«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠТАР БАҺАЛАЙ...
+  - 

Тора-бара үҙең даими йәшәгән ауылдың йәки ҡаланың матурлығын, уға ғына хас булған үҙенсәлектәрен күрмәй башлайһың. Ә ситтән килгән кеше ошоларға иғтибар итеп, һин торған урынды яңынан аса. Күптән түгел Түбәнге Тагилдан ҡунаҡҡа килгән дуҫыбыҙ Марселгә Өфөбөҙҙө күрһәтеп йөрөнөк. Гәзит уҡыусыларын уны ҡалала хайран иткән, аптырауға һалған тәьҫораттары менән таныштырырға ҡарар иттем, сөнки уның фекерҙәре бик ҡыҙыҡ тойолдо.

Аэропортта ҡаршы алғанда уҡ ул, үҙҙәрендәге кеүек, таксистарҙың самолеттан яңы төшөп кенә торған кешеләргә үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеп ташланмауҙарына иғтибар итте. "Ипле генә аралаша таксистарығыҙ, беҙҙә күҙҙе лә астырмайҙар", - тип аптырауын йәшермәне.
Ҡалаға Ырымбур трактынан Өфөгә килеп ингән ерҙә тау битендәге шәхси йорттарҙың күп ҡатлы өйҙәр менән аралашып ултырыуын да ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шәхси йорттарға кешеләрҙең ниндәй юлдар барыуын асыҡлар өсөн хатта бер кварталды урап сыҡты. Әйтергә кәрәк, баш ҡалала күпме ғүмер йәшәп, тау битендәге йорттар араһына бер тапҡыр ҙа төшкән булманы. Ә, баҡтиһәң, ул үҙе бер айырым донъя икән! Оло юлдан саҡ ҡына аҫҡа төшкәс тә, бер-ике аҙымда ғына ҙур ҡала тормошо ҡайнай тип әйтеп тә булмай. Тыныс урамдар, ыҡсым йорттар, хас ауылдағы кеүек бер-береһе менән аралашып торған күршеләр, зыу килеп ҡарҙа уйнаған балалар - билләһи, Өфөнө икенсе яҡтан астым.
Өфөлә талпанға һәйкәл барлығын барыһы ла беләлер. Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер булған һәйкәл янында фотоға төшөп, мәз килде ҡунаҡ. Был үҙенсәлекле объектты туристик йәһәттән бик оҫта ҡулланырға булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм шунда уҡ барлыҡ дуҫтарына хәбәр ебәрҙе.
Баш ҡала урамдарының автомобилдәр өсөн юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың киң булыуын билдәләүе лә Өфөбөҙгә тағы бер мәртәбә өҫтәне. Шулай уҡ ҡаланың үҙәгендә генә түгел, ә күпселек урында ял итеү өсөн парк, скверҙарҙың күп булыуын, йыйнаҡ ҡына кафелар эшләүен, балалар һәм спорт менән шөғөлләнгәндәргә тәғәйенләнеп эшләнгән махсус майҙансыҡтарҙың матур икәнлеген дә иғтибарынан ситтә ҡалдырманы ҡунаҡ.
Тағы ла уға Өфөләге тарихи биналарҙың реклама баннерҙарынан азат булыуы оҡшаны. Ә бына Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана алдындағы скульптура һәм композициялар уны аптырауға һалды. "Бәлки, был урында башҡорт халҡының легенда, ҡобайырҙары геройҙары урын алһа, яҡшы булыр ине", - тип фекерен белдерҙе. Шулай уҡ Ленин менән Пушкин урамы киҫешкән урында Өфө хаҡында "һөйләгән" сағыу, мәғлүмәти яҡтан бай электрон экрандың етешмәүен дә билдәләп китте. "Өфө - ҡабатланмаҫ атмосфералы, ҡунаҡсыл һәм алсаҡ ҡала. Урынлашҡан урыны бик матур. Таҙалығы, бөхтәлеге тәүҙән үк күҙгә ташлана", - тип һығымта яһап ҡуйҙы ҡунағыбыҙ аҙаҡтан..

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 129

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru