«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫЛ ҠУМЫҘ МОҢО ДАУАЛАЙ ҘА
+  - 


Ошо көндәрҙә "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡыл ҡумыҙҙа уйнау оҫтаһы Зәлиә Урал ҡыҙы ҒӘНИӘТУЛЛИНА Өфөлә тамашасыларын йыясаҡ. Шул айҡанлы башҡорт халҡының ҡыл ҡумыҙлы музыкаль мираҫын тергеҙеүселәрҙең береһе булған музыкант менән әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.

Йыр-моңға һөйөү һеҙгә ҡайҙан бирелгән һәм ҡыл ҡумыҙға ҡарата иғтибар нисек тыуҙы?

- Тамырҙарым Ҡурған өлкәһендә минең, Сафакүл ауылында тыуғанмын. Хәтеремдә ҡалған: ҡартатайым бик моңло кеше булды, матур итеп йырлай торғайны. Мин дә бәләкәйҙән йырларға яраттым, шуға һәләтемде күреп, Сафакүл ауылы музыка мәктәбенең скрипка класына уҡырға бирҙеләр. Ә инде уны тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. Бында ҡыл ҡумыҙ бүлеге асылып ҡына тора ине һәм абруйлы остаздарыбыҙ миңә ошо яңынан тергеҙеләсәк уйын ҡоралын тәүгеләрҙән булып үҙләштерергә тәҡдим иткәс, баш тартманым. Ҡыл ҡумыҙҙы беренсе тапҡыр һүрәттә күрҙем, шуға ҡарап, минең өсөн тәүге уйын ҡоралы эшләнде һәм уны тиҙерәк өйрәнергә, уйнай башларға теләгем ҙур ине. Шулай башланды ла инде минең ҡыл ҡумыҙлы тормошом.
Ҡыл ҡумыҙ - бик үҙенсәлекле уйын ҡоралы. Быға тиклем мин үҙләштергән скрипканан хатта ҡылдарына баҫыу ысулдары менән айырыла: скрипканы бармаҡ бите менән баҫып уйнаһаң, ҡыл ҡумыҙҙы тырнаҡ бите менән уйнайһың. Ҡыл ҡумыҙҙың тауышы ла үҙенсәлекле бит инде. Уны йыш ҡына кешенекенә оҡшаталар, төрлө тәбиғәт тауыштарын да сығарырға мөмкин. Уйын ҡоралының тарихынан унда борон баҡсылар уйнаған һәм хатта ауырыуҙарҙы дауалаған тип тә беләбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, Башҡортостанда ҡыл ҡумыҙ юғалып торған. Уны тергеҙеү эше утыҙ йыллап элек башланып, хәҙер инде был инструментты мәктәптәрҙә өйрәнәләр, Өфө сәнғәт училищеһы һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессиональ кимәлдә белем бирелә. Уны бөгөн күп кенә музыкаль ансамблдәрҙә ишетергә була, шөкөр.
Ҡыл ҡумыҙ ябай ғына һымаҡ күренһә лә, һис улай түгел. Быға "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле менән Рәсәй буйлап гастролдәргә сыҡҡанда һәр саҡ инанып ҡайтыла. Башҡортостан, башҡорт халҡы менән таныштырған сараларҙа ҡыл ҡумыҙ тураһында һөйләйем дә, уйнап ебәрһәм, төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә: кемдер тыңлай алмай, сығып китә, кемдер, киреһенсә, айырыла алмай һәм оҙаҡҡа тирмәлә ҡала, берәүҙәр туҡтай алмай илай. Шулай ҡыл ҡумыҙ аша ағылған көй-моң ярҙамында таҙарыналарҙыр, йәки ҡан хәтере тарталыр, тип фаразлайһың һәм борон, ысынлап та, был уйын ҡоралы ярҙамында дауалағандарҙыр, тигән уйҙар килә. Ҡыл ҡумыҙҙа оҙон көйҙәр, һалмаҡ көйҙәр, ҡобайырҙар бик матур яңғырай. Яратып башҡарған көйҙәрем күп, айырып береһен генә атай алмайым, шулай ҙа күбеһенсә башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнайым.
Ошо урында ҡыл ҡумыҙсыларҙы борсоған мәсьәлә тураһында ла телгә алып китмәй булдыра алмайым: йәш белгестәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү. Был йүнәлештә былай ҙа һанаулы ғына йәштәр белем ала һәм уларға эш шарттары тағы ла яҡшыртылһа, коллективтарҙа урындар арттырылһа ине...

Һеҙ былтыр ғинуар айында ла ижадығыҙҙы үҙ итеүселәрҙе һөйөндөргән инегеҙ. Быйылғы концерт ниндәйерәк буласаҡ?

- Эйе, икенсе тапҡыр концерт ойошторам. Беренсеһен "Этно-шоу" тип атағайным, был юлы ҡыл ҡумыҙ концерты. Әлбиттә, тамашасыларым яратып ҡабул иткән сығыштарымды ҡабаттан тәҡдим итәсәкмен, шул уҡ ваҡытта өр-яңы көйҙәр ҙә әҙерләнем. Концертта "Мираҫ" ансамбленең хор коллективы һәм оркестры ҡатнашасаҡ, саҡырылған артистар ҙа киләсәк һәм улар араһында беренсегә хеҙмәттәшлек иткән коллегаларым да буласаҡ. Тамашасыларым араһында төрлө йәштәге кешеләр булыуын иҫәпкә алып, концерт программаһын балаларға ла, өлкәндәргә лә оҡшарлыҡ итеп төҙөргә тырыштыҡ. "Урал" йыры, "Ҡуңыр буға" ҡобайыры, композиторҙар Урал Иҙелбаев, Илшат Яхин ижад иткән көйҙәр яңғыраясаҡ. Барлыҡ серҙәрҙе лә асып бөтмәйем, әммә тамашасылар күңеленә ятыр, илаһи моң иленә сәйәхәт итеп ҡайтырҙар, тигән өмөт менән әҙерләнәбеҙ.

Ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ниәтегеҙ тураһында телгә алғанығыҙ бар. Хыялығыҙ тормошҡа аштымы?

- Был оҫталыҡ дәрестәре айырым төркөмдәрҙә үтә ул, әммә киң йәмәғәтселеккә иғлан итеп, бар теләүселәр өсөн ойошторолғаны юҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, былтырғы йыл дауамында ла быны атҡарып булманы. Әммә вәғәҙә биргәс, мотлаҡ үтәргә кәрәк: яҡын киләсәктә дәрестәр буласаҡ. Тағы бер ҡыл ҡумыҙ ҙа һатып алдым һәм оҫталыҡ дәрестәрен Өфөләге В.И. Ленин йорт-музейы биләмәһендәге тирмәлә үткәрергә күҙаллап торам, ә инде теүәл ваҡытын иғлан итәсәкмен. Халыҡтың ихтыяжы бар, ҡыл ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ икәнен беләм.

Йәштәр халыҡ көйҙәрен һирәк тыңлай һәм бының эҙемтәһе булып, көйҙәр боҙола...

- Эйе, был мәсьәлә күптәрҙе борсоуға һала. Ысынлап та, халыҡ йырын боҙоп, бөтөнләй башҡаса яңғырашлы итеп үҙгәрткән осраҡтар булғылай. Шулай ҙа йәш быуындың тәрбиәһе, донъяны танып белеүе, уға ҡарашы башҡа бит. Уларҙың иғтибары "секундлы" тип әйтәйекме, тиҙ-тиҙ алышынып торған һәм сағыу кадрлы, һүрәтле, мәғлүмәтле нәмәләрҙе ҡарайҙар, тыңлайҙар. Уларҙы ирекһеҙләп оҙон халыҡ көйҙәрен тыңларға ҡушыуы ла ауыр, ә шулай ҙа халҡыбыҙҙың был хазинаһына иғтибарҙарын йәлеп иттерергә, таныштырырға кәрәк. Шуға ҡайһы бер йырҙарҙы, көйҙәрҙе замансаға яраҡлаштырып үҙгәртеүҙең зыяны юҡ, тик быны дөрөҫ эшләү мөһим. Композиция бына нисек барлыҡҡа килергә тейеш: тәүҙә нигеҙ булыр әҫәр алына, уның тарихы өйрәнелә, шунан сығып үҙгәреш индерелә. Әлбиттә, "Зөлхизә" кеүек ҡатын-ҡыҙҙың ауыр яҙмышы тураһындағы берәй йырға ритм өҫтәп, "дәртләндереп" ҡуйыу ярамай. Ә бына шаян йырҙарыбыҙ, киреһенсә, яңы һулыш алып ебәрә. Сөнки көйҙөң дә мәғәнәһе бар.
Ҡыҫҡаһы, халыҡ көйҙәрен, халыҡ уйын ҡоралдарын, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын үҙ эсенә алған бындай һирәк концерттарға уны аңлаған, баһалаған тамашасы ғына йөрөй. Һәм шундай тамашасыларым булыуына ифрат шатмын, уларға музыкаль зауҡына тоғро ҡалыуҙарын теләйем. Шул осраҡта боронғо көйҙәребеҙ һәм ҡыл ҡумыҙ кеүек боронғо уйын ҡоралдарыбыҙ мәңге йәшәйәсәк.

Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 166

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru