«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

"Ик - осҡолоҡ, ул һалҡын һыу эскәндән һуң икмәк ашаған хәлдә күкрәктән сыға. Әйтәләр: "ани ик тутти" - уны осҡолоҡ тотто".

Был осраҡта "ик" һүҙенең күкрәктән сыҡҡан тауышты ҡабатлауҙан хасил булыуы беленеп тора. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был боронғо төрки һүҙе русса "икота" тип әйтелә, бында беҙ шул уҡ "ик" тамырын күрәбеҙ. Хәҙерге әҙәби башҡорт телендә ошо уҡ мәғәнәлә айырым "ик" йә иһә "иҡ" һүҙе осрамай, был осраҡта "осҡолоҡ" һәм "сиҡаҡ" һүҙҙәре ҡулланыла. Әммә шул уҡ "сиҡаҡ" һүҙенең тамырындағы "сиҡ" ижеге боронғо төркиҙәрҙең "ик" тигәненә тура килә. Шулай уҡ йәнле һөйләштә "иҡылдау" тип әйтелеү осраҡтары күҙәтелә.

"Ол" - "ул" мәғәнәһендә ҡулланылған киҫәксә. "Ол андай айди - ул шулай әйтте".

Был осраҡта Ҡашғари хәҙергесә зат алмашын белдергән һүҙҙе киҫәксә тип нарыҡлай, бәлки, ул заманда зат алмашы төшөнсәһе ҡулланылмағандыр. Йәнә бында "андай" һүҙе иғтибарҙы йәлеп итә, хәҙергесә "шулай" тигәнде белдерә. Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә "ундай" (диалектта - "андай") һүҙе "уның кеүек" тигәнде аңлата: "Мин ундай эшкә риза түгел".

"Ол - "теге" мәғәнәһендәге киҫәксә. "Ол әр - теге ир".

Башҡорт телендә "ул кеше" һәм "теге кеше" варианттары бер үк мәғәнәлә ҡулланыла.

"Ол - исемдәр һәм ҡылымдар менән ҡулланыла торған раҫлау киҫәксәһе. "Ол мениг оглум ол" - ул ысынлап та минең улым. Йәнә әйтәләр: "ол эвкэ бармыш ол" - ул ысынлап та өйөнә ҡайтты".

Башҡорт телендә бер үк "ул" һүҙен зат алмашы һәм киҫәксә рәүешендә ҡулланыу киң таралған: "Ул быны белмәй ҡалған бит ул!", "Ул һин әйткәнгә һис бер иғтибар итмәйҙер ул!" һ.б. Ошо рәүешле ниҙелер раҫлау менән бергә хәбәрҙе көсәйтеп ебәреү функцияһы үтәлә.

"Эм - дарыу. Бынан "эмчи" - "дауалаусы" хасил була".

Телебеҙҙәге "им" һүҙенең үтә боронғо тамырлы булыуы раҫ. Имсе, имләү, имен һүҙҙәре бер мәғәнәүи ерлектә яралған. Имсе - им биреүсе, тән-йәнде таҙалаусы, имен - иҫән-һау булыу. "Им" һүҙенең "ым" һүҙе менән фонетик яҡынлығын архаик замандарҙа имселәрҙең сирлене ым-хәрәкәт ярҙамында (шаманлыҡ) дауалауҙары менән бәйләп аңлатырға була.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru