«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ИЛДӘРГӘ СЫҒЫП ҒИБРӘТ АЛ ДА ТЫУҒАН БАШҠОРТОСТАНЫҢА ЙӘШӘРГӘ ҠАЙТ
+  - 


Йәмәғәт эштәрендә әүҙем, уҡыуында алдынғы, хеҙмәтендә уңыш ҡаҙанған һәм тиҫтерҙәре араһында абруйлы башҡорт йәштәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы "Ҡош юлы" фестиваленең, Әбйәлил йәш яҡташтар ойошмаһының етәксеһе һәм башҡа төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙемсе, "КОРУС Консалтинг" ИТ-компанияһының бизнес-аналитигы Шәфҡәт ҒӘБИТОВ һәм Мәскәү дәүләт университетын "ҡыҙыл" дипломға тамамлап, Францияла магистратурала белем алып, бөгөн илебеҙҙең алдынғы нефть-газ компанияларының береһендә инженер Гүзәл ӘЛИБАЕВА менән әңгәмәләштек.

Һеҙҙе башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеп үҫкән йәштәр тип беләбеҙ, был артабанғы тормош юлығыҙға нисек тәьҫир итте?

Ш. Ғәбитов:
Мин үҙем Әбйәлил районынан, ә 2008 йылда баш ҡалалағы Республика башҡорт лицей-интернатына 7-се класҡа уҡырға килдем. Бер мәктәптә генә уҡығас, башҡалар менән сағыштыра алмайым, әммә шунда белем алыуыма бик шатмын, ғорурмын. Сөнки унда тик егеттәр генә уҡыныҡ һәм бик яҡын аралашып, дуҫлашып йәшәнек. Бында физика һәм инглиз теле буйынса төплө белем бирҙеләр, шуға артабан Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын һайлауыма аптырарға ла түгелдер. Уны тамамлағандан һуң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның психология факультетында магистратурала белем алдым. Башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеп үҫкән таныштарым бик күп, улар араһында Өфө ҡалаһының милли белем усаҡтарын тамамлаусылар ҙа байтаҡ һәм тап шул йәштәрҙе бөгөн йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарыусылар, әүҙемдәр тип беләм.
Г. Әлибаева: Тап шулай. Мин үҙем Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында белем алдым һәм беҙ уҡыған саҡта бик күп төрлө сараларҙа ҡатнаша инек. Мәктәп йылдарындағы дуҫтарым, таныштарым менән әле лә аралашып, бер-беребеҙҙең уңыштарына шатланып, күтәрмәләп торабыҙ. Мәскәүгә уҡырға киткәс тә был бәйләнеш өҙөлмәне, унда ла башҡорт йәштәрен берләштергән үҙ ойошмабыҙ булыуы ҡыуандырҙы. Был мөхиттә үҫеү, тәрбиә алыу миңә оло тормошҡа аяҡ баҫҡас та үҙ-үҙемде юғалтмаҫҡа ярҙам итте. Мәскәү дәүләт университетының геология факультетында белем алғанда ла, аҙаҡ уҡыуымды Францияла дауам иткәндә лә - ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, башҡорт халҡының бер вәкиле булыуымды, үҙемде Башҡортостанымдың лайыҡлы ҡыҙы итеп күрһәтергә кәрәклекте бер минутҡа ла иҫтән сығарманым.
Ш. Ғәбитов: Беҙ уҡыған белем усаҡтарының тағы бер өҫтөнлөклө яғы - туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнеүе. Туған тел рухында булыуым, уны яҡшы белеүем миңә хәҙер, айырыуса сит илдәрҙә булғанда, һәр ваҡыт ярҙам итә. Бәлки, кемгәлер сәйер булып та тойолор, әммә миңә туған телемде яҡшы белеүем ниндәйҙер көс өҫтәгән һымаҡ - уны аңлатып биреүе лә ауыр. Ә инде ғәмәли яҡтан ҡарағанда, башҡорт теле инглиз телен өйрәнеүҙә еңеллек килтерә - оҡшаш өндәр бар. Туғандаш халыҡтар менән үҙебеҙсә аңлаша алабыҙ - ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, төрөк кешеләрен аңлауы ауыр түгел, быға сәйәхәт иткәнемдә тағы бер ҡат инандым. Бынан тыш, диндә булған милләттәштәребеҙгә ғәрәп телен өйрәнеү ҙә еңел бирелә.
Башҡорт мөхитендә үҫеп, туған телемде өйрәнеүҙән мин тик өҫтөнлөктәр генә алдым. Шуға ҡайһы бер милләттәштәрҙең, балам рус телен яҡшы белмәйенсә көлкөгә ҡалып ҡуйыр, тигәнерәк шик-шөбһәләрен ишетһәм, ғәжәпләнәм. Бала үҙенең туған теле, ата-бабалары тарихын яҡшы белһә һәм ғорурланһа, башҡалар һүҙенә ҡолаҡ та һалмаясаҡ. Ә инде ниндәйҙер телде яҡшы белгәндән генә шул милләт кешеһенә әйләнеп китмәүеңде күҙ уңында тотҡанда, башҡортса белмәгән башҡорттан көлөүселәр күберәктер ҙә, тип уйланыла...
Г. Әлибаева: Беҙҙең гимназияла ла балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтерергә тырыштылар, был беҙгә үҙебеҙҙе башҡалар араһында ышаныслы тоторға ярҙам итте. Мәскәүҙә уҡығанда ла, сит илдә йәшәгәндә лә береһе лә башҡортлоғомдо кәмһетеп ҡараманы, киреһенсә, халҡыбыҙ тураһында тәүләп ишеткәндәр мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ, тарихыбыҙ тураһында ҡыҙыҡһынып һораша торғайны. Сит илдә лә таныштарыма башҡорт аш-һыуын тәмләтеп, көйҙәребеҙҙе тыңлатып, үҙебеҙ хаҡында һөйләп йөрөнөм.

Бөгөнгө йәштәр нимә менән йәшәй? Ниндәй өлкәләр менән ҡыҙыҡһына, киләсәген нисек күҙ алдына килтерә?

Ш. Ғәбитов:
Һәр быуындың үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙары була. Туҡһанынсы йылдарҙан һуң индиго балалар тыуған, беҙҙең быуынды милениалдар тиҙәр һәм беҙ күберәк социумға ҡарайбыҙ, төркөмдәргә ойошабыҙ, күмәкләшеп эшләйбеҙ. Ә бына 2000 йылдарҙа тыуғандарҙы зумерҙар тиҙәр һәм уларға тәү сиратта үҙеңде ҡайғыртыу, сиктәрҙе күрмәү хас тип иҫбатлайҙар. Был шулайҙыр ҙа, сөнки төрлө статистика мәғлүмәттәренә ярашлы ла 18-24 йәштәгеләр араһында 25-35 йәштәгеләргә ҡарағанда миллионерҙар күберәк. Өлкәндәр ҡурҡып ултырғанда был йәштәр тота ла эшләй һәм һөҙөмтәгә өлгәшә. Шулай ҙа уларҙың бер һыҙаты бар: берҙәм түгелдәр, айырымланғандар һәм эгоцентризм көслө. Бының сәбәбен аңлата алмайым, бәлки, интернет киң таралыуға ла бәйлелер. Ни тиһәң дә, һәр кем үҙе генә үҫешеп маташа, үҙенең генә проектын бойомға ашыра, элекке һымаҡ, ҙур төркөмдәргә тупланырға атлығып тормайҙар.
Иҫләйем, мин бала саҡта апайымдар йәш яҡташтар берлектәрендә бик әүҙем йөрөнө, унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла йәштәре йыйыла һәм төрлө мәҙәни саралар, осрашыуҙар үткәрәләр, танышалар, аралашалар ине. Гел берҙәм булдылар. Әлеге ваҡытта мин Әбйәлил йәш яҡташтар берлегенең рәйесе булараҡ, төрлө райондарҙы бергә туплаған үҙебеҙҙең Йәш яҡташтар ассоциацияһы үткәргән сараларға йәштәребеҙҙе ылыҡтыра алмайым. Бер нисә кеше даими йөрөй, ҡалғандар ҡайҙалыр, улар юҡ. Һәм бына ошо ситтә йөрөгән йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары ниҙән ғибәрәт икәнен дә белмәйем, белһәм, мотлаҡ үҙебеҙҙең ошо берлеккә йәлеп итеү әмәлен табыр инем. Өфөләге башҡа төр йәштәр ойошмалары менән дә тығыҙ аралашам, "Ҡош юлы", "Самауырлы ритайым" проекттарынан да ситтә тормайым. Йәштәрҙең тормошобоҙҙағы ниндәйҙер күренештәрҙе үҙгәртеп булырына ышанған төркөмө генә әүҙемдер, бындай өмөтө булмағандар барлыҡ йәмәғәт эштәренән алыҫ тороуҙы хуп күрәлер, бәлки. Ғөмүмән алғанда, йәштәр әүҙемерәк булһын өсөн уларға ышаныс белдерергә һәм ҡыҙыҡһыныуҙары һүрелмәһен тиһәк, ирек бирергә кәрәк.
Г. Әлибаева: Мәктәп йылдарында "Шаяниум" кеүек төрлө башҡорт сараларында әүҙем ҡатнашып өйрәнгәс, Мәскәү һәм Санкт-Петербург студенттары ассоциацияһы эшмәкәрлегендә лә бик әүҙем булдым. Был тыуған республиканан, атай-әсәйҙән алыҫта булһаҡ та, яңғыҙ түгелбеҙ тигәнде тойорға ярҙам итте. Унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған түңәрәктә шөғөлләнә ала, мәҙәни саралар күп үткәрелә. Мәҫәлән, "Һөйләшеү клубы" күңелемә бик ятты, унда беҙ аҙнаһына бер тапҡыр йыйылып, 1 сәғәт инглизсә, 1 сәғәт башҡортса аралаша торғайныҡ. Туған телебеҙҙе камил белмәгәндәрҙең ныҡ әүҙем булыуын күреп ҡыуана инем.
Сит илдә белем алыу теләге бәләкәйҙән булды миндә, башҡалар ҙа шулай хыяллана икән тип уйлай торғайным хатта. Шуға мәктәптә уҡығанда уҡ сит ил юғары уҡыу йорттары менән бәйләнештә булған вуздарҙы эҙләнем, үҙемә ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙе һайланым. Әйтергә кәрәк, бөтә кәрәкле мәғлүмәтте компьютер сысҡаны менән "шылт" итеп кенә табып булыуы бик уңайлы һәм ошо мөмкинлек менән файҙаланырға тейешбеҙ. Мәскәү дәүләт университеты был йәһәттән бик отошло, унда уҡығанда мин "Роснефть" компанияһының үҙәк идараһында стажировка үттем, магистратурала Францияла уҡырға ҡарар иттем. Унда бер төркөмдә 12 илдән килгән 18 студент белем алдыҡ һәм төрлө милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уртаҡ яҡтарыбыҙ ҙа күп ине. Шулай ҙа Европала балалыҡтан оҙаҡ сыға алмайҙар, минеңсә. Мәҫәлән, 30 йәшкә етеп, бер ҡайҙа ла эшләп ҡарамағандар, һаман уҡып, мультимәҙәни тәжрибә туплап йөрөүселәр күп. Беҙҙә йәштәр тиҙ өлкәнәйә, иртә аҡса эшләй башлай.

Йәштәрҙе киләсәк быуын тип күрәбеҙ бит инде, ә халыҡ рухы, туған тел ғәме бармы һуң улар күңелендә?

Ш. Ғәбитов:
Йәштәр араһында башҡорт теленә ҡараш төрлө, әлбиттә. Шулай ҙа туған телгә битараф булмағандар, уның киләсәге өсөн көйгәндәр ҙә етерлек. Улар балаларын башҡорт балалар баҡсаһына йөрөтә, саф башҡортса һөйләшергә тырыша. Бөгөн беҙ глобалләшеүгә ҡаршы уның уҡ ҡоралдары, ысулдары менән көрәшергә тейешбеҙ: төрлө интернет майҙансыҡтарында, социаль селтәрҙәрҙә башҡортса контентты күбәйтергә, маркетинг ярҙамында телде популярлаштырырға кәрәк. Хатта башҡорт телен уҡытыу методикаһына ла яңы күҙлектән сығып ҡарарға ваҡыттыр. Әлбиттә, мөғжизәле төймә юҡ һәм был еңел эш түгел, шулай ҙа башҡорт йәнһүрәттәре урыҫ йәки инглиз телендәгеләр кеүек үк күп булырға, төрлө уйындар, ҡушымталар эшләнергә тейеш. Ә инде башҡорт теле кәрәк-кәрәкмәй тип баһалаған кешеләргә бының өҫтөнлөктәрен асыҡ аңлатҡан яуаптар әҙер булырға тейеш.
Г. Әлибаева: Барыһы ла беҙҙең ҡулда. Нәҡ минең быуын йәштәре бөгөн киләһе быуынды барлыҡҡа килтерә торған кешеләр, шуға эште үҙебеҙҙән башларға һәм балаларыбыҙға башҡорт телен өйрәтеп, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ғашиҡ иттереп үҫтерергә кәрәк. Мин аралашҡан кешеләр араһында башҡорт теленә ҡарата иғтибар арта ғына һымаҡ, хатта Себер яғында үҫкән әхирәттәрем дә тамырҙарын барлап, тарих, тел менән ҡыҙыҡһына, башҡортса китаптар уҡып маташа. Әле 18-20 йәшлектәр араһында туған телебеҙ, бәлки, бик популяр түгелдер һәм беҙ ул быуынды юғалтҡанбыҙҙыр ҙа, әммә кеше барыбер тамырҙарына ҡайта, иҫләйәсәк һәм аңлаясаҡ. Шуға был мәсьәләгә позитив ҡараштамын.

"Уңышлы кеше" тигәнде йыш ишетәбеҙ, ә ниндәй ул уңышлы замандашыбыҙ?

Г. Әлибаева:
Һәр кемдең уңышҡа өлгәшеүҙә үҙ юлы бар. Мәҫәлән, бөгөн берәү үҙен социаль селтәрҙәрҙә блогер булараҡ таныта, ә икенсеһе офис хеҙмәткәре булып та эшенән оло ҡәнәғәтләнеү ала. Бәлки, улар был шөғөлдәре менән күп аҡса ла эшләмәйҙер, әммә кеше яратҡан эш менән шөғөлләнә икән, уны уңышһыҙға һанап булмай. Кемдер аҡсаһы күп булыуын уңышҡа һанай, кемгәлер балалары күп булыуы, тыуған иленә файҙа килтереүе - иң юғары өлгәш. Минең өсөн уңыш формулаһы - ул бөтә өлкәләрҙә лә гармония булыуында. Шуға матур ғаилә ҡороп, киләһе быуындарға өлгө булып тороу, үҙ балаларыңа туған телеңде тапшырыу, халҡыңа, Башҡортостаныңа файҙа килтереү, һөнәри һәм хеҙмәт үрҙәре яулау - ошоларҙың барыһына ла берҙәй тигеҙ өлгәшә алған осраҡта үҙемде уңышлы кеше тип иҫәпләр инем.
Ш. Ғәбитов: Әлбиттә, был матди донъяла уңышлы кешенең иң беренсе күрһәткесе - ул аҡса. Сөнки нимә генә тиһәләр ҙә, бөтә нәмә финанстарға барып төртөлә һәм бөтә нәмә иң тәүҙә аҡса менән һанала. Тәү сиратта ошо йәһәттән үҙеңде уңышлы итергә тырышыу кәрәк, шунан яратҡан, ҡәнәғәтлек килтергән шөғөлөңдө табыу мөһим. Был шөғөлөң күп аҡса килтермәүе лә бар, уның ҡарауы, күңел тыныслығы бүләк итә. Ә инде яратҡан эшен тапҡан һәр кемде уңышлы тип иҫәпләргә мөмкин.
Беҙгә "Бәхет аҡсала түгел" тигән хәҡиҡәтте шул тиклем һеңдереп үҫтергәндәр, әммә был дөрөҫлөккә тап килмәүен аңларға ваҡыт. Эйе, бәхет аҡсала ғына түгел, ләкин аҡса бәхетле булыу өсөн бик шәп ҡорал бит. Мәҫәлән, аҡсағыҙ күп булһа, ирекле сәйәхәт итә, икенсе илдәрҙе, төрлө халыҡтарҙы күрә һәм сағыштыра алаһығыҙ. Был да үҙеңде бәхетлерәк тойоуға бер юл. Бына, мәҫәлән, бер нисә йыл элек бер дуҫ кеше "Рәсәйгә бер ҡасан да кире ҡайтмаясаҡмын, бында йәшәрлек түгел", тигән уйҙар менән ситкә сығып киткәйне. Ғаиләһе менән Үзбәкстан, Төркиә, Бали, Малайзия, Аргентина илдәрендә йәшәне. Аргентинала ғына 9 ай торғандар. Ә былтыр йыл аҙағында ҡайтып килде. "Йә, нисек?" тип һорашҡас, "Рәсәйгә бөтөнләй яңы күҙҙәр менән ҡараным. Илебеҙ шул тиклем шәп, быны мин аңламағанмын", - тине. Алдан ул сағыштырып ҡарай алмағанға шулай килеп сыҡҡан, тимәк. Аргентинала йәшәгәнендә уға ябай ғына күренеш йоғонто яһаған: беҙ хәҙер күнегеп бөткән өйгә бөтә нәмәне лә килтереп биреү хеҙмәте, онлайн банк, такси һәм башҡа хеҙмәттәр ҡушымталары унда юҡ икән. Ә башҡа илдәрҙә күргәндәр тураһында һөйләп тә тормайым, ти. Ҡайһы берәүҙәргә шулай Башҡортостаныбыҙҙың, туған телебеҙҙең ҡәҙерен аңлатыр өсөн юғалтыуҙар кисереп, ситтә йәшәп алырға кәрәктер ҙә.
Г. Әлибаева: Европала ла, Азияла ла йәшәп алдым һәм Рәсәйҙә, Башҡортостаныбыҙҙа тормош иң комфортлы, тип әйтә алам. "Дәүләт хеҙмәттәре" лә беҙҙә бына тигән эшләй, тәүлек әйләнәһенә магазиндар ҙа асыҡ. Сит илдә ошондай күнегелгән ябай нәмәләрҙең ҡәҙерен аңлайһың. Унан бигерәк, ысынлап та туған телдә аралашыуҙар һағындыра. Бер ваҡыт Һиндостанда һауыт-һаба йыуып торам, "Сайҡалалар кәмәләр" йырын ҡуйғанмын да, эй илайым үҙем. Шунан күп тә тормай, билет алып ҡайтып төштөм...

Әйткәндәй, нишләптер бер осорҙа йәштәр гел сит илдәргә сығып йәшәү тураһында хыялланды...

Ш. Ғәбитов:
Улар бит төрлө реклама-маҙарҙарҙан сит илдең тик яҡшы яҡтарын күреп фекер йөрөтә. Күрше тауығы һәр ваҡыт ҙурыраҡ, кәләше матурыраҡ инде. Береһе лә ул илдәрҙәге проблемалар тураһында һөйләмәй, беҙ ҙә бит башҡаларға үҙ илебеҙгә зарланмайбыҙ, сөнки уны яратыуыбыҙ көслө һәм ваҡ ҡына уңайһыҙлыҡтарына түҙәбеҙ. Сиктәрҙе күрмәү, азатлыҡты сикһеҙ һөйөү кеүек сифаттар йәштәрҙе сит илдәргә нығыраҡ ылыҡтыралыр ҙа, әммә күпмелер ваҡыттан үлеп һағынып кире ҡайталар. Үҙемдең дә сит илдәрҙә йәшәп ҡарағаным бар, ләкин мин унда 40 көндән артыҡҡа түҙмәйем, Башҡортостандың тау-урмандарын, йылға-күлдәрен һағынып ҡайта һалып киләм. Шулай ҙа йәштәрҙе ситкә ебәрмәү, республикала уҡырға ҡалдырыу тигән идеяны үҙ итмәйем. Был проблеманы ваҡытлыса ғына хәл итә, ә уның ҡарауы, һәләтле йәштәрҙең ҡанаттарын ҡырҡып, мөмкинлектәрен сикләүебеҙ бар. Минеңсә, уларҙы мөмкин тиклем алыҫҡараҡ "тибергә", барып өйрәнергә, тәжрибә тупларға мәжбүр итергә һәм кире әйләнеп ҡайтһындар өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Илебеҙҙең, хатта донъяның төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алһындар, әйҙә, тик эшкә үҙебеҙгә ҡайтһындар. Уҡыусылар ситкә уҡырға китмәһә, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә белгестәребеҙ ҙә булмаясаҡ табаһа. Әйтәйек, самолет йә вертолет йөрөтөүселәр беҙҙә әҙерләнмәй, ә кадрҙар кәрәк.
Г. Әлибаева: Сит илгә сығып йәшәп килһәң, сағыштыраһың, әлбиттә. Мәҫәлән, эш хаҡтарын сағыштырып, бошонаһың. Йәки олатай-өләсәйҙәрҙең йәшәйешен сағыштырып ҡарап бойоғаһың: француз олатай-өләсәйҙәре һәр иртә рәхәтләнеп кафеларҙа сәй эсә, бик әүҙемдәр, тормош менән ҡәнәғәттәр, көнө буйы ял итеп йөрөйҙәр. Беҙҙәге ололарҙы кафела күргәнебеҙ ҙә юҡ. Шулай ҙа сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә үҙеңә уңайлы шарттар булдырып йәшәргә тырышыу күпкә яҡшыраҡ. Аҡса эшләр өсөн хәҙер мөмкинлектәр күп, шуны ҡулынан ысҡындырмағандар бында ла бәхетле йәшәйҙәр.

Уңайлы шарттар тигәндән, ә республикала улар бармы?

Ш. Ғәбитов:
Әлеге ваҡытта коронавирус пандемияһына ҙур рәхмәт, ул кешеләрҙе, төрлө компанияларҙы ситтән тороп эшләргә өйрәтте. Асыҡланыуынса, күп кенә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләтеү отошло ла, уңайлы ла. Мин дә Мәскәү компанияһында эшләйем, Өфөлә йәшәйем.
Уңайлы шарттар, тигәндә, эш урындары һәм эш хаҡтарының ҡәнәғәтләнерлек булыуын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Күп кенә яҡташтарыбыҙға Себерҙә аҡса эшләп ҡайтыу еңелерәктер ҙә, отошлораҡтыр ҙа һымаҡ. Сөнки улар ғаиләһенән алыҫта һәм бындағы проблемаларҙы күрмәй, унан инде бер ай эшләһә, икенсе айҙа ял итә. Әммә 10-15 йылға алғараҡ ҡарап фекер йөрөтһәк, ул кешеләрҙә бер ниндәй ҙә үҫеш булмаясағы беленә. Себерҙә һин ябай эшсе булып йөрөйһөң, етәксе урынға ултырмайһың, унда үҙ эшеңде ойоштороуың да шикле. Шуға, еңел булмаһа ла, тыуған еребеҙҙә үҙ эшебеҙҙе асырға, ниәттәребеҙҙе бойомға ашырырға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, барыһы ла һинең өсөн уйлап ҡуйған эште атҡарып ҡайтыу түгел был, ваҡыт һәм финанс та, башыңды эшләтергә лә кәрәк булыр.
Г. Әлибаева: Үҙ эшен асыу өсөн дә кешенең теләге булырға тейеш, һәр кемдә лә ундай теләк һәм һәләт булмай. Кемдер мәктәптә эшләргә, кемдер табип, башҡа хеҙмәттәрҙе үтәргә тейеш. Улар тураһында ла хәстәрлек күрергә, лайыҡлы шарттар тыуҙырырға кәрәк һәм шуға хөкүмәттең ярҙамыһыҙ ҙа булмайҙыр. Ә аҡса барыһына ла хәҙер үк кәрәк.
Ш. Ғәбитов: Илебеҙҙә "Ауыл табибы" кеүек матур проекттар бойомға ашырылып килеүен беләбеҙ. Әммә улар йәш белгестең бер үҙен генә ауылға ҡайтарыуҙы күҙҙә тота. Ауылға йәштәрҙе ҡайтарыу һәм ундағы тормошто йәнләндереү, ауыл йәштәренә эш шарттары булдырыуҙа унлаған йәш белгесте бер юлы йүнәлтеү отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Йәш ғаиләләр булһа, тағы ла шәберәк. Тулыһынса эшләп торорлоҡ бер мобиль төркөм булыр ине. Улар араһында төрлө һөнәрле кешеләр: уҡытыусы, табип, эшҡыуар, фермер, хатта берәй дин әһеле лә булырға тейеш. Бына шулай күмәкләп кенә был мәсьәләне хәл итеп булалыр, юғиһә, берәмләп ҡайтҡан йәштәр ауыл тормошонан йәм тапмай, бер нисә йылдан кире ҡала еренә күсеп китә.

Һеҙ ҡала йәштәре, ә ауыл йәштәре менән аралашаһығыҙмы? Уларҙың фекерләүе һеҙҙекенән айырыламы?

Ш. Ғәбитов:
Аралашабыҙ, әлбиттә, ҡайһылыр тәңгәлдә фекерҙәребеҙ менән дә айырылабыҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, күп кенә ауыл йәштәрендә донъяға ҡараш даирәһе тарыраҡ, улар ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеүҙең бер генә юлын белә. Һәм ауыл йәштәренә тағы ла мәҙәни-күңел асыу саралары етмәй, ә был "йәшел йылан" ҡолона әүерелеү сәбәптәренең береһе. Йәштәрҙең күңелһеҙ булған, буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәгән өсөн генә шешәгә үрелеүҙәре сер түгел. Атай-әсәйҙәрҙең йәш сағында, беҙҙең бала саҡ осоронда ауыл мәҙәниәт йортонда аҙна һайын ниндәйҙер сара үткәрелә, концерт, театр, хатта фокус күрһәтеүселәр килә торғайны бит. Хәҙер иһә, ауыл халҡы үҙенсә, ҡала халҡы үҙенсә йәшәй. Бына ошо араларҙы яҡынайтырға һәм йәштәребеҙҙе үҙҙәре өсөн дә, йәмғиәтебеҙгә лә файҙалы эштәргә ылыҡтырырға кәрәк. Ауыл йәштәренең осҡонон ҡабыҙып ебәреү генә көс бит ул! Төрлө тәжрибәләрҙе күрһәтеп һөйләп, аңлатып, әйҙәгеҙ, шуны эшләгеҙ, тиеү һәм ышаныс белдереү ҙә етә. Ауыл йәштәренә иғтибар һәм ярҙам етмәй, юғиһә. Был үҙ сиратында ике генә юл барлығын билдәләй: йә атай-әсәйеңде ҡарап, ауылда йәшәйһең, йә ниҙер үҙгәртергә теләһәң, ҡырға сығып китәһең. Ә ауылдарҙың перспективаһы бар. Г. Әлибаева: Мин ауыл йәштәре менән яҡындан аралашҡаным юҡ, ауылда йәшәгән таныштарым да юҡ иҫәбендә. Әммә оптимизация тип, 3-4 ауылға бер мәктәп, бер клуб ҡалдарылыуы тураһында хәбәрҙармын. Ә бына Европала һәр бер ауылда, хатта бәләкәй генәһендә лә, мотлаҡ рәүештә ғибәҙәтхана һәм бер кафе бар. Ауыл халҡы диндәре ҡушҡанса һәр йәкшәмбе көн ғибәҙәт ҡылырға бара, унан һуң кафела йыйылып ултырып, бер-береһе менән йәнле аралашып ҡайта. Шәфҡәт әйтмешләй, ауыл йәштәренең күңел асыр саралары булмауы насарҙыр, шулай ҙа уларҙың донъяға ҡарашын киңәйтер өсөн мөмкинлектәре ҡала балаларыныҡы кеүек үк. Ни тиһәң дә, барыбыҙ ҙа бер социаль селтәрҙәрҙә ултырабыҙ, кем нисек йәшәгәнен дә күреп торабыҙ, фәһем һәм үрнәк алыр кешеләр менән танышабыҙ. Бөтә Ер шары буйлап кем тураһында, нимә тураһында белергә теләйбеҙ - рәхим ит. Шуға улар кемдер берәүҙең нисек йәшәүен күреп һоҡлана, уларға оҡшарға теләй икән, үҙ тормошон да шулай ҡороу юлдарын табырға тейеш. Ш. Ғәбитов: Эйе, беҙҙең төп ихтыяж - башҡа кешеләр менән аралашыу. Бөгөн ауылдарҙағы бына ошо элекке матур күренеш юғалып барыуы ҡыҙғаныс. Былай ҙа көнө-төнө хужалыҡ мәшәҡәттәре менән йәшәгән ауыл кешеһенең күршеһенә инеп сығырға ваҡыты ла, мохтажлығы ла яйлап юҡҡа сыға хәҙер. Ошо хәлдән өлкән йәштәгеләргә лә ауыр, яңғыҙ йәшәгән инәй-өләсәйҙәр көн дауамында берәү менән дә һөйләшмәй-аралашмай ултырырға мөмкин.

Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы, ошо ваҡиғаға бәйле сараларҙа ниндәй мәсьәләләргә иғтибар бүленеүен теләр инегеҙ?

Ш. Ғәбитов:
Быйыл йәше еткән һәм һаман да башлы-күҙле булмағандарҙы өйләндерергә кәрәк. Минеңсә, 24 йәше тулған йәш кеше бер нәмәнән дә ҡурҡмай ғаилә ҡорорға тейеш. Әлеге ваҡытта бер яҡта - егеттәр, икенсе яҡта ҡыҙҙар бер-береһен таба алмай йөрөй. Интернетта йәшәгәнгә күрә, ниндәйҙер идеаль кешене көтәләр һымаҡ. Ҡыҙҙар егеттең машинаһы, фатиры булһын тигән дә талап ҡуя, ҡайһылары хатта бөтөнләй нигеҙһеҙ теләктәрен белдерә. Был нилектән шулай килеп сыға? Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәр тарафынан да, мәктәп, йәмғиәт тарафынан да балаларға, йәштәргә ғаилә ҡиммәттәре тураһында һабаҡтар бирелмәүе арҡаһында килеп тыуған хәл был. Бына шуға ла быйылғы Ғаилә йылында егеттәргә лә, ҡыҙҙарға ла ир-ҡатын булып йәшәргә, ғаилә ныҡлығы серҙәренә өйрәткән дәрестәр, курстар булдырылһа ине. Ғаилә йылында тағы ла йәш ғаиләләргә ярҙам проекттары әүҙемләшер, тип көтәбеҙ. Сөнки хәҙер фатир, ә ҡайһы берәүҙәргә машина алыуы ла һис еңелдәрҙән түгел. Бәлки, айыҡ туйҙар үткәреүҙе хуплаған берәй шәп яңы проект та барлыҡҡа килер.
Г. Әлибаева: Бер видеояҙмала йәш кәләштән: "Егетеңә нисә тапҡыр туй тураһында ишараланың?" - тип һорайҙар. Ул: "Һуңғы өс йылда көн һайын ситләтеп кенә һүҙ башлап, ишаралап торҙом", - ти. Кейәүҙән иһә: "Ҡыҙ нисә тапҡыр һиңә өйләнешеү тураһында ишара яһаны?" - тип һорағас: "Бер тапҡыр ҙа ишараламаны", - була яуап. Әллә беҙҙе шулай иргә өндәшмәһәң дә, үҙе аңлар һәм эшләр, тип көтөп йәшәргә өйрәтеп тәрбиәләгәндәр ул? Беҙгә теләктәрҙе һәм уйҙарҙы асыҡ итеп әйтергә, иптәшең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, кәңәшләшеп, бер фекергә килергә бәләкәйҙән өйрәтергә кәрәк. Был 20-25 йәшкә еткәндә үҙ теләген асыҡ итеп әйтә белергә һәм тормош иптәшен дә аңлы рәүештә һайларға ярҙам итәсәк.
Ш. Ғәбитов: Буласаҡ тормош иптәшеңде аныҡ итеп күҙ алдына килтерергә лә тейешһең бит әле. Бында уның тышҡы ҡиәфәте генә түгел, холҡо ла мөһим. Әлбиттә, төп параметрҙарҙың береһе - уның үҙ милләтеңдән булыуы. Сөнки бер милләттән булған ир менән ҡатындың ҡиммәттәре бер төрлө, тимәк, ғаилә ҡороп йәшәп китеүе лә еңелерәк. Башҡа милләт кешеһенең ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйырға мәжбүр булып, үҙеңә лә хыянат итмәйһең һәм балаларың да ике яҡтың береһен һайлауҙан азат була.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ғәҙәттәгесә, йәштәр менән әңгәмәбеҙ һуңында тиҫтерҙәренә әйтергә теләгән фекерҙәрен белешкәс, икеһе лә, тыуған еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡына ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тейешбеҙ, тигән уйҙы еткерҙе. Тик Шәфҡәт, ир-егет һәм ғаилә башлығы булараҡ, был бурысты барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, тырышып эшләп, төрлө проекттарҙы бойомға ашырып, заман менән бергә атлап атҡарырға кәрәк, тигән һүҙҙәр аша белдерһә, Гүзәл иһә, нәфис заттарға ғына хас хәстәрен еткереп, матур атай-әсәй булығыҙ, йәшләй өйләнешегеҙ һәм милләтебеҙҙе арттырып, балаларҙы күберәк табығыҙ, тигән саҡырыу ташланы.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 245

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru