«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Бөгөн балалар китап уҡыймы?
+  - 


Бөгөн балалар китап уҡыймы? Улар өсөн беҙҙә ниндәй китаптар нәшер ителә?

Искәндәр РӘХМӘТУЛЛИН, педагогия ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә китап уҡымай, тиергә булалыр. Балалар, бигерәк тә өлкән класс уҡыусылары, башҡорт һәм рус әҙәбиәтенән имтихан тапшырыр өсөн генә уҡыу программаһына ингән әҫәрҙәр уҡыйҙыр, бәлки. Икенсе яҡтан, балаларҙың китап уҡырға ынтылыуы ата-әсә өлгөһөнә лә, әҙәбиәт уҡытыусыларының үҙ фәненә генә түгел, ғөмүмән, милли һәм донъя әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алыуына ла бәйле бит.
Йәнә лә беҙҙә китапханаларҙың да ябылғаны юҡ, киреһенсә, һуңғы йылдарҙа хатта ауыл ерҙәрендә лә модель китапханалар артты. Ә нимә ул модель китапхана? Быны мин дә белә алмай йөрөй инем, район үҙәк китапханаһына барғанда һорай ҡуйҙым һәм миңә уның нимә икәнен аңлатып бирҙеләр. Был, тимәк, китап уҡыусылар өсөн өҫтәмә белем усағы, тигән һүҙ. Унда шуның өсөн дә бөтөн йәки өлөшләтә (ауылдарҙа, мәҫәлән) уңайлыҡтар (китап фонды байытыла, учреждениеның дизайны камиллаштырыла, мәғлүмәти -техник саралар алдырыла һ.б.) булдырыла. Тимәк, йәш быуынды китап уҡырға йәлеп итеү китапханасыларҙың да төп бурысы тип ҡаралырға тейештер, сөнки уҡыусылары булмаған китапхана кемгә кәрәк? Шуға ла бөгөн улар яңы форматта эшләүгә күсте. Бөгөн ҙур ҡалаларҙа был учреждениелар йәш таланттарҙы үҫтереүсе үҙәккә әүерелеп бара. Элек кенә ул китапхананан кеше өҙөлмәй ине, бөгөн, кем уҡыусылары менән эшләмәй, унда тынлыҡ.
Хәҙер балалар бөтөн буш ваҡытын интернетта ултырып үткәрә. Үҙемдең ейәндәремдән беләм, тиер инем, һуңғы бер нисә йыл мин уларҙы "ауыҙлыҡлап" алып барам: бәләкәйен эргәмә ултыртып, ҡысҡырып китап уҡыйым һәм, беләһегеҙме, уға оҡшай! Бигерәк тә матур һүрәттәр менән биҙәлгән "Башҡорт халыҡ әкиәттәре"н яратып тыңлай. Аралаштырып, совет осоро балалар яҙыусылары Корней Чуковскийҙы, Самуил Маршакты уҡыйбыҙ. Минең ваҡыт булмағанда, үҙаллы ла уҡыйҙар, ләкин балалар тасуири итеп, ролдәргә бүлеп, ҡысҡырып уҡығанды ярата һәм иҫендә ҡалдыра. Эште фәҡәт китапханасы өҫтөнә генә ауҙарып ҡалдырырға ярамай, балаң китап яратып, әҙәбиәт тарафынан йәш аңдарға һеңдерелеүсе юғары әхлаҡ нигеҙҙәрен төшөнөп үҫһен, тиһәң, уларға китап уҡырға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға, ярҙам итергә, йүнәлеш бирергә генә кәрәк, аҙаҡ уларҙы китаптан айырып та ала алмаҫһығыҙ, үҙемдең тәжрибәнән беләм.

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире: Балалар менән осрашыуҙарға йыш йөрөгән кеше булараҡ, уларға тәүге һорауым да һеҙҙекенә оҡшаш яңғырай. Шуныһы ҡыуаныслы - балалар дәррәү ҡул күтәреп, әле яңыраҡ уҡыған китаптарының исемдәрен ҡысҡырып әйтергә керешә. Был һорау беҙҙең - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн бигерәк тә мөһим. Әлбиттә, көндән-көн алға барған технологиялар тормошобоҙҙа ҙурыраҡ урын биләгән һайын, был һорау беҙҙә йышыраҡ тыуа, борсой торғандыр. Сөнки ошо юҫыҡтан ҡарағанда китапҡа урын да ҡалмағандай тойолоп китә. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә күргәнебеҙ бар: оло - кесеһендә - телефон, планшет, ноутбук...
1982 йылда, мин "Китап" нәшриәтенә корректор булып эшкә урынлашҡанда, балалар һәм өлкәндәр өсөн сыҡҡан китаптарҙың тиражы ҙур ине. Ә хәҙер? Хәҙер Башҡортостан Башлығы Шыршыһы байрамында балаларға бүләк итеп таратыла торған китаптар тиражы ғына юғарыраҡ. Заман башҡа - заң башҡа, тиһәк тә, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрҙең иң мөҡәддәс бурыстарының береһелер ул баланы сабый саҡтан туған телгә, моңға, нәфис һүҙгә, матур әҙәбиәткә ылыҡтырып үҫтереү. Башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел ижады, бишек йырҙары, һанашмаҡтар, тапҡыр һүҙҙәр, әкиәт-шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр был йәһәттән иң ҙур ярҙамсы. Ошоно һәр кем иҫендә тотһон ине. Юғиһә, бала тәпәй баҫып, үҙен уратып алған һәр нәмәне тотоп, ҡабып ҡарап өйрәнә башлағанда, тел бутап, асылып, һанһыҙ һорауҙар бирә башлағас, баш ҡайнатып, ҡамасауламаһын тип уның ҡулына телефон тотторғандар аҙмы! Бына шул ваҡытта эшләнә лә инде тәүге хата. Баланың үҙ телебеҙҙә һөйләшергә өйрәнеүе лә, китап уҡырға әүәҫлеге лә әсә һөтө менән һеңдерелә, туған телгә, моңона, һөйөү ҙә ошо мәлдә һалына.
Донъя киң, мәғлүмәт ағымы көслө, ошо ағымда маяҡһыҙ, тотанаҡһыҙ аҡҡан юнысҡылай булмаһын өсөн баланы кескәй саҡтан ата-бабаларыбыҙҙан килгән, гендарыбыҙға һалынған бай мираҫлы ғәзиз телебеҙҙә тәрбиәләргә, уға һөйөү уятырға кәрәк. Ошо юҫыҡта "Китап" нәшриәтендә йыл һайын һәр йәш категорияһын иҫәпкә алған китаптар 22 - 25 исемдә донъя күрә килә. Башҡорт халҡының легендалары буйынса буям китаптары серияһы (төҙөүсеһе Диана Килдина), бәләкәстәрҙе ижекләп уҡырға өйрәтеү өсөн китаптар, ике телдә һүрәтле карточкалар баҫыла. Мультимедиа ҡушымтаһы булған китаптарҙы балалар бигерәк тә ярата. QR-код аша смартфон менән йәнһүрәт ҡарарға, уйнарға, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин булыуы уларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Бындай китаптар быйыл бишенсе тапҡыр сығасаҡ.
Бер нисә йыл рәттән электрон һәм аудио-китаптар донъя күрҙе.
Быйыл да иң бәләкәстәрҙән башлап урта һәм өлкән йәштәге уҡыусы балалар зауығына тап килерҙәй китаптар сығарыу буйынса эштәр әүҙем бара. Шулай уҡ мультимедиа ҡушымталы китап, "Батырҙар тураһында әкиәттәр", Башҡортостан Башлығы Шыршыһы байрамына ла китап донъя күрәсәк.
Китап уҡыған кешенең күңеле бай, яҡты һәм мәрхәмәтле, үҙе мәҙәниәтле була. Балалар үҙҙәре лә ҡулға тотоп, һүрәттәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап, рәхәтләнеп уҡыуға бер ни ҙә етмәүе тураһында әйткәне бар. Беҙ, өлкәндәр, уларҙы ошо тылсымлы китап донъяһына кескәй саҡтан алып килергә бурыслыбыҙ.

Гөлфиә САБИРОВА, Асҡын районы Ҡашҡа модель китапхана хеҙмәткәре: Бөгөн йәш быуынды китап уҡыуға йәлеп итеү бурысы китапханасыға үҙ эшмәкәрлеген яңы шарттарға ярашлы үҙгәртеп ҡороуҙы талап итте. Икенсенән, китапхана уҡыусылар өсөн уңайлы һәм заманса кимәлдә булырға тейеш. Был, тимәк, халыҡты әҙәби-мәғлүмәти йәһәттән сифатлы хеҙмәтләндереү маҡсатында китапхананы тейешле һәм кәрәкле матди-мәғлүмәти саралар менән мөмкин тиклем тулыраҡ тәьмин итеү, тигән һүҙ.
Беҙҙең Ҡашҡа ауыл китапханаһы ошондай талаптарға яуап бирә, шуның өсөн дә беҙ 2011 йылдан бирле модель китапхана статусын йөрөтәбеҙ. Китапханабыҙ типовой мәҙәни йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан, уның майҙаны ҙур, иркен, яҡты. 2022 йылда ғына капиталь ремонт үткәрелде. Яңы китаптар, компьютер, телевизор, мебель ҡайтарылды. 16 урынлыҡ уҡыу залы булдырылды: гәзит-журнал уҡыйһыңмы - рәхим ит! Өлкәндәр тураһында һүҙ ҙә юҡ, улар заманында китап, баҫма матбуғат яратып үҫте, бөгөн дә был яҡшы ғәҙәттәренә тоғролар.
Ә бына балалар менән эшләргә тура килә инде. Дөрөҫ, бөгөн улар өсөн төп мәғлүмәт сығанағы - смартфон да айфон, компьютер. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең мәктәп уҡыусылары китапхана юлын һыуытҡаны юҡ, сөнки бында уларҙы белем шишмәһе генә түгел, ә уға арналған мауыҡтырғыс саралар: китап байрамдары, әҙәби викториналар, конкурстар, "Тапҡырҙар һәм зирәктәр", "Иң күп китап уҡыусы", "Нимә, ҡайҙа, ҡасан?" кеүек ярыш һәм уйындар көтә. Ҡашҡа урта мәктәбендә 126 бала уҡыһа, шуларҙың 70-кә яҡыны әүҙем китап уҡыусылар булып беҙҙең иҫәптә тора. Йәйге каникулдарҙа улар сафы тағы ла арта: ҡаланан ҡартатай-өләсәләренә ялға ҡайтҡан балалар мәктәптәрендә йәйгелеккә уҡырға ҡүшылған китаптар исемлеген тотоп килеп етәләр.
Дөйөм алғанда, балалар, айырыуса үҫмерҙәрҙе бөгөн күбеһенсә мажаралы әҙәбиәт, фантастика ҡыҙыҡһындырһа, кескәйҙәр яңы нәшер ителгән, төҫлө һүрәтле "Башҡорт халыҡ әкиәттәре"н үҙ итә. Ул китаптың балалар ҡулынан төшкәне лә юҡтыр. Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыйҙар, шуға ла тел йәһәтенән ауырлыҡтар юҡ, аңламағандарын һорай һалалар. Әҙәбиәт дәресенән өҫтәмә әҫәрҙәр ҙә һәр ваҡыт ҡулда. Китапханабыҙ башҡорт әҙәбиәте буйынса тос ҡына фондҡа эйә. Балалар бигерәк тә Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Таңсулпан Ғарипованың китаптарын йыш һорай. Яҡташыбыҙ булараҡ, яңыраҡ ҡына башҡорт яҙыусыһы, ғалим-фольклорсы, профессор Кирәй Мәргән аҙналығы үткәрҙек. Уның "Бөркөт ҡанаты" романы, шулай уҡ билдәле шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулланың фажиғәле яҙмышына бағышланған "Өҙөлгән моң" драмаһы хаҡында фекер алыштыҡ. Ҡайҙа нисектер, әйтә алмайым, ләкин беҙҙең Ҡашҡала балалар китап менән дуҫ. Был, әлбиттә, өлкәндәр, айырыуса китапханасының улар менән нисек эшләүенә лә ныҡ бәйле.
Редакциянан: 12 мартта Башпотребсоюздың элекке бинаһында "Китап" нәшриәтенең фирма магазины асылды, рәхим итегеҙ!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 196

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru