Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигән халыҡ. Рәсәйгә үсле аҫтыртын хаиндар ана шулай көтмәгәндә арҡаға бысаҡ ҡаҙай һәм, өҫтәүенә, бер ниндәй ғәйепһеҙ, ҡоралһыҙ тыныс халыҡҡа ябырылыусан. Был террористарҙың һыналған алымы. Тик ни өсөн гонаһһыҙ халыҡ - бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро уларҙың ҡорбаны булырға тейеш һуң?.. Был ҡылыҡтары уларҙың ҡурҡаҡлығын, ике йөҙлөлөгөн, ҡара эслеген фашлай ҙа инде.
Үткән аҙна ахырында Красногорскиҙың "Крокус Сити Холл" концерт залындағы теракт бөтөн донъя йәмәғәтселеген тетрәтте, хатта ки бөгөнгө сәйәси шарттарҙа НАТО составындағы Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәр һәм уларҙың етәкселәрен дә ҡайғы уртаҡлашырға һәм террорға ҡаршы нәфрәт белдерергә мәжбүр итте. "Эстония террорҙың бөтөн төрҙәренә ҡарата ла нәфрәт белдерә. "Крокус-Сити"лағы теракт үҙенең ҡанһыҙлығы менән һушты алды",- тине был илдең президенты Алар Карис. Германияның Эске эштәр министры Фазер: "Беҙ күп һанлы ғәйепһеҙ ҡорбандарҙың яҡындары, ғаиләләре менән бергә ҡайғырабыҙ". Израиль президенты Ицхак Герцог бөтөн донъя илдәрен терроризмға ҡаршы бергәләп ҡаршы торорға һәм көрәшергә саҡырҙы. НАТО-ның матбуғат секретары, Европа дипломатияһы башлығы Жозеп Боррель, Еврокомиссия етәксеһе Урсула дер Ляйен, шулай уҡ АҠШ лидерҙары һәм илселәре, башҡа бик күп илдәр ҡайғы уртаҡлашыуҙарын белдерҙе.
Беҙгә теләктәш илдәр был фажиғәне күңелдәренә айырыуса яҡын алды: Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Дубай ҡалаһындағы иң бейек башняһында теракт ҡорбандары иҫтәлеге билдәһе итеп Рәсәй флагы төҫөндә уттар яҡтыртылды. Абхазия менән Никарагуа Рәсәй менән теләктәшлек белдереп, үҙ илдәрендә 24 мартта матәм көнө иғлан итте. Бразилия музыканты Фабиано беҙҙең илселек бинаһы янында ҡорбандар иҫтәлегенә бағышлап, торбала Рәсәй гимнын башҡарҙы. Эйе, дуҫ та, дошман да бәлә килгәндә һынала. АҠШ лидерының тауышы айырым-асыҡ ҡына ишетелмәһә лә, уның вице-президенты Камала Харрис теракт ҡорбандары ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Американың был фажиғәлә Украина ҡатнашлығын раҫлаусы дәлилдәр хаҡында хәбәрсе һорауына яуап итеп, "дөйөм фекер буйынса" ИГИЛ (Рәсәйҙә тыйылған) террористик ойошмаһын ғәйепләне. Әйткәндәй, "Хезболла" менән ХАМАС палестиндар хәрәкәте "Крокус Сити Холл" терактын бер тауыштан ҡырҡа ғәйепләп сығыш яһаны. Артабан тағы ла шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: Аҡ йорттоң Милли хәүефһеҙлек советы вәкиле Эдриенн Уотсон был фажиғәлә Украинаның ҡатнашлығы юҡ, тип белдерҙе. Дөрөҫ, 8 мартта АҠШ-тың Рәсәйҙәге илселеге Мәскәүҙә теракт ихтималлығы хаҡында хәбәр итә, ләкин, РФ Йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе Владимир Рогов әйтеүенсә, аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә мәғлүмәте булмағанлыҡтан, был сигнал йәмәғәтселектә ҡурҡыу тыуҙырыуға маташыу тип ҡабул ителә, тип яҙа АиФ.ру сайты. Үҙ сиратында Рәсәйҙең АҠШ-тағы илсеһе Анатолий Антонов әйтеүенсә, Вашингтондағы беҙҙең илселек был турала бер ниндәй ҙә хәбәр алмаған булып сыҡты. Ошо нигеҙҙә Антонов "Новости Рәсәй агентлығы"на интервьюһында, терроризмға ҡаршы көрәш Рәсәй менән АҠШ-тың төп хеҙмәттәшлек өлкәһе булыуы, ләкин Красногорск фажиғәһенән һуң был мөнәсәбәттәрҙең юҡҡа сығыу ихтималлығы хаҡында белдерҙе.
Дөрөҫ, теракттың башҡарыусылары тиҙ арала тотолған хәлдә лә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп бөтмәй әле, был ҡанһыҙ ғәмәлде бойомға ашырыуҙың бойороусылары кемдәр һуң? РФ Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова ошо айҡанлы Украина президенты Зеленскийҙың терактта Рәсәйҙең үҙен ғәйепле итеп күрһәтергә маташыуын башҡа һыйғыһыҙ уйҙырма тип ғәйепләне һәм "Бурҙың бүрке яна",- тип ҡапма-ҡаршы ишара яһаны.
... Ә тап ошо ваҡытта үҙ күләгәһенән үҙе ҡурҡып, бүрәнә аша бүре күреп өйрәнгән "ут күрше" Польшаға кеше ҡайғыһы - төштән һуң булып сыҡты. Уның президенты Анджей Дуда тырышып-тырмашып Белоруссия менән сик һыҙығындағы армияһын көсәйтеү яйын ҡарай һәм көн һайын Рәсәйҙең НАТО-ға һөжүмен төшөндә күреп, һаташа, имеш. Әйткәндәй, Франция президенты Макрон да, байтаҡтан бирле хәҙер шул бер үк бәйләнсек сиргә тарыған һәм Украинаға ғәскәр давайлап, евроәшнәләренең башын ҡатыра, ти; Рәсәй еңмәһен өсөн "Франция барыһын да эшләйәсәк", тип күкрәк һуға икән, етмәһә. Тик бына ошо юҫыҡта уны "еңел аҡыллыҡта" ғәйепләүсе ватандаштары менән һөйләште микән ул?..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА