«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОҠО СҮЛМӘГЕ
+  - 

Башҡорттар күп йоҡларға яратҡан кешегә шаяртып, көлөмһөрәп, "йоҡо сүлмәге" тиҙәр. Бик ҡыҙыҡ һүҙбәйләнеш. Йоҡоно беҙҙең ата-бабалар ни өсөн аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған сүлмәк менән бәйләнеләр икән? Күптәребеҙ был турала уйланғаны ла юҡтыр, моғайын.

Ә ныҡлап уйлап, төпсөнөп эҙләнһәң, был һүҙбәйләнештең бик борон, беҙҙең эраға тиклемге үк дәүерҙәрҙә, ата-бабаларыбыҙҙың Исламға тиклемге донъяуи ҡараштары менән бәйле барлыҡҡа килгәнен күрергә була. Һәр хәлдә, Геродоттың "Тарих" тип аталған китабында быны дәлилләгән миҫалдарҙы табырға мөмкин. Беҙҙең эраға тиклем 5-се быуатта йәшәгән, ижад иткән Геродоттың әлеге шул "Тарих" китабында скифтарҙың килеп сығышы, уларҙың донъяуи ҡараштары тураһында ҡыҙыҡ ҡына мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, тарихсы: "Скифтарға Хоҙай күктән алтындан яһалған һабан, ҡамыт, айбалта һәм табаҡ төшөрә", - тип яҙа. Уның яҙыуынса, ошо әйберҙәрҙе скифтарҙың Таргитай исемле тәү кешеһенең Ҡолаҡсай исемле кинйә улына тапшыралар һәм ул скифтарҙың батшаһы булып китә. "Йыл аҙағында кемдә-кем ошо әйберҙәрҙе ҡарауыллағанда йоҡлап китә, шул кешене үлем көтә", тигән ырым булған скифтарҙа. Боронғо мифологик ҡараштар буйынса, "йоҡо - ул ваҡытлыса үлем", тип һаналған. Ошо ырымдан сығып, алтын әйберҙәр янында йоҡоға талған был кешегә, бер көн яҡтылығында күпме ерҙе урап сыға ала, шунсама майҙандағы ерҙе биргәндәр. Был ерҙе урап сығыу, йоҡоға талыу мотивтарының мәғәнәһе - бер йыл бөтөп, яңы йыл башланыу менән бәйле. Йәғни, бер йыл үтте һәм ул үлде лә, яңы йыл башланды була инде. Шуға ла скифтарҙың мифологияһында йыл аҙағында бая һанап кителгән алтын әйберҙәр менән йоҡоға талалар, йәғни - символик рәүештә үләләр. Баяғы әйберҙәрҙең алтындан яһалыуы, һары төҫтә булыуы уны ҡояш менән бәйләй. Ҡояштың бер йыл эсендә ерҙе урап үтеүе һәм йыл аҙағында уның көсө бөтөүе лә шул уҡ үлемгә тиң, тип аңлатылған. Ерҙе урап сығыу, йоҡоға талыу мотивтары башҡорт фольклорында ла бик ныҡ таралған. Башҡорттарҙа киң таралған ошо ырымға нигеҙләнеп, билдәле урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой үҙенең "Кешегә күпме ер кәрәк?" тигән фәһемле хикәйәһен яҙа. Был хикәйәлә ҡомһоҙ Пахом башҡорттарҙан мөмкин тиклем күберәк ерҙе арзанға алып ҡалайым тип, көнө буйына туҡтамай йүгерә һәм ҡояш байыуға йөрәге ярылып үлә. Һәм бөйөк яҙыусы үҙенең яҙмаһын "әҙәм балаһына ике аршин ер бирелде, ул уға тап-таман булды", тип бөтөрөп ҡуя. Быныһы юл ыңғайында ғына әйтеп кителде.
Ошо уҡ мотивты, мәҫәлән, башҡорт әкиәттәрендә Йүгерәк батырҙың Мәскәй әбей менән йүгереү ярышында ла күрәбеҙ. Берәүгә лә ал бирмәҫ Йүгерәкте ярышта отор өсөн хәйләкәр, яуыз әбей "Улым, хәлем бөттө, ял итеп алайыҡ", тип туҡтата. Йүгерәк ял итергә ятҡас, уның башына ҡаҙан ҡаплай һәм батыр йоҡоға сума. Уны ышаныслы дуҫтары ҡотҡара. Мәскәй әбейҙең, хәҙергесә әйткәндә, финишҡа яҡынлашып килгәнен күреп ҡалып, Йүгерәктең дуҫтары борсоуға ҡала. Бер дуҫы бейек һырғауыл башына менеп ҡараһа, Йүгерәктең рәхәтләнеп йоҡлап ятҡанын күреп ҡала һәм тиҙ генә батырҙың башын ҡаплаған ҡаҙанға уҡ тоҫҡап атып ебәрә. Ҡаҙан уҡ тейеүҙән ярылып китә һәм Йүгерәк уяна һалып, хәйләкәр әбейҙе ҡыуып етеп, финишҡа беренсе булып килеп инә. Бында мут Мәскәй әбейҙең Йүгерәктең башына кейҙергән ҡаҙанын "йоҡо сүлмәге" тигән һүҙбәйләнештәге сүлмәктең олораҡ варианты тип ҡарарға кәрәк. Геродот телгә алған скифтар легендаһындағы табаҡ та шул уҡ ҡаҙан, сүлмәк кеүек үк мәғәнәләге әйберҙәр. Борон Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар һауалағы күкте ерҙе ҡаплап торған оло бер ҡаҙан, тип уйлаған. Ана шул боронғо дәүерҙәрҙән ҡалған да инде "йоҡо сүлмәге", тигән һүҙбәйләнеш. Күреүебеҙсә, баяғы үрҙә һанап кителгән миҫалдарға ҡарағанда, телебеҙҙәге "йоҡо сүлмәге" тигән һүҙбәйләнештең иң кәмендә ике мең йыл ярымлыҡ тарихы бар, тип әйтә алабыҙ. Был Геродот китабынан сығып һанағанда шулай. Ә скифтарҙың донъяла Геродотҡа тиклем үк булғанлығын иҫәпкә алһаҡ, әлеге "йоҡо сүлмәге" тигән һүҙбәйләнештең тарихын унан да боронғораҡ, тип әйтергә урын ҡала.
Шулай итеп, телебеҙҙәге был бәләкәй генә бер факт та башҡорттоң донъялағы иң боронғо халыҡ икәненә бер ишара һәм ғәййәр скифтарҙың башҡорттоң ата-бабалары булғанлығына тос бер дәлил булып тора. Ә бындай ваҡ-ваҡ дәлилдәрҙе бергә йыйнаһаҡ, башҡорттоң ошо Урал тауҙарында һәм уның тирә-яғындағы урманлы-далалы ерҙәрҙә бик борондан донъя көткәнлеген дә танырға кәрәк. Тимәк, беҙ, башҡорттар, иң боронғо дәүерҙәрҙән үк ошо "Урал" тип аталған гүзәл еребеҙҙең төп хужаһы булып торабыҙ, тип ауыҙ тултырып ғорурланып әйтә алабыҙ. Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы беләйек, уны өйрәнәйек, уның менән ғорурланайыҡ һәм киләсәк быуындарға улар ҙа ғорурланып йәшәрлек итеп тапшырайыҡ, тип бөтөрәм был бәләкәй генә яҙмамды.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 143

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru