«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫУЫҘ ҠОЙМАҒЫНА САҠЫРҘЫҠ
+  - 

Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының инде онотола яҙған ниндәйҙер милли йоланы тергеҙеп, ауылдарҙа үткән йыйындарҙа уны халыҡ алдында сәхнәләштереп тә күрһәтеүе традицияға әйләнеп китте.

Мәҫәлән, әле яңыраҡ ҡына Ҡауарҙыла үткән сарала "Йолоҡ йола"һы менән танышып ҡайтҡайныҡ. Февраль аҙағында үҙебеҙ, йәки Яугилде ауылы ағинәйҙәре район ауылдарындағы ағинәйҙәрҙе "Ыуыҙ ҡоймағы"нан ауыҙ итергә саҡырҙыҡ. Ысынында, "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан ауылыбыҙҙа бындай сараларҙы аҙна һайын тиерлек үткәреп торабыҙ һәм уларҙы ойоштороу башлыса беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы иңендә. Был юлы ла ошо конкурс сиктәрендә ойошторолған байрамыбыҙға күп ауылдарҙан ағинәйҙәр йыйылыуы ла, район Советы рәйесе, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фаил Һәҙиәт улының ауыл ағинәйҙәре етәкселәренә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырырға килеп етеүе лә күңелде үҫтерҙе. Етәкселәребеҙҙең беҙҙе, апаруҡ ҡына йәштәге ағинәйҙәрҙе, күтәрмәләп, маҡтап, башҡарған эштәребеҙҙе билдәләп тороуы, әлбиттә, хуплауға лайыҡ.
Байрам тураһында әйткәндә, февраль аҙағы, март башында һыйырҙарыбыҙ быҙаулай башлай, бына шул саҡта күрше-тирәләрҙе, туған-тыумасаны ыуыҙ сәйенә, ыуыҙ ҡоймағына саҡырып алыу йолаһы элек-электән йәшәп килә. Ҡунаҡ саҡырғас, әҙерләнмәй булмай: алдан уҡ һыйырҙары быҙаулаған ауылдаштарҙан ыуыҙ һөтө йыйып, туңдырып ҡуйҙыҡ. Был йолабыҙ "Ыуыҙ ҡоймағы" тип аталһа ла, ҡоймаҡ ҡына тәҡдим итмәнек ҡунаҡтарға. Ыуыҙҙан әҙерләп була торған ризыҡтарҙың төрлөһөн бешерҙек. Ыуыҙ ҡоймағын барыбыҙ ҙа бешерә беләбеҙ, йомортҡа ҡушып, ыуыҙҙы иретеп тә ашағаныбыҙ бар, ә бына ыуыҙ ашын әҙерләгәнебеҙ юҡ икән, ыуыҙ сырын да тәмләп ҡарағаныбыҙ булмаған. Үҙебеҙ ҙә был ризыҡтарҙы тәүләп әҙерләп, ҡунаҡтар менән бергә ауыҙ иттек. "Беренсе ҡоймаҡ уңмай" тиһәләр ҙә, беҙҙең "Ыуыҙ ҡоймағы"быҙ бик уңды, тип уйлайым.
"Ағы барҙың - туғы бар", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Һөтө бар икән, беҙҙең башҡорт ас булмаҫ, сөнки башҡорттарҙа ғына ҡорот эшләйҙәр, уны ыҫлайҙар, киптерәләр, сөсө, әсе ҡоротто йәш көйө лә ҡулланалар. Эркет һыуы, айран, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, һөҙмә тураһында әйтергә лә түгел. Бына ошо һөт ризыҡтарын әҙерләү серҙәрен беҙҙең ағинәйҙәр йәш быуынға еткерә лә инде.
Беҙҙең Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының бер матур эстафетаһы бар. Үҙендә бер байрам-сара үткәргән ауыл ағинәйҙәре эстафета штандартын икенсе ауыл ағинәйҙәренә тапшыра. Ҡауарҙы ағинәйҙәренән алған күсмә штандартҡа беҙ ҙә үҙебеҙҙең күмәк фотобыҙҙы ҡорама менән биҙәп беркетеп, эстафетаны киләһе ҡабул итеүсегә тапшырырға әҙерләнек. Шундай күсмә штандарттың булыуы яуаплылыҡты ла арттыра, ағинәйҙәр хәрәкәтенең эшен әүҙемләштерә лә. Осрашып, аралашып тороуҙар дауам итәсәк әле.
Әйткәндәй, ошо йыйында Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Рәүфә Ғәбдрәхим ҡыҙы күптән инде "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булырға теләүен белдерҙе. Ағинәйҙәр уны тантаналы рәүештә үҙ рәтенә ҡабул итеп, нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт ҡатын-ҡыҙы үҙенең ағинәйлек асылына ҡайтырға, донъябыҙҙы ҡотҡарыусы иманлы, кәңәшле, йолалы, милли кейемле әсәй, өләсәй вазифаһында булырға тейеш, тигән хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.

Лилиә МИНИЯЗОВА,
Ғафури районы Яугилде ауылы ағинәйе.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 311

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru