«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АҘЫМЫ
+  - 


Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһын 2018 йылдан бирле етәкләй. Тап шул саҡта бер юлы бер нисә Рәсәй төбәгенә көслө етәкселәр килде. Ул мәлдә Башҡортостан власы алдында торған мөһим мәсьәләләр аҙ булманы - йәмғиәтте консолидациялау, элиталарҙы берләштереү, иҡтисадты үҙгәртеп көйләү, мөһим социаль проблемаларҙы хәл итеү. Ә алда ковид пандемияһы, санкциялар буласаҡ. Республика барса ошондай һынауҙарҙы уңышлы үтте: Башҡортостан бөгөн йәшәйештең күп өлкәләрендә юғары үҫеш кимәлен күрһәтә, илдең алдынғы һәм көслө төбәктәренең береһе булып тора. "Российская газета" журналистары менән осрашыу барышында Радий ХӘБИРОВ төбәк мәсьәләләрен хәл иткәндә уға нимә булышлыҡ итеүе, республиканың баш ҡалаһы үҙенең юбилейы алдынан нисек үҙгәрәсәге һәм властарҙың йәштәрҙе ни рәүешле төбәккә ылыҡтырыуы хаҡында һөйләне.

Радий Фәрит улы, Башҡортостан һуңғы өс йылда яңынан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр, балалар баҡсалары һаны буйынса ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инде. Федераль һәм төбәк программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәк булған аҡсалар нисек йыйыла?

- Төбәк ҡаҙнаһының ҡайтармаһыҙ килемдәре күләме буйынса 2023 йылда беҙҙең республика Волга буйы федераль округы субъекттарының ТОП-10-ы иҫәбенә инде. Был күрһәткес буйынса ил субъекттары рейтингында Башҡортостан туғыҙынсы урында. Федераль программаларҙың күпселегенә финанс саралары конкурс нигеҙендә бүленә, ошоға ярашлы, төбәк заявка биреп кенә ҡалмайынса, проект-смета документтарын әҙерләп, уны нигеҙләргә тейеш. Шуға күрә республика министрлыҡтарын һәм ведомстволарын ошондай конкурстарҙа ҡатнашырға һәм еңеп сығырға йүнәлтәбеҙ.
Мин министрҙарҙы һәм вице-премьерҙарҙы республика мәнфәғәттәрен иң юғары кимәлдә яҡлай алыуҙарына ҡарап баһалайым. Беҙгә, әлбиттә, Дәүләт Думаһы депутаттары, шулай уҡ сенаторҙар ярҙам итә. Бергәләп башҡарылған барса эштәребеҙ ҙур һөҙөмтә бирә. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем биш йыл эсендә Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында быға тиклемге туғыҙ йылдағына ҡарағанда күберәк урындар булдырылған - беҙ 22 004 урынлыҡ 44 мәктәп һәм 9173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы төҙөнөк. 2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү мәктәптәренә капиталь ремонт яһау һәм йыһазлау программаһы буйынса 37,6 мең балаға иҫәпләнгән 140 мәктәпкә ремонт эшләнде. Ошо эштәр өсөн алған аҡса күләме буйынса илдә өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Ағымдағы йылда биш миллиард һумлыҡ сумманы үҙләштерергә тейешбеҙ. Беҙҙә заявкалар 2026 йылға тиклем бирелгән. Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә мәктәптәргә капиталь ремонт эшләү программаһының 2030 йылға тиклем оҙайтыласағы хаҡында белдерҙе. Шулай булғас, ул ваҡытҡа тиклем беҙҙә бер генә лә ныҡ иҫкергән мәктәп ҡалмаясаҡ.
Әлбиттә, федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн төбәк бюджетынан ҡушма финанслау булыуы мотлаҡ шарт булып тора. Беҙ үҙебеҙҙең финанс сығымдары иҫәбенә өсөнсө йыл инде колледждарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлау өсөн йылына 500-әр миллион һум аҡса бүләбеҙ.

Төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары һәр даим киңәйеп бара. Һеҙҙең ҡарашҡа, улар өсөн тағы ла нимәләр эшләү фарыз?

- Беҙҙә хәҙер ошондай ярҙам итеүҙең 39 йүнәлеше бар, улар төрлөсә. Былар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә лә, уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Шәхси торлаҡтарына газ үткәреү сертификаттары бирелә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөгән өсөн түләүҙәрҙе бөтөрҙөк, шулай уҡ улар мәктәптә бушлай туҡлана, колледждарҙа уҡый ала һәм башҡа күп саралар ҡаралған. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса белем алыу һәм ҡайтанан уҡытыу сертификаттары бирәбеҙ. Улар шулай уҡ республика аҡсаһы иҫәбенә реабилитация үтеү өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Йыл һайын ошондай сараларға бюджеттан өс миллиард һум аҡса тотонола, һәм был аҡсаларҙы илебеҙҙең төп мәсьәләһен хәл итеүселәргә йүнәлтәбеҙ. Ниндәй сараларҙың һөҙөмтәле булыуын, яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ниҙәр кәрәк икәнен артабан да хәстәрләйәсәкбеҙ.

Ағымдағы йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибар билдәһе аҫтында уҙа. Тәү башлап оло кешеләрҙе реабилитациялау өсөн финанс саралары бүленә. Республика власының иғтибары тағы ла нимәләргә йүнәлтеләсәк?

- Йылға ниндәйҙер исем биргән һайын беҙ, әлбиттә, билдәләнгән тема буйынса ниндәй файҙалы эштәр башҡара алыу хаҡында хәстәрләйбеҙ. Хәтеремдә, беҙҙә Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы булғайны: газондарҙы, тротуарҙары, яҡтыртҡыстарҙы, ҡоймаларҙы ипкә килтерҙек, бигерәк тә юл буйҙарындағы ҡоймаларҙы төҙәтеп, уларға эстетик төҫ бирергә теләнек.
Быйыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибарҙы көсәйтергә булдыҡ. Власть вәкилдәре бер нисә мәртәбә улар менән төрлө форматта осрашыуҙар үҙғарҙы, шул иҫәптән "айырылып торған балаларҙың" ата-әсәләре менән дә, һәм мин хәл итергә кәрәк бер төркөм мәсьәләләр булыуын күрҙем. Йәмғиәттең дә уларҙың барлығын күреүе, ошондай кешеләрҙең ярҙамға мохтажлығын белеүе фарыз, ҡай саҡта уларға яҡшы һүҙ әйтеү ҙә бик мөһим.
Әлбиттә, матди ярҙам сараларын да күҙаллайбыҙ. Инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыуға, объекттарҙы ремонтлауға, абилитация йыһаздарын һатып алыуға сығымдарҙы арттырабыҙ. Норматив базаһына ла билдәле бер үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Ошо йыл буйынса эш планы 153 пункттан тора.
"Салют" тип аталған Республика реабилитация һәм белем биреү үҙәген, Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәген, "Йондоҙ" белем биреү үҙәген, Өфө ҡалаһында "Именлек" геронтология үҙәгенең яңы корпусын һәм Әлшәй районында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған "Ҡарлуғас" пансионатын асыу быйылғы ҙур проекттар иҫәбенә инә.
Яҡын арала оло йәштәге инвалидтарҙың айырым категорияларын реабилитациялау өсөн сертификаттар бирә башлаясаҡбыҙ. Йыл һайын 2-се һәм 3-сө төркөм инвалидтарына һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға номиналы 52 мең һум булған 1715 сертификат биреү ҡарала.
Әйткәндәй, 2024 йылда Башҡортостанда III Халыҡ-ара балалар инклюзив ижади уйындары, Ишетеү буйынса инвалидтарҙың IX Бөтөн Рәсәй йәштәр форумы, Инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса XI Бөтөн Рәсәй фестивале уҙғарыласаҡ.

Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара кампустың беренсе биналары файҙаланыуға тапшырылды, беҙҙең йәштәр өсөн бындай урын булғаны юҡ ине әле. Нисек уйлайһығыҙ, был объект йәштәргә юғары белемде үҙ республикаһында алыу өсөн бер стимул булып торасаҡмы?

- Әле үк ситкә уҡырға киткән йәштәргә ҡарағанда, бында белем алырға теләүселәр иҫәбе күберәк. Бында мин вуздарҙы ла, колледждарҙы ла күҙ уңында тотам. Мәктәп тамамлаусыларҙың 90 проценты бюджет урындарында уҡыу мөмкинлегенә эйә. Әлбиттә, йәштәрҙең барыһы ла республикала ҡалырға теләмәй, уларҙың белем артынан Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа китеүен хатта хуплайым да. Иң мөһиме, улар аҙаҡтан кире ҡайтһын һәм беҙ был йәһәттән эшмәкәрлек алып барабыҙ, йәштәр менән осрашабыҙ, республикала булған мөмкинлектәр һәм перспективалар тураһында һөйләйбеҙ.
Кампусҡа килгәндә, ул бөтөн күрһәткестәр буйынса эталон булып тора, ул студентҡа уҡыу, ижад итеү, тулы циклдағы, йәғни, уйланған уйҙан продукт алғанға тиклемге тикшеренеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуға тәғәйенләнгән заманса йорт. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөү идеяһы 2021 йылдың авгусында булған осрашыуҙа Рәсәй Президенты тарафынан хупланды. Өфө был стратегик объект урынлашасаҡ майҙансыҡтарҙың береһе итеп һайланды. Кампус өсөн баш ҡалала иң яҡшы урын да табылды, бында университет һәм ғилми ойошмалар, Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, "Арт-Квадрат" йәштәр майҙансығы, театр һәм музейҙар, "Динамо" стадионы, төҙөкләндерелгән йылға яры - барыһы ла бер ерҙә урынлашҡан. Кампус Өфө фән һәм технологиялар университетына тоташып тора.
Ике йылдан уның икенсе сираты тапшырыласаҡ. Был комплекс үҙ-ара бер стилобат-ҡулса менән тоташтырылған ете башнянан торасаҡ. Бында ятаҡтар һәм йәмәғәт урындары буласаҡ. Шулай уҡ "Фотоника" лабораторияһы, "Мәктәп21" һәм Геном үҙәге лә ошо мәлдә асыласаҡ.

Бөгөн Беларусь Республикаһы Башҡортостандың стратегик партнеры. Уртаҡ предприятиелар барлыҡҡа килә, ике яҡтың да делегациялары йыш ҡына йә Минскиҙа, йә Өфөлә осраша. Беҙгә улар нимәһе менән ҡыҙыҡлы? - Улар үҙҙәренең етештереүсе сәнәғәтен һаҡлап ҡалған, уларҙа юғары технологиялар, инженер компетенциялары, конструктор бюролары бар. Беҙҙең маҡсат - уларҙың инженер базаһын, проект-смета документтарын файҙаланып, үҙебеҙҙә үҙ продукциябыҙҙы етештереү.
Был халыҡты мин үҙем бик ихтирам итәм. Улар тыйнаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта эшлекле. Беҙ сәнәғәттә генә түгел, туризм, мәҙәниәт, патриотик эшмәкәрлектә - барлыҡ өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Һуңғы өс-дүрт йыл эсендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәрәнәйтеү йүнәлешендә эшләнек. Өфөнән Минскиға тура рейс асылды, әлегә ул аҙнаһына бер тапҡыр ғына башҡарыла, кәрәк тип табыла икән, осоштарҙы йышайтыу өҫтөндә лә уйлаясаҡбыҙ.
Минскиҙа Башҡортостан вәкиллеге асылды, ул бик яҡшы эшләй. Беларусь Республикаһы менән килешеүҙәр шунда уҡ юл картаһына һалына - хәҙер унда 100 пункт бар һәм уларҙың 40 проценты тормошҡа ашҡан да инде.

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙенең оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланыуға тапшырыласаҡ объекттар һаны байтаҡ ҡына. Шәхсән үҙегеҙ өсөн уларҙың ҡайһыһы әһәмиәтлерәк?
- Юбилейға алдан уҡ әҙерләндек, мәҫәлән, Өфөнөң парк системаһын тәртипкә килтерҙек. Күп скверҙар ташландыҡ хәлдә ине, хәҙер улар матурайҙы, ҡала халҡы уларға күпләп йөрөй.
Юлдарҙы һәм юл инфрастуктураһын ремонтлау ҙа мөһим эш. Тиҙҙән "Көнсығыш сығыу юлы"н - Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Ул бик ҙур һәм мөһим инфраструктура объекты, Өфөнән М-5 трассаһына сығыусыларҙың ваҡытын һәм яғыулығын экономияларға мөмкинлек бирәсәк.
Ихаталар һәм подъездарҙы ремонтлауға ҙур күләмдә аҡсалар һалынды. Быйыл һәм былтырғы йылда Өфөгә ҙур иғтибар бүленде, сөнки ул барлыҡ республика халҡы өсөн баш ҡала, һәм юбилейына ул матурайырға тейеш.
Совет майҙанын, Аксаков исемендәге баҡсаны, Спорт һарайы майҙанын һ.б. төҙөкләндерҙек. Былтырғы йыл аҙағында реконструкциянан һуң Ҡурсаҡ театры асылды, анығыраҡ әйткәндә, ул тулыһынса яңынан төҙөлдө, майҙаны ике тапҡырға артты. Йәй аҙағына Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ, Фехтование һарайы, ишеү слаломы өсөн комплекс ҡоролмалары төҙөлөшө тамамланасаҡ.
Октябрь революцияһы урамын реконстукциялау, уның мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеү, йәйәүлеләр өсөн уңайлы урындар булдырыу, транспорт һәм мәғлүмәти инфраструктураны модернизациялауҙы үҙ эсенә алған эре һәм комплекслы проект буйынса эштәр дауам итә.
Юбилейҙан һуң да әллә күпме объекттар тапшырыласаҡ. Баш ҡалабыҙ төрлө яҡлап байрамса төҫ аласаҡ.

Гөлнара ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Российская газета". Федераль сығарылыш: №60 (9302)

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru