«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙЫН МЕНӘН ТУЛЫ ТЕАТР...
+  - 

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында баш ҡалалағы театрҙарға яратып йөрөгән тоғро тамашасылар күптер. Шуға ошо өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырыу ниәтендә был юлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Милләт улы ХӘКИМОВ менән коллективтың һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек.

Йәштәр театры тормошонда ниндәй яңылыҡтар бар?

- Театр тормошо бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәр көн ниндәйҙер яңылыҡ булып тора. Гастролдәр, фестивалдәр, семинарҙар - береһе лә беҙҙең коллективты урап үтмәй. Киләһе йылға бер нисә фестивалгә заявкалар ебәрелгән дә инде, улар һайлау этабын көтә. Ә гастролдәргә килгәндә, республика ауыл-ҡалаларына йыл дауамында спектаклдәр менән сығып торабыҙ. Күптән түгел Мостай Кәримдең тыуған яғында, Шишмә районының Келәш ауылында әҙиптең "Ауыл адвокаттары" әҫәре буйынса ҡуйылған "Силсәүит, Алдар һәм Адвокат" спектакле менән сығыш яһаныҡ. Халыҡтың бик яҡшы һәм ихлас ҡабул итеүенә һоҡландыҡ. Былтыр ҙа "Аҡмулла" спектакле менән шағир-мәғрифәтсенең тыуған яғында, Миәкәлә йөрөп ҡайтҡайныҡ. Яңы йыл алдынан ғына "Ҙур гастролдәр" сиктәрендә Брянск ҡалаһына барҙыҡ. Ә уларҙың артистары, үҙ сиратында, беҙҙең тамашасы менән танышты. Унан һуң, республикала, баш ҡалабыҙҙа уҙған "Әйҙә, уйнарға!", "Китап байрам" кеүек ҙур сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Театр бер ваҡытта ла үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй.
Республикабыҙҙан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә режиссерҙар, хореографтар, рәссамдар, композиторҙар, инсценировка авторҙары йәлеп ителә. Бер-беребеҙ менән аралашып, тәжрибә бүлешеп ижад итәбеҙ. Уҙған йылда беҙҙең театрҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов Канада драматургы С. Лебо әҫәре буйынса "Дейеүкәй" спектаклен ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә шул уҡ театрҙан БР-ҙың атҡаҙанған артисы, режиссер Фирғәт Ғарипов М. Ғиләжевтың "Аҡһаҡ" драмаһын сәхәнәләштерә. Һәр режиссерҙың үҙ ысулы, спектаклде төҙөүҙә үҙ концепцияһы бар һәм саҡырылған режиссер менән хеҙмәттәшлектең төп бурысы: актерҙарға үҙ көсөн һынап ҡарау, яңы режиссер менән эшләп, үҙ геройын һынландырғанда ниндәйҙер яңы мөмкинлектәр асыу.

Һеҙҙең театрҙа балалар өсөн спектаклдәр бик күп ҡуйылды, улар араһында шәхсән һеҙ эшләгәндәре лә бар. Йәш тамашасылар ижадығыҙ буйынса фекерҙәрен белдерәме һәм уларҙы ылыҡтырырлыҡ спектаклдәр ниндәй булырға тейеш?

- Өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр менән бер рәттән беҙ, әлбиттә, кескәй тамашасыларыбыҙ тураһында ла онотмайбыҙ, заман менән бергә атларға, уларҙы нимә борсоуын, нимә менән йәшәүен, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын аңларға тырышабыҙ. Был йәһәттән былтыр беҙҙә балалар өсөн бер нисә яңы спектакль ҡуйылды. Береһе "Ете батыр тураһында хикәйә". Ул бик тә ҡыҙыҡ темаға ҡоролған: һәр хәлдә, компьютер уйындарын яратҡан балаларыбыҙ тейешенсә баһаларлыҡ һымаҡ. Сөнки спектаклдә ҡыйыу көрәшселәр Тимур менән Сабина компьютер уйындары аша беҙҙең донъяға осраҡлы рәүештә яуыз Ҡатилды "сығарып ебәрә". Хәҙер Ерҙе бөтә халыҡты берләштереп, төрлө милли батырҙар ғына ҡотҡара ала. Тимур батырҙарҙы быға ышандыра һәм еңеү көсө нимәлә булыуын аңлай алырмы? Беҙҙең балалар бит Флеш, Бэтмен, Үрмәксе-Кеше, Халк кеүек Америка әкиәт-фильмдары геройҙарын яҡшы белһә лә, үҙебеҙҙең Урал батыр һәм башҡа халыҡтарҙың батырҙары тураһында хәбәрҙар булмауы мөмкин. Үҙебеҙ, өлкәндәр ҙә, онотоп китәбеҙҙер әле. Ә бит беҙҙең әкиәт батырҙары үҙ әһәмиәте буйынса башҡа геройҙарҙан һис ҡалышмай, ҡайһы берҙә өҫтөн тора әле. Һәм беҙҙең бурыс - улар тураһында һөйләү.
Шулай уҡ "Мин башҡорт телен өйрәнәм" тигән спектаклде сәхнәләштерҙек, ул Башҡорт теле көнөнә арналды. Унда Тимерхан тигән малайҙың туған телен белмәүе арҡаһында бәләгә тарыуы һәм дуҫтары - урман хайуандары ярҙамында Урман эйәһе әҙерләгән йомаҡтар дауылын, мәҡәлдәр аҡланын һәм тиҙәйткестәр һаҙлығын еңеп сығыуы тураһында һүҙ бара. Туған телде өйрәнеү проблемаһы, балала бәләкәйҙән туған телгә ҡарата һөйөү уятыу - спектаклдең төп идеяһын тәшкил итте. Күпселек балалар театрға йөрөргә ярата, быны байрам итеп ҡабул итә һәм күргәндәрен оҙаҡ ваҡыт күңелендә һаҡлай, кисерештәрен оҙаҡ онотмай. Театр - уйын хакимлыҡ иткән урын, унда балалар менән һәм балалар өсөн уйнарға әҙер, һәләтле, ғәжәп өлкәндәр йәшәй. Әкиәт һәм китап персонаждары театрҙа йәнләнә, сәхнәгә сыға һәм шулай улар менән аралашыу мөмкинлеге тыуа. Әкиәттең ысынбарлыҡҡа яҡынлашҡан мөғжизәле урынын нисек яратмаҫҡа? Балаларға тамашасыларҙы сәхнә хәрәкәтенә, уйынға йәлеп иткән интерактив постановкалар бигерәк тә оҡшай. Көндәлек тормошта өлкәндәрҙең балаһы менән уйнарға, хатта уны иғтибар менән тыңларға ла ваҡыты етмәҫкә мөмкин. Шуға күрә бала өсөн уйын һәм әкиәт менән тулы театрға барыу ҡиммәтле, күптән көтөлгән байрамға әйләнә. Кесе йәштәге бала өсөн уйын - тәбиғи ғүмер дауамы. Уйында бала йәшәй, уйында үҫешә, тормошто аңлай һәм ҡиммәттәрҙең төп системаһын формалаштыра. Ысын тормошта һоҡландырған бөтә нәмәне бала һуңынан уйнаған сағында ҡабатлай, әҙәп-әхлаҡ, донъяға ҡараш, тәртип нормалары ла шулай уйнай-уйнай һеңә уның аңына. Шуға ла беҙ көндәлек хеҙмәтебеҙ менән йәш быуында үҙ гражданлыҡ ҡарашын тәрбиәләү һәм уларға аҡыл, изгелеклек, яҡтылыҡ таратыуҙы төп бурысыбыҙ тип күрәбеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 180

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru