«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢҒЫ УСАҠ ТА ҺҮНЕРМЕ?
+  - 


Ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә "Аҡһаҡ" драмаһы беренсе тапҡыр күрһәтелде. Яңы спектаклде зал тулы тамашасы тын алырын да онотоп ҡараны: тиҫтә йылдар элек яҙылған булһа ла, бөгөн дә актуаль мәсьәләләр күтәрелде әҫәрҙә.

Яңы спектакль татар драматургы Марат Ғиләжевтың үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында уҡ ижад иткән "Бисура" пьесаһы буйынса ҡуйылған. Милли йәштәр театрының ус төбөндәй генә урынды биләгән бәләкәй сәхнәһендә бер ғаилә миҫалында тотош халыҡ, хатта ил яҙмышы сағылыш таба. Аҡһаҡ ҡушаматлы ҡарт әбейе менән генә донъя көтә һәм күптән бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре һыуынған булһа ла, ғәҙәт буйынса көн дә мейес башына урын йәйеп, арҡа терәшеп йоҡлайҙар, һәүетемсә көндәре үтә тора. Күршеләре лә шулай йәшәй: күрше әбей көн дә ете бәпкәһе менән ҡаҙҙарын эҙләй, бабайы тәмәкеһен көйрәтеп, инеп-сығып йөрөй. Бына ошо һиллекте Аҡһаҡ ҡарттың ваҡыты-ваҡыты менән аңы томаланып, яңылышып китепме, кәртә-ҡураһын ниндәйҙер ҡара көстәрҙең емереүен, уларға ҡаршы өй эйәһе сығыуын күреүе генә боҙа. Ошонан һуң ул уйлана, тормошонан мәғәнә эҙләй, уны үҙгәртеү теләге лә барлыҡҡа килә хатта. Ҡапыл ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән килендәре уның ошо дәртен тағы ла нығыраҡ ялҡынландырып ебәрә, тик эргә-тирәһендәге башҡа берәү ҙә уның был кисерештәрен уртаҡлашмай. Сөнки улар араһындағы мөнәсәбәттәр күптән инде аңлап ҡабул итә алыр, ярҙам ҡулы һуҙыр эскерһеҙ хистәргә ҡоролмаған...
"Аҡһаҡ" спектакле тамашасыларҙы ауылдағы һуңғы усаҡ һүнһә, донъябыҙ ниндәйгә әүерелер, тигән глобаль проблема ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, ата-әсә һәм бала, күрше-күлән араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында ла уйланырға мәжбүр итә. Йәш саҡта тормош эш һәм аҡса артынан ҡыуған кешеләрҙе ғүмер ахырында яңғыҙлыҡ һағалап тора. Аҡһаҡ та кинйә улынан бала көткән йәш килененә: "Улың тыуһа, беҙҙең турала һөйләрһең", - тип ныҡышҡас, уның: "Ә нимә тип һөйләйем һуң, ҡайным?" - тигән һорауынан шаҡ ҡата. Ысынлап та, ниндәй хәтирәләр ҡалдыралар улар килгән быуындарға?
- Спектаклдә күтәрелгән темалар бөтә донъя өсөн көнүҙәк һәм бер бөгөн генә лә түгел. Ауылдар тарҡала, ҡалалар ҙа үҙгәрә - спектаклдәге "яман рухтар" көслөрәк булып сыға. Ә бит яңы идеялар, ижад, асыштар, кешеләр араһындағы матур мөнәсәбәттәр - быларҙың барыһын да ҡалаға ауылдан сыҡҡан кешеләр алып килә. Шуға кешенең бала сағы ауылда үтергә тейеш, тип әйтәбеҙ бит. Сөнки унда күңел бөтөнлөгө, рухи үҫеш бар. Тик бына нисәнсе быуын инде ауылдарҙың яйлап тарҡалыуын, уларҙы туплап торған мәктәп һәм мәҙәни усаҡтарҙың ябылыуын, атай нигеҙенең буш ҡалыуын күҙәтәбеҙ. Ауыл бөтһә, ҡала йәшәрме? Бына ошо мәсьәләгә күҙҙәрҙе аса, әсе дөрөҫлөктө ҡабул итә алмайбыҙ һәм хәл итеү юлдарын да эҙләмәйбеҙ бөгөн. Спектакль баш ҡаланың йәш тамашасыһын ошо турала уйландырыр, моғайын.
Был коллектив менән тәүге тапҡыр эшләйем. Баштараҡ хатта ҡурҡыу ҙа тойҙом, сөнки спектаклдә ҡатнашҡан актерҙар мин беренсе курста уҡығанда әле күп кешеләр сыҡҡан сәхнәләрҙә генә ҡатнашып, уларға ауыҙ асып һоҡланып ҡарап йөрөгән ағай-апайҙарым. Мине ҡабул итерҙәрме икән, тигән һорауҙар тыуҙы. Ә бына эшләй башлағас, ҡабул иттеләр, матур эшләнек. Киләсәктә лә йәмғиәтебеҙҙе борсоған актуаль темаларға спектаклдәр ҡуйылыр, тигән өмөттәмен, - тине премьеранан һуң һорауҙарға яуап биреп ҡуйыусы режиссер Фирғәт Ғарипов.
Спектаклде ике состав менән уйнайҙар. Аҡһаҡ ролендә Башҡортостандың халыҡ артистары Нәғим Нурғәлин һәм Венер Камалов, уның ҡатынын - БР-ҙың халыҡ артистары Альбина Кашанова һәм Зифа Дәүләтбаева, өй эйәһен - Рәмзил Сәлмәнов һәм Вадим Ҡылысов, күршеләрҙе - Мәғәфүр Усманов һәм Илсур Хәбиров, күрше ҡатынды - Сулпан Әбдрәхимова һәм Зилә Сәйетова, килендәрҙе Гөлбинә Сафуанова, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлсәсәк Зарипова уйнай, шулай уҡ шәүләләрҙе Салауат Юлдашбаев, Әбйәлил Үтәбаев, Динислам Сафин, Байегет Мөхәрләмов кәүҙәләндерә. "Башта, был ҡатмарлы пьесаны уҡығас та, ул фәҡәт беҙҙең театрға тап килер микән, беҙгә бит күберәк йәштәр йөрөй, тигән шик-шөбһәләр биләп алды беҙҙе. Әммә Фирғәт Рәмил улы барыбыҙҙы ла уңышлы эшләйәсәкбеҙ, был әҫәрҙе ҡуйыу кәрәк, кеше үҙенең тормош мәғәнәһен, ҡиммәттәрен аңларға тейеш, йәштәр быны күреп белергә тейеш, тип күндерҙе. Минең өсөн был ҙур ролде башҡарыуы еңелдән булманы, сөнки бындай ҡаты, ҡырыҫ холоҡло героиняларҙы уйнағаным юҡ, ә хис-тойғоларҙы, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә кәрәк ине. Тормош тик алһыу төҫтәрҙән генә тормай, кешеләр араһынағы мөнәсәбәттәр ҙә төрлөсә була һәм спектаклдә сағылыш тапҡандарына ла урын бар. Театр булғас, ундайҙарын да күрһәтергә тейештер һәм тамашасылар нисек ҡабул итеүен тағы бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығып уйнағас, белербеҙ. Шулай ҙа тетрәндерер, уятыр, моғайын", - ти төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Альбина Кашанова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һуңғы кешеһе менән бергә мәңгелек йоҡоға талған ауылда Аҡһаҡ ҡарттың мейес мөрйәһенән быҫҡытып ҡына төтөн сығарып маташҡан өй эйәһенә ҡарап, ошо минутта йорттоң ишеге асылып китер ҙә, кинйә улдарының килене эсен кәпәйтеп, ире менән килеп инер кеүек тойолғайны. Һәр хәлдә, күңелдәрҙе болоҡһотоп, яман уйҙар тамам ялмап алмаһын өсөн тамашасы ошоно көҫәне. Тик тормош ысынбарлығы бөтөнләй башҡа шул. Быны М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының яңы спектаклен ҡарарға барып, күберәк кешеләр төшөнһөн ине.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru