Март башында Башҡорт дәүләт филармонияһында "Яңы ваҡыттың боронғо көйҙәре" тип аталған ғәжәп үҙенсәлекле бер концерт булды. Камил Абдуллин етәкселегендәге камера оркестрына ҡушылып, Мәскәү музыканты Руслан Шмельков кларнетта уйнаны унда. Бында һүҙ был концерт тураһында түгел, ә уның төп ҡатнашыусыһы, рус фамилиялы башҡорт егете Руслан Шмельков тураһында булыр. Тамырҙары менән Хәйбулла районынан булған егет Халыҡ-ара "Musica Classica" конкурстары еңеүсеһе, III Донъя симфоник оркестрҙар фестивале ҡатнашыусыһы. Шулай итеп...
Руслан, һинең ҡартатайыңдың фамилияһы Сәмиғуллин. Фамилияһын Шмельковҡа алыштырыу ҡасан һәм нисегерәк булды икән?
- Ҡартатайым Карам Сәми улы Сәмиғуллин 1918 йылда Бәләбәй районының Исмәғил ауылында тыуған. Ул бала сағында етем ҡалып, ағаһы ҡарамағында тәрбиәләнә. 1932 йылда ағаһының ғаиләһен Белорет районына эшкә ебәрәләр. Карам ҡартатайым Ермолаевка мәктәбен тамамлағас, Сәрмән педагогия техникумында белем ала, уҡытыусылар курсын да тамамлай. Уны Хәйбулла районының Аҡъяр мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Ҡартатайым 1940 йылда әрмегә алына. Украинала хеҙмәт итә. Һуғыш башланғанын башта белмәйҙәр. Ауылдар аша үткәндә украин ҡатын-ҡыҙҙары уларҙы илай-илай ҡул болғап оҙата. Бер мәл һалдаттар дошман тылында тороп ҡала. Политрук барыһының да документтарын йыйып, үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға әмер бирә. Бара торғас, Сәмиғуллиндың төркөмөндә ике генә һалдат: үҙе һәм дуҫы Вафа Әхмәҙуллин ғына тороп ҡала. Урман ултыртыу участкаһына барып сығалар, ә унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалған була. Улар: "Ауылда тыныс, немецтар һирәк килә, староста үҙ кеше", - тип, егеттәрҙе үҙҙәрендә ҡыш сығырға тәҡдим итә. Уларҙы кеше күҙенән ситтәрәк булған фатирға урынлаштыралар. Староста Карам менән Вафаға яңы документтар эшләп бирә. Шулай итеп, Карам Константин Александрович Шмельковҡа, Вафа Василийға әйләнә. Бына шулай Шмельков фамилияһының тарихы. Һуғыш кешеләрҙең ғүмерен ҡыйып ҡына ҡалмай, исем-шәрифтәрен дә үҙгәртә икән шул. Ике һалдатты ауыл халҡы старостаның туғаны икән, тип уйлай... Яҙ еткәс, улар партизандар отрядына барып ҡушылалар...
Бер ни тиклем бала саҡ хәтирәләрегеҙҙе лә байҡайыҡ?
- Минең атайым менән әсәйем уҡыуҙарын тамамлағас, Бүрәт республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэға йүнәлтмә алалар. Мин шунда тыуғанмын. Беренсе класҡа атайымдың тыуған яғы, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылына ҡайттыҡ, һәм мин 2-се урта мәктәптең беренсе класына уҡырға барҙым. Икһеҙ-сикһеҙ киң дала, иркенлек, көнө буйына яҡтыртҡан ҡояш, уның ҡалҡҡан мәле, байышы күңелемдә бала сағымдың иң сағыу иҫтәлектәре булып һаҡлана. Ике туған ағайым Фаяз менән велосипедта, Таналыҡ йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға йөрөй торғайныҡ. Туғандар менән бергә йыйылып, райондың таулы-ҡаялы урындарында ла булғаныбыҙ бар. Әле ауылда атайымдың бер туған ҡустыһы Рәсүл ағай менән Фәриҙә еңгәй, апаһы Милә инәй менән Мәжит олатай йәшәй. Бәйләнештәбеҙ.
Ни өсөн кларнетты һайланығыҙ?
- Минең атайым Әлфир Шмельков та кларнетсы ине. Әсәйем Земфира ла сәнғәт юлын һайлаған, хор-дирижер бүлеген тамамлаған. Атайым бәләкәй генә сағынан Өфөлә музыка мәктәп-интернатында белем алған. Үҙе иҫкә алып һөйләүенсә, уға уйынсыҡ гармун алып биргәндәр ҙә, көй сығара алһаң, ысын гармун алып бирәбеҙ, тигәндәр. Ул көй сығара алған...
Кескәй сағымдан йыр-моң тыңлап үҫкәнгәлер, сәнғәткә тартылдым, атайым кеүек, кларнетта уйнарға өйрәнгем килде. Ул сафтан сыҡҡан кларнеттарҙы үҙе йүнәтә торғайны. Өҫтәлендә музыка ҡоралының төрлө өлөштәре, лампа яҡтыһы торғаны күҙ алдымда. Оҫта ҡуллы атайым уларҙы һүтә-йыя, уйнап ҡарай, ә мин ярҙам итергә тырышып, янында йөрөйөм. Ябай ҡала мәктәбенә түгел, Өфө ҡалаһының Урта махсус музыка мәктәп-лицейына уҡырға индем, Илдар Мәхмүт улы Солтанов класында уҡыным, унан һуң Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында Рәсәйҙең халыҡ артисы, профессор И.П. Мозговенко класында белем алдым, аспирантурала Иван Пантелеевич етәксем булды. Стажировканы Голландияның Тилбург ҡалаһында профессор Герта Бэкеландта үттем. Ғөмүмән, уҡытыусыларым бик күп булды, мин барыһына ла рәхмәтлемен. Шулай ҙа, минең өсөн иң мөһим, иң төп белем биреүсе, әйҙәүсе уҡытыусым - ул минең атайым. Уны республикабыҙҙың данлыҡлы кешеләренең береһе тип әйтеү ҙә урынлы булыр, сөнки ул республикала кларнет мәктәбенә юл һалыусы, уның уҡыусылары ла бик күп.
Өфө ҡалаһы күңелеңдә ниндәй урын биләп тора?
- Өфөлә минең әсәйем, дуҫтарым, класташтарым йәшәй. 10 мартта Өфөлә уҙған концерт программаһын беҙ бала саҡ дуҫым Камил Абдуллин менән бергә әҙерләнек. Бер мәктәптә уҡыныҡ, тәнәфестәрҙә бергә йүгерҙек, көйҙәр тыңланыҡ, улар буйынса әңгәмәләр ҡора, хорҙа йырлай инек. Ғөмүмән, был музыка мәктәбе - ғәҙәти булмаған урын, минең иң яратҡан уҡыу йорттарымдың береһе. Күпме уҡыусы белем алды унда, музыканттар, сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - тотош бер быуын! Ҡасан ғына уҡыһаҡ та, ҡайҙарҙа ғына йәшәһәк тә, бер-беребеҙҙе әллә ҡайҙан таныйбыҙ, осрашабыҙ.
Беҙ телеүҙәк яғында йәшәнек, мин бер нисә туҡталышты трамвай менән бара инем, шуға күрә миңә Өфө трамвайҙарын күреү ҙә танһыҡ. Дала - иркен, киң башҡорт күңелен һынландырһа, Өфө ҡалаһы тауҙарҙа урынлашҡан, ныҡлы бер ҡәлғәне хәтерләтә. Ҡала йылдан-йыл үҙгәрә, төҙөкләнә. Ҡаланың үҙ йөҙө, үҙ холҡо, үҙенә генә хас мәҙәниәте бар, күп милләтлелеге менән дә айырылып тора ул. Уҡыу йорттары, студенттар, йәштәр күп.
Һин Мәскәүҙә юғары белем алып, илдең баш ҡалаһында йәшәйһең. Хеҙмәт юлың да унда башланған. Ҡыйын булманымы унда "үҙ" кеше булып китеүе?
- Минең сәнғәткә яҡын булған төп эшем бар. Ул миңә финанс яғынан бирешмәҫкә ярҙам итә. Гончаров ремонтлау-тергеҙеү оҫтаханаһында идарасы булып эшләйем. Музыка ҡоралдарына, башлыса, кларнеттарға, флейталарға, саксофондарға ремонт яһайбыҙ. Әммә хеҙмәтемдең нигеҙе төрлө музыка проекттарымдан тора, тип иҫәпләйем. Ҡыллы квартеттың, Яңы Мәскәү ансамбленең художество етәксеһе һәм проект авторы булараҡ, алты-ете йыл эсендә ун ике илдә сығыш яһаныҡ, байтаҡ дисктар сығарҙыҡ.
Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине...
- Хеҙмәт юлын Гнесиндар академияһында башланым, артабан оҙаҡ ҡына музыка училищеһында уҡыттым. Студенттарым хәҙер консерваторияларҙа, шул уҡ Гнесиндар академияһында уҡып йөрөйҙәр, дирижерлыҡҡа уҡыусылар ҙа бар. Уҙған йыл уҡытыу эшен ҡалдырып торорға тура килде, әммә яҡын арала уны ҡабаттан башлармын, тип уйлайым, сөнки миңә атайымдың эшен, уҡытыусым И.М. Солтановтың эшен дауам итергә, кларнетология мәктәбен асырға кәрәк. Был ниәтем тормошҡа ашыр, тип уйлайым. Тәжрибә, белем тупланған, улар менән мин бүлешергә тейешмен, артабан йәш быуынға тапшырырға бурыслымын...
Сәриә ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА