«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә

Әл Ҡашғари: "Us (ус) - изгелек менән яуызлыҡты айыра белеү, уғыҙҙар шулай әйтә. Әйтәләр: "ol us boldi" - ул изгелекте яуызлыҡтан айырҙы".
Башҡорт телендә ошо варианттағы һәм мәғәнәләге һүҙ осрамай, әммә телебеҙҙәге "үс" һәм "ыҫ" һүҙҙәре килеп сығышы яғынан ошо боронғо төрки теле менән бәйле булыуы бар. Боронғоса "ус булыуҙы йәиһә ус итеүҙе" кемдеңдер яуызлыҡ ҡылыуы һөҙөмтәһе итеп аңларға кәрәк. Тимәк, беҙҙеңсә "үс" (шулай уҡ "ыҫ") яуызлыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән тойғо, ә был ысынлап та изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен айыра белеүҙе талап итә. Әл Ҡашғари: "Ош - киҫәксә, мәғәнәһе "бына шулай". Әйтәләр: "Ош мундағ кыл" - "бына шулай ҡыл (эшлә)". Боронғо төркиҙәрҙең "ош" тигәненә телебеҙҙәге "ошолай", "шулай" һүҙҙәре тура килә. "Мундағ" - бындай формаһында ҡулланыла, диалекттарыбыҙҙа "мында" һүҙе лә бар.
Ҡашғари һүҙлегендә "ош" киҫәксәһенең тағы ла бер варианты килтерелә: "Ош - әле генә тигәнде аңлатҡан киҫәксә. Ош келдүгүм бу - мин әле генә килдем". Башҡорт телендә был киҫәксә һаҡланмаған, шул уҡ мәғәнәлә "бит" киҫәксәһе ҡулланыла: "әле генә килдем бит", - тибеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙандар "килдем ич" тиҙәр, бында "ош - ич" күсәгилешлеге күҙәтелә.
"Уш уш - өндәү, ҡуҙғытыу киҫәксәһе, үгеҙҙе эсергәндә ошолай әйтәләр". Күрәһең, был һүҙҙәр беҙҙең "эс, эс" йә иһә шул уҡ ҡаҙандарҙың "эч, эч" тигәненә тап килә. Ошо уҡ "уш" һүҙенең тағы ла ике мәғәнәһе булыуы теркәлгән. "Уш" - теләһә ниндәй ағастың, ботаҡтарҙың, мөгөҙҙөң үҙәге: "мүнүз уши" - мөгөҙ үҙәге. "Уш" һүҙе менән ҡоштарҙың һәм аттарҙың умыртҡаһының ҡойроҡ һөйәген дә атайҙар". Тәүгеһе беҙҙеңсә шул уҡ "эс", "эске яҡ", "үҙәк" тигәнгә тура килһә, икенсеһе телебеҙҙә фонетик яҡтан бер ни тиклем үҙгәргән килеш нығынып ҡалған: был осраҡта һүҙ малдың "оса"һы (арт һаны), "оса һөйәге", кешенең ултырышы хаҡында бара. Ҡаҙаҡтар һимеҙ ҡуй малының ныҡ майлы ҡойроғон да "оса", тип атайҙар. Йәнә, башҡорт диалекттарында осраған "үшән" һүҙен, башлыса, аяҡтарын саҡ ҡуҙғатып атлаған атҡа ҡарата әйтәләр, был һүҙҙең этимологияһы боронғо төркиҙәрҙең шул уҡ "уш" һүҙе менән бәйле булыуы бар.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 391

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru