуян тағы алға табан ынтыла. Ҡуянды күп ваҡыт көслө аяҡтары ҡотҡара. Ҡасып ҡотолорлоҡ булмаған осраҡта ҡуян ҡапыл баштүбән тәкмәсләп китә. Һәм артҡы тәпәйенең урынлашҡан тырнаҡтары менән дошманын һиҙелерлек, хатта үлемесле яралап өлгөрә.
Башҡа ҡыр хайуандары һымаҡ, ҡуян да бик шәп саба. Тиҙлеге сәғәтенә илле, хатта алтмыш км-ға барып етә. Шуға күрә уны күп дошмандары тура юлда ҡыуып етә алмай. Һунар этенең генә ҡыуып етеүе ихтимал. Шуға күп дошмандары ҡуянды боҫоп ултырып аңдып тотоп ала. Әммә тәбиғәт ҡуянға өҫтәмә рәүештә оҙон ҡолаҡтар биргән. Уларҙы ул ҡайсылатып, һәр шикле тауышты тикшереп кенә тора. Шуныһы аптырамалы, берәй ҡурҡыныс килә ҡалһа, ҡуян алғы тәпәйҙәре менән барабан һуҡҡандағы һымаҡ тауыш сығарып, башҡаларҙы иҫкәртә һала. Кемдер, был осраҡта ҡуян ике “ҡулын” бер-береһенә һуға, тип аңлата. Кемдер, йә түмгәккә, йә ағас олонона һуға, тей. Шәхсән мин күргәнем булманы. Ә бына ишетергә насип итте. Күптәр ҡуяндың бындай һәләте бар икәнен белмәй. Шуға күрә, был ваҡытта кем урманда барабан һуғып йөрөй икән, тип аптырап ҡала. Шуныһы үкенесле, башҡаларҙы иҫкәртеп өлгөргән ҡуян күп ваҡыт үҙе һәләк була. Уны дошманы тотоп ала. Күптәр белә, тәбиғәттә һәр йән эйәһенең үҙ ере, үҙ мөйөшө була. Бында ул йәшәй, йоҡлай, туҡлана, ял итә һәм башҡаһы. Ҡуяндың үҙ ер майҙаны илле гектар самаһы тәшкил итә. Бында ул ял итер өсөн уңайлы ышыҡ урын рәтләп ала. Ул ҡуйы үлән араһында, яр битләүендә, берәй ҡалҡыуыраҡ ерҙә урынлашҡан була. Шуныһы ҡыҙыҡ, ниндәй генә ҡурҡыныс янауға ҡарамаҫтан, ҡуян үҙ мөйөшөн ташламай. Берәй һунарсынан ҡотолоп ҡалған хәлдә лә аҙаҡ барыбер үҙ өйөнә ҡайта. Был осраҡта баш яғы һәр ваҡыт сабып килгән яҡҡа йүнәлгән була. Бына ошо ял иткән мәлендә тир биҙҙәре бик әҙ генә бүленә. Йәғни, ҡуян ятҡан ерҙән әллә ни еҫ-фәлән килмәй. Шуға уны дошмандары ҡапылғара таба алмай. Ә бына сабып йөрөгән мәлдә ошо тир биҙҙәре дошман файҙаһына эшләй башлай. Эш шунда, тир биҙҙәре бармаҡтар араһында урынлашҡан. Ә тир еҫе бик көслө. Тороп ҡалған эҙҙә ул бик оҙаҡ һаҡлана. Ғалимдар әйтеүенсә, һунар эте был еҫте һигеҙ сәғәт ваҡыт үткәндән һуң да тоя ала. Әммә был етешһеҙлек тураһында ҡуян үҙе лә белә. Шуға күрә ул тегеләй-былай сабып йөрөп, эҙ бутай. Тәүлегенә ике-өс саҡрым тегеләй-былай саба ул. Үҙ эҙен әллә нисәмә тапҡыр тегеләй-былай киҫеп үтеп, дошманын тамам яңылыштыра. Кеше лә ҡуянға һәр ваҡыт әүҙем һунар итә. Тәү ҡарамаҡҡа, дошмандары күп һанлы булыу сәбәпле, ҡуян һаны кәмеп китер һымаҡ. Әммә тәбиғәт уның һанын кәметмәй. Эш шунда: ҡуян йыл әйләнәһенә өс тапҡыр бала таба. Тәүгеләре март айында тыуа. Улар ҡар ҡуянҡайҙары тип атала. Икенселәре иһә йәй осоронда тыуа. Былары йәшел үлән ҡуяндары тип исемләнә. Көҙгә табан тағы берҙе бәпесләй ҡуян. Былары иһә һары япраҡлылар исемен алған. Инә ҡуяндың дүрттән алып һигеҙгә тиклем бәпәйе була. Бер бәпәй ҡуяндың ауырлығы ни бары йөҙ грамм самаһы була. Бына ошо ҡуянҡай ҡуҙғалмай ултырып ҡына үҙ ғүмерен һаҡлай ала. Тәүлек әйләнәһенә әсәһен шым ғына көтә ул. Хатта берәй дошманы эргәһенән үтеп киткән мәлдә лә ҡасмай. Әсәһе төнөн бер-ике мәртәбә килеп, уны имеҙеп китә. Күп осраҡта уныһы үҙ әсәһе булмауы ла бар. Сама менән ун көндән һуң йәш ҡуянҡай үлән ашай башлай. Ә шулай ҙа бер айға хәтлем барыбер әсә һөтө төп аҙыҡ булып ҡала. Бер айҙан һуң ошо ҡуянҡайҙың хәүеф-мажараларҙан торған үҙаллы тормошо башланып китә. Ҡышты уңышлы үткәргәндәре оло ҡуяндар сафын тулыландыра. Бер уйлаһаң, ҡуян ғүмере апаруҡ оҙон ғына. Ул ун йыл самаһы тәшкил итә. Шулай ҙа ниндәй өлөшө ҡартайып, был тормоштан тәбиғи китәлер инде, быныһын тәбиғәт үҙе генә беләлер.
Уҙып барған ҡуян йылына ҡарап, ошондай уйҙар тыуҙы минең башта. Ә шулай ҙа ҡуян тормошонан беҙгә һабаҡ алырлыҡ мәлдәр байтаҡ ҡына. Тәү сиратта, уның һымаҡ сос һәм һаҡ булайыҡ, тигән теләкте әйтке килә. Тормош ниндәй генә һынауҙар биреүгә ҡарамаҫтан, уның ағышында юғалып ҡалмайыҡ. Әлбиттә, йылына өс бала табып булмаҫ. Уның ҡарауы, өс йылға бер бәпәй алып торорға, моғайын, хәлдән килер. Һәр балаға матур ғаиләлә үҫергә насип итһен. Ә үҫкәндәре ата-әсәй ҡурсалауынан ваҡытында айырылып, үҙ мөйөшөн, үҙ ғаиләһен булдырһын. Барыбыҙға ла оло тормош һуҡмағында һағалап торған төрлө һынауҙарға бирешмәйсә, матур йәшәргә насип булһын!

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru