«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮГӘ, ИЛГӘ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫН КҮРҺӘТТЕЛӘ
+  - 

Мәскәүҙең ВДНХ комплексында "Рәсәй" Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы дауам итә. Уҙған аҙна төбәк стенды биләмәһендә ойошторолған Халыҡ ижады аҙналығында күргәҙмә ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Аҙнаның һәр көнөнөң айырым бер темаға бағышланған булыуы уны мәғлүмәти йәһәттән байытты һәм күркәм итте.

Башҡортостан стенды янына килеүселәрҙе сағыу, үҙенсәлекле космолет - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме "Ҡашмау" ҡаршы алды уҙған аҙнала. Тәүге минуттарҙан уҡ бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән космолет ҡунаҡтары Башҡортостандың бай мәҙәниәте, ижады менән танышып ҡына ҡалманы, ә бүләк отоу мөмкинлегенә лә эйә булды: Санкт-Петербург, Мәскәү, Белгород һәм Үзбәкстандан килеүселәр француз яулыҡ алып ҡыуанды. Ә кемдер иһә легендар "Салауат Юлаев" хоккей командаһы символикаһы һүрәтләнгән шапкалы булды.
Күргәҙмәлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме, ҡурай, Башҡортостан оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре презентациялары үтте. Мәҫәлән, ете килограмға еткән көмөш биҙәүестәр менән биҙәлгән милли кейем ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә реконструктор Гөлсөм Хөсәйенованың байрам һәм көндәлек кейемгә матур өҫтәмә буласаҡ стилләштерелгән бәләкәй селтәр эшләү серҙәренә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға теләүселәрҙән хатта сират барлыҡҡа килде. Шулай уҡ күргәҙмә ҡунаҡтары башҡорт халҡының традицион биҙәүестәрен һәм ҡурсаҡ эшләү, шәл бәйләү, күнгә баҫып биҙәк һалыу, сигеү, тегеү, туҡыу һәм кейеҙ баҫыу буйынса уҙған оҫталыҡ дәрестәрендә бик ихлас ҡатнашты. Ә кемдер оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәргә - ҡара буркаға, эксклюзив мамыҡ шәлгә һәм башҡа приздарға лайыҡ булды.

"Башҡортостандың сигелгән картаһы" Халыҡ ижады аҙналығының тағы бер үҙенсәлекле биҙәге булды. Уникаль ижади йолаларҙы, республика төбәктәренең тарихи үҙенсәлеген сағылдырған, символизм менән һуғарылған картаның һәр өлөшө төрлө район оҫталары тарафынан эшләнгән. Тыуған яҡтың матурлығы һәм тарихы менән илһамланған оҫталар ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ Башҡортостан картаһы эшләгәндәр һәм, тәбиғи, ул күргәҙмә ҡунаҡтары араһында ла һоҡланыу уятты. Шулай уҡ кейеҙҙән эшләнгән ҡурсаҡ, уйынсыҡ һәм паннолар ҙа Мәскәү халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде. Этник стилдәге уникаль әйберҙәр күргәҙмәнең бер биҙәге булып торҙо.
Башҡортостан, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе араһындағы мәҙәни диалог яңы үҫеш алды. Был көндәрҙә Башҡортостан һәм Ленинград өлкәһе стендтарында "Ленинград - Өфө: эвакуация, яҙмыш, хәтер" исемле төбәк-ара музей акцияһы уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградтан һәм өлкәнән Башҡортостан АССР-ына эвакуацияланған һәм һуғыштан һуң эвакуациянан ҡайтарылған яҡындары һәм таныштары тураһында мәғлүмәт менән бүлеште. Был иҫтәлекле тарихтар публицистик материалдар һәм тематик күргәҙмәләрҙең нигеҙенә ятасаҡ һәм дәһшәтле һуғыш йылдары хәтирәләрен һаҡлап ҡалыуға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға булышлыҡ итәсәк.
Һәр халыҡ йолалары менән көслө. Уларҙы белеү, һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу - изге бурыс. Уҙған аҙнала Башҡортостан стендына килгән ҡунаҡтар башҡорт ғаилә традициялары һәм йолалары тураһында тәрәнерәк белде. "Рәсәй" күргәҙмәһе сиктәрендә уҙғарылған "Туғандар-Яратҡандар" Бөтә Рәсәй форумында ҡомартҡылар менән һандыҡ тапшырыу йолаһы күрһәтелде. Һандыҡ Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Өфө районында йәшәүсе Мәхмүтовтар ғаиләһенә тапшырылды. Һандыҡ эсендә ҡулдан эшләнгән һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән әйберҙәр һалынған. Мәхмүтовтарға шәжәрә китабы, ә ғаилә башлығы Илнур Зөфәр улына элек яҙыу булмаған ваҡытта килешеү документы ролен уйнаған таҫтамал тапшырылды. Хужабикәгә тыуған яҡ йылыһын һаҡлаусы башҡорт шәле, балаларға янсыҡ бүләк ителде. Ә иң бәләкәй ғаилә ағзаһы Асель һандыҡҡа хужа булды. Һандыҡ тапшырыу йолаһы ғаилә йылыһын, быуындар күсәгилешлеген, халыҡ йолалары һәм традициялары мәртәбәһен кәүҙәләндереүсе матур символ булды.
"Башҡортостандың тере традициялары" аҙналығында республика стенды янынан тылсымлы ҡурай моңдары, башҡорт йырҙары өҙөлмәне, дәртле бейеүҙәр һәр кемдең күңелен елкендерҙе. "Халыҡ ижады аҙналығы - тотош илгә төбәктең башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә, эш һөйөүсәнлегенә, изге ғаилә йолаларына һәм ҡунаҡсыллыҡҡа нигеҙләнгән уңыштарын күрһәтеү өсөн тағы ла бер яҡшы мөмкинлек ул. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, беҙҙең стенд-космолет быны бик яҡшы күрһәтә: интерактив технологиялар бында тарих, халыҡ аҡылы һәм халыҡ ижады менән күрше, нигеҙҙәрҙең нигеҙе һәм киләсәк ҡаҙаныштары араһында үҙенсәлекле күпер булып тора", - тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Илдәге үҙгәрештәрҙе, төрлө өлкәләге ҡаҙаныштарын һәм төбәктәр колоритын күрһәтеүгә йүнәлтелгән күргәҙмәнең масштабы һәм әһәмиәте ғәйәт ҙур. Башҡортостан иһә күргәҙмә-форумда иң сағыу, мәғлүмәтле стенд тәҡдим итеүсе төбәктәрҙең береһе. Рәсәй менән бергә алға осоусы космолет артабан да күргәҙмә ҡунаҡтарына төбәк менән таныштырған мауыҡтырғыс һәм күләмле программалар тәҡдим итәсәк.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 152

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru