«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Көнбайыш Төрки ҡағанаты

Төркиҙәрҙең замандаштары уларҙың йолаларының, кейемдәренең этнографик үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. Мәҫәлән, ир-аттар оҙон халат кейеп, уның һул итәген бөкләп, билдәренә ҡыҫтырып йөрөгән (бында һүҙ киң таралыу тапҡан елән хаҡында бара. - Тәрж. иҫк.). Төрки ҡатын-ҡыҙҙары кеүек үк, ирҙәрҙең дә, оҙон сәстәрен үреп, ваҡ-ваҡ ҡына толомдар яһап йөрөүе мөһим этник күрһәткес булған.
Ошо дәүерҙә йәшәгән Ҡытай тарихсылары теркәп ҡалдырған мәғлүмәттәргә ярашлы, төркиҙәр үлгән кешеләрен яҙ һәм йәй миҙгелдәрендә, ағас япраҡтары һарғая һәм ҡойола башлаған саҡта ерләгән; көҙ һәм ҡыш айҙарында үлгәндәр яҙ еткәс, үҫемлектәр сәскә ата башлағас ҡына ерләнгән. Билдәләнгән бер көндә үлгән кешенең үҙе менеп йөрәгән атын, ул ҡулланған әйберҙәрен алып килеп, үлгән кешенең мәйете менән бергә яндырғандар, шунан һуң ҡалған көлдө йыйып алып, билдәле бер урындағы ҡәбергә күмгәндәр. Төркиҙәрҙең икенсе бер төркөмө, мәйеттәрҙе яндырыу менән бер рәттән, уларҙы ҡәбергә һалып та ерләгән. Ҡәбергә ерләнгән кеше янына йә иһә айырым соҡорға уның аты ла күмелгән. Ҡәберҙәр өҫтөнә ҡурған өйөлгән, унда йыш ҡына таштар ҙа һалынған. Төркиҙәр мәҙәниәтен ҡылыҡһырлаған элементтарҙың береһе - кеше бейеклегендәге таш һындар яһап ҡуйыу. Улар үҙҙәренең ысынбарлыҡты ныҡ сағылдырыуы менән айырылып тора. Уларҙа сәстәре үрелеп толомланған, башлыҡ кейгән, буйынан-буйына металл пластинкалар менән ҡапланған оҙон аҫылмалы бил ҡайыштары булған ир-аттар һынландырылған. Бындай һындарға, күкрәк йә иһә ҡорһаҡ тәңгәлендә ҡулдарын бөгөп тороп, ҡош йәки һауыт тотҡан поза характерлы. Ошондай таш скульптураларҙа ысынбарлыҡта йәшәгән күренекле заттар һынландырылған, тип иҫәпләнә, күрәһең, бындай таш фигуралар махсус заказ буйынса эшләнгәндер.
Шул уҡ ваҡытта кеше һындары ағастан да яһалған. Был турала Ҡытай сығанаҡтарында иҫкә алына. Мәҫәлән, уларҙың береһендә үлгән кешене ерләгәндән һуң уның ҡәбере өҫтөндә бина һалыныуы һәм уның эсенә "күмелгән кешенең һыны төшөрөлөүе һәм ғүмере буйына ул ҡатнашҡан яуҙар һүрәтләнеүе" хаҡында бәйән ителә. Беҙгә айырым төбәктәрҙең Көнбайыш Төрки ҡағанаты составына ниндәй шарттарҙа инеүе билдәле түгел. Айырым төбәктәр үҙҙәренең үҙаллылығын һаҡлап ҡала алған, тип фекер йөрөтөргә ерлек бар, һәм, моғайын, уларҙың бәйлелеге, башлыса, ҡағандың үҙәк власын таныуға, яһаҡ түләүгә һәм башҡа бер шартлы нәмәләргә ҡайтып ҡалған була. Ошо йәһәттән ҡытайлыларҙың VI-VII быуаттарҙағы Кангюй хаҡындағы мәғлүмәттәре ҡыҙыҡлы. Улар фекеренсә, Кангюй ҡағаны "үҙенең киң күңеллелеге һәм игелекле булыуы менән халҡын үҙенә ныҡ ылыҡтыра алған. Уның ҡатыны - тукюс ханы ҡыҙы. Ул Сабао йылғаһы буйындағы Алуди ҡалаһында йәшәй. Ҡала күп кешеле. Өс түрә-вельможа дәүләт эштәре менән идара итә. Хужа сәстәрен үреп йөрөй, ете ҡиммәтле ташы булған алтын таж кейә. Кейеме ебәк туҡымаларҙан тегелгән. Ҡатыны сәстәрен башына урап һалып ҡуя һәм уларҙы ҡара әйбер менән ҡаплай. Ирҙәр сәстәрен алдырып йөрөй, ҡамсат елән кейә. Кангюй көслө дәүләт тип һанала. ...Төрки уложениеһы бар, ул ҡорамда һаҡлана. Яза төрөн билдәләү өсөн ошо уложениены ҡарайҙап һәм эште хәл итәләр. Әһәмиәтле тип һаналған енәйәттәр өсөн тотош нәҫеле менән язалайҙар; әһәмиәте аҙыраҡ булғандары өсөн үлем язаһы бирелә, урлашҡан өсөн аяҡтарын киҫеп алалар... Уларҙың дәүләтенә сауҙа итеү өсөн сит ил кешеләре күп килә. Ҙур һәм бәләкәй бубендары, гитара, биш ҡыллы гусли, флейталары бар. Никахлашыу һәм ерләү йолалары тюкюстарҙыҡы кеүек. Резиденцияла ата-бабалары хөрмәтенә ҡорам ҡуйылған, унда алтынсы ай тыуғанда ҡорбан салалар. Башҡа хужалар ҡорбан салыу өсөн ярҙам итергә киләләр... Төрки яҙмаһын ҡулланалар".
Был мәғлүмәтттәр Кангюй дәүләтенә ҡағылышлы, ә ул территориаль яҡтан Көньяҡ Уралға иң яҡыны булып, бынан алдағы быуаттарҙа был тарафтарҙа йәшәгән халыҡтар өсөн патрон (ҡурсалаусы) ролен үтәгән. Сағыштырмаса үҙаллы дәүләт булған хәлдә лә Кангюйҙың бер ни тиклем кимәлдә төркиҙәр менән бәйлелеге беленеп тора: уларҙың хандары (ҡағандары) төрки хандары ҡыҙҙарын ҡатынлыҡҡа ала, төрки ҡанундарын ҡуллана. Никахлашыу һәм ерләү йолаларының төркиҙәрҙекенә тап килеүе Кангюй халҡының боронғо дәүерҙәрҙән үк төрки телле булыуына дәлил. Әле иҫкә алынған документта ҡағандың сәстәрен толомлап үреп йөрөтөүе хаҡындағы мәғлүмәтте, шул дәүергә ҡараған характерлы йола булараҡ, ижтимағи билдә итеп ҡарау фарыз. Әлбиттә, бары ҡағандың ғына сәсен үреп йөрөтөү хоҡуғы булған, а башҡа ирҙәр сәстәрен ҡырҙыртып торған. Төркиҙәрҙең тарихын һәм мәҙәниәтен бына ошондай нескәлектәрен дә күрһәтеп өйрәнеүҙең билдәле сәбәптәре бар: уларҙың Көнбайыш һәм Көнсығыш Төрки ҡағанаттарында хасил булған байтаҡ ҡына мөһим билдәләре, ҙур дала киңлектәренә тарала барып, урындағы халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәтенең айырып алғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил иткән. VI-VII быуаттарҙа Көнбайыш Төрки ҡағанаты власына буйһоноп йәшәгән Көньяҡ Урал ҡәбиләләре лә ошондай тарихи-мәҙәни йоғонтонан ситтә ҡалмаған.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 140

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru