«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ ҮҘЕНЕҢ ДӘ АТҠАҘАНҒАН УҠЫТЫУСЫЛАРЫ БУЛАСАҠ!
+  - 


Йыл да үткәрелә торған, әммә һис кенә лә ялҡытмаған һәм ҡыҙыҡһыныуҙы баҫмаған саралар бар. Педагогтарҙың һөнәри оҫталығын һынай торған "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстары ла шундайҙарҙан. Ярыштарҙың быйылғы еңеүселәре ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайындағы тантана барышында билдәләнде.

Быйыл һөнәри конкурстарҙа Өфөнөң 62 уҡытыусыһы ҡатнашҡан, шуларҙың 27-һе - йәш педагог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан 10 кеше көс һынашһа, башҡа педагогтар араһында 13 төрлө предмет буйынса белем биреүселәр ярышҡан. Үҙе менән таныштырыу, дәрес биреү, оҫталыҡ дәресе уҙғарыу, түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыу кеүек йыл да ойошторола торған һынауҙарға быйыл "Уҡыусылар менән әңгәмә" тигән яңыһы ла өҫтәлгән. Унда һәр уҡытыусыға айырым бер тема тәҡдим ителгән һәм 20 минут эсендә уҡыусылар менән ошо турала һөйләшергә, аңлатырға, фекер алышырға кәрәк булған.
Йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында билдәләнгән "Педагогик өмөт" номинацияһында еңеүсе тип табылған 127-се мәктәптән Әлиә Солтанова әйтеүенсә, таныш булмаған уҡыусыларға дәрес үткәреү генә түгел, ә аралашыу педагогтың һәр баланың күңеленә юл таба белеүен асыҡларға ярҙам иткән. "Мин өсөнсө йыл ғына эшләйем. Шулай ҙа был конкурста ҡатнашырға йөрьәт иттем һәм еңеүемә бик шатмын. Минең кеүек һәр йәш уҡытыусыға ошо һынауҙы үтеп, үҙен күрһәтеп ҡарарға кәңәш итәм. Сөнки унда һине һынауҙан тыш, бик күп тәжрибә лә уртаҡлашалар, яңы таныштар, матур дәрестәр үтә", - тип шатлығы менән бүлеште Әлиә Рәшит ҡыҙы.
"Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2024" конкурсында 110-сы мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Марина Лихачева еңеүсе тип табылды. Был конкурс сиктәрендә ойошторолған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһындағы ярышта 86-сы гимназиянан Ольга Бородина, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса 101-се мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Сафина еңде. Ә бына "Педагогик дебют" номинацияһында Г. Мушников исемендәге 74-се мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Владлена Павлова беренсе урынға лайыҡ булды. Республика кимәлендә баш ҡалабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ педагог иһә, абсолют еңеүсе - 105-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Наумов иңдәренә йөкмәтелде. Ә бына "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024" тип В. Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәге уҡытыусыһы Азалия Хурамшина табылды. Шулай уҡ асыҡ һайлауҙар ярҙамында билдәләнгән "Танылыу" номинацияһында 68-се лицей уҡытыусыһы Елена Төхвәтуллина менән Дан орденының тулы кавалеры Зотов исемендәге 46-сы лицей уҡытыусыһы Көнһылыу Хәсәнова иң күп тауыш йыйҙы.
- Был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам, ул һәр яҡтан да үҙеңде асырға мөмкинлек биреүе менән күңелемә ятты. Шәхсән минең өсөн уның бөтә һынауҙары ла еңел үтте, сөнки ярҙам итеүсе командам бик көслө булды. Быйыл индерелгән "Уҡыусылар менән һөйләшеү"ҙә миңә "Тарихи хәтер" тигән тема тәҡдим ителде. Уҡыусылар ике командаға бүленеп, квест формаһында ойошторолған 20 минутлыҡ әңгәмә барышында башҡорт халҡының бөйөк шәхестәре тураһында мәғлүмәтле була алды. Улар төрлө эштәрҙе атҡарҙы, "Шайморатов генерал" йырын йырлап ишеттерҙе. Уҡыусыларҙың әүҙем булыуы, саф башҡортса һөйләшеүе күңелемә ятты. Ә бына оҫталыҡ дәресендә лингвокультурологик планда башҡорт телен уҡытыу, концепт менән эшләү тураһында тәжрибәмде уртаҡлаштым. Ғөмүмән, конкурс минең өсөн яңы киңлектәр асты, коллегалар менән тупланып, төрлө проект эштәрендә лә ҡатнашырға һөйләшеп килештек", - тине конкурс еңеүсеһе Альбина Хурамшина. Ул шулай уҡ педагог булараҡ 7 йыл хеҙмәт стажы туплауы, белем усағында аҙнаһына бер сәғәт башҡорт дәүләт телен уҡытыуы тураһында ла һөйләне һәм әлегә был дәрестәр баш ҡалала йәшәгән төрлө милләт балаларын Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте менән таныштырыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге булыуын әйтте.
Тантаналы сарала еңеүселәрҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, уның урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, жюри рәйесе Әлфис Ғаязов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Заһир Хәкимов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры Алмаз Мостаев, Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитов һәм башҡа төрлө ойошмаларҙың етәкселәре тәбрикләне. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уҡытыусылар алдында сығыш яһауы һәр ваҡыт тулҡынландырғыс булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Был һәр педагогҡа ҡарата оло ихтирам кисереүҙәндер. Һис шикһеҙ, эшегеҙ мөһим, бөйөк. Бөгөн яугир-интернационалистарҙы хәтергә алыу көнө. Ул саҡта мәктәп Ватаныбыҙ һағына торған быуынды тәрбиәләгән, бөгөн дә моғайын, һеҙҙең уҡыусылар араһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар барҙыр. Был һеҙ барыһын да дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, илебеҙҙең берҙәмлеге, бөтөнлөгө, көслө һәм ҡаҡшамаҫ булыуы өсөн көрәшеүселәрҙе үҫтергәнһегеҙ, тигәнде аңлата. Был йәһәттән дә һеҙгә оло рәхмәттәремде еткерәм. Барығыҙҙы ла еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайым һәм баш ҡалабыҙҙың юбилейын билдәләү йылында уҡыусыларға күберәк уның тарихын һөйләгеҙ, яратҡан ҡалабыҙ тураһында белһендәр, тигән теләгемде еткерәм", - тине Ратмир Рәфил улы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев БР Мәғариф министрлығы менән берлектә баш ҡала педагогтарының һөнәри уңыштарын билдәләгән өр-яңы награда булдырыу мәсьәләһе ҡаралыуын телгә алды. Әлеге ваҡытта был "Өфө ҡалаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән исем булараҡ тәҡдим ителгән. Тимәк, киләсәктә баш ҡала уҡытыусыларының тағы ла дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләргә сәбәптәре артасаҡ һәм баш ҡала мәғарифы артабан да үҫешәсәк. Кешенең тырышлығын ваҡытында күрә, эшен ваҡытында баһалай белгән ерҙә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru