7 февралдә Башҡортостанда Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер саралары уҙғарылды.
Республика етәксеһе һәм халҡыбыҙҙың Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡан күренекле шәхесе ҡәҙимге бер башҡорт ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, бала сағынан уҡ тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып үҫкән. Шуғалыр ҙа инде нефть эшкәртеү тармағындағы эшмәкәрлегендә лә, ил хәстәре менән йәшәгән етәкселек итеү осоронда ла уға бер төп сифат хас була: кешеләрҙең көндәлек тормошон нисек итеп булһа ла еңеләйтергә, яҡшыртырға ынтылыу. Ул ошо изге маҡсатына өлгәшә алды, улай булмаһа, халҡыбыҙ уны шундай ҙа өлгөр, итәғәтле, изгелекле һәм миһырбанлы зат итеп хәтерендә һаҡламаҫ ине. Эйе, тап бөйөк шағир А.С. Пушкин шиғырындағыса, ул үҙенә ҡулдан яһалмаған һәйкәл һалып ҡалдырҙы. Ул һәйкәл заманса технологиялы нефть эшкәртеү заводынан, тулыһынса тар-мар ителеүҙән һаҡлап алып ҡалынған ауылдарҙан, меңәрләгән саҡрымлыҡ асфальт юлдарҙан, газ индерелгән ауылдарҙан, бихисап яңы һәм төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙән, дауаханаларҙан, мәҙәниәт һарайҙарынан һәм башҡа эреле-ваҡлы әллә күпме файҙалы эштәрҙән, халыҡтарыбыҙҙың рухи күтәрелешенән хасил булды.
Әммә хәҙерге заман ҡанундарына ярашлы, арҙаҡлы ил улдарының һәм ҡатын-ҡыҙҙарының исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән, уларҙың матур образдары сәнғәт аша ла матдиләштерелә. 2023 йылдың 7 февраль көнөндә баш ҡалабыҙҙың Ленин исемендәге паркында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков ижад иткән Мортаза Рәхимов һәйкәлен асыу тантанаһы булды. Беренсе Президентыбыҙҙың арҡадаштары, сәйәсмәндәр, республика етәкселәре, интеллигенция вәкилдәре, ябай Өфө кешеләре Мортаза Рәхимов үҙе тере сағында йыш ҡына үтеп йөрөгән паркта йыйылды. Ағастар өҫтөнән юғарыға артылған ҡурай моңдары әллә ни күптән булмаған хәл-ваҡиғаларҙы, ошо ғәмле һәм фәһемле йылдарҙы һәр кемдең иҫенә төшөрҙө.
Тантаналы сарала хөрмәтле ҡунаҡтар - Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсәләм Магомедов, Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңнеханов ҡатнашты. Тантананы республика Башлығы Радий Хәбиров асты. Ул үҙенең сығышында Мортаза Ғөбәҙулла улының хәҙерге заман сәйәсмәндәре һәм етәкселәре өсөн өлгө булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның тормош юлдашы Луиза Ғәлим ҡыҙына рәхмәт белдерҙе. Үҙҙәренең сығыштарында Магомедсәләм Магомедов һәм Рөстәм Миңнеханов М.Ғ. Рәхимовтың илебеҙ өсөн үтә ҡатмарлы булған йылдарҙа Рәсәй кимәлендә абруй яулаған етәксе кимәленә күтәрелеүе, Башҡортостанда иҡтисади-ижтимағи үҫеш мөмкинлектәрен булдырыуы, халыҡтарыбыҙ өсөн үтә мөһим булған милләт-ара татыулыҡты нығытыуы хаҡында һоҡланып иҫкә алды, республикабыҙ халҡына киләсәктә лә имен-аман тормош теләне.
Һәйкәл авторы Салауат Щербаков, оҙаҡ йылдар буйына Мәскәүҙә йәшәһә лә, үҙенең башҡорт улы, башҡорт рухлы булыуының ижадына ыңғай йоғонто яһауын билдәләне. Уның Мортаза Рәхимовҡа ҡуйылған һәйкәле лә халыҡсанлығы менән айырылып тора. 3 метрҙан ашыу бронза һәйкәлдә республика етәксеһе үҙ юлынан барған, ҡуйған маҡсаттарына һис шикһеҙ өлгәшерлек ихтыяр көсө күҙгә бәрелеп торған ир-уҙаман итеп һынландырылған. Бойҙай көлтәһе, ауылдан ҡалаға илтеүсе юл - уның тормош юлының символик сағылышы. Арттараҡ - Мансур граниты блоктарынан яһалған монументаль стелаға нефть сәнәғәтен, төҙөлөштө һәм ауыл хужалығын сағылдырған рельефтар беркетелгән. Стеланың өҫкө өлөшөндә Башҡортостан гербы. Шулай уҡ монументаль пилондың бер яғында республика флагы фонында Башҡортостан картаһы һүрәтләнһә, икенсе яғында - БР Конституцияһының 1-се статьяһы тексы килтерелгән.
Һәйкәл янына килгән саҡта А.С. Пушкиндың әлеге шиғырының тағы ла бер юлы иҫкә төшә: "Уға илткән халыҡ һуҡмағын үлән баҫмаҫ". Эйе, замандаштарыбыҙ Салауат Юлаев һәм Миңлеғәли Шайморатов һәйкәлдәре янына нисек ашҡынып бара, үҙе хөрмәтләгән ил ағаһы һәйкәле эргәһенә лә юл-һуҡмаҡтарын өҙөлдөрмәҫ, тибеҙ.
Шулай уҡ был көндө Өфөлә Энгельс һәм Беренсе Май урамдарындағы Мортаза Рәхимов йәшәгән йорттарға таҡтаташтар ҡуйылды.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Башҡортостандың Милли музейында Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған "Башҡортостандың Беренсе Президенты" тигән күргәҙмә асылды.
Шартлы рәүештә бер нисә этапҡа бүлеп һүрәтләнгән экспозиция легендар сәйәсмәндең тормош юлын күҙаллау мөмкинлеге бирә. Башҡортостандың Милли музейы фондында һаҡланған экспонаттар, республиканың милли архивы тарафынан цифрланған һәм музейға тапшырылған документаль сығанаҡтар Мортаза Рәхимовтың республика менән идара итеү осорона алып ҡайта. Шулай уҡ күргәҙмәлә уның "Урал" хәйриә фондындағы эш кабинеты ла тергеҙелгән, бының өсөн мебель, интерьер элементтары, китап, сувенир һәм М. Рәхимовтың шәхси әйберҙәре кеүек йөҙҙән ашыу экспонат ҡулланылған.
Күргәҙмәнең мәғлүмәти өлөшө 1990-2010 йылдарҙағы төбәктең иҡтисади үҫеше хаҡындағы рәсми сығанаҡтар, документаль хроника, видеотапшырыуҙар менән күрһәтелгән. Экспозиция киңлеген Мортаза Рәхимовтың ҡанатлы һүҙҙәре, уның менән интервьюларҙан өҙөктәр, фотоһүрәттәр, замандаштарының һәм хеҙмәттәштәренең иҫтәлектәре тулыландыра. Бында шулай уҡ республиканың төрлө өлкә эшмәкәрлегенә ҡағылышлы материалдар, агитация плакаттары, листовкалар, һайлау бюллетендары, төрлө йылдарҙағы һайлау кампаниялары кандидаттарының декларациялары, Мортаза Рәхимовты эш сәфәрҙәрендә оҙата йөрөгән фотографтар Р.Килмәмәтов һәм Р.Баҙыҡов авторлығындағы уникаль фоторәсемдәр урынлаштырылған.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА