«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЖДАҺАНЫ КЕМ КҮРГӘН?
+  - 


Быйылғы йыл бик үҙенсәлекле генә. Эш шунда: аждаһа йылы килде, ә бына аждаһаның үҙен күргән юҡ. Былтырғы йыл - ҡуян, унан алдағыһы - юлбарыҫ, унан алдағыһы - үгеҙ йылы булғайны. Бына был хайуандарҙы күргән бар. Күреү генә түгел, хатта ҡайһыһынан ҡасып, ҡайһыһын баҫтырып йөрөгән дә бар. Ә бына аждаһаны күргән юҡ. Берәүҙең дә күргәне юҡ. Беҙ аждаһа тураһында ишетеп кенә беләбеҙ. Ул беҙгә әкиәттәр аша таныш.

Әйҙә, бер мәлгә бала саҡҡа әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Беҙгә элек әкиәттәрҙе күберәген өләсәйҙәр һөйләй торғайны. Шуға борон берәү берәй нәмәне алдап һөйләй башлаһа, "Өләсәң ҡошап (оҡшап була инде), әкиәт һөйләп торма әле", тип әйтеп ҡуйырҙар ине.
Уңайы сыҡҡан мәлдә был турала бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем. Бер мәл уҡытыусы ошондай йомаҡ әйткән: "Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә". Күптәр аптырап ҡалған. Тик бер генә бала ихлас ҡулын күтәргән. Әлбиттә, йоҙаҡ тигән яуапты ишетергә өмөтләнгән уҡытыусы. Әммә яуап "Һандыҡ өҫтөндә ултырған өләсәй", булған.
Бына хәҙер әкиәткә күсәйек. Алдан әйткәнемсә, борон уны өләсәйҙәр һөйләй торғайны. Ошо мәлде һеҙ ҙә күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ауыл кисе. Ҡараңғы күптән төшкән. Өйҙә илаһи тынлыҡ. Һандыҡ өҫтөнә йәтешле генә итеп аяҡтарын бөкләп ултырған өләсәй әкиәт һөйләй. Ә тыңлаусылар иһә урындыҡта теҙелешеп ятҡан береһенән-береһе бәләкәй балалар. Әйткәндәй, заманында күп осраҡта күмәк балаға бер юрған була торғайны. Өләсәй әкиәт һөйләй белә. Тауышын йә күтәреп ебәрә, йә шомло итеп ипләп кенә әйтә, йә бер мәлгә тын ҡалып, шымып ҡала. Ҡыҫҡаһы, тәмләп һөйләй ул әкиәтте. Бына бер мәл өләсәй әкиәттең иң ҡыҙыҡ мәленә килеп етә: "Шул мәл Аҡъял батыр әйләнеп ҡараһа (ошо урында өләсәй ауыр итеп тын ала, ә ниндәйҙер ҡурҡыныс хәбәрҙе ишетергә әҙерләнгән балалар дөйөм юрғанды өҫкә табан тарта бирә) урманды ҡап уртаға ярып (балалар башын һыйпап ала, сөнки ҡап уртаға ярыу тигән һүҙҙәр үтер-үтмәҫ ҡул сәсалғыстың башты ҡап уртаға ярып сәсте йолҡҡослап барған мәлен хәтерләтеп ҡуя), дауыл ҡуптарып, ауыҙынан ут-ялҡын бөркөп (был нисек була икән, тип балалар устарына өрөп ҡарай) был яҡҡа табан ҙур башлы аждаһа-йылан шыуыша, тей (өләсәйҙең шомло тауышы бер мәлгә тынып ҡала, шул арала бәләкәйерәктәр юрған аҫтына сума биреп ҡуя, ә өлкәнерәктәре юрғанды күҙҙәренә тиклем тартып, уны баш аша ташларға әҙер ята). Аҡъял батыр булат ҡылысын ҡынынан сығарып, аждаһаны көтә (хәҙер күптәр юрған аҫтында). Йылан-аждаһа килеп еткәс, Аҡъял батыр уның ҙурлығын күреп иҫе китә. Ауыл осонда йәшәгән фәлән ағайҙың өйө һымаҡ ҙур була аждаһа (был ваҡытта сағыштырыу өсөн ауылдағы иң ҙур өй атала). Әммә ҡурҡмай батыр. Аждаһаға ҡаршы алышҡа сыға. Бер көн һуғыша былар, ике көн һуғыша. Өсөнсө көн тигәндә Аҡъял батыр аждаһаның башын өҙә саба. Аҙаҡ кәүҙәһен тураҡлап, кәбән һымаҡ итеп өйөп ҡуя (был мәлгә юрған күптән ташланған, балалар тороп ултырған була, ҡайһылары хатта сәпәкәй итә, ә иң бәләкәйҙәре күптән инде әүен баҙарына киткән була)".
Ошо башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлағандан һуң, аждаһа йыландан барлыҡҡа килә икән, тигән һығымта яһарға була. Ә быныһы, баҡтиһәң, әкиәт түгел икән. Аптырамалы, бындай фараз ысынлап та бар икән. Башҡорттар ғына түгел, күп кенә башҡа халыҡтарҙа аждаһаның йыландан барлыҡҡа килеүенә, уның ысынлап булыуына ышана икән. Бына сербтар уны аждайя, болгарҙар - аждер, төрөктәр - аждарха, иран халҡы - ажи-дахака тип атай икән. Башҡорт халҡының фаразы буйынса, йөҙ йыл йәшәгән йылан аждаһаға әүерелә. Ҡайһы бер халыҡтар йөҙ түгел, ә биш йөҙ йыл йәшәгәне аждаһаға әйләнә, тип иҫәпләй. Төп шарттарҙың береһе булып был йыландың бер ваҡытта ла кешеләргә күренмәүе тора. Ә аждаһаның төп эше нимәнән ғибәрәт? Халыҡ ышаныуы буйынса, ул һыу-ямғыр өсөн яуаплы икән. Шуға борон ҡайһы бер ырыу халҡы йыланға табынған да инде.
Ярай әле беҙҙә йыландар әҙ, тип ҡыуанып уйлап ҡуям мин. Әгәр Ер йөҙөндә йыландарҙың өс меңдән ашыу төрө билдәле булһа, беҙҙә уларҙың ни бары алты ғына төрө йәшәй. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһы саға. Шуныһы һәйбәт, беҙҙә йәшәгәндәрҙең өсәүһе (туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар) ағыуһыҙ. Уларҙың йәшәү рәүеше башҡаларҙың тормошонан әллә ней айырылмай. Ғалимдар билдәләүенсә, бер йыландың биләмәһе алтмыш-йөҙ метрҙан артмай. Ул ҡышлау өсөн яраҡлы урын эҙләп, йәйге төбәктән биш саҡрымға тиклем араға күсә ала. Ҡыш осорон ике метрға тиклем тәрәнлектәге ояла үткәрә. Берәмләп тә, төркөм-төркөм булып та ҡышлай йылан. Күп осраҡта бер урынға унлап йылан йыйыла. Яҙҙың нисек килеүенә ҡарап, ер өҫтөнә май башында һәм уртаһында сыға. Оянан беренсе булып ата йылан сыға. Бер нисә көндән инә йылан һәм балалары ер өҫтөнә күтәрелә. Яҙ көнө улар ҡояшта ҡыҙынып ятырға ярата. Берәй түмгәк йә ялпаҡ таш өҫтөндә ятҡан йыланды, әлбиттә, урап үтеү хәйерле. Үҙе башлап һөжүм итмәһә лә үҙен бимазалағанды яратмай ул. Йылан йәй көнө йәшәү урыны итеп ташландыҡ ояларҙы, ҡороған ҡыуаҡ төптәрен һәм серек ағастарҙы һайлай. Һунарға ҡояш байығас ҡына сыға. Уңышлы һунарҙан һуң ояһынан ике-өс көн сыҡмай ята. Уның өсөн ояла тыныс ҡына ятыу отошло. Сөнки уның дошмандары етәрлек. Етмәһә, улар көслө. Йыландың төп дошмандары булып бөркөт, өкө, ябалаҡ, бурһыҡ, төлкө һәм терпе иҫәпләнә. Күреп тораһығыҙ, йыландың тәбиғәттәге тормошо ябай ғына. Ә шулай ҙа кеше өсөн уға ҡағылышлы асыҡланмаған һорауҙар апаруҡ. Әйтәйек, һауыт тирәләй уралған йылан һүрәте. Белеүегеҙсә, был һүрәт медицина хеҙмәткәрҙәренең билдәһе (эмблемаһы) булып тора. Был осраҡта ни өсөн йылан төп билдә булып һайланды икән, әйтеүе ҡыйын. Йылан һәйбәт булғанға был эмблемаға килеп эләккәндер инде, тип әйтергә генә ҡала. Беҙҙең халыҡта ла, башҡаларҙа ла йыланға ҡараш төрлөсә. Уны өҙөп кенә насар, йә һәйбәт тип әйтеп булмай. Был турала халыҡ әйтемдәре лә әйтә. Йыландың ҡараһы ла йылан, ағы ла йылан. Йәне теләгән - йылан ите ашаған. Ер аҫтында йылан көйшәгәнен белә. Ҡуйыныбыҙҙа йылан аҫрап ятҡан икәнбеҙ. Йылан аяғын киҫкән. Йылан аяғын күргән бәхетле булыр. Күрәһегеҙ, әйтемдәр байтаҡ ҡына.
Аҡ йылан була, тей халыҡ. Ул йыландарҙың батшаһы булып иҫәпләнә. Уға тейергә ярамай. Аҡ йыланды үлтергән кешене йыландар торған ерендә ашар, тей халыҡ. Аҡ йыланға аҡ яулыҡ һалһаң, ул мөгөҙөн һала. Ул кеше бәхетле була, тигән ышаныу һаман йәшәй халыҡ араһында. Һуңғы осор халҡыбыҙ өсөн уның "йәшел йылан" тип исем алған яңы төрө бигерәк тә ҡурҡыныс булып китте. Йылан күрһәң, йылан доғаһын уҡыр кәрәк, тей халыҡ әйтеме. Арбауын белһәң, ҡара йылан да ("йәшел йылан" да, тип өҫтәге килә) ҡарышмай, тигән халыҡ әйтеме менән тамамлағы килә был мәҡәләне.
Был йылды ла тыныс күңел менән үткәрергә насип итһен барыбыҙға ла. "Йәшел йылан"ға бирешмәй, тыныс тормош көтәйек. Ә аждаһаға килгәндә инде… Әйҙә, ул бары тик әкиәттә генә ҡалһын. Ысын аждаһаны күрергә насип итмәһен. Һандыҡ өҫтөндә аяғын бөкләп ултырған өләсәй генә һөйләһен уның тураһында.

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru